- •I. Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәтеүҙең принциптары, маҡсаттары һәм бурыстары.
- •II. Башҡорт телен өйрәтеүҙә уйынға ҡоролған алымдар.
- •2.1. Бәйләнешле телмәр үҫтереү алымдары.
- •2.2. Шиғырҙар өйрәнәбеҙ (схемалар аша, һүрәттәр аша).
- •2.3. Фекер ҡеүәһен үҫтереүсе уйындар. Уйлат, эшләт башыңды.
- •«Серле алмалар» уйыны.
- •Р ебустар
- •Кроссворд
- •«Кем беренсе әйтә?»
- •«Светофор»
- •«Светофор»
- •«Йомаҡ ҡоям»
- •«Парын тап»
- •«Киреһен әйт»
- •«Боҙоҡ телефон»
- •«Нимә нисек ҡысҡыра?»
- •2.4. Уйнайбыҙ ҙа, ял итәбеҙ.
- •«Күрһәт әле, үҫкәнем» уйыны
- •«Урманда» уйыны
- •Хәрәкәтле уйын «Аҡ тирәк, күк тирәк»
«Боҙоҡ телефон»
Маҡсат: фонематик ишетеү һәләтен үҫтереү; уйынға ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү.
Ҡағиҙәһе: һүҙҙе ҡысҡырып әйтергә ярамай.
Уйын барышы: балалар теҙелешеп ултыралар. Алып барыусы, йәки тәрбиәсе, әҙенең эргәһендә ултырған балаға берәй һүҙ әйтә. Мәҫәлән, «ҡояш», ә бала күршеһенең ҡолағына бышылдап ҡына ошо һүҙҙе әйтә. Һәр бала һүҙҙе нисек итеп ишеткән, шул килеш күршеһенә еткерә. Бөтә балалар ҙа әйтеп бөткәс, уйында алып барыусы иң аҙаҡтағы баланың нимә ишеткәнен һорай. Шул рәүешле бөтә балаларҙан да һорап сығыла. Кем һүҙҙе яңылыш әйтеп ебәрә, ул бала рәттең аҙағына күсә.
«Кем беренсе әйтә?»
Маҡсат: предметтарҙы ишетеп һанарға күнектереү.
Балаларға уйынсыҡтар төшөрөлгән (улар һулдан уңға йә өҫтән аҫҡа урынлаштырылған булырға мөмкин) һүрәт күрһәтелә. Алып барыусы иң элек ҡайһы яҡтан һанай башларға кәрәклеген әйтә (уңдан, һулдан, аҫтан, өҫтән). Унан сүкеш менән бер нисә мәртәбә һуға. Балалар сүкеш тауышын һанарға һәм шул урында торған уйынсыҡты табырға тейеш. Уйынсыҡты беренсе табып әйткән бала еңеүсе һәм ул артабан алып барыусы була.
«Светофор»
Маҡсат: төҫтәрҙе нығытыу, иғтибарҙы үҫтереү.
Ҡыҙыл төҫкә тын ғына ултырабыҙ.
Һары төҫкә - иғтибар (баҫабыҙ).
Йәшел төҫкә - аяҡтар менән атлау хәрәкәте.
«Көн - төн»
Маҡсат: иғтибарлылыҡ, «аҡ», «ҡара» төҫтәрен нығытыу.
«Көн» тигәнгә баҫалар, «төн»гә - ултыралар.
«Светофор»
Маҡсат: төҫтәрҙе нығытыу, иғтибарҙы үҫтереү.
Балалар төркөмдөң бер яғында торалар, икенсе яғында регулировщик (тәрбиәсе) тора. Йәшел флагты күтәреп әйтә:
- Тирә-яҡҡа ҡарама, бик шәп атла!
Ҡыҙыл флаг күтәреп:
- Туҡта. Урыныңдан ҡыбырлама.
Ә һары флаг күтәрһә, урында атларға.
«Йомаҡ ҡоям»
Маҡсат: өйрәнелгән һүҙҙәрҙе актив ҡулланыу, фекерләү һәләтен үҫтереү.
- Был нимә?
- Алма (мольбертҡа ҡуйыла).
- Уның төҫө ниндәй?
- Ҡыҙыл (ҡыҙыл төҫ ҡуйыла).
- Формаһы ниндәй?
- Түңәрәк ( түңәрәк ҡуйыла).
- Тағы нимә ҡыҙыл төҫтә була?
- Сәскә, помидор, шар һ.б. (әйтелгән предметтарҙың һүрәттәре ҡуйыла).
- Тағы нимә түңәрәк була?
- Туп, әфлисун һ.б. (һүрәттәр ҡуйыла).
- Тағы ҡасан беҙҙең йөҙөбөҙ йылмая? Нимә ашағанда?
- Кәнфит, банан, шоколад һ.б. (һүрәттәр ҡуйыла).
- Йомаҡ килеп сыҡты:
Ҡыҙыл, ләкин сәскә түгел.
Түңәрәк, ләкин туп түгел.
Тәмле, ләкин кәнфит түгел.
(һабын)
«Парын тап»
Маҡсат: өйрәнгән һүҙҙәрҙе дөрөҫ ҡулланып, балаларҙың үҙ фекерҙәрен аңлата белеүгә ирешеү.
Уйын барышы: балаларға парлы һүҙҙәрҙең бер һыңары өләшелә, ә бер һыңары тәрбиәселә ҡала. «Пары кемдә?» - тигән һорау ҡуйыла. Балаларҙың яуаптары: пары миндә - самолет оса; өләсәй ултыра, ҡыҙ ҙа ултыра; һыйыр һөт бирә, кәзә лә һөт бирә; ҡуян йомшаҡ, мендәр ҙә йомшаҡ һ.б.
«Киреһен әйт»
Маҡсат: телмәр ҡеүәһен үҫтереү, һүҙ байлығын арттырыу. Антонимдар менән таныштырыуҙы дауам итеү.
Уйын барышы: тәрбиәсе бер һүҙ әйте5ргә тейеш (әбей – бабай, аҡ – ҡара, ҡыш - йәй, йомшаҡ – ҡаты, ҙур - бәләкәй, ҡыҙыҡай – малай, һаумыһығыҙ – һау булығыҙ).
