Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
УЧИМСЯ ИГРАЯ.doc
Скачиваний:
0
Добавлен:
01.07.2025
Размер:
4.03 Mб
Скачать

2.3. Фекер ҡеүәһен үҫтереүсе уйындар. Уйлат, эшләт башыңды.

Уйынсыҡ шарҙарҙың ептәре яңылыш буталып бөткән. Уларҙы сис тә, һүҙҙе уҡы. Уны шаҡмаҡтарға яҙып ҡуй.

«Серле алмалар» уйыны.

Маҡсат: ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡыларҙы төркөмләү.

Алманы өҙөү өсөн уға яҙылған һуҙынҡы менән һүҙ уйларға кәрәк.

Р ебустар

Бында ниндәй һүҙҙәр яҙылған?

«Кем иғтибарлыраҡ?»

Һүрәттәрҙә нимәләр төшөрөлгән? Был һүҙҙәрҙәге бер иш өн-хәрефтәрҙе әйтегеҙ.

Кроссворд

Ошо кроссвордты сисһәгеҙ, хаттың кемдән икәнлеген белерһегеҙ.

Ө

ф

ө

е

л

ә

к

ә

т

ә

с

ә

с

ә

й

с

ә

л

ә

м

а

й

  1. Республиканың баш ҡалаһы.

  2. (Еләк һүрәте).

  3. «Ки-ки-ри-күк!» тип уята.

  4. «Мама» һүҙенең тәржемәһе.

  5. «Привет» һүҙенең тәржемәһе.

  6. (Ай һүрәте).

Кескәйҙәр дидактик уйындарҙы ла яраталар.

«Нимә үҙгәрҙе?»

Маҡсат: хәтерҙе, иғтибарлылыҡты үҫтереү, һорауҙы тыңлай һәм яуап бирергә өйрәтеүҙе дауам итеү.

Уйын барышы.

Һүрәттәрҙе ҡарап, ундағы предметтың нисек аталғанын әйтәләр. Балалар күҙҙәрен йомалар, бер һүрәт алып ҡуйыла. күҙҙәрен асалар һәм ниндәй һүрәт юҡ икәнен әйтәләр. Дөрөҫ әйтһәләр, һүрәт кире алып ҡуйыла. Шул рәүешле һәр һүрәтте алып ҡуйып бөткәнсе дауам итә.

«Үҙ өйөңдө тап»

Маҡсат: башҡорт телендәге өндәрҙе нығытыу, һуҙынҡы-тартынҡыларҙы айырыу.

Уйын барышы.

Таҡтала ҡыҙыл һәм күк төҫтәге ике өй һүрәте. Балалар конверттан һүрәттәр алып кәрәклк өйгә ҡуялар.

«Кем иғтибарлы?»

Маҡсат: хәтерҙе, иғтибарлылыҡты нығытыу, үҫтереү; өндө дөрөҫ ишетеү.

Һүҙҙе өйрәнгән һуҙынҡы (тартынҡы) ишетелһә, сәпәкәйләргә.

«Дүртенсе артыҡ»

Маҡсат: предметтарҙы төркөмләй белеү, иғтибарлылыҡ, тапҡырлыҡ, фекерләү һәләтен, һүҙ байлығын, бәйләнешле телмәр үҫтереү.

«Серле мозаика»

Маҡсат: балаларҙың аң һәләтен, иғтибарлылығын, логик фекерләүен, күреү, етеҙлек һәләтен, ҡул моторикаһын үҫтереү; киҫелгән өлөштәрҙән бер бөтөн һүрәтте йыйыу.

Балалар мозаиканы йыйып, предметтың атамаһын әйтәләр: ҡарбабай, сана һ.б.

«Кемдең, нимәнең?»

Маҡсат: белемдәрҙе нығытыу, актив, пассив һүҙлек запасын байытыу.

Һүрәткә ҡарап дөрөҫ яуап биреү.

«Кем нимә эшләй?»

Маҡсакт: хәрәкәтте белдереүсе һүҙҙәрҙе нығытыу.

Бер балаға эш ҡушыла.

- Азат ни эшләй? (яҙыша). Башҡа балаларға эш ҡушам: Саша йүгер, Катя атла… Был һүҙҙәргә ниндәй һорау ҡуйып була?

«Ниндәй ул?»

Маҡсат: предметтың билдәһен белдергән һүҙҙәргә төшөнсә биреү.

Алманы күрһәтеп: был нимә? Ул ниндәй? һорауҙарын биреү. (Алма һүҙе менән һүҙбәйләнештәр төҙөтөү). Ул һүҙҙәргә ниндәй һорау ҡуйып була?

«Тылсымлы тоҡсай»

Маҡсат: балаларға таныш предметтарҙың атамаларын башҡорт телендә өйрәтеү, пассив һүҙлектә булған башҡорт һүҙҙәрен нығытыу, иғтибарлылыҡ тәрбиәләү.

«Кем тиҙерәк әйтә?»

Маҡсат: фекерләүҙе үҫтереү; телмәрҙе активлаштырыу, һүҙлек запасын байытыу; һүҙҙәрҙе һанда, килештә дөрөҫ ҡулланырға өйрәтеү; иғтибарлылыҡты үҫтереү; етеҙ яуап биреү һәләтен арттырыу.

Уйын ҡағиҙәһе. Балалар түңәрәккә баҫалар. Бер бала йомғаҡ (туп) ала һәм төҫ әйтә лә, артабан икенсе балаға бирә. Икенсе бала төҫкә тап килгән предмет, хайуан йәки әйбер атамаһын әйтә һәм үҙе төҫ әйтеп, өсөнсө балаға бирә. Шулай уйын дауам ителә. Төҫтәр ҡабатланһа ла ярай. Бер аҙ уйнағас, төҫө урынына предметтың формаһын әйтергә мөмкин. Йомғаҡты (тупты) оҙаҡ тоторға ярамай. Мәҫәлән: бала ҫҡыҙыл» төҫтө әйтә һәм йомғаҡты артабан ебәрә, икенсе бала «ҡыҙыл сәскә» тип әйтә һ.б.