Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
УЧИМСЯ ИГРАЯ.doc
Скачиваний:
0
Добавлен:
01.07.2025
Размер:
4.03 Mб
Скачать

Инеш

Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәтеү балалар баҡсаһынан башлана. Был мөһим эштә яҡшы һөҙөмтәләргә ирешеү өсөн күп эҙләнергә, дөрестәрҙе ҡыҙыҡлы үткәрергә кәрәк.

Бөгөнгө көндә беҙ «Осҡон» программаһына таянып эшләйбеҙ (Аҙнабаева Ф.Г., Нафикова З.Г. «Осҡон». Төрлө милләт балалары тәрбиәләнгән балалар баҡсаһында башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәтеү буйынса программа-күрһәтмә. Өфө: БМКИ нәшриәте, 2004). Ләкин был программа менән генә сикләнергә ярамай, һәр тәрбиәсе ижади эшләргә, яңы алымдар эҙләргә, һөнәри оҫталығын арттырырға тейеш.

Дәрестәрҙә күберәк ҡыҙыҡлы уйындар уйнау, әкиәт, шиғыр, йырҙар өйрәнеү, уйынсыҡтар ярҙамында аҙ күләмле спектаклдәр сәхнәләштереү, диалогтар төҙөү, күрһәтмә материалдар ҡулланыу телде үҙләштереүҙә һиҙелерлек һөҙөмтәләр бирә. Ғөмүмән, дәрестәрҙе уйын формаһында үткәреү башҡа милләт балаларында башҡорт теленә булған ҡыҙыҡһыныуҙы икеләтә арттыра. Уйындар шулай уҡ өндәрҙе, һүҙҙәрҙе дөрөҫ әйтергә ярҙам итә. Балалар уйын барышында һөйләмде тиҙерәк аңлайҙар, яңы һүҙҙәр менән тиҙерәк танышалар.

Һеҙҙең иғтибарға тәҡдим ителгән был ҡулланма Стәрлетамаҡ ҡалаһының 62-се һанлы балалар баҡсаһында башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәтеү барышында иң уңышлы тип табылған эш алымдары тупланды.

Ҡулланма «Осҡон» программаһы буйынса балалар баҡсаһыеда кескәйҙәргә башҡорт телен өйрәтеүсе уҡытыусыларға, тәрбиәселәргә тәҡдим ителә.

I. Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәтеүҙең принциптары, маҡсаттары һәм бурыстары.

Башҡортостанда йәшәгән, әммә башҡорт телен һәм мәҙәниәтен белмәгән кескәйҙәргә башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәтеүҙе түбәндәге принциптарға таянып эш итеү тәҡдим ителә:

- башҡорт теле – башҡорт донъяһына алып инеүсе асҡыс;

- башҡорт телен баланың тыуған теленә таянып өйрәтеү;

- башҡорт телен фәҡәт аңлау, һөйләшеү, аралашыу өсөн ғәмәли (практик) маҡсаттарҙа ғына өйрәтеү.

Шулай итеп, рус телле балалар баҡсаһында кескәйҙәрҙе башҡорт теленә өйрәтеүҙең маҡсаттары һәм бурыстары түбәндәгесә билдәләнә:

- мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы башҡорт телендә һәйләгәнде, уҡығанды, теле- һәм радиотапшырыуҙарҙарынан аңларға өйрәтеү (аудирование);

- башҡорт өндәрен, һүҙҙәрен дөрөҫ әйтеп, үҙ-ара һөйләшергә, тәҡдим ителгән темалар, ситуациялар (осраҡтар) буйынса өйҙә, балалар баҡсаһында, көндәлек йәшәйеш шарттарында һөйләшергә өйрәтеү (говорение);

- кескәйҙәрҙе башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте, сәнғәте, әҙәбиәте, милли йолалары, күренекле шәхестәре менән таныштырыу, уларҙа башҡорт халҡына, үҙҙәре йәшәгән төбәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү.

Телде бөтөнләй аңламаған башҡорт йәки башҡа милләт балаларына тел өйрәтеү өлкәндәр төркөмөнән (биш йәштән) башлана. Был ваҡытҡа кескәйҙәрҙең телмәре үҫешеп еткән була, улар башҡорт телен өйрәнеүҙе ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡабул итәләр.

Тәрбиәсенең йәки уҡытыусының үҙенең һөйләшеүе әҙәби тел нормаларына тап килергә тейеш. Юғиһә, бала уның барлыҡ тел кәмселектәрен тулыһынса отоп аласаҡ һәм аҙаҡ уларҙы бөтөрөү өҫтөндә оҙаҡ яфаланасаҡ.

Ата-әсәләр менән дә тейешле эш алып барырға кәрәк. Уларҙы тел өйрәтеүҙең маҡсаты, өйрәнелгән материалдарҙың эстәлеге менән дә таныштырыу кәрәк.1

II. Башҡорт телен өйрәтеүҙә уйынға ҡоролған алымдар.

Дәрестәрҙә балаларға өндәрҙе дөрөҫ әйтергә өйрәтеү - төп эштәрҙең береһе. Ҡайһы бер бала, дөрөҫ әйтә алмауынан ҡурҡып, тәрбиәсе артынан ҡабатламаҫҡа мөмкин. Ә инде телде өйрәтеү уйын рәүешендә үткәрелә икән, уйын менән мауығып киткән сабый үҙенең ҡыйынһыныуын йә иһә ҡурҡыуын, ҡаушауын онотоп ебәрә, иптәштәре менән бергә өндәрҙе ҡабатлай. Мәҫәлән, [ә] өнөн дөрөҫ әйтергә өйрәтеү, өндө әйткәндә дөрөҫтын алыу күнекмәһен түбәндәгесә үткәреп була:

- Беҙҙең Әлиә матур бишек йыры ла белә икән. Ул үҙенең һеңлеһен йырлап йоҡлата. Бына шулай: ә-ә-ә-ә.

- Әлиә нисек йырлай? Әйҙәгеҙ, беҙ ҙә Әлиә һымаҡ йырлайыҡ әле (ҡабатлайҙар).

«Өн һуҡмағы»

Тәрбиәсе таҡтаға өн һуҡмағы элә. Балаларға өн һуҡмағы буйынса «атлап» үтергә ҡуша. Тәүҙә үҙе указка менән күрһәтә һәм бер тында ә­-ә-ә тип әйтә (балалар уға ҡушыла). Аҙаҡ таҡта янында балалар берәмлә саҡырыла һәм үҙҙәре указка менән күрһәтәләр, ҡалғандары урындан йырлай.

Көслө һәм тыныс итеп йырларға ла мөмкин. Шуға ла иғтибар итергә кәрәк: өндәрҙе өйрәнгәндә, уларҙың нисек яһалыуы менән таныштырыу мөһим. Быны көҙгөләр ҡулланып эшләү отошло. Тәрбиәсе һәр өндөң яһалышын тәүҙә үҙе күрһәтә, ә унан һуң, көҙгөгә ҡарап балалар үҙҙәре эшләйҙәр. Өндәрҙе әйткәндә бала тел, эйәк, ирендәрҙең нисек хәрәкәт итеүен күргәс, улар уны күпкә тиҙерәк һәм еңелерәк үҙләштерә.

Өндәр мәҙәниәте тәрбиәләү эшендә Ф.Г.Аҙнабаева һәм З.Ғ.Нафикованың «Тылсымлы өндәр» (Өфө: БМКИ нәшриәте, 2004) исемле методик ҡулланмаһын ҡулланыу отошло, ул тәрбиәселәр өсөн бик ҙур ярҙам. Унда иң мөһиме – башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен (ә, ө, ү, һ, ҫ, ғ, ҡ, ң, ҙ) дөрөҫ ишетеүгә һәм айырырға төрлө күнекмәләр, тиҙәйткестәр һәм тел төҙәткестәр, йомаҡтар һәм мәҡәлдәр бирелә.

Башҡорт теленең үҙенсәлекле хәрефтәрен өйрәнгәндә түбәндәге алымдарҙы ҡулланырға мөмкин.

  1. Хәрефте күрһәтеп, төҙөлөшөн тикшерергә.

  2. Рус телендәге хәрефтәр менән сағыштырыу.

  3. Пластилиндан әүәләү, шырпы-таяҡсаларҙан төҙөү, оҙон-ҡыҫҡа ептәрҙән төрлө ҙурлыҡта яҙыу, штрихлау.

  4. Рәсемдәр биреү. Балалар рәсемдең атамаһы аҫтына башланған хәрефен яҙалар.

Бөтә был эштәр өндө дөрөҫ әйтергә өйрәтеү менән бергә алып барыла.

Дидактик уйын «Хәреф нимәгә оҡшаған?»

А хәрефе нимәгә оҡшаған?

«О о»

«Ы ы»

«Э э» «Ә ә» «Ө ө» «Ү ү»

«Миләш йыябыҙ «Космосҡа осабыҙ»

«Ватыҡ телефон» «Көнбағыш үҫтерәбеҙ»

Шулай уҡ һөйләм мәҙәниәтенә өйрәткәндә схематик моделдәр ҡулланыу тәрбиәсенең эшен күпкә еңеләйтә. Өндәр ҡыҙыл һәм күк төҫтәге фишкалар менән билдәләнә. Миҫал өсөн алма һүҙен алайыҡ:

а

л

м

а

А һуҙынҡыһы ҡыҙыл, л, м тартынҡылары күк (синий) төҫтәге фишкалар менән күрһәтелә.

Һөйләмдең схемаһына ҡарап, балалар уның нисә һүҙҙән тороуын, ниндәй интонация менән әйтелеүен тиҙ үҙләштерәләр.

Кескәйҙәрҙең телмәренә яңы һүҙ индергәндә тәрбиәсе уйын рәүәешендә төрлө ситуациялар тыуҙыра. Бала билдәле бер ситуацияла һүҙҙәрҙе бер нисә тапҡыр ҡабатлаһа, ул онотмаҫлыҡ булып иҫтә ҡаласаҡ.

Яңы һүҙҙәр менән эшләгәндә тәрбиәсе түбәндәге алымдарҙы файҙалана ала:

  • Тәрбиәсе өйрәнеләһе һүҙҙәр булған һүрәт һәм уйынсыҡтар әҙерләй. Мәҫәлән, «Уйынсыҡтар» темаһын үткәндә, уйынсыҡтарҙы бер-бер артлы күрһәтеп, исемен әйтә һәм балаларҙан һүҙҙәрҙе бер нисә тапҡыр ҡабатлата. Шунан уларҙы һәр балаға таратып бирә. Бала уйынсыҡты алғанда уның атамаһын әйтергә тейеш була. Тәрбиәсе балалар ҡулындағы әйберҙәрҙең исемдәрен атай, үҙендәге уйысыҡтың исемен ишеткән бала уны башҡаларға күрһәтә, исемен әйтә, унан барыһы ла бергә ҡабатлайҙар.

  • Балалар уйынсыҡтарҙы бер-береһенә күрһәтәләр, атамаларын башҡорт телендә әйтәләр һәм тәрбиәсе һүҙҙең дөрөҫ әйтелешенә иғтибар итә, дөрөҫләй; уйынсыҡтарҙы алмаштырып, уйынды шул рәүештә 2-3 тапҡыр алып бара.

  • Өйрәнелгән һүҙҙәр төрлө уйындар ваҡытында ҡабатлатыла. Бының өсөн тәрбиәсе ҡағиҙәле, хәрәкәтле, сюжетлы уйындарҙы, лото, домино һ.б. файҙалана ала.

Һүҙҙәрҙе иҫтә ҡалдырыу өсөн, әйберҙәрҙең атамаларын таяҡсыҡтар ярҙамында яһап күрһәтеү ҙә бик әһәмиәтле:

Рус теле грамматикаһынан айырмалы бер нисә ҡағиҙә:

  1. Һүҙҙәрҙә баҫым һуңғы ижеккә төшә.

  2. Исемдәрҙә енес (род) категорияһы юҡ. Бер үк исеи ике енескә лә тура килә (уҡыусы ҡыҙ, уҡыусы малай).

  3. Башҡорт телендә тик кешеләр генә кем? һорауына, ә башҡалар нимә? һорауына яуап бирә.

  4. Һөйләмдә хәбәр күбеһенсә һөйләм аҙағында килә.

  5. Әгәр һүҙҙең беренсе ижегше ҡалын икән, башҡалары ла ҡалын була (һәм киреһенсә).