- •Беренсе бүлек. Башҡорт телендә рәүеш һүҙ төркөмө
- •Төрки һәм башҡорт тел ғилемендә рәүеште өйрәнеү тарихы
- •Рәүеш һүҙ төркөмө тураһында төшөнсә
- •Икенсе бүлек. Ноғман мусиндың “мәңгелек урман” романында ҡулланылған рәүештәрҙең функциональ-семантик үҙенсәлектәре
- •2.1. Ноғман Мусиндың “Мәңгелек урман” романында ҡулланылған рәүештәрҙең семантик төркөмсәләре
- •Аныҡлаусы рәүештәр
- •2.2. Ноғман Мусиндың “Мәңгелек урман” романында бирелгән рәүештәрҙең яһалыш үҙенсәлектәре
- •Рәүештәрҙең лексик-грамматик юл менән яһалышы
- •Рәүештәрҙең лексик-синтаксик юл менән яһалышы
- •2.3. Ноғман Мусиндың “Мәңгелек урман” романында бирелгән рәүештәрҙең дәрәжәләре
- •2.4. Ноғман Мусиндың “Мәңгелек урман” романында бирелгән рәүештәрҙәң синтаксик функциялары
- •Өсөнсө бүлек. Башҡорт теле дәрестәрендә рәүеш һүҙ төркөмөн өйренеү методтары
- •Ҡулланылған әҙәбиәт исемлеге
2.3. Ноғман Мусиндың “Мәңгелек урман” романында бирелгән рәүештәрҙең дәрәжәләре
Рәүештәрҙең дәрәжәләре эш-хәрәкәтте, хәлде билдәләү өсөн хеҙмәт итә. Дәрәжә категорияһы башҡорт теле рәүештәренең бөтә семантик төркөмсәләренә лә таралмаған. Тик ваҡыт, урын, күләм-дәрәжә һәм хәл рәүештәр дүрт дәрәжә формаһында килә ала:
1) төп дәрәжә;
2) сағыштырыу дәрәжәһе;
3) артыҡлыҡ дәрәжәһе;
4) аҙһытыу дәрәжәһе.
Ноғман Мусиндың “Мәңгелек урман” романында ваҡыт, урын, күләм-дәрәжә һәм хәл рәүештәренең дәрәжә формалары киң ҡулланыла.
Төп дәрәжәнең махсус күрһәткесе булмай: тиҙ, иртә, күп, яй, оҙаҡ. Миҫалдар. Кеше йырҙан туҡтағас та әле, уның тауышы, уның моңо урман эсендә ағастан-ағасҡа ҡаҡлығып, төлөкләр урын тапмаған тейендәй, байтаҡ аҙашып йөрөнө (Н.Мусин). Хәҙер юғары белем алып, өсөнсө йыл эшләп йөрөүе, һаман үҙгәреш юҡ тиерлек (Н.Мусин). Һы, тип уйлай ул, Зөбәржәт ниңә бөгөн уның өйөн тәрбиәләп сыҡмаҡсы итте икән?
Сағыштырыу дәрәжәһе. Ноғман Мусиндың “Мәңгелек урман” романында бирелгән сағыштырыу дәрәжәһе нигеҙгә -раҡ / -рәк, -ыраҡ I-ерәк, -ораҡ I-өрәк аффиксы ҡушылыу ярҙамында яһалған: тиҙерәк, иртәрәк, күберәк, яйыраҡ, оҙағыраҡ; сағыштырғанда, ҡарағанда бәйләүестәре ҡушылып менән яһалыу осрағы күҙәтелә: Миҫалдар. Шул килеш аҙыраҡ торҙо ла, әллә нимәнән ҡурҡҡандай, урманға йүгереп инеп китте (Н.Мусин). Бының өсөн беҙгә, Ғәбит Сәлихович, кадр эшселәрҙе күберәк алырға рөхсәт итегеҙ (Н.Мусин).
Артыҡлыҡ дәрәжәһе рәүештәргә препозитив киҫәксәләр бик, үтә, көпә-, туп- һ.б. ҡушылыу ярҙамында яһала: бик иртә (тиҙ, һуң, күп), көпә-көндөҙ, үтә яй, бигерәк оҙаҡ. Миҫалдар. Һарайартынса уҡ тип-тигеҙ йәшел рәттәр сыймалаған һөрөнтө ер башлана (Н.Мусин). Әле лә ана клуб эсе туп-тулы (Н.Мусин). Яуаплы эштәге кешенең бындай ҡылығын хупламаясаҡтар, бәреп төшөрөүҙәре лә бик ихтимал (Н.Мусин). Уйылдан менән Төлкөсур аттарын туп-тура ерән айғыр алышҡан ергә борҙо (Н.Мусин).
Аҙһытыу дәрәжәһе, ғәҙәттә, рәүештәргә ғына, генә, кына, кенә киҫәксәһе эйәреү юлы менән барлыҡҡа килә: тиҙ генә, яй ғына, оҙаҡ ҡына һ. б. Миҫалдар. Яҡынайғас, туҡтап, ҡурай моңона ҡолаҡ һалып торҙо, шунан ипләп кенә атлап эргәмә килде (Н.Мусин). Уны күргәс, Илһам ҡурайын ҡумтаһына йәһәт кенә тыҡты ла тороп баҫты (Н.Мусин).
Шулай итеп, Ноғман Мусиндың “Мәңгелек урман” романында рәүештең дәрәжә формалары киң ҡулланыла.
2.4. Ноғман Мусиндың “Мәңгелек урман” романында бирелгән рәүештәрҙәң синтаксик функциялары
Рәүеш бүтән һүҙ төркөмө иҫәбенә арта бара. Башҡа лексик-грамматик төркөмгә ҡараған һүҙҙәр ҙә рәүеш һымаҡ уҡ һөйләмдә урын, ваҡыт һ.б. хәлдәр булып килә алалар. Ошо нигеҙҙә, йәғни синтаксик функциялары тап килеп, башҡа һүҙҙәр үҙҙәренең лексик-грамматик төркөмдәренән айырылып, рәүеш урынында ҡулланыла башлайҙар, йәки бөтөнләй рәүешкә күсеп китәләр37.
Ноғман Мусиндың “Мәңгелек урман” романында рәүештәр һөйләмдә күбеһенсә хәл функцияһын башҡаралар:
Күләм-дәрәжә хәле. Күләм-дәрәжә рәүештәре билдәнең күләмен, дәрәжәһен йәки эш-хәрәкәттең интенсивлығын күрһәтә:атлай-йүгерә, арҡыры баҫып, ҡыйыр ҡыймаҫ, яртылаш һ.б. Шулай уйлап, Ҡотлоғужа инеүселәргә алмаш-тилмәш ҡараны (Н.Мусин). Кешеләр үҙ-ара байтаҡ бәхәсләшкәндән аҙаҡ ярһып алғайны. Әммә беҙ уны хәҙер беләбеҙ инде. Кеше йырҙан туҡтағас та әле, уның тауышы, уның моңо урман эсендә ағастан-ағасҡа ҡаҡлығып, төлөкләр урын тапмаған тейендәй, байтаҡ аҙашып йөрөнө (Н.Мусин). Был һүҙҙәрҙән Кешенең күңеле ҡапыл иләҫ-миләҫ булып китә (Н.Мусин).
Ваҡыт хәле. Был төркөм рәүештәр эш-хәлдәрҙең, ваҡиғаларҙың, хәрәкәттәр һәм процестарҙың булыу, башҡарылыу һәм үтәлеү ваҡытын белдерәләр. Мәҫәлән: әле, гел, борон, хәҙер, инде, бая, былтыр, элек, аҙаҡ һ.б. ‒ тамыр рәүештәр; хәҙергәсә, ошоғаса, яҙғаса, икенселәй ‒ аффикстар ярҙамында яһалған рәүештәр: аңғанса, ҡапылда, төндән, тәүҙә, ҡышын, иртәләрен һ.б. ˗ башҡа һүҙ төркөмдәренең изоляцияланған формалары; бер аҙҙан, ваҡыт-ваҡыт, көпә-көндөҙ, йәйен-ҡышын тибындағы ҡушма рәүештәр ваҡыт хәле функцияһын башҡаралар. Миҫалдар. Барҙы ла Уйылданда эшләп алды ла китте: ҡышын мал аҙбарҙарын тиҙәктән таҙарта, йәйен байҙың һарыҡтарын көтә (Н.Мусин). Иртәгә бик һәйбәт көн: йома уҡығандан аҙаҡ, сход йыйырбыҙ, — тип һүҙен йомғаҡланы ул (Н.Мусин). Уйылдан ерән айғыр тирәһендә һикерәңләгән бүреләр янына алданыраҡ барып етте (Н.Мусин). Көн һайын табыла торған донъя мәшәҡәттәре, бер ни тиклем ваҡыт үткәс, уның был сәйер ҙә, татлы ла кисерештәрен онотторған һымаҡ иткәйне (Н.Мусин).
Урын хәле. Эш-хәлдәрҙең, хәрәкәттәрҙең, ваҡиғаларҙың булыу, башҡарылыу урынын күрһәткән рәүештәр урын хәле функцияһын башҡаралар. Мәҫәлән, унда, ошонда, бында, артта, арттан, рәттән, юғары, түбән, ары, бире, алда, буйға, алдан, артҡа, түбәндә, яҡын, яҡында, алыҫта, алыҫтан, күҙ алдында, аҫтан, аҫҡа, тышҡа, эскә, йыраҡ, үрҙә, үрҙән һ.б. Миҫалдар. Ғилман Төлкөсурин шулай уйланып, йәһәт атлап килә ята ине, яҡында ғына, һырттағы ҡарағайҙар араһында, кемдер мылтыҡтан атып ебәрҙе (Н.Мусин). Ҡарасы, ҡыҫҡа энә буйындай ғына сабаҡ селбәрәһе ул баҫҡан таш тирәһендә уралғылап йөрөй, йылҡ итеп һыу төбөндәге ылымыҡҡа моронон төртөп алған була, шунан тағы ситкә ялтана (Н.Мусин).
Сәбәп һәм маҡсат хәле. Был төркөмгә ингән рәүештәр эш-хәлдәрҙең, хәрәкәттәрҙең башҡарылыу сәбәбен һәм маҡсатын белдерәләр. Мәҫәлән, юҡҡа йөрөү, бушҡа йөрөү, юҡтан борсолоу, тиктомалдан көлөү, юрамал әйтеү, юрый көлөү, буштан-бушҡа, бер ҙә юҡҡа, аңламаҫтан, аңғармаҫтан, абайламаҫтан, мотлаҡтан, белмәйенсә, зәрәгә, күрәләтә, нахаҡҡа, яңылыш, тик, тиккә, белә-тора, һиҙмәҫтән һ.б. Миҫалдар. Ҡатлы-ҡатлы донъялар, тип ғүмер буйы юҡҡа ғына көрһөнәләр тиһеңме ни (Н.Мусин)? Мәжлес йәме — ҡурай, ҡыш йәме — буҙ турғай, тип юҡҡа әйтәләрме ни, табын күрке бер юлы күтәрелеп китте (Н.Мусин). «Һин юрамал бикләмәгәнһең!» — тип йәбеште миңә Роман (Н.Мусин). Эшкинмәгән йыбытҡыһың да инде, бер ҙә ырата алмайһың, — тип юрамал ғына орошҡан булып ҡыланыуынан Ишмырҙа әйтеп аңлатҡыһыҙ кинәнес таба ине... (Н.Мусин).
Рәүеш хәле. Был төркөмгә ингән һөйләмдә рәүеш хәле функцияһын башҡарған оҡшатыу рәүештәре үҙҙәренең мәғәнәһе яғынан төп рәүештәргә яҡын. Шуға күрә күп авторҙар уларҙы төп рәүештәр составына индереп, мәғәнә төҫмөрләнешен генә билдәләп үтәләр. Ләкин З.Әбсәләмов фекеренсә, улар араһында мәғәнәүи айырмалыҡтар бар: айыуҙай көслө, уттай эҫе, ат башындай, батырҙарса, яҙғанса, бүреләй, күргәндәй, әйткәндәй, көскә, минеңсә, гөлдәй, үҙенсә, беҙҙеңсә, башҡортса һ.б. Беренсенән, был рәүештәр сифатты, билдәне сағыштырмаса күрһәтә. Икенсенән, төп рәүештәрҙән айырмалы, оҡшатыу рәүештәре эш-хәрәкәттең билдәһен генә түгел, билдәнең билдәһен дә белдерәләр. Шунлыҡтан улар ҡылымға ла, сифат менән башҡа рәүешкә лә, ә ҡайһы берҙәре исемгә лә эйәреп килергә мөмкин. Өсөнсөнән, оҡшатыу рәүештәренең бөтәһе лә -са, -сә, һәм -лай, -ләй аффикстары ярҙамында ғына яһала. Кешеләр ҙә бер үк ерҙә йәшәй, әммә улар ҙа төрлө-төрлө, — тип өлкәндәрсә яуап биргәйне (Н.Мусин). Ныҡ ҡайғырҙы Йәнтүрә бынан аҙаҡ, кешегә, хатта бисәһенә лә артыҡ һиҙҙермәй, ирҙәрсә сабырлыҡ менән кисерҙе хәсрәтен (Н.Мусин). Уның, тағы ни әйтергә инде был йолҡоштарға, тип уйланып тороуынан файҙаланып, халыҡ ҡуҙғалып ҡуйҙы, тәүҙә үҙ-ара һөйләштеләр, унан тағы вата-емерә русса ла, башҡортса ла һорауҙар яуа башланы (Н.Мусин):
Хәбәр. Аҙ, байтаҡ, күп, йән-фарман һүҙҙәре, һөйләмдә хәбәр ролен үтәп, зат ялғауҙары ҡабул итергә мөмкин. Мәҫәлән: Балалар күп бит, Никита Барович (Н.Мусин). Бала-саға үҙе ут сығарырға ғына шәп (Н.Мусин).
Ноғман Мусиндың “Мәңгелек урман” романында бирелгән рәүештәр һөйләмдә күбеһенсә хәл функцияһын башҡаралар, уларҙың түбәндәге төрҙәре йыш осрай: күләм-дәрәжә хәле, ваҡыт хәле, урын хәле, сәбәп-маҡсат хәле. Һирәк осраҡта рәүеш хәбәр функцияһын башҡара.
