Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
дипломка2.06.docx
Скачиваний:
1
Добавлен:
01.07.2025
Размер:
161.53 Кб
Скачать

2.2. Ноғман Мусиндың “Мәңгелек урман” романында бирелгән рәүештәрҙең яһалыш үҙенсәлектәре

Башҡорт телендә рәүештәр морфематик, лексик-синтаксик юл менән яһала.

Рәүештәрҙең морфематик юл менән яһалышы

  1. Исемдәр нигеҙендә:

  • аффикслашыу(–са –сә, -сан, -сән, –лай, –ләй, -лап, -ләп, -лата, -ләтә, -лаш, -ләш, -ан, -ән аффикстары ярҙамында яһала): дуҫтарса, ғәрәпсә, күлдәксән, яртылай, сәғәтләп, тоҡлап, игенләтә, яртылаш. Миҫалдар. Гөлзөһрә бер ауыҙ һүҙ ҙә өндәшмәне, тыңсыл балаларса, уның алдына ятты ла сөм-ҡара күҙҙәрен минең сатырым аша күккә төбәне (Н.Мусин) . Ҡыҙ, үҙе алдан төшөп, егеттәрсә эре аҙымлап контора яғына атланы (Н.Мусин). Минең яңғыҙыма ниңә шул тиклем нәмә? — тип аптырабыраҡ ҡалғайны, Никита Барович ҡунаҡсыл хужаларса ихлас йылмайҙы (Н.Мусин). Әле лә Төлкөсура, Сәхиҙең үҙенә килеп бәрелергә батырсылыҡ итмәҫенә ышанғанлыҡтан, көслө кешеләрсә, баҫалҡы йылмайып ҡына ҡуйҙы (Н.Мусин). Кеше ҡулындағы ҡурай иһә, берсә яҙғы ташҡындарҙағыса ярһыу көс менән, берсә эргәлә шым ғына сылтырап ағып ятҡан ҡаран тауышындай һәүетемсә көй һуҙып, бөтә тирәне моңонда бәүелтә бирә (Н.Мусин). Төнөн ултырырға тура килер, гостиницаға ғына барайым, — тине ул, ҡыйынһыныбыраҡ (Н.Мусин). Ғәҙәтенсә, артыҡ һүҙ һөйләмәй, мөләйем йылмайып, бөтәһен дә рәхәтләнеп тыңлап ултыра (Н.Мусин).

  • нигеҙҙәр ҡушылыу юлы менән: алмаш+исем (был көн-бөгөн, был йыл-быйыл), исем+алмаш (башкөллө), исем+исем (баш ҡул-башҡуллай), исем+сифат (көн оҙон – көноҙон) тибындағы ҡушылмаларҙа яһала. Миҫалдар. Һы, тип уйлай ул, Зөбәржәт ниңә бөгөн уның өйөн тәрбиәләп сыҡмаҡсы итте икән (Н.Мусин)?

  • нигеҙҙәр ишләшеү: ара-тирә, көнө-төнө, баштан-аяҡ. Миҫалдар. Мин көнө-төнө һеперелеп эшләп ас йөрөйөм, мин әйтәм, былар туҡлыҡтан һикерә, кәйеф-сафа ҡора (Н.Мусин). Ошо моңға тирә-яҡтағы ҡайындар һағышҡа  тарып ойоған, тулы  ай  иһә,  күк киңлегендә йөҙөшөн туҡтатып, ғәжәпләнеп, ергә баҡҡан төҫлө тойола (Н.Мусин). Был яҡтарға тәү тапҡыр килгән кеше, соҡор-саҡырлы юл ыҙаларына түҙә алмайынса, ошолай табан автобус йөрөтмәүселәргә, юл мастерҙарына ләғнәт уҡый, машинаһын йән-фарманға ҡыуыусы шоферҙы күңеленән генә әрләргә тотона (Н.Мусин).

  • нигеҙҙәр ҡабатланыу: рәт-рәт, өйкөм-өйкөм, һүҙмә-һүҙ, күҙгә-күҙ. Миҫалдар. Урыны-урыны менән  суйыр  таш  түшәлгән  ҡала урамдары лыстырлап ятҡан бысраҡ (Н.Мусин). Тамағы  кибеп, йылғанан услап-услап  һыу  эсә башлағайны,  аяҡ тауыштары ишеткәндәй булып, ырғып торҙо Төлкөсура (Н.Мусин). Зөбәржәт услап-услап битенә тағы һыу сәпәне лә картуф баҡсаларына инеп китте (Н.Мусин).

  1. Сифаттар нигеҙендә:

  • аффикслашыу(-лай, -ләй, -са, -сә, -лап, -ләп аффикстары ярҙамында яһала): бөгөнгөләй, ҡыҫҡаса, яҡшылап, матурлап, бушлай, йылылай, сейләтә. Миҫалдар. Тик уға асылып китеп, еңелсә һөйләшергә, йомшарып, бухгалтерына таҡта тейәү өсөн кәрәкле ҡағыҙ яҙырға ҡушырға кеҙе холҡо ҡамасаулай (Н.Мусин). Бына был хатты, яҙылғандарҙың дөрөҫлөгөн тағы бер тапҡыр ныҡлап тикшерегеҙ ҙә партбюро ултырышына ҡуйығыҙ (Н.Мусин). Урмандың киләсәге өсөн яңыса эшләүҙең әһәмиәтен беҙҙең системала эшләүсе бөтә халыҡ аңлаһын (Н.Мусин). Ойоштороғоҙ, Кинйәбаев ағай, һәйбәтләп инструктаж үткәрегеҙ, — тине Ханов (Н.Мусин). Белгәнен дә һәйбәтләп, епкә теҙеп һөйләп биреү уның өсөн оло бер ыҙа була торғайны. Мин китәйем, Ғәбит Сәлихович, тағы райкомға барып ултыраһым бар, ә һеҙ һәйбәтләп ял итегеҙ (Н.Мусин).

  • нигеҙҙәр ишләшеү: иртәле-кисле, былтырғы-быйылғы, ваҡытлы-ваҡытһыҙ, аҫлы-өҫлө, аслы-туҡлы. Ғәҙәттә, ҡапма-ҡаршы мәғәнәле сифаттар ишләшеп йөрөйҙәр: Бына ул үрле-ҡырлы һикергеләне, ахырҙа, иҫәр кешеләй, ҡотороноп бейергә тотондо (Н.Мусин). Ҡыҙҙы бүлдереп, лесхоз директорының ниҙер һөйләүе Ғилманға ла арлы-бирле ишетелде (Н.Мусин).

  • нигеҙҙәр ҡабатланыу:буштан-бушҡа, һирәк-һаяҡ, асыҡтан-асыҡ. Байтаҡ һөйләшеп, фекер алышып ултырғас, иртәгә лесхозда үткәреләсәк кәңәшмәлә халыҡ менән  асыҡтан-асыҡ һөйләшкәндән аҙаҡ  эште  ныҡлап  хәл итергә булып, таралыштылар (Н.Мусин). Мәсьәләне нисегерәк хәл итергә теләүемде мин һеҙгә  асыҡтан-асыҡ  әйтеп бирергә теләйем (Н.Мусин).

  1. Һандар нигеҙендә:

  • аффикслашыу(-лап, -ләп, -лата, -ләтә, -лай, –ләй, -са, -сә аффикстары ярҙамында яһала): унарлап, меңәрләп, йөҙәрләп, икеләтә, йөҙләтә, икәүләп, дүртәүләп, икенселәй, йөҙҙәрсә, меңдәрсә. Миҫалдар. Бына шундай ауыр саҡта Илһам ярҙамға килде: тубырсыҡтарымды йыйып, орлоҡ әҙерләне, йәнә ике урмансы менән күҙ күреме етер ергәсә дүрткелләп кәҫте әйләндереп, оялар ҡаҙҙы (Н.Мусин). Хәҙер улар бергәләп ҡош-ҡортто, барса файҙалы кейектәрҙе үрсетеү сараһын күрәләр (Н.Мусин). Ә беҙ, коммунистар, бына ошо матур тормош өсөн дәүләтебеҙгә, партияға эшебеҙ менән икеләтә кире ҡайтарыу хаҡында уйларға тейешбеҙ (Н.Мусин).

  • нигеҙҙәр ҡушылыу:бары бер – барыбер, бер ыңғай – берыңғай. Миҫалдар. Әҙәм балаһы шул бит инде: нимәгәлер өлгөрәйем тип, гел донъя ҡыуа һәм барыбер, донъяныҡын донъялыҡта ҡайтарып бөтә алмайынса, гүр эйәһе була (Н.Мусин).

  • нигеҙҙәр ҡабатланыу:бергә-бергә, берәм-һәрәм, берәм-берәм. Миҫалдар. Бер-бер артлы Низам мулла, староста, писарь килеп ингәс, бисәһенән берәр каса һары бал һоратып алды, урындыҡҡа түңәрәлеп ултырған ҡунаҡтары  алдына  ҡуйҙы  һәм  Өфө кешеләренең ниндәй йомош менән килгәнен әйтте (Н.Мусин). Йәнтүрә менән Нәфисә байтаҡ йылдар инде икәүҙән-икәү генә йәшәй (Н.Мусин).

  1. Алмаштар нигеҙендә:

  • аффикслашыу(-са, -сә, -лай, -ләй, -са, -сә аффикстары ярҙамында яһала): һинеңсә, беҙҙеңсә, беҙҙекесә, быныңса, шуныңса, минекеләй, ошоноҡолай, бығаса, тегеләй, шулай, былай, ошолай. Миҫалдар. Һеҙҙеңсә, илле километрҙан машина ҡыуалап, буш көйө ҡайтып китергәме (Н.Мусин)? Ә инде Юлдашбаев йырҙың аҙағын икенсе тапҡырына «Көтә микән Хәкимәм, төш күреп» тип  үҙенсә үҙгәртеберәк ебәргәс, геү килеп көлөштөләр, хатта ҡул саптылар (Н.Мусин). Тик бына ниңәлер ошоғаса  кейәүгә сығырға ҡабаланмаған (Н.Мусин). Бығаса лесниктар урман һаҡлай, ә һунарсылар урмандағы йәнлекте ҡыйраталар ине.

  • нигеҙҙәр ишләшеү. Миҫалдар. Бына Ғилман торҙо, электрын тоҡандырҙы, сепрәк ярпыһы менән унан-бынан һыпырып өҫтәлен таҙартты ла китап кәштәһе эргәһенә барҙы (Н.Мусин). Тегеләй-былай ҡыйшаңламай туп-тура ғына яуап бир әле: ошонда яҙылғандарҙың ҡайһыһы дөрөҫ, нимә ялған (Н.Мусин)?

  • нигеҙҙәр ҡабатланыу. Миҫалдар. Бына-бына миңә лә сират етәсәк, минең дә ғүмерем өҙөләсәк (Н.Мусин).

  1. Ҡылымдар нигеҙендә:

  • аффикслашыу(-а, -ә, -й; - -п, -ып, -еп, -оп, -өп аффикстары ярҙамында яһала): айырыуса, күрәләтә, килешләй, үтәләй. Төлкөсуриндың был һүҙен ишетеп, шофер ҡыҙ, тертләгәндәй, ҡапыл башын күтәрҙе (Н.Мусин).

  • нигеҙҙәр ишләшеү: тора-килә, бара-бирә, тора-бара, йөрөй-килә; ҡаса-боҫа, өҙә-йолҡа, тартып-һуҙып. Миҫалдар. “Уйнауҙан башҡа һис нәмәгә лә эшкинмәйем мин, Кешем”, — тигән төҫлө, ҡурай уның устарында ишетелер-ишетелмәҫ кенә дыңғырлап ҡуйҙы (Н.Мусин.) Был юлы ла ябыҡ сырайлы, һепертке тотҡан ир уны күреү менән эргәһенә йүгереп килде, эйелеп-бөгөлөп иҫәнләште, “И-и, абый, сезнең яҡты йөзләрегезне күрәсе көннәр бар икән”, — тип һайраны, бер нисә  тин  өмөт  итеп, атын  туғарышырға тотондо (Н.Мусин). Хужа уны йылмайып-көлөп ҡаршыланы, әллә ҡасандан бирле көтөп торған кеүек, етәкләп тигәндәй аулаҡ  бүлмәгә  тиклем оҙата  барҙы (Н.Мусин).

  • нигеҙҙәр ҡабатланыу: йөрөй-йөрөй, һуҙа-һуҙа, яҙа-йоҙа. Миҫалдар. Әҙерәк  шым  торғас, ҡалын ирендәре  һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә ҡыбырланы: «Йә һуң, Солоҡ, һөйлә тарихыңды» (Н.Мусин). Илһам ҡурайын ҡынынан алып, тауышы сығыр-сыҡмаҫ ҡына һыҙғыртып, миңә таныш булмаған, тик йөрәк өҙгөс моң тулы ниндәйҙер көй уйнаны (Н.Мусин). Ҡыҙ, түшен беленер-беленмәҫ кенә һулҡылдатып, бармағын ҡыбырлатырға ла ҡурҡып ята (Н.Мусин).

  1. Рәүештәр нигеҙендә:

  • аффикслашыу(-са, -са, -лап, -ләп аффикстары ярҙамында яһала): иртәнгәсә, әлегәсә, бөгөнгәсә, йәйәүләп, һуңлап, яйлап, башҡортсалап. Миҫалдар. Аҙаҡҡаса үлмәй тороп ҡалған матрос ҡағыҙ битенә: «Мин Ватанымды яраттым (Н.Мусин). Донъяла уның һымаҡ сафлыҡ, ундайын мөкиббәнлек бүтәнсә юҡ ул! Бикморат ҡартты сығарып люлькаға ултырттылар ҙа күмәкләшеп клубҡа юл тоттолар (Н.Мусин). Иртәнсәк торҙолар ҙа, аттарын егеп, ҡыу имәндәрҙең күберәк урынын эҙләп, урманға инеп киттеләр (Н.Мусин).

  • нигеҙҙәр ишләшеү: кисә-бөгөн, бөгөн-иртәгә, йәйен-ҡышын, ары-бире, уңға-һулға, аҫҡа-өҫкә. Миҫалдар. Бик күп ауылдаштары һымаҡ, мәжлестәрҙә генә арлы-бирле һыҙғыртҡылаусы ғәҙәти ҡурайсы түгел ине, тәбиғәт тарафынан күкрәк тә, көс тә,  моң  да бирелгән,  бәйгеләрҙә  майҙан тоторлоҡ ысын мәғәнәһендәге оҫта  ҡурайсы  ине (Н.Мусин). Шунан  ары-бире йүгереп, Гөлзөһрәне тапмаҡ булыптыр инде, эҙләнергә кереште, минән алыҫлаша барып, урманға инеп юғалды... (Н.Мусин). Эргәмә ике кеше килеп, ҡайһы яҡҡа йығыу уңайлыраҡ икән тип, әйләнә-тирәмдә йөрөй башлағас, ер ярылһа, шунда төшөп китер сиккә еттем (Н.Мусин). Тирә-яғына туҡтауһыҙ алан-йолан ҡараныуынан уның күңеле тыныс түгеллеген, кеше-ҡаранан ҡурҡыуын да һиҙҙем мин (Н.Мусин). Бынау Сабирьяновтың ары-бире бәрелеп һөйләүе уның йәнен көйҙөрҙө, ошо арҡала әйтер һүҙҙәре онотолдо, буталды (Н.Мусин).

  • нигеҙҙәр ҡабатланыу:саҡ-саҡ, яйлап-яйлап, көскә-көскә, ҡабат-ҡабат, аҙ-маҙ, әрәм-шәрәм. Миҫалдар. Ҡотлоғужа быныһын бөтөнләй көтмәгәйне (Н.Мусин). Урыҫ-улаҡ  йомош  менән килгәнендә, “знакум” тигән булып,  араҡы  сығарып ултырта торғайны; ә ул шайтан һыуын тәмләп-тәмләп кенә эсеп, буйына һеңдерә белә Ҡотлоғужа (Н.Мусин). Үлемдән саҡ-саҡ ҡотолһа ла, хәҙер тәнендә ниндәйҙер еңеллек, рәхәтлек һиҙә һәм, һуҙа баҫып, бер ни булмаған шикелле, Төлкөсура ҡаяһына табан атлай (Н.Мусин).

  1. Модаль һүҙҙәр нигеҙендә:

  • аффикслашыу(-са, -са аффикстары ярҙамында яһала): барса, кәрәксә, барынса, тейешенсә. Йәгеҙ, йәгеҙ, барынса ашап-эсеп, күңелле генә итеп ултырығыҙ, — тине Нәфисә (Н.Мусин).

  1. Оҡшатыу һүҙҙәр нигеҙендә:

  • аффикслашыу(-тай, -ым, -әмә, -а, -ырт аффикстары ярҙамында): шаҡтай, шығырым, мөлдөрәмә, шыпа, шыпырт һ.б., шулай уҡ, нигеҙҙәр ҡушылыу, нигеҙҙәр ишләшеү юлы менән яһала: Миҫалдар. Бер аҙҙан Шакир алпан-толпан баҫып шырлыҡҡа инеп китте (Н.Мусин). Тирә-яғына туҡтауһыҙ алан-йолан ҡараныуынан уның күңеле тыныс түгеллеген, кеше-ҡаранан ҡурҡыуын да һиҙҙем мин (Н.Мусин). Кешеләр тар тротуарҙан лас-лос баҫып, баштарын түбән эйеп атлай (Н.Мусин).

Соседние файлы в предмете [НЕСОРТИРОВАННОЕ]