Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
дипломка2.06.docx
Скачиваний:
0
Добавлен:
01.07.2025
Размер:
161.53 Кб
Скачать

Икенсе бүлек. Ноғман мусиндың “мәңгелек урман” романында ҡулланылған рәүештәрҙең функциональ-семантик үҙенсәлектәре

2.1. Ноғман Мусиндың “Мәңгелек урман” романында ҡулланылған рәүештәрҙең семантик төркөмсәләре

Төрлө телдәрҙең грамматикаларында һәм, ғөмүмән, тел ғилемендә рәүеш эш-хәрәкәттең йәки билдәнең билдәһен белдереүсе һүҙ төркөмө тип йөрөтөлә. Хәрәкәттең билдәһен белдергәндә рәүеш, ҡылымға эйәреп, эш-хәлдең башҡарылыу шарттарын күрһәтә, йәғни уның эшләнеү рәүешен, ваҡытын, урынын, сәбәбен, маҡсатын асыҡлай. Билдәнең билдәһен белдергәндә рәүеш, сифатҡа йәки икенсе рәүешкә эйәреп, улар аңлатҡан мәғәнәне көсәйтә йәки йомшарта төшә. Рәүештәрҙең был грамматик үҙенсәлектәре уларҙың семантикаһына бәйләнгән31.

Рәүештәрҙең берәүҙәре эш-хәрәкәттең ниндәй шарттарҙа йәки ни өсөн башҡарылыуын белдерһә, ә икенселәре хәрәкәтте йәки билдәне сифат, күләм яғынан характерлай. Шуға ярашлы рәүештә башҡорт телендәге бөтә рәүештәрҙе мәғәнәләре буйынса төп ике төркөмгә айырып йөрөтәләр:

  1. аныҡлаусы рәүештәр. Аныҡлаусы рәүештәр, башлыса, эш-хәрәкәтте һәм билдәне уларҙың сифаты һәм күләме яғынан асыҡлана. Аныҡлаусы рәүештәргә төп, оҡшатыу, һәм күләм-дәрәжә рәүештәре ҡарай.

  2. хәл рәүештәре32. Хәл рәүештәренә ваҡыт, урын һәм сәбәп-маҡсат рәүештәре ҡарай.

Аныҡлаусы рәүештәр

Аныҡлаусы рәүештәр, билдәне йәки хәрәкәтте асыҡлап, уларға сифат йәки күләм яғынан характеристика бирә. Аныҡлаусы рәүештәргә төп, оҡшатыу һәм күләм-дәрәжә рәүештәре ҡарай. Улар ҡылым формалары менән дә, сифат һәм рәүештәр менән дә, ә ҡайһы берҙәре исем менән дә бәйләнеп килергә мөмкин.

  1. Төп рәүештәр һан яғынан да, мәғәнәһе яғынан да башҡа рәүештәрҙән ныҡ айырылып тора. 3.Әбсәләмов күрһәтеүенсә, улар башҡорт телендә рәүештәрҙең лексик составының яҡын­са өстән бер өлөшөн тәшкил итә. Төп рәүештәр хәрәкәттең эшләнең рәүешен, манераһын, юлын белдереп, уны сифат яғынан йәки тасуири характерлау өсөн хеҙмәт итә. Л.Н. Харитонов, уларҙы аныҡлаусы рәүештәр менән хәл рәүештәр араһында, ике уртала тора тип ҡарай. Шуға ла уларҙы ҡайһы саҡта «сифат-хәл рәүештәре» тип тә йөрөтәләр. Был төркөмгә түбәндәге рәүештәр ҡарай: аҙ, аҙ-маҙ, арҡыры, артабан, әкрен, йәһәт, кинәт, ҡапыл, йәйәү, йөҙтүбән, баштүбән, ныҡ, яңынан, күп, тиҙ, ҡырҡа, бер тауыштан, тора-тора, ҡоролай, аяҡ өҫтө, йылылай, аяҡ үрә, шәп, аҡсалата, дәррәү, тегеләй-былай, үтәләй, ҡуша, йәнфарман, тереләй һ.б.33. Миҫалдар. Ғүмер тигәндәй, был ер йөҙөндә кем йәки нимә иң оҙаҡ йәшәгәне икән (Н.Мусин)? Бер ҡараһаң, улар, йәшен ялтлауындай, бик аҙ йәшәй; ентекләберәк уйлаһаң, үҙ быуындары алмашыныуға үҙҙәре сәбәпсе булғас, был һис тә фажиғә түгел, ә яңырыш икәнен аңлайһың (Н.Мусин). Түҙмәне Төлкөсура, ҡурайын ипләп кенә ауыҙына терәне һәм “Ашҡаҙар”ҙы уйнарға тотондо. Ҡыҙҙың тауышы моңһоу ғына сыҡты (Н.Мусин). Әле ул, дүңгәк өҫтөнә ултырып, урмандың серле тынлығына ҡолаҡ һалғандай, әкрен генә уйнай; ҡурай моңо, ялан, тигеҙ ерҙән беленер-беленмәҫ кенә тулҡынланып түҙ юлын дауам итеүсе йылға шикелле, әкрен генә ағыла ла ағыла (Н.Мусин). Хәҙергә бер шешәңде килтер, ҡалғанын аҙаҡ әйтермен, — тип сисенергә кереште Ҡотлоғужа (Н.Мусин). Ҡайтыуына ла күп түгел дә былай, тора-бара күңелендәге йән иҙгес юшҡын бөтә төшкәс, кеше араһына инер, икенсе йүнлерәк эшкә лә күсер (Н.Мусин). Шулай уйлап, Ҡотлоғужа инеүселәргә алмаш-тилмәш ҡараны (Н.Мусин).

  2. Оҡшатыу рәүештәре. Был төркөмгә ингән рәүештәр эш-хәлдең башҡарылыу процессын, эш-хәрәкәттең билдәһен ни ҙә булһа икенсе бер процесс, предмет менән сағыштырып ҡарауҙы, оҡшатыуҙы белдерә. Мәҫәлән: айыуҙай көслө, уттай эҫе, ат башындай, батырҙарса, яҙғанса, бүреләй, күргәндәй, әйткәндәй, көскә, минеңсә, гөлдәй, үҙенсә, беҙҙеңсә, башҡортса һ.б. Оҡшатыу рәүештәре үҙҙәренең мәғәнәһе яғынан төп рәүештәргә яҡын. Шуға күрә күп авторҙар уларҙы төп рәүештәр составына индереп, мәғәнә төҫмөрләнешен генә билдәләп үтәләр. Ләкин З.Әбсәләмов фекеренсә, улар араһында мәғәнәүи айырмалыҡтар бар. Беренсенән, был рәүештәр сифатты, билдәне сағыштырмаса күрһәтә. Икенсенән, төп рәүештәрҙән айырмалы, оҡшатыу рәүештәре эш-хәрәкәттең билдәһен генә түгел, билдәнең билдәһен дә белдерәләр. Шунлыҡтан улар ҡылымға ла, сифат менән башҡа рәүешкә лә, ә ҡайһы берҙәре исемгә лә эйәреп килергә мөмкин. Өсөнсөнән, оҡшатыу рәүештәренең бөтәһе лә -са, -сә, һәм -лай, -ләй аффикстары ярҙамында ғына яһала. Оҡшатыу рәүештәрең был үҙенсәлеген татар телсеһе В.Н. Хангилдин да билдәләп үткән34. Миҫалдар. Елдәр киҫкеләгән түшен ғорур киреп торған Төлкөсура ҡаяһы ла, уның һыртындағы бүтән ағастарҙан үргә ашып, йәшәрен йәшәгән ҡарт болан мөгөҙөндәй тырпайған ҡыу ботаҡтары менән күк сатырын тишерҙәй булып ултырған (Н.Мусин). Ҡыҙ, үҙе алдан төшөп, егеттәрсә эре аҙымлап контора яғына атланы (Н.Мусин). Яңыса эшләй башлағас, Козин беҙгә ошо бурысты тормошҡа ашырыуҙа лайыҡлы етәксе була алыу-алмауын үҙе күрһәтер (Н.Мусин). Минең яңғыҙыма ниңә шул тиклем нәмә? — тип аптырабыраҡ ҡалғайны, Никита Барович ҡунаҡсыл хужаларса ихлас йылмайҙы (Н.Мусин). Кешеләр ҙә бер үк ерҙә йәшәй, әммә улар ҙа төрлө-төрлө, — тип өлкәндәрсә яуап биргәйне (Н.Мусин). Ныҡ ҡайғырҙы Йәнтүрә бынан аҙаҡ, кешегә, хатта бисәһенә лә артыҡ һиҙҙермәй, ирҙәрсә сабырлыҡ менән кисерҙе хәсрәтен (Н.Мусин).

  3. Күләм-дәрәжә рәүештәре. Был төркөмгә ҡараған рәүеш эш-хәрәкәттәрҙең, эш-хәлдәрҙең һәм билдәнең күләмен-самаһын белдерә. Күләм-дәрәжә рәүештәре үҙҙәренең мәғәнә төҫмөрләнеше яғынан да төрлөсә: уларҙың берәүҙәре эш-хәрәкәттең, билдәнең көсәйеүен, артыҡлығын белдерһә, икенселәре уның кәмеүен, көсһөҙләнеүен аңлатырға мөмкин. Мәҫәлән, әҙ һөйләү, һирәк осрау, йыш булыу, аҙмы-күпме эш эшләү, бер аҙ хәл йыйыу, яртылаш булған, бөтөнләй юғалыу, күнәкләп ташлау, йылдай барҙы, икеләтә артҡан, һирәк күренеү, ҡыштың-ҡышы һ.б. Миҫалдар. Ғәбит Сәлиховичтың бисәһе Мәстүрә — үтә әҙәпле, артыҡ күп һөйләшмәһә лә, йөҙөнән нур, яғымлылыҡ бөркөлөп торған ҡатын (Н.Мусин). Шунан ҡурайын йәпләп тотоп, осон тешенә терәне, көсәнмәй генә өрөп, уның тауыш-моңон самаланы (Н.Мусин). Уйнауҙан башҡа һис нәмәгә лә эшкинмәйем мин, Кешем”, — тигән төҫлө, ҡурай уның устарында ишетелер-ишетелмәҫ кенә дыңғырлап ҡуйҙы (Н.Мусин). Барһын, барһын! — тине ярһыу  атының  башын  саҡ  тыйып тотоп торған Уйылдан (Н.Мусин). «Ятыуға таянма, атыңа таян, тигәндәре ошолор инде, — тип уйлай, күкрәген тултырғансы тын алып, аҙыраҡ тыныслана төшкәс (Н.Мусин). Әҙерәк шым торғас, ҡалын ирендәре һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә ҡыбырланы: «Йә һуң, Солоҡ, һөйлә тарихыңды» (Н.Мусин). Уны күргәс, Илһам ҡурайын ҡумтаһына йәһәт кенә тыҡты ла тороп баҫты (Н.Мусин). Ҡыҙ, түшен беленер-беленмәҫ кенә һулҡылдатып, бармағын ҡыбырлатырға ла ҡурҡып ята (Н.Мусин). Саҡ ҡына туҡталып торҙо ла, ҡыйыу ғына атлап, Төлкөсура эргәһенә килде (Н.Мусин).

Хәл рәүештәре

Хәл рәүештәрен «эш-хәрәкәт процесенең составына органик рәүештә инмәй торған тышҡы хәлдәрҙе» сағылдыралар. Был төркөмгә ҡараған рәүештәр пространство һәм ваҡыт мөнәсәбәттәренең эш-хәрәкәттең мотивен белдереп, тик ҡылым менән генә бәйләнеп йөрөйҙәр. Уларға ваҡыт, урын һәм сәбәп-маҡсат рәүештә­ре ҡарай35.

  1. Урын рәүештәре. Урын рәүештәре эш-хәлдәрҙең, хәрәкәттәрҙең ваҡиғаларҙың булыу, башҡарылыу урынынан күрһәтәләр. Мәҫәлән, унда, ошонда, бында, тегендә, бынан, артта, арттан, рәттән, юғары, түбән, ары, бире, алда, буға, алда, аҫтан, аҫҡа, тышҡа, эскә, йыраҡ, үрҙә һ.б. Миҫалдар. Атаһы фатир өсөн аҡса түләп, әйберҙәрен алып, тышҡа йүнәлгәс, ул, ошонда иң кәрәкле әйберен онотоп ҡалдырғандай, бошондо, тағы аҙ ғына тороп торғоһо килде (Н.Мусин). Ошо тирәнең күрке булып ултыра ине», — тип көрһөнөүҙән ары китә алмай, баяр әмерен үтәп, тирә-яғымдағы ҡан-тамыр дуҫтарымды ауҙарырға, бысып тураҡларға тотондолар (Н.Мусин). Ғилман Төлкөсурин шулай уйланып, йәһәт атлап килә ята ине, яҡында ғына, һырттағы ҡарағайҙар араһында, кемдер мылтыҡтан атып ебәрҙе (Н.Мусин).

  2. Ваҡыт рәүештәре. Был төркөм рәүештәр эш-хәлдәрҙең ваҡиғаларҙың, хәрәкәттәр һәм процестарҙың булыуы, башҡарылыу һәм үтәлеү ваҡытын белдерәләр. Мәҫәлән: бөгөн килде, һуң башланды, хәҙер ҡайта, йәйгеһен ҡышҡыһын, көҙгөһөн, элек-электән, иртәгә, кисә, ваҡыты менән, көн һайын, әле генә, иң элек , мәңгелеккә, оҙаҡҡа һ.б. Ваҡыт рәүештәре түбәндәге мәғәнә төҫмөрләнештәрен бирергә мөмкин:

а) эш-хәрәкәттең ҡасандан бирле йәки ҡасанға тиклем дауам иткәнлеген йәки итәсәген: электән, иртәнән, былтырҙан, ошоғаса, әлегәсә, ҡышҡаса. Тик бына ниңәлер ошоғаса кейәүгә сығырға ҡабаланмаған (Н.Мусин). Уйылдан ерән айғыр тирәһендә һикерәңләгән бүреләр янына алданыраҡ барып етте (Н.Мусин). Мин улар хаҡында һуңынан әйтермен (Н.Мусин).

б) эш-хәрәкәт башҡарылышының оҙайлы булыуын: аҙналарса, әүәл-әүәлдән, айҙарса, йылдарса һ.б. Бына шулай итеп, бығаса быуаттар буйы ҡул теймәгән Норош урмандарының яҙмышы бер нисә сәғәт ваҡыт эсендә Ҡотлоғужа байҙың төпкө өйөндә биш-алты кеше тарафынан нигеҙҙә хәл ителеп тә ҡуйҙы (Н.Мусин). Ҡаратау халҡында әүәл-әүәлдән килгән йәнә бер ғәҙәт бар: урмансыларға, бигерәк тә лесничийға хөрмәт менән ҡарайҙар (Н.Мусин).

в) эш-хәрәкәттең регуляр йәки эпизодик рәүештә ҡабатланып тороуын белдергән, шулай уҡ йыл миҙгелдәре менән бәйле рәүештәр: иртәләрен, кистәрен, яҙлы-көҙлө, ваҡыт-ваҡыт һ.б. Барҙы ла Уйылданда эшләп алды ла китте: ҡышын мал аҙбарҙарын тиҙәктән таҙарта, йәйен байҙың һарыҡтарын көтә (Н.Мусин). Көҙгә торо сәскәнең ниндәй еҫе булһын? (Н.Мусин).

г) эш-хәрәкәт башҡарылыуҙың конкрет ваҡытын: бөгөн, иртән, кисен, төнөн, бая, былтыр. Миҫалдар. Кеше тарих тауышын тыңлауҙан ялҡмаҫ ине, ләкин бөгөн уның бөтөрәһе эштәре бар (Н.Мусин). Төнөн ултырырға тура килер, гостиницаға ғына барайым, — тине ул, ҡыйынһыныбыраҡ (Н.Мусин). Район үҙәгендә былтыр ғына һалынып бөткән ҡунаҡхана бар ине (Н.Мусин). Фәриҙә менән иртүк сығып китәләр, кис ҡайталар (Н.Мусин). Кисен геү килтереп мәжлес үткәрә был (Н.Мусин). Мин көнө-төнө һеперелеп эшләп ас йөрөйөм, мин әйтәм, былар туҡлыҡтан һикерә, кәйеф-сафа ҡора (Н.Мусин). Кисә бына ниңә көлгәнһең икән (Н.Мусин)!

д) асыҡ билдәле булған ваҡытты: тәүҙә, аҙаҡтан, артабан, тора-бара. Миҫалдар. Тәүҙә бик күңелһеҙ булыуын, хәҙер өйрәнә башлауын әйтте (Н.Мусин). Ҡанға туҙып төбөмдә ултырған Илһамды күргәс, тәүҙә ҡурҡып ҡалды, уға ҡото осоп ҡарап торҙо, шунан эйәренән һикереп төштө лә йүгерә-атлай уның эргәһенә килде (Н.Мусин). Иҫ керә башлағаны бирле уға ҡурҡыу ҡатыш асыу менән ҡарап йөрөһә лә, балалығына барып, старшинаның ҡармағына тиҙ ҡапты: герман һуғышы башланып, ауылда ир-ат кәмегәндән аҙаҡ, Уйылданға тамаҡ байына эшләгән кеше кәрәк ине, малайҙы ҡулға төшөрөү өсөн, йомшаҡ һүҙен йәлләмәне (Н.Мусин). Аҙаҡтан атаһы һуңғы тапҡыр яҡты донъяға баҡҡан һәм үҙенең әжәленә ҡаршы һикергән анау өйташ өҫтөнә йүгереп барып менде лә ҡурайында ғәжәйеп дәртле, үҙәктәремә үтеп инмәле көй уйнарға тотондо (Н.Мусин).

  1. Сәбәп-маҡсат рәүештәре. Был төркөмгә ингән рәүештәр эш-хәлдәрҙең башҡарылыу сәбәбен һәм маҡсатын белдерәләр. Мәҫәлән, юҡҡа, бушҡа, буштан-бушҡа, юҡтан, тиктомалдан, юрамал, юрый, буштан-бушҡа, бер ҙә юҡҡа, аңламаҫтан, аңғармаҫтан, мотлаҡтан. Миҫалдар. Яңы клубты ла  юҡҡа  ғына шунда төҙөмәгәндәр (Н.Мусин). Ҡайһы бер көндәрҙә Гөлзөһрә килмәһә, Илһам моңая, Гөлзөһрәнең килер юлына төбәлеп, моңайып, төбөмдә шым ғына ултыра йә, ерле юҡҡа асыуланып, бөтә донъяны яра һуғырға теләгәндәй, оҙон сыбыртҡыһын болғай-болғай ҙа урманды яңғыратҡансы шартлатып ебәрә (Н.Мусин). Ҡатлы-ҡатлы донъялар, тип ғүмер буйы юҡҡа ғына көрһөнәләр тиһеңме ни (Н.Мусин)?

Шулай итеп, башҡорт телендәге бөтә рәүештәрҙе мәғәнәләре буйынса төп ике төркөмгә айырып йөрөтәләр: а) аныҡлаусы рәүештәр һәм б) хәл рәүештәре. Аныҡлаусы рәүештәр, билдәне йәки хәрәкәтте асыҡлап, уларға сифат йәки күләм яғынан характеристика бирә. Аныҡлаусы рәүештәргә төп, оҡшатыу, күләм-дәрәжә рәүештәре ҡарай. Хәл рәүештәре «эш-хәрәкәт процесеның составына органик рәүештә инмәй торған тышҡы хәлдәрҙе» сағылдыралар. Был төркөмгә ингән рәүештәр пространство һәм ваҡыт мөнәсәбәттәренең эш-хәрәкәттең мотивен белдереп, тик ҡылым менән генә бәйләнеп йөрөйҙәр. Уларға ваҡыт, урын һәм сәбәп-маҡсат хәлдәре ҡарай.

Ноғман Мусиндың “Мәңгелек урман” романында семантик төркөмсәләре яғынан рәүеш төркөмсәләренең төп, оҡшатыу-сағыштырыу, күләм-дәрәжә, ваҡыт, урын рәүештәре йыш, ә сәбәп-маҡсат рәүештәре һирәгерәк осрай.

Соседние файлы в предмете [НЕСОРТИРОВАННОЕ]