- •Беренсе бүлек. Башҡорт телендә рәүеш һүҙ төркөмө
- •Төрки һәм башҡорт тел ғилемендә рәүеште өйрәнеү тарихы
- •Рәүеш һүҙ төркөмө тураһында төшөнсә
- •Икенсе бүлек. Ноғман мусиндың “мәңгелек урман” романында ҡулланылған рәүештәрҙең функциональ-семантик үҙенсәлектәре
- •2.1. Ноғман Мусиндың “Мәңгелек урман” романында ҡулланылған рәүештәрҙең семантик төркөмсәләре
- •Аныҡлаусы рәүештәр
- •2.2. Ноғман Мусиндың “Мәңгелек урман” романында бирелгән рәүештәрҙең яһалыш үҙенсәлектәре
- •Рәүештәрҙең лексик-грамматик юл менән яһалышы
- •Рәүештәрҙең лексик-синтаксик юл менән яһалышы
- •2.3. Ноғман Мусиндың “Мәңгелек урман” романында бирелгән рәүештәрҙең дәрәжәләре
- •2.4. Ноғман Мусиндың “Мәңгелек урман” романында бирелгән рәүештәрҙәң синтаксик функциялары
- •Өсөнсө бүлек. Башҡорт теле дәрестәрендә рәүеш һүҙ төркөмөн өйренеү методтары
- •Ҡулланылған әҙәбиәт исемлеге
ЙӨКМӘТКЕҺЕ
Инеш………………………………………………………………………............3
Беренсе бүлек. Башҡорт телендә рәүеш һүҙ төркөмө.................................6
1.1. Төрки һәм башҡорт тел ғилемендә рәүеште өйрәнеү тарихы……………………………………………………………………………...6
1.2. Рәүеш һүҙ төркөмө тураһында төшөнсә.....................................13
Икенсе бүлек. Ноғман Мусиндың “Мәңгелек урман” романында ҡулланылған рәүештәрҙең функциональ-семантик үҙенсәлектәре………24
2.1. Ноғман Мусиндың “Мәңгелек урман” романында ҡулланылған рәүештәрҙең семантик төркөмсәләре…....................................................................................24
2.2. Ноғман Мусиндың “Мәңгелек урман” романында бирелгән рәүештәрҙең яһалыш үҙенсәлектәре…………………………………………..31
2.3. Ноғман Мусиндың “Мәңгелек урман” романында бирелгән рәүештәрҙең дәрәжәләре…………………………………………………………..…..42
2.4. Ноғман Мусиндың “Мәңгелек урман” романында бирелгән рәүештәрҙәң синтаксик функциялары........................................................................................43
Өсөнсө бүлек. Башҡорт теле дәрестәрендә рәүеш һүҙ төркөмөн өйрәнеү методтары..................................................................................................47
Йомғаҡлау…………… ...........................…………………………...................52
Ҡулланылған әҙәбиәт исемлеге…………………………………………………56
ИНЕШ
Сығарылыш квалификация эшенең актуаллеге. Һүҙ төркөмдәре ‒ структур-семантик һәм лексик-грамматик йәһәттән ойошҡан һүҙҙәр йыйылмаһы. Улар мәғәнәләре, морфологик билдәләре, һүҙъяһалышы һәм форма үҙенсәлектәре, синтаксик функциялары яғынан бер-береһенән айырылып торалар. Һүҙ төркөмдәренең үҙҙәренә генә хас үҙенсәлектәре, дөйөм билдәләре, бер-береһе менән бәйләнештәре һәм үҫеш кимәлдәре бар. Шундай һүҙ төркөмдәренең береһе ‒ рәүеш.
Башҡа үҙ аллы һүҙ төркөмдәре араһында рәүештәр морфологик категориялар буйынса үҙгәрмәүе менән айырылып тора. Билдәле булыуынса, башҡорт теленең һәр бер морфологик категорияһы, бөтәһенән дә элек, үҙенең формалашыу спецификаһы менән характерлана, йәғни үҙенә хас булған махсус күрһәткесәтр менән айырыла. Был күҙлектән ҡарағанда, башҡорт телендәге рәүеш формалашып етмәгән категория булып, формалашыу процесын кисереүсе категория булып тора.
Башҡорт тел ғилемендә был үҙенсәлекле һүҙ төркөмөн өйрәнеүгә Н.К. Дмитриев, Ж.Ғ. Кейекбаев, М.В. Зәйнуллин, А.М. Аҙнабаев, Н.Х. Ишбулатов, К.Ғ. Ишбаев, З.З. Әбсәләмов, Х.Ғ. Йосопов һ.б. телсе ғалимдарһың хеҙмәттәре арналған, шулай булыуға ҡарамаҫтан, рәүеш мәсьәләһе бик бәхәсле булып ҡала килә. Дәреслектәрҙә һәм ғилми хеҙмәттәрҙә бер-береһенә ҡапма-ҡаршы ике төрлө ҡараштар бар. Беренсе ҡараш, ҡылым алдында ҡуйылған теләһә ниндәй сифат та рәүеш булып әүерелә, тип раҫлауҙан тора. Был хәл рус теленә тулыһынса тура килеп тора. Икенсе ҡараш шунан тора: башҡорт телендә асылда рәүештәр юҡ, улар урынына бүтән һүҙ төркөмдәре ҡулланыла, һәм шунлыҡтан ул һүҙҙәргә башҡа функция бирелә. Был хәлдең шулай бәхәсле һәм ҡаршылыҡлы булыуы мәсьәләнең ҡатмарлы икәнлеген күрһәтә. Был ҡатмарлылыҡ башҡорт телендә рәүештең ҡылым, һан һәм башҡа һүҙ төркөмдәрендәге һымаҡ морфологик планда асыҡ бүленмәүенән килеп сыға. Икенсе төрлө әйткәндә, рәүештең башка һүҙ төркөмдәренән асыҡ айырырлыҡ үҙенә генә хас аффикстары юҡ. Үрҙә әйтелгәндәрҙән сығып, рәүеш үҙенсәлекле һүҙ төркөмө булып билдәләнә. Сығарылыш эшенең темаһы актуаль һанала.
Сығарылыш квалификация эшенең объекты - рәүеш һүҙ төркөмө, ә предметы булып Ноғман Мусиндың “Мәңгелек урман” романында ҡулланылған рәүештәр тора.
Сығарылыш квалификация эшенең маҡсаты: Ноғман Мусиндың “Мәңгелек урман” романында ҡулланылған рәүеш һүҙ төркөмөнөң функциональ-семантик үҙенсәлектәрен тикшереү.
Ҡуйылған маҡсатҡа ирешеү өсөн беҙ түбәндәге бурыстарҙы билдәләнек:
төрки һәм башҡорт тел ғилемендә рәүеш һүҙ төркөмөн өйрәнеү, тарихын өйрәнеү;
хәҙерге башҡорт телендә рәүеш һүҙ төркөмөнә төшөнсә биреү;
Ноғман Мусиндың “Мәңгелек урман” романында бирелгән рәүештәрҙең семантик үҙенсәлектәрен, яһалыш, дәрәжә һәм синтаксик үҙенсәлектәрен анализлау;
башҡорт теле дәрестәрендә рәүеш һүҙ төркөмөн өйрәнеү мәсьәләләрен байҡау.
Ҡуйылған маҡсатҡа һәм бурыстарға ирешеү өсөн эҙләнеү барышында түбәндәге методтарҙы ҡулландыҡ: тасуирлау, күҙәтеү, структур, функциональ-семантик анализ.
Н.К. Дмитриев, Ж.Ғ. Кейекбаев, М.В. Зәйнуллин, А.М. Аҙнабаев, Н.Х. Ишбулатов, К.Ғ. Ишбаев, З.З. Әбсәләмов, Х.Ғ. Йосопов һ.б. ғалимдарҙың хеҙмәттәре эштең ғилми-методологик нигеҙе булып тора.
Сығарылыш квалификация эшенең яңылығы. Ноғман Мусиндың “Мәңгелек урман” романында ҡулланылған рәүеш һүҙ төркөмө тәүге тапҡыр функциональ-семантик планда сағыштырмаса тулы тикшерелде.
Сығарылыш квалификация эшенең теоретик әһәмиәте: рәүештең функциональ-семантик үҙенсәлеген Ноғман Мусиндың “Мәңгелек урман” романы миҫалында тикшереү - башҡорт телендәге рәүеш һүҙ төркөмөнөң тәбиғәтен өйрәнеүгә бер ни тиклем өлөш индереү.
Был хеҙмәттең практик әһәмиәте түбәндәгеләрҙе үҙ эсенә ала: сығарылыш квалификация эшендәге фактик материалды лекция һәм семинар дәрестәрҙә ҡулланырға мөмкин; хеҙмәттә урын алған ҡайһы бер теоретик фекерҙәрҙе реферат, курс эше һәм сығарылыш эштәрендә файҙаланырға мөмкин; тикшеренеү эшенең методик өлөшөндәге кәңәштәрҙе, методик тәҡдимдәрҙе мәктәп практикаһында ҡулланырға була.
Сығарылыш квалификация эшенең апробацияһы. Был тема буйынса студенттарҙың ғилми-ғәмәли конференцияһында, практик дәрестәрҙә сығыш яһалды.
Сығарылыш квалификация эшенең структураһы. Тикшеренеү эше инештән, өс бүлектән, йомғаҡлау, ҡулланылған сығанаҡтар һәм әҙәбиәт исемлегенән тора.
Беренсе бүлек. Башҡорт телендә рәүеш һүҙ төркөмө
Төрки һәм башҡорт тел ғилемендә рәүеште өйрәнеү тарихы
Төрки телдәрҙә рәүеш үтә ҡатмарлы категория һанала, сөнки уның составына ҡылымдан аңлашылған эш-хәрәкәтте асыҡлаған һәр төрлө һүҙ төркөмөнә ҡараған һүҙҙәр инә. Оҙаҡ ваҡыттар буйына рәүештең башҡа һүҙ төркөмдәре араһында асыҡ билдәләнгән урыны булмаған. Шунлыҡтан рәүеш, башҡа һүҙ төркөмдәре менән сағыштырғанда, иң һуңынан барлыҡҡа килгән. Ләкин, һирәк булһа ла, боронғо төрки яҙма ҡомартҡыларҙың телендә махсус рәүеш формалары бар. Мәҫәлән, VIII быуатҡа ҡараған орхон яҙмалары телендә Г. Айдаров ыраҡ «алыҫ», ҡоды «түбән», өң «элек» кеүек ябай рәүештәрҙе, ичре «эскә», өңрә «алға», ташра «тышҡа», керү «артҡа»,«кире», ебрү «өйгә», йоҡару «юғары» кеүек яһалма рәүештәрҙе күрһәтә1. XI быуатҡа тиклем ҡараған «Ҡутадғу билиг» һәм «Дивану луғатит турк» кеүек мәшһүр ҡомартҡыларҙың һөйләм төҙөлөшөн тикшереүсе Г.А. Абдурахманов бат кәл «тиҙ кил», ала кәл «ашыҡмай кил», ҡош көрүнүр «ҡуш күренер», солча кәлсә «һулдан килһә» кеүек рәүештәрен килтерә2.
Төрки телдәрҙә махсус рәүеш формаларының барлыҡҡа килеү эпохаһына ҡарата Э.В. Севортян түбәндәге фекерҙе әйтә: «Боронғо төрки яҙма ҡомартҡыларҙың телендә рәүеш күп булмаһа ла бар; был хәл рәүеш категорияһының иң боронғо замандарҙан уҡ үҫә башлаған булыуы хаҡында һүҙ йөрөтөргә мөмкинлек бирә... Боронғо яҙмаларҙа исемдәш һүҙъяһалыш юлдарының ныҡлы үҫешкән системаһы булыуы исемдәш һүҙ төркөмдәренең бер-береһенән айырылыу процесының V ‒ VIII быуаттарҙан (боронғо төрки яҙмалары төҙөлгәнгә хәтле) бик күп элек башланғанлығын күрһәтә»3. Шунда уҡ Э.В. Севортян исемдәш һүҙ төркөмдәренең формаль яҡтан бер-береһенән айырылыу процесы бик боронғо күренеш булыуына ҡарамаҫтан, уларҙың тулы килеш үҫеүе беҙҙең осорға ҡайтып ҡала, тигән фекер әйтә.
Бындай ҡараш Н.К. Дмитриевтың хеҙмәттәрендә лә бар; мәҫәлән, ул, «рәүештең шулай формалашыу процесын кисереү өҫтөндә булыуы башҡорт теле һәм төрки телдәр өсөн генә характерлы түгел, шулай уҡ рус телендә лә, ғөмүмән донъялағы бөтә телдәр өсөн дә билдәле хәл»4, тип рәүештең яңы формалашып килгән категория икәнлегенә иғтибар итә.
Рәүештәргә ҡарата төрки тел белемендә Н.К. Дмитриев тарафынан бирелгән билдәләү киң таралған. Ул түбәндәгесә: «Рәүеш ‒ ул хәрәкәттең (ҡылымдың) билдәһен күрһәтеүсе грамматик категория»5тип билдәләй. Килтерелгән билдәләүҙән күренеүенсә, рәүеш һөйләмдә ҡылым (хәбәр) алдында һәм билдәнең билдәһе булараҡ сифат алдында ла торорға мөмкин.
Күп төрки телдәрҙә рәүештәрҙе генетик яҡтан классификациялау өҫтөнлөк алған. Башҡорт телендәге рәүештәр, Н.К.Дмитриев классификацияһы буйынса, түбәндәге төркөмдәргә бүленәләр:
формаль күрһәткестәре булған рәүештәр;
морфологик яҡтан айырылған рәүештәр;
семантик һәм лексик яҡтан айырылған рәүештәр6.
Тәүгеләренә -са, -сә, -дай, -дәй, -ын, -ен, -тын, -тен, -лата, -ләтә, -ғары, -гәре аффикстәре менән яһалған башҡортса, минеңсә´, батырҙарса, мине´ңсә, ҡош-тай, ҡы-шын, аҫтыр-тын, аҡса-лата, эс-кәре кеүек рәүештәр; икенселәренә ‒көлә-көлә, көс-кә, кис-ә кеүек, һуңғылары рәтенә тиҙ, түбән, иртә, көндөҙ һ.б. кеүек рәүештәр ҡарай.
Күрһәтелгән классификация нигеҙендә рәүештәрҙә төркөмләү, башҡа төрки телдәрҙә лә бар. Мәҫәлән, тыва телендә:
бер ниндәй ҙә формаль аффиксы булмаған рәүеш мәғәнәһендә ҡулланыусы һүҙҙәр;
махсус формаль аффикслы рәүештәр;
сифаттар менән омоним булған рәүештәр;
төрлө килеш формалары менән омоним булған рәүештәр7.
Ҡаҙаҡ телсеһе А.Исхаҡов рәүештәрҙе морфологик төҙөлөшө буйынса ике төркөмгә: төп һәм яһалма рәүештәргә бүлә. Төп рәүештәр хәҙерге ҡаҙаҡ теле күҙлегенән морфемаларға тарҡалмайҙар, шул килеш ҡатып ҡалғандар (әрi «ары», берi «бире», тым «бик»). Уларҙы тарихи планда ғына тарҡатып була. Яһалма рәүештәр телдәге төрлө формаларҙың яһалыу ҡалыбы менән барлыҡҡа килгәндәр (осылай «ошолай», бiрге «бергә» һ.б.)8. Шул рәүешле хәҙерге төрки телдәрҙә рәүештәрҙе өйрәнеү планында уның тарихына ҙур урын бирелә.
Шулай итеп, рәүештәр эштең һәм хәрәкәттең рәүеше, урыны, ваҡыты, оҡшатылыуы, сәбәбе яғынан билдәһен белдереп киләләр: тиҙ килде, һыбай китте, төнөн ҡайттылар, ҡыш тапшырыр, юғары күтәрелде, күргәндәй һөйләй, бүреләй ашай, һирәк ултыртҡандар, бушҡа йөрөгәнһең һ.б.
Башҡорт телендәге рәүештәрҙе өйрәнгәндә, уларҙың килеп сығышы мәсьәләләренә, яһалыу тарихына ла иғтибар итеү мөһим. Башҡа төрки телдәрҙәге кеүек, рәүештәр үҙҙәренең сығыштары менән айырым билдәле бер һүҙ төркөмдәренә барып тоташалар. Ул һүҙҙәр йә үҙҙәренең беренсе фукцияларын юғалтыуы һөҙөмтәһендә, йә булмаһа уларға махсус аффикстар ҡушылыу арҡаһында, йәки уларға морфолого-синтаксис процестың комбинацион берләшеүенән рәүешкә әүерелгәндәр.
Ҡайһы бер рәүештәр түбәндәге килеш ялғауҙары менән яһалғандар:
-а, -ә урын (төбәү килеш) аффиксы ҡушылып: кис-ә ҡайтты. Был төркөмсәгә шул бер генә рәүеш инә;
-ҡа,-кә, -ға, -гә төбәү килеш аффиксы ялғанып: кис-кә ҡайтты, буш-ҡа йөрөйһөң, күп-кә килдегеҙме һ.б. Ошо уҡ ҡалып менән һандарҙан да яһалған: бер-гә эшләйбеҙ;
-та, -тә: ир-тә килде, өҫ-тә тора, баш-та ҡыҙғандың;
-тан, -тән, -дан, -дән:ир-тән китәбеҙ, яңы-нан эшләнем, ят-тан һөйләнем, тиҙ-ҙән килеп тә төштөләр һ.б9.
Ҡайһы бер рәүештәрҙең яһалышында бер генә түгел, ә бер нисә килеш аффиксы ҡатнашҡан; мәҫәлән, ир-тә-гә киләсәктәр, һүҙбәйләнешендә иртәгә рәүешендә ике тапҡыр килеш ялғауы берләшкән. Был формалағы ике (-тә, -гә) ялғауы хәҙерге тел өсөн ҡатып ҡалған. Шунлыҡтан ул рәүеш һүҙ төркөмөнә инә. Иртән дә ҡалмай килегеҙ һөйләмендә бер рәттән ике сығанаҡ килеш ялғауы ҡушылған.
Сыуаш телендә һәм оғуз төрки телдәрҙә төбәү килеш тартынҡы өнгә бөткән һүҙҙәрҙә -а, -ә ялғауы ҡушылып яһалғаны билдәле: сыу. пасар-а «баҙарға», әзерб. ат-а «атҡа», иш-е «эшкә». Ундай килеш формаһы урын-ваҡыт килеш функцияһын дә үтәй алған булырға тейеш. Хәҙерге сыуаш телендәге төбәү килеш формаһының (лаша-на «атҡа») башҡорт телендә һуҙынҡы өнгә бөткән һүҙҙәрҙә сығанаҡ килеш яһалыу өсөн нигеҙ булғаны (ҡа-ла-нан) күренә.
-ын, -ен ялғауҙары йыл, тәүлек миҙгелен белдереүсе һүҙҙәргә ҡушылып килә: ҡыш-ын, йәй-ен, төн-өн, көн-өн, көҙ-өн һ.б.
Яҙ-ын, көҙ-өн кеүек формаларҙың яҙ менән, көҙ менән кеүек бәйләүестәр аша башҡарылыусы һүҙҙәр менән еңел алмаштырыла алыуы уларҙы инструменталь килеш менән бик ныҡ яҡынайта.
Әгәр ҙә ҡыш-ҡы-һы-н, яҙ-ғы-һын, йәй-ге-һен һүҙҙәрен ҡыш-ы-н, яҙ-ы-н, йәй-е-н, ат-ы-н кеүек формалар менән сағыштырып ҡараһаҡ, уларҙы эйәлек аффикслы һүҙҙәрҙең билдәле төшөм килеш формаһына ҡайтарып та була. Әгәр шулай икән, Э.В. Севортяндең рәүештәр үҙҙәренең үҫешен төрки телдәрҙә бик борондан уҡ алған тигән ҡарашы дөрөҫ тип, фекер йөрөтә Аҙнабаев Ә.М10. Э.В. Севортяндең һүҙҙәрен үзбәк теленең факттары дөрөҫләп тора11. Хәҙерге үзбәк телендә ҡиш-и-н «ҡышын», ëз-и-н «яҙын» һүҙҙәре рәүеш булып йөрөй.
-ын, -ин ялғаулы иструменталь килеш XI быуатҡа ҡараған яҙма ҡомартҡылар телендә V-VIII быуат яҙмалары телендә ҡарағанда йышыраҡ күҙәтелә. Мәҫәлән, М.Ҡашғариҙың «Диван луғатит турк» кеүек хеҙмәттәрҙән түбәндәге һөйләмдәрҙе күрһәтә: Тағығ уҡруҡ-ын әгмәс, тәңизни ҡайғыҡ-ын бүкмәс «Тауҙы арҡан (менән) эймәҫ, диңгеҙҙе кәмә менән быумаҫ». Йаз-ын ҡатығланса ҡышын сәүнир «Йәйен ҡыймылдаһа, ҡышын һөйөнөр». Әсән-ин тирил «Иҫән (лек) менән йәшә»12.
Шулай итеп, -ын, -ин аффикслы инструменталь килеш хәҙерге башҡорт телендә ҡатып ҡалған килеш, тик пространство һәм ваҡыт төшөнсәһендә ҡулланылған һүҙҙәрҙә генә йәшәй13.
-ҡары, -кәре, -ғары ялғауҙары менән дә рәүештәр үҫешкән: тыш-ҡары, эс-кәре, ю-ғары, төш-кәре, кис-кәре, таң-ғары, төн-гәре һ.б. Мәғәнәләре яғынан улар урын һәм төшөнсәһенә ҡарай.
Рәүештәр яһаған был ялғауҙар тарихи яҡтан ике төбәү килеш аффикстарынан тора. Төбәү килеш яһаусы -ҡа, -кә, -ға, -гә аффикстары килеш ялғауы булараҡ бөтөнләй ҡулланылмай. Төбәү килештең ҡатлауы ялғауҙар менән яһалыуының сәбәбе шунда, тәүге -ҡа, -кә ялғауы үҙенең мәғәнәһен был осраҡта юғалтҡан, шуға -ры, -ре аффиксы булмаһа ла улар төрки телдәрҙә -ҡа, -кә, -ға, -гә төбәү аффикстары менән бер осорҙа уҡ барлыҡҡа килгәндәр. Әлеге килтерелгән рәүештәрҙә, улырҙың урынлашыу тәртибенә ҡарағанда, -ҡа, -кә аффикстары -ры, -ре (боронғо формаһы -рү, -ру, -ра, -рә) ялғауҙарынан боронғораҡ булып сыға. Боронғо төрки яҙмаларынан миҫалдар: ебгәрү «өйгә», оғузғару «оғузға», мағы-ҡор-ған ҡышлап, йозыңа оғузғары сң ташыҡдымыз «Мағы ҡурғанда ҡышлап, яҙыңа оғузға ғәсәкр менән сыҡтыҡ»14. -ру, -рү аффикстары менән килгән боронғо төбәү килеш формаһына миҫалдар: ебрү келүртем «өйгә килтерҙем», йериңе-рү «ереңә», субыңа-ру «һыуыңа»15.
Хәҙерге башҡорт телендә килеш ялғауҙары менән яһалған бер төркөм урын рәүештәре бар: шунда, бында, тегендә, аҫта, өҫтә, аҫҡа, өҫкә.
Хәҙерге башҡорт телендә -лата,-ләтә ялғауы менән төп рәүештәр яһала: иген-ләтә, он-лата, аҡса-лата һ.б. -лата, -ләтә аффиксы тарихи яҡтан ике өлөштән тора: -ла-та, лә-тә. Тәүге өлөшө – исемдән, сифаттан ҡылым яһаусы аффикс: иген-лә, аҡса-ла, он-ла һ.б. Һүңғы өлөш аффикстың этимологияһын хәҙергә аңлатыуы мөмкин түгел. Шулай ҙа тотош һүҙ йәки форма (иген-лә-т-ә, он-ла-т-а) планында ҡарағанда, уның нигеҙендә ҡылым төшөнсәһе ята: иген-лә-т, аҡса-ла-т. Был форма мәғәнәгә тап килә: йөкмәтеү йүнәлеше.
Ул саҡта һуңғы -а, -ә‒ хәл ҡылым нигеҙен яһаусы элемент. Игенләтә, аҡсалата, онлата формалары ҡылымдан (үҙгәреүсе һүҙ төркөмөнән) үҙгәрмәүсе һүҙ төркөмөнә күскән, үҫешкән булған. Асылда, был осраҡта беҙ конверсия күренешенә тап булабыҙ.
Алмаштарҙан яһалған рәүештәр шулай, былай, улай, алай, тегеләй формаһында киләләр. Был рәүештәрҙең боронғо формаһы шулағ, билағ, улағ, алағ, тегеләг булған, -ат, -әг өндәренең ҡушылмаларына үҫешкән.
Оҡшатыу алмаштары хәҙерге башҡорт телендә -дай, -дәй, -са, -сә аффикстары ҡушылып ҡатып ҡалғандар: айыу-ҙай, ут-тай, бүре-ләй һәм китап-са, яҙған-са, күргән-сә һ.б.
-дай, -дәй (башҡа фонетик варианттары менән) ялғауҙары боронғо төрки телендәге -тег аффиксына барып тоташа. Мәҫәлән, учуҡтег «йыртҡыс ҡоштай», бөритег «бүреләй», ҡойтег «ҡуйҙай» һ.б. Ҡаған суси бөртиге ермис, йағысы ҡой теге ермис «Ҡағандың ғәскәре бүреләй, дошманы ҡуйҙай ине».
Боронғо төрки телендәге -ча, -чә оҡшатыу хәҙерге башҡорт телендә бер ни тиклем фонетик яҡтан ғына үҙгәргән һәм -са, -сә булып ҡалған. Боронғо төрки теленән миҫалдар: суб-ча «һыуса», «һыу һымаҡ», тағ-ча «тауса», от-ча «утса», «уттай», өзин-чә «үҙенсә»16. Хәҙерге башҡорт телендә күберәк геройҙар-са, батырҙар-са, күргән-сә, башҡорт-са, минең-сә, яҙған-са, һөйләгән-сә, әйткән-сә кеүек һүҙҙәр рәүеш булып килә.
Ҡайһы бер рәүештәр ҡушма һүҙ ысулы менән яһалған:
1) алмаш менән исемдең ҡушылыуынан: бөгөн ˂ был + көн, быйыл ˂ был + йыл.
2) сифаттан һәм исемдән яһалған рәүештәр: яланбаш ˂ ялан + баш, яланаяҡ ˂ялан + аяҡ.
3) исем менән рәүештең ҡушылыуынан яһала: йөҙтүбән ˂ йөҙ + түбән, баштүбән ˂ баш+түбән, аяғөҫтө ˂ аяҡ+өҫтө һ.б.
6. Бик күп рәүештәр һүҙбәйләнеш ҡалыбында киләләр: нисек етте шулай, хәл өҫтөндә, күҙ асып йомғансы, айыҡ баштан һ.б. Был төркөм рәүештәр башҡорт теленең нығынған һүҙбәйләнештәре17.
Шулай итеп, төрки телдәрҙә рәүеш һүҙ төркөмөнөң тарихын күп кенә ғалимдар өйрәнгән (Г. Айдаров, Г.А. Абдурахманов, Э.В. Северотян, Н.К. Дмитриев, Ә.М. Аҙнабаев һ.б.). Оҙаҡ ваҡыттар буйына рәүештең башҡа һүҙ төркөмдәре араһында асыҡ билдәләнгән урыны булмаған. Шунлыҡтан рәүеш, башҡа һүҙ төркөмдәре менән сағыштырғанда, иң һуңынан барлыҡҡа килгәнһүҙ төркөмө. Ләкин һирәк булһа ла, рәүеш һүҙ төркөмөнөң тарихы тураһында тәүге мәғлүмәттәрҙе ғалимдар боронғо төрки яҙма ҡомартҡыларҙың телендә тапҡандар («Ҡутадғу билиг», «Дивану луғатит турк»). Башҡорт телендә лә, башҡа төрки телдәрҙәге кеүек, рәүештәр үҙҙәренең сығыштары менән айырым билдәле бер һүҙ төркөмөнә барып тоташалар. Улар килеш, ҡылымдың йөкмәтеү йүнәлеше ялғауҙары, алмаштар, ҡушма һүҙ ысулы, һүҙбәйләнеш ҡалыбы менән яһалғандар.
