Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
npk.doc
Скачиваний:
0
Добавлен:
01.07.2025
Размер:
805.89 Кб
Скачать

Әхмәтзәки Вәлиди6е тәрбиәләгән рухи сығана7тар һәм ә6әби мөхит

Рәхмәтуллина А. Й.

8-се урта мәктәбенең баш7орт теле

һәм ә6әбиәте у7ытыусыһы

Урал тау6арының көнья7 өлөшөндә бер яғын тау һәм урман, икенсе яғы дала булған ауылда мал үрсетеү, иген сәсеү, урман эштәре менән көн күреүсе баш7орт һәм татар6ар араһында йәшәүсе урта хәлле крә9тиәндең ябай тормошо – Зәки Вәлиди6е көткән я6мыш шул була.

Шул у7 ва7ытта был тау һәм йәйләү6әге бик ябай тормош, халы7 хәтерендә һа7ланып килгән тарих бәләкәй сағынан аңына һеңеп, һуңынан дәһшәтле көрәш барышында төрлө тәүәккәл 7арар6арға этәрерлек, төрөк һәм ислам ғилемдәрен өйрәнергә, оло шәхес, ғалим, бөтә донъяға танылған шәр7иәтсе, Бонн, Геттинген, Истамбул университеттары профессоры, күп кенә Европа һәм Азия университеттарының почетлы докторы Әхмәтзәки Вәлиди Туған кимәленә етерлек йоғонто яһай.

Ағи6елгә 7ойған Егән йылғаһы, Су7лы7ай һәм Уңғут ырыуының үткәндәре, А7бейек йәйләү6әре, ата-бабаһынан ишеткән риүәйәттәр, боронғо ғөрөф-ғә6әттәр Зәки Вәлиди6ең рухи ү9ешенә тәь9ир итеүсе оло көс була.

Туғандарының, ырыу6аштарының тормошона кү6 һалһа7, ғилемле, шөһрәтле кешеләр бик күп булыуын күрәбе6.

?артатаһы Вәлит бай6ың өйө XIX быуаттың беренсе яртыһында 6ур йыйылыштар, мәжлестәр ойошторола торған тирә-я7тың бер ү6әге булған, шуға күрә баш7орт кантон рәйестәре, рус генералдары, губернатор6ар, шөһрәтле муллалар һәм шәйехтәр уның мосафиры була.

Зәки Вәлиди6ең ғаиләһе менән ду9лы7 мөнәсәбәтендә булған кешеләр6ең күбеһе Баш7орт ғәскәрендә ата-бабалары менән бергә хе6мәт иткән кешеләр. Ма7ар, Алағуян ауылынан сы77ан мөғәлим һәм офицер6ар баш7орт милли хәрәкәтенең һәм тө6өләсәк дәүләтебе66ең иң алғы сафында була.

Ғаиләнең иң күп аралашып йәшәгән даирәһе муллалар. Стәрлетама7, Һайран, Йомағужа, ?онша7, Стәрлебаш, Мулла7ай ауылы муллалары һәм Троицки6ан Зәйнулла ишандың исемен атау6а етә. Улар6ың барыһы ла ғәрәпсә, фарсыса белгән, дини белемдәре камил, мә6рәсә тот7ан, китап у7ыр заттар, сәйәсәт ха7ында фекер йөрөтөрлөк аңлы кешеләр була. Бохара, Хива, Казан, Дағстан, Истамбул, Мысыр6а белем алған, иғтибарға лайы7лы ғилем эйәләренең тәь9ире Зәки Вәлидигә бик 6ур. Уның рухи ү9ешенә Ма7ар, Һайран, Үтәк ауылдары у7ымышлыларынан тыш тап бер нисә кеше йоғонто яһай. Шулар6ың береһе – Муллағол диуана. ?ыпса7 ырыуынан булған был дәрүиш Төркөстанда, Һырдарьяла йәшәгән, төркисә һәм фарсыса һөйләгән шиғыр6арын ятлап, бейеү6әре, шиғыр6ар6ы йыр сифатында йырлап 7урай менән уйнап мосолмандар6ы рухландырған бер дәрүиш була. Уның шиғыр6ары шул тиклем 7ә6ерле, яғымлы, көслө, ү6енсәлекле, ирекһе66ән хәтер6ә 7ала. Яттан белгән меңәрсә шиғыр6ары, 7өрьән аяттары менән зирәк баланың күңелен арбай.

Муллағол өйрәткән шиғыр6ар бөйөк шәхсиәттәр6ән 7алған мира9 икәнлеген һуңынан ғына аңлай. Ул яттан һөйләгән ө6өктәр Иран ә6әбиәтенән, иран шағир6ары Аттар6ан һәм Руми6ан алынғанын була. атаһы менән әсәһе был кешене “әүлиә” тип и9әпләй.

Зәки Вәлиди6ең әсәһе Өммөхаят Үтәк ауылының имам ?афи 7ы6ы була. Һатлы7 улы ?афи Бохарала һәм Хивала у7ыған, фарсы телен я7шы өйрәнгән, ауылдың абруйлы кешеһе. “Әсәйемдең тәь9ире бик көслө, мөһим булыуын аңланым. Әсәйем иһә һа7сы фәрештә кеүек һәр са7 янымда булды. Әсәйемдең иң ны7 йәлеп иткән сифаты – күңелендә ә6әпкә өндәгән бихисап әхлә7и шиғыр6ар һа7лауы. Мин уны ғүмер буйы һис бер ва7ыт, хатта кескәй генә лә гонаһ эшләмәгән һәм миңә 7арата сикһе6 изгелекле кеше итеп и9емдә 7алдырғанмын” – тип я6а ү6енең “Хәтирәләр” китабында. Ул бәләкәй Зәкигә фарсыса һәм төркисә әхлә7и, ә6әби-эстетик шиғыр6ар өйрәтә. Һуңынан, бик күп йылдар үткәс, был шиғыр6ар бөйөк шағир, ғалим һәм дәүләт эшмәкәре Алишер Навои6ы7ы икәнен аңлай. Әсәһе әлбиттә ул ва7ытта был шиғыр6ар6ы кем тарафынан ижад ителеүен белмәй. Фарсы, ғәрәп телдәрен өйрәткәне, күңеленә иман орло7тары сәскәне, рухын нығыт7аны өсөн ғүмер буйы рәхмәт у7ый. Әсәһе Өммөхаят бик динле кеше була, һәр һү6е кинәйәле, зауы7лы, һәр са7 шиғыр 7ушып, һәр һөйләмен боронғолар һү6е менән нығытып, тап7ыр мә7әлдәр әйтеп һөйләшә. Әсәһе у7ыу-я6ыу белһә лә, сәйәсәттән йыра7 тора. Әхмәтзәки6ең атаһы Әхмәтшаһ Дағстанда хе6мәт иткәнлектән, ғәрәпсә, фарсыса я7шы өйрәнә, әхлә7и ә9әр6әр у7ый. Астрономия, математиканы хә6ерге заман кимәлендә аңлай. Ү6енең рухи етәксеһе –XII быуаттың ислам фекер эйәһе Әл-Ғазал6ың 7арашына таяна, уның ә9әр6әрен өйрәнә. ?ырымдан мөхәррир Гаспринский6ың гәзитен алдыра, мөһим яңылы7тар6ы у7ый, консерватив фекерле кеше була. “Атайым ябай һәм изгелекле кеше ине. Шәхесендә минең өсөн аңлайышһы6 сифаттары булманы. Ғүмер буйы ауы6ына бер тамсы эсемлек алманы, сиктән тыш тәртип ярат7ан кеше. Атайым и9ке ғөрөф-ғә6әттәргә бик тоғро булды”- тип я6а һуңынан ү6енең атаһы тураһында. Атаһының мә6рәсәһе дүрт бинала урынлашып, ике йө6 самаһы шәкерте булды. Дини дәрестәр6ән тыш математика, рус теле, география фәндәре у7ытыла.

1907 йылда Әхмәтзәки6ең атаһы хажға китә, мә6рәсәһен 17 йәше лә тулмаған улына ышанып тапшыра. Ул мә6рәсәнең бер мөйөшөнә “халы7 китапханаһы” тип атап, китапхана аса. Китап асыу өсөн бик күп а7са йыя, газета, журналдар алдыра. Мә9әлән, Петербургта сы77ан “Өлфәт”, ?азандан, “Баян ул-ха7”, “Йолдыз”, Ырымбур6ан “Ва7ыт”, Әстерхәндән “И6ел”, Ба7ынан “Иршад” газеталары, “Фәү6ат” журналы, рус телендә “Биржевые новости”, “Нива” журналдары килә.

1906-1908 йылдар6а халы7 китапханаһына килгән газета-журналдар, китаптар ун алты йәшендә Зәки Вәлиди донъяға өр-яңы 7араш барлы77а килтерә. Бының һө6өмтәһендә белемен рус теле яр6амында байытырға, ислам сығана7тарын өйрәнгән тарихи мәғлүмәттәр6е рус сығана7тары биргән мәғлүмәттәр менән сағыштырырға ү6енә ма7сат итеп 7уя.

Әхмәтзәки6ең тағы ла бер остазы тураһында һү6 алып бармау мөмкин түгел. Ул әсәһенең 7устыһы – Хәбибназар олатаһы. Уның ете бинала урынлашып 300-6ән ашыу шәкерте була. 14 йәшендә Әхмәтзәки олатаһының мә6рәсәһендә у7ый башлай.

Олатаһы йортонда йәшәп, дәрестәрҙе өйөндә бер ү6енә лә үткәрә. Ғәрәп риторикаһы, мосолман юриспруденцияһы, ғәрәп теле һәм ә6әбиәтен, ғәрәпсә тарихын у7ырға ярата, уларға 6ур әһәмиәт бирә. Шулай у7 математика менән дә мәшғүл була һәм олатаһы Истамбулдан килтергән Эрнст Ренандың, америка докторы Дрейпер6ың, немец Шопенгауэр6ың дин һәм ғилем мәсьәләләренә бағышланған ә9әр6әрен, Мысыр6ан Мөхәммәт Абу һәм Фәрит Вежди кеүек ғалимдар6ың ғәрәпсә сы77ан ә9әр6әрен 16-18 йәшендә олатаһы мә6рәсәһендә у7ып фай6алана.

1907-1908 йылдар6а олатаһының мә6рәсәһендә ғәрәп телен һәм пәйғәмбәр тормошона бағышланған “Нур әл-я7ын” тигән ғәрәпсә ә9әр6ән дәрестәр бирә.

1908 йылдың я6ында Кө6ән һәм Үтәк ауылдарында арты7 7ала алмаясағын тамам аңлай. Берәй я77а китеп, у7ыуын киң ю9ы7та дауам итергә 7арар итә. Атаһы ү6 хәлфәһе сифатында, мәсет муллаһы һәм мә6рәсәһенә мөдәррис итергә йыйыла. Уның фекеренсә, русса белеүе ар7аһында сәйәси эштәр6ә 7атнаш7ан, Земство ла йәки губерния идараһында ағза булырлы7 мәғлүмәтле бер имам сифатында милләтебе6гә фай6а килтерергә тейеш була.

1908 йылдың 29 июнендә Зәки Вәлиди ауылдан сығып китә. Ауылдан китеүен 7асып китеү тип әйтергә була, сөнки атаһы ризалығын бирмәй, ата-әсәһе күрше ауылға 7уна77а китеүен фай6алана, һәм “у7ырға теләйем, өйләнмәйем” тигән я6ыу ғына 7алдыра.

Шулай итеп, 18-26 йәшендә 6ур 7ыйынлы7тар кисереп, у7ып, мөғәлимлек 7ылып, ғилми тикшеренеү6әр менән шөғөлләнеп, Баш7орт иленә, һуңынан Фирғәнә, Бохара һәм Петербург араһында сәйәхәт итеп,ғилми эшкә ылығып, киң бер мөхитте өйрәнеп, ү6енең 7атмарлы, һикәлтәле, мауы7тырғыс, ауыр, йөкмәткеле, данлы7лы көрәш юлын башлай.

Соседние файлы в предмете [НЕСОРТИРОВАННОЕ]