Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
иссл. работа Ишмиярова Р.А. Венера.docx
Скачиваний:
0
Добавлен:
01.07.2025
Размер:
31.79 Кб
Скачать

V бүлек. Рәүзилә Әхмәҙулла ҡыҙы “Мәғариф алдынғыһы”!

Уҡытыусы эше – еңел булмаған һөнәр. Был һөнәргә балаларҙы яратҡан кеше генә эйә була ала. Рәүзилә Әхмәҙулла ҡыҙы үҙенең тырыш хеҙмәте менән ҙур ғына ҡаҙаныштарға өлгәшеп, күп кенә дәүләт грамоталарына лайыҡ була. Утыҙ биш йыл хеҙмәт стажының егерме биш йылын башланғыс кластарҙы уҡытыуға бирә. Уның алты сығарылыш класы бар. Бөгөнгө көнгәсә Рәүзилә апай уҡыусыларының тормошо менән ҡыҙыҡһынып, хәлдәрен һорап тора. Ә уҡыусылары байрам һайын ҡотлап, уның өйөнә килеп торалар. Уҡытыусы үҙенең уҡыусылары менән ғорурланып йәшәй, уларҙың ҡаҙаныштарына һоҡланып бөтә алмай. Мәктәп администрацияһы, ауыл, район советы тапшырған маҡтау ҡағыҙҙары һанап бөтөрлөк түгел. Рәүзилә Әхмәҙулла ҡыҙының ауыр эшенә ҙур баһа күрһәткән танытмаһы бар - ул Башҡортостан Республикаһы мәғариф министры ҡарары менән 1994 йылдың

10 июлендә “Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы” билдәһе менән бүләкләнә. Был танытма Рәүзилә Әхмәҙулла ҡыҙының тырыш хеҙмәтен күрһәтеп, йәшәүгә этәргес көс биреп, емешле эшенә тәм, донъяһына йәм биреп тора. Бәхетле ҡартлыҡ шатлыҡтарына төрөнөп, балаларының игелеген күреп, ауылдаштарының ярҙамын тойоп, абруйлы уҡытыусы – Рәүзилә Әхмәҙулла ҡыҙына ныҡлы һаулыҡта оҙаҡ йәшәүен теләйем.

6

Йомғаҡлау.

Мин үҙемдең тикшеренеү эшемдә үҙемдең урамда йәшәгән абруйлы уҡытыусыларҙың береһе – Рәүзилә Әхмәҙулла ҡыҙы тураһында яҙҙым. Уның бала – сағы, мәктәптә эшләгән һәм училищела уҡыған йылдары, педагогик хеҙмәте, ҡаҙаныштары менән ҡыҙыҡһындым.

Хәҙерге ауыр заман талаптарына ҡарамай уҡытыусы эшенең иң кәрәкле, иң мөһим, иң ауыр, иң актуаль һөнәрҙәрҙең береһе булғанлығын иҫбат итергә тырыштым. Мин үҙем дә уҡытыусы булырға хыялланам. Абруйлы уҡытыусымдың мәктәптә генә түгел, ҡәйнәһе алдында ла абруйлы кеше булып йәшәүе менән ғорурланып, унан үрнәк алып йәшәргә өйрәнер кәрәк тип, уйлайым.

Мин тикшеренеү эшемде Борай районының Иҫке Бикмәт мәктәбе уҡытыусыһы Ф. Ғилметдинова яҙған шиғыр менән тамамлайым:

Уҡытыусы эше еңел тиҙәр-

Бараһы ла кире ҡайтаһы.

Балта тотоп, утын ярыу түгел,

Ручка бит уның “балтаһы”

Таш киҫәһе, нужа күрәһе юҡ-

Бараһы ла кире ҡайтаһы.

Өшөйһө юҡ һалҡын бурандарҙа,

Бысраҡҡа ла түгел батаһы.

Ҡапсыҡ аҫып, билде бөгәһе юҡ

Бараһы ла кире ҡайтаһы.

Эш ҡоралы һөйрәп йөрөйһө юҡ,

Урынында аҡбур, таҡтаһы.

Ил түгел дә, бары сабый менән

Эш итәһе, әллә ауырмы?

Юлдар һалмай, ҡала төҙөмәй ул...

7

Үҙеңдән һуң эҙең ҡалырмы?

-Үҙемдән һуң эҙем ҡалмай, тиеп

Ваҡытмы һуң ауыр һуларға

– Йөрәккәйем ярып бирәһем бар

Ҡаршымдағы малай, ҡыҙҙарға.

Йән йылыһын телем-телем итеп

Күңелдәргә бар бит һалаһы...

Йәшәүеңдең оло мәғәнәһелер

Ошо барып ҡайтыу араһы!

Таштар киҫеп түгел, аҡбур менән

Ерҙә эҙ ҡалдырып ҡара һин!

Маңлайҙарға күпме һырҙар өҫтәй

Ошо барып ҡайтыу араһы.

Уҡытыусы эше еңел тиҙәр

Тик ниңәлер сәстәр ағара.

Барып , ҡайтып ҡына йөрөр булһаң,

Был һөнәрҙе , зинһар, һайлама.

8

Ҡулланылған сығанаҡтар: Ғаилә һәм мәктәп архивтары

1) Документтар

2) Грамота-дипломдар

3) Ғаилә фотолары

4) Гәзиттәрҙә баҫылған мәҡәләләр

9