Баш7ортостан Республика3ы Учалы районы муниципаль районыны8
муниципаль бюджет дөйөм белем бире1 учреждение3ы
М29к21 ауылы урта д0й0м белем бире1 м2кт2бе
«Бөтә белергә теләйем» исемле мәктәп түңәрәгенең
«Абруйлы уҡытыусы»
тикшеренеү эше
Тикшеренеү эше авторы: Ғатауллина Венера Наил ҡыҙы, Башҡортостан Республикаһының Учалы районы Мәҫкәү урта мәктәбенең 6 класс уҡыусыһы
Етәксеһе: Мәүлитова Зилдә Әхмәҙиә ҡыҙы, Башҡортостан Республикаһының Учалы районы Мәҫкәү урта мәктәбенең “Бөтә белергә теләйем” исемле мәктәп түңәрәге етәксеһе
Мәҫкәү 2016 йыл
Йөкмәткеһе
Инеш ...........................................................................................................2-се бит
I бүлек. Рәүзилә Әхмәҙулла ҡыҙының бала саҡ хыялы, ата-әсәһе......3- сө бит
II бүлек. Онотолмаҫ мәктәп һәм студент йылдары...................... .........3–сө бит
III бүлек. Мәҫкәү мәктәбендә эшләгән йылдары....................................4-се бит
IV бүлек. Ҡәйнәле уҡытыусы ғаиләһе.............................................4-5-се биттәр
V бүлек. Рәүзилә Әхмәҙулла ҡыҙы “Мәғариф алдынғыһы”!...............6-сы бит
Йомғаҡлау........................................................................................... .......7-се бит
Ҡулланылған әҙәбиәт.................................................................................9-сы бит
Ҡушымта.....................................................................................................
1
Инеш
Минең тикшеренеү эшемдең темаһы: “Абруйлы уҡытыусы”.
Мин Ғатауллина Венера Наил ҡыҙы булам. Мәҫкәү урта мәктәбенең 6–сы класында белем алам.
Мин үҙемдең тикшеренеү эшемдә үҙемдең урамда йәшәгән абруйлы уҡытыусыларҙың береһе – Рәүзилә Әхмәҙулла ҡыҙы тураһында яҙыуҙы, уның бала – сағы, мәктәптә эшләгән һәм училищела уҡыған йылдары, педагогик хеҙмәте, ҡаҙаныштары менән таныштырыуҙы үҙемә маҡсат итеп алдым.
Тикшеренеү эшемдең бурыстары:
Уҡытыусының эшен генә түгел, ә уның бала-сағы, тормошо, хаҡлы ялға сыҡҡансы ҡәйнә менән йәшәүе хаҡында белешмә йыйыу;
Тикшеренеү эше буйынса тәжрибә туплау;
Анализдар эшләп, һығымта яһарға өйрәнеү;
Уҡытыусының ауыр эшенә ҡарата һөйөү тәрбиәләү;
Ошо бурыстар аша маҡсатыма ирешермен, тип улайым.
Тикшеренеү эшенең объекты булып уҡытыусы һөнәре һәм тормошо тора.
Тикшеренеү эшемдең актуаллеге: Хәҙерге ауыр заман талаптарына ҡарамай уҡытыусы эшенең иң кәрәкле, иң мөһим, иң ауыр, иң актуаль һөнәрҙәрҙең береһе булғанлығын иҫбат итергә теләнем.
Тикшеренеү эшемдең гипотезаһы. Абруйлы уҡытыусымдың мәктәптә генә түгел, ҡәйнәһе алдында ла абруйлы кеше булып йәшәүе менән ғорурланып, унан үрнәк алып йәшәргә өйрәнергә кәрәклекте иҫбат итергә тырыштым.
2
I бүлек. Рәүзилә Әхмәҙулла ҡыҙының бала саҡ хыялы, ата-әсәһе
Ишмийәрова Рәүзилә Әхмәҙулла ҡыҙы 1958 йылдың 7 февралендә Учалы районының Байрамғол ауылында Ғәйнетдинов Әхмәҙулла Хайбулла улы һәм Зәкиә Ғиззәт ҡыҙының күп балалы ғаиләһендә тәүге бала булып донъяға тыуған. Атаһы ғүмер буйы ауылда эшләгән. Тәүҙә шофер, механик эштәрен башҡарһа, аҙаҡ управляющий булып эшләй. Әсәһе лә өйҙә тик ултырмай, төрлө эштәрҙә йөрөй. Рәүзилә Әхмәҙулла ҡыҙы бала сағынан уҡ бик тырыш, уңған уҡыусы, ата-әсәһенә ярҙамсыл ҡыҙ, алты бөртөк ҡустыһына апай булып үҫә. Сәхиәр, Айҙар, Ирек, Венер, Ауаз, Рөстәм исемле ҡустылары өсөн апалары һәр ҡайҙа ла өлгө булып тора. Тик бөгөнгө көндә ике ҡустыһы гүр эйәһе булыр өлгөргән.
Рәүзилә Әхмәҙулла ҡыҙы малайҙар араһында үҫкәнгәлер, бәләкәй сағында малайҙар менән бергә “малайҙар уйыны” уйнап үҫә, һуғыш уйындарын үҙ итә. Ҡустылары бәләкәйҙән уны тыңлап үҫәләр, һаман унан кәңәш алалар, йомош менән киләләр.
