II. Борон үткән замандың билдәһеҙ формалары
Борон үткән замандың ике билдәһеҙ формаһы бар һәм улар түбәндәгесә яһалалар: -ыр, -ер, -ор, -өр, -р аффикслы сифат ҡылымға булл ҡылымының билдәһеҙ формаһы эйәреп килеү юлы менән яһала. Мәҫәлән, барыр булған, бирербулған, тотор булған, көлөр булған, булған; 2) хәл ҡылымдың 1-се формаһына торған булған ярҙамсы ҡылымдарының эйәреп килеү юлы менән яһала. Мәҫәлән, бара булған, көлә торған булған, яҙа торған булған. Билдәһеҙ борон үткән заман формалары эш-хәлдәрҙең, ваҡиғаларҙың бик боронғо замандарҙа булыуын белдерә, һөйләүсе кеше был эш-хәлдәрҙе үҙ күҙе менән күрмәгән, был ваҡиғаларҙа үҙе ҡатнашмаған була. Күптән үткән замандың билдәһеҙ формалары тик 3-сө затта ғына ҡулланыла, сөнки 1-се һәм 2-се заттар шаһитлы зат булғанлыҡтан, бик борон булған эш-хәлдәрҙе белдерә алмайҙар. Был формалары әҙәби телдә бик актив ҡулланыла. Миҫалдар: Абдрахман башҡорт ғәҙәте буйынса бәләкәйҙән йылҡы әйҙәр, һунарға йөрөр, солоҡ эҙләр, ҡурай тартыр һәм йыр йырлар булған (Э.Вахитов).
Борон үткән замандың билдәһеҙ формалары көндәлек матбуғатта ла төрлө жанрҙағы һәм стилдәге әҫәрҙәрҙә йыш осрай. Барыр булған, киллер булған формалары әкиәттәрҙә һәм ҡобайырҙарҙа бик йыш осрайҙар һәм был форманы әкиәттәрҙең стиль үҙенсәлеген билдәләй торған форма тип әйтергә кәрәк. Миҫалдар: Хандың береһе Иләр исемле, икенсеһе Бүләр исемле булған. Иләр тигәне илен иләр булған. Бүләр тигәне үҙ байлығын үҙенә бүләр булған ("Алпамыша" әкиәтенән).
Үткән заман
Үткән замандың башҡорт телендә түбәндәге формалары бар:
1) билдәле үткән заман (ҡайтты),
2) билдәһеҙ үткән заман(ҡайтҡан),
3) тамамланған үткән заман (ҡайта ине),
4) билдәле элек үткән заман(ҡайтҡайны),
5) билдәһеҙ элек үткән заман (ҡайткан булған),
6) билдәле күптән үткән заман(ҡайта торғаны, ҡайтыр ине, ҡайтыр булып китте),
7) билдәһеҙ күптән үткән заман (ҡайта торған булған, ҡайтыр булған).
