Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
8 вопрос.экзаменационный билет..docx
Скачиваний:
0
Добавлен:
01.07.2025
Размер:
28.61 Кб
Скачать

3. Тамамланған үткән заман

Тамамланған үткән заман –а/-ә/-й аффикслы хәл ҡылым менән ине ярҙамсы ҡылымнан яһала; юҡлыҡ аффиксы үҙ аллы ҡылымға ҡушыла, ә зат-һан аффикстарын ярҙамсы ҡылым ҡабул итя.

Берлектә Күплекта

1. ҡайта инем, ҡайтмай инем ҡайта инек, ҡайтмай инек

2. ҡайта инең, ҡайтмай инең ҡайта инегеҙ, ҡайтмай инегеҙ

3. ҡайта ине, ҡайтмай ине ҡайталар ине, ҡайтмайҙар ине

Был заман формаһы һөйләүсе үҙе шаһит булған дауамлы эш-хәрәкәттәрҙе (А), тама ланып өлгөрмәгән хәл-ваҡиғаларҙы (Б), йә булмаһа икенсе бер ваҡытҡа мөнәсәбәтле эш-хәлдәрҙе (В), күрһәтә:

А) Ундағы бәләкәй генә төркөм совет воиндарының тиңһеҙ батырлығы беҙҙе лә елкендерә һәм ғорурландыра ине(М. Әбсәләмов).

Б) Тетя Даша әле һаман тыныслана алмай болоҡһой ине (Һ. Дәүләтшина).

В) Беҙ сыҡҡанда, ул был яҡҡа килә ине.

4. Билдәле элек үткән заман

Билдәле элек үткән заман нигеҙ ҡылымға ғайны/гәйне, -ҡайны/-кәйне аффиксы ҡушылып яһала. Был заман формаһы барлыҡ-юҡлыҡ һәм зат-һан категориялары менән түбәндегесә үҙгәрә.

Бара торғайны, килә торғайны формаларының зат, һан һәм юҡлыҡ менән үҙгәреше түбәндәгесә:

Берлек Күплек

1. Бара (бармай) торғайным бара (бармай) торғайныҡ

Китмәгәйнем китмәгәйнек

2. бара (бармай) торғайның бара (бармай) торғайнығыҙ

Китмәгәйнең китмәгәйнегеҙ

3. бара (бармай) торғайны бара (бармай) торғайны(лар)

Китмәгәйне китмәгәйнеләр

5. Билдәһеҙ элек үткән заман

Билдәһеҙ элек үткән заман –ған аффикслы сифат ҡылым менән булған һәм була ярҙамсы ҡылымдарынан яһала: юҡлыҡ аффиксы үз аллы ҡылымға, ә зат-һан аффикстары ярҙамсы ҡылымға ҡушыла.

Берлектә Күплекта

1. йый(ма)ған булғамын йый(ма)ған булғанбыҙ

2. йый(ма)ған булғаһың йый(ма)ған булғанһығыҙ

3. йый(ма)ған булған йый(ма)ған булғандар

Был заман формаһының беренсе төрө икенсе бер эш-хәрәкәттән элек башҡарылған һәм һөйләүсегә таныш булмаған хәл-ваҡиғаларҙы белдереү өсөн ҡулланыла: Шунан һуң улар бер яҡлы булырға тип, ҺҮҘ БЕРКЕТЕШКӘН БУЛҒАНДАР (әкиәттән). Фронтан ҡайтҡан ыңғайында уҡ шунда туҡталған булған икән(Н.Мусин). Ә икенсе төрө һәр саҡ ҡабатланып торған эш-хәрәкәттәрҙе белдерә: Был ваҡытта ул күптән ҡайтҡан була.

I. Борон (күптән) үткән замандың билдәле формалары

Билдәле борон үткән замандың түбәндәге дүрт формаһы бар:

1. Билдәле борон үткән замандың беренсе формаһы -ыр, -ер, - ор, -өр, -р аффикслы киләсәк заман сифат ҡылымға ине ярҙамлыҡ ҡылымының эйәреп килеүе менән яһала: яҙыр ине, торор ине, йөрөр ине, эшләр ине, һөйләр ине, килер ине. Билдәле үткән заман формаһы бик күптән, йәғни борон булған эш-хәлдәрҙе белдерә, ләкин тик билдәле бер кешенең эшләгән эштәрен, ҡылыҡтарын һәм башҡа сифаттарын ихтирам менән ололап, ҙурлап иҫкә алыуҙы белдерә, шуға күрә, башлыса 3-сө затта ғына ҡулланыла 3 . Был форма һөйләмдә һүҙ барған кешенең йәки башҡа йән эйәләренең хәҙер инде донъяла булмауын, ләкин һөйләүсенең уның эшләгән эштәренең шаһиты булыуын, йәғни уның замандашы булыуын белдерә, шулай уҡ эш-хәлдәрҙең ҡабатланып тороуы күрһәтелә. Миҫалдар: Ул бесәнйыйырға барғанда, үҙенең матурлап эшләнгән йыйнаҡ тырмаһын алып килеп арбаға һалыр ине, унан һуң ҡырҙа буласаҡ нәмәләрҙе һалышыр ине, икмәк, айрандарҙы үҙе рәтләп ҡуйыр ине, сәй кәрәктәрен әсәй менән бергәләшеп бына тигән итеп рәтләр ине (М.Ғафури). Сөгөлдөр утарға тип барһа ла, еләккә сыҡһа ла, сәскә көлтәһе күтәреп ҡайтыр ине (3.Ғәлимов). Иртә яҙ Рәхмәтулла, йәш бисәһен эйәртеп һал ағыҙырға китер ине, ҡыш оҙайы урманда ағас ҡырҡыр ине (Д.Бүләков).

Соседние файлы в предмете [НЕСОРТИРОВАННОЕ]