Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
8 вопрос.экзаменационный билет..docx
Скачиваний:
0
Добавлен:
01.07.2025
Размер:
28.61 Кб
Скачать

Хәбәр һөйкәлешенең заман формаһылары.

Граммтик категория булараҡ заман категорияһы – объектив ваҡыттың телдә сағылышын күрһәтеүсе ҡылым формаһы. Объектив ваҡыт телдә төрлөсә сағылырға мөмкин, ләкин ҡылымдың заман категорияһы объектив ваҡытты сағылдырыусы иң типик грамматик категорияһы һанала. Грамматик замандар һөйләү моментына ҡарап билдәләнә, йәғни һөйләү моментына тиклем булған эш-хәлдәр үткән заманға, һөйләү моментында булып ятҡан эш-хәлдәр, ваҡиғалар хәҙерге заманға, ә һөйләү моментынан һүң булған эш-хәлдәр киләсәк заманға ҡарайҙар.

Хәҙерге башҡорт телендә түбәндәге заман формалары бар:

1. Билдәле (шаһитлы) үткән заман: барҙы, килде.

2. билдәһеҙ (шаһитһыҙ) үткән заман: барған, килгән.

3. Тамамланған үткән заман: бара ине, килә ине.

4. Билдәле (шаһитлы) элек үткән заман: барғайны, килгәйне .

5. Билдәһеҙ (шаһитһыҙ) элек үткән заман: барған булған.

6. Билдәһеҙ (шаһитһыҙ) ҡабатлаулы үткән заман: барған килгән була.

7. Билдәһеҙ (шаһитһыҙ) борон үткән заман формалары: бара торған булған, килә торған булған; барыр булған, килер булған.

8.Билдәле (шаһитлы) борон үткән заман формалары: бара торғайны, килә торғайны; барыр ине, килер ине; бара торған булды, килә торған булды; барыр булды, килер булды.

9. Хәҙерге заман: бара, килә.

10. Билдәле киләсәк заман: барасаҡ., киләсәк.

11. Билдәһеҙ киләсәк заман: барыр, килер.

Билдәле (шаһитлы) үткән заман

Бөтәһенән элек шуны әйтергә кәрәк, был форма бөтә төрки телдәрендә лә актив ҡулланыла. Төрки телдәрен тикшереүселәр уны төрлө термин менән йөрөтәләр. Мәҫәлән, проф. Ж.Ғ. Кейекбаев был форманы "Шаһитлы беренсе үткән заман" тип атаған: Әзербайжан телселәре лә -ды формаһын шаһитлы үткән заман (шуһуди кечмиш) тип билдәләйҙәр ; Үзбәк һәм татар тел белгестәре был синтетик форманы категорик (ҡәтғи) үткән заман термины менән ҡулланалар; Был рәүешле бер нисә терминды ҡулланыу билдәле үткән замандың күп төрлө грамматик мәғәнәгә эйә булыуынан килә; Башҡорт телендә, башҡа төрки телдәрендәге һымаҡ, билдәле үткән заман формаһы нигеҙ ҡылымға –ды аффиксының һәм уның фонетик варианттарының ҡушылып килеүе ярҙамында түбәндәгесә яһала:

1) а, ә, ы, е, о, ө һуҙынҡы өндәренә бөткән нигеҙ ҡылымға -ны, -не, -но, -нә ялғауҙары ҡушыла, мәҫәлән, уҡы-ны, эшлә-не, йөрө-нө, йонсо-но;

2) ҙ, р, й, у, ү өндәренә тамамланған нигеҙгә -ҙы, -ҙе, -ҙо, -ҙә ялғауҙары ҡушылып килә. Мәҫәлән, яҙ-ҙы., боҙ-ҙо, күр-ҙе, өҙ-ҙө;

3) л, м, н, ң өндәренә бөткән нигеҙ ҡылымға -ды, -де, -до, -дө ялғауҙары ҡушыла, мәҫәлән: алды, килде, тондо, өндәренән һуң -ты, кит-те, от-то, Юҡлыҡ ялғауҙарынан һуң үрҙә күрһәтелгән заман белдереүсе ялғауҙар, унан һуң зат ялғауҙары сәбәпле, заман. Мәҫәлән : уҡы-ма-ны, Билдәле үткән замандың зат, һан һәм барлыҡ-юҡлыҡ менән үҙгәреше түбәндәгесә:

Б а р л ы ҡ ф о р м а һ ы

Берлек һан Күплек һан

1. алдым, килдем алдыҡ, килдек

2. алдың, килдең алдығыҙ, килдегеҙ

3. алды, килде алдылар, килделәр

Ю ҡ л ы ҡ ф о р м а һ ы

1. алманым, килмәнем алманыҡ, килмәнек

2. алманың, килмәнең алманығыҙ, килмәнегеҙ

3. алманы, килмәне алманылар, килмәнеләр

1. Билдәле үткән заман

Формалары хәҙерге башҡорт телендә беренсе сиратта үҙ күҙең менән күргән эш-хәлдәрҙе, үҙең ҡатнашҡан ваҡиғаларҙы белдерәләр. Был эш-хәлдәр, ваҡиғалар сағыштырмаса күптән үткән булырға мөмкин. Шулай уҡбыл форма яңы ғына һөйләүсе кисергән эш хәлдәрҙе лә белдерә. Миҫалдар: Ете атакала еңеп сыҡтым, ете яуҙа еңеп һау ҡайттым, ышанысың аҡлап ут уйнаттым, ә трубкаңды, һылыуым, юғалттым (М.Кәрим). Бөтә иптәштәр мине уратып алып, минең шинелде ҡаранылар, фуражканы ҡарау менән ҡәнәғәтләнмәнеләр, ҡулдан-ҡулға йөрөтөп, банттарына кейеп ҡаранылар, нисек, килешәме? — тип бер-береһенән дөрөҫләттеләр (Д.Юлтый).

Билдәле үткән заман нигеҙ ҡылымға –ды аффиксы (һәм уның фонетик варианттары) ҡушылыу ярҙамсы яһала; барлыҡ-юҡлыҡ һәм зат-һан категориялары менән үҙгәрә:

Берлектә: күплектә

1. ҡайттың, киттем 1. Ҡайттыҡ, киттек

2. ҡайттың, киттең 2. Ҡайттығыҙ, киттегеҙ

3. ҡайтты, китте 3. Ҡайттылар, киттеләр

Билдәле үткән заман ҡылымдары һөйләүсе үҙе ҡатнаҡан, үҙе шаһит булған эш, хәл-хәрәкәттәрҙе, ваҡиғаларҙы күрһәтеү өсөн ҡулланыла. Мәҫәлән, Мәктәп бөйөк Ленин исемен йөрөттө, уның уҡыусылары иһә даһиҙың мәңге ҡәҙерле һыҙаттарын күңеле түрендә һаҡланы(Ә. Чаныш).

2. Билдәһеҙ (шаһитһыҙ) үткән заман

Башҡорт телендә билдәһеҙ үткән заман формаһы түбәндәгесә яһала: нигеҙ ҡылымға -ған, гән, -ҡан, -кән ялғауҙары ҡушыла. Был ялғауҙарҙан һуң тейешле зат аффикстары ялғана. Мәҫәлән, бар-ған- мын, ҡайт-ҡан-мын, ҡайт-ҡан-һың, кил-гән-мен, кил-гән-һең. Төрки телдәренең оғуз төркөмөнә ингән телдәрҙә билдәһеҙ үткән заман –мыш аффиксы һәм уның фонетик варианттары ярҙамында яһала. Сағыштырығыҙ: башҡорт телендә: мин яҙғанмын, мин күрмәгәнмен, әзербайжан телендә: мән йазмышам, мән гөрмәмешәм, төрөк телендә: бен йазмышым. Яҡут телендә билдәһеҙ үткән заман - (-пит) ярҙамында, сыуаш телендә -не аффикстары ярҙамында формалашҡан. Миҫалдар: яҡут теле: мин диэбитим, башҡортса: мин һөйләгәнмен; сыуаш теле: әпе чырна, башҡортса: мин яҙғанмын. Хәҙерге башҡорт телендә -мыш, -меш аффикстары менән яһалған бер ни тиклем формалар исем функцияһында ҡулланыла. Миҫалдар: тормош, яҙмыш, белмәмеш, һынамыш, суҡынмыш, күрмәмеш, еңмеш, ҡылмыш, тыумыш, уҙмыш, булмыш, бөтмөш, ишетмәмеш, ишетмеш, бирмеш, атылмыш, уҡымышлы. Был замандың юҡлыҡ формаһы нигеҙ ҡылымға -ма, -мә аффикстары ҡушылып яһала, заманды белдереүсе –ған аффиксы юҡлыҡ аффиксынан һуң ялғана, унан һуң зат ялғауы килә. Билдәһеҙ үткән заман, юҡлыҡ-барлыҡ формалары зат һәм һан менән түбәндәгесә үҙгәрә:

Б а р л ы ҡ ф о р м а һ ы

Берлек Күплек

1. алғанмын, килгәнмен алғанбыҙ, килгәнбеҙ

Ҡайтҡанмың, киткәнмен ҡайтҡанбыҙ,киткәнбеҙ

2. алғанһың, килгәнһең алғанһығыҙ, килгәнһегеҙ

Ҡайтҡанһың, киткәнһең ҡайтҡанһығыҙ, киткәнһегеҙ

3. алған, килгән алғандар, килгәндәр

Ҡайтҡан, киткән ҡайтҡандар, киткәндәр.

Ю ҡ л ы ҡ ф о р м а һ ы

1. алмағанмын, килмәгәнмен алмағанбыҙ, килмәгәнбеҙ

2. алмағанһың, килмәгәнһең алмағанһығыҙ, килмәгәнһегеҙ

3. алмаған, килмәгән алмағандар, килмәгәндәр.

Хәбәр һөйкәлешенең борон (күптән) үткән заман формалары башҡорт телендә алыҫ үткәндәге, йәғни бик борон ваҡыттарҙа булған эш-хәлдәрҙе һәм ваҡиғаларҙы белдереүсе махсус заман формалары бар 1 .Төҙөлөшө яғынан улар бөтәһе лә ҡатмарлы ҡылым формалары һанала. Әйтергә кәрәк, уларҙың мәғәнә төҫмөрлөктәре бик үҙенсәлекле. Борон үткән заман формалары шулай уҡ билдәле һәм билдәһеҙ булалар. Төрки тел ғилеме традицияһында борон (күптән) үткән заман формаһы тип татар телендәге барган идем, башҡорт телендәге барғайны, ҡаҙаҡ телендәге барган эдим, әзербайжан телендәге бармыш иди тибындағы формаларға әйтәләр. Әммә был формалар төрки телдәрендә борон, күптән булған эш-хәлдәрҙе белдермәйҙәр, улар берәй эш-хәлдән алдараҡ, элегерәк булған эш-хәлдәрҙе белдерәләр. Мәҫәлән, Мин барып еткәндә, йыйылыш: тамамланғайны.

Соседние файлы в предмете [НЕСОРТИРОВАННОЕ]