Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
festival_idej.doc
Скачиваний:
0
Добавлен:
01.07.2025
Размер:
2.21 Mб
Скачать

«Луллия түңәрәктәре”ҡулланмаһы

Хәҙер мин һеҙҙе үҙем ҡулланған Луллия түңәрәктәре менән таныштырып үтәм. Был Луллия түңәрәктәрен француз монахы Раймонд Луллий уйлап сығарған. Луллия түңәрәктәре буйынса төрлө уйындар уйнарға була. Ул бер күсәргә эленгән өс балдаҡлы булырға мөмкин. Ә кескәйҙәр төркөмөндә ике балдаҡлы ҡулланма эшләргә була. Түңәрәктәрҙе пластиктан йәки ҡалын картондан эшләргә мөмкин. Түңәрәктәрҙең һәр бер секторына липучкалар йәбештерелә, был бер балдаҡтарҙы төрлөсә ҡулланырға мөмкинселек бирә, тик һүрәттәрҙе генә аламаштырып торорға кәрәк буласаҡ.

Мин был балдаҡтарҙы балаларҙың хәүефһеҙлеген һаҡлау буйынса белемдәрен нығытыу өсөн ҡулланам.

Уйын “Нимә етмәй?”

Беренсе түңәрәккә бер детале етмәгән транспорттарҙың һүрәттәре ҡуйыла. Икенсе түңәрәккә ошо транспорттарҙың етешмәгән деталдәре беркетелә. Уйындың маҡсаты: ике түңәрәктәрҙең секторҙарын тап килтереп транспорттарҙың деталдәрен табыу.

Рулһеҙ машинаға - руль

Тәгәрмәсһеҙ автобусҡа - тәгәрмәс

Вагонһыҙ поезға – вагон

Прицепһыҙ тракторға – прицеп

Кузовһыҙ йөк машинаһына - кузов

Фараһыҙ машинаға – фара

Ҡанатһыҙ самолетҡа –ҡанат

Кабинаһыҙ машинаға - кабина

Уйын “Хатаһын тап”

Балалар менән тағы ла хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренә ҡағылышлы “Хатаһын тап” уйынын уйнайбыҙ. Беренсе түңәрәктең секторҙарында Герой – персонаждар һүрәттәре. Икенсе түңәрәктең секторҙарында персонаждарҙың ниндәйҙер бер ҡағиҙәне боҙоуон сағылдырған сюжетлы һүрәттәр. Араһында дөрөҫ һүрәттәр ҙә бар. Уйындың маҡсаты: Икенсе түңәрәктән беренсе түңәрәктәге персонаждарға бәйле сюжетлы һүрәттәр табыу, секторҙарын тап килтереп һалыу. Балалар менән геройҙарҙың ҡылыҡтарын тикшереп әңгәмә үткәрәбеҙ: дөрөҫ эшләгәнме, юҡмы?

Шулай итеп, Триз уйындары аша хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үҙләштереп була, тағы ла балаларҙың бәйләнешле телмәрҙәре үҫә, ижади һәләттәре байый һәм фекерләү ҡеүәһе арта.

Алып барыусы (модератор):

Ниндәй технологиялар ҡулланылды:

- ТРИЗ (Луллия түңәрәктәре, ете тажлы сәскә, тылсымлы юлдар)

Һәр ата - әсә үҙенең балаһын төрлө яҡлап үҫешкән итеп күрергә һәм тәрбиәләргә тырыша. Ә нисек итеп иртә йәштән баланы үҫтерергә һуң? Бының өсөн төрлө методикалар бар. Шундай методикаларҙың береһе Г.Доман – Маниченко методикаһы.

Күренкле табип Г.Доман әйтеүенсә “Баланы ни тиклем иртә йәштән өйрәтә башлаһаң,шул тиклем уның алдағы мөмкинселектәрен асырға мөмкин, бының өсөн мейе эшмәкәрлеге тотҡарланмаҫҡа тейеш”.

Хәйер, был турала икенсе кескәйҙәр төркөмө тәрбиәсеһе Әбдрәшитова Рафиға Хәмиҙулла ҡыҙынан да яҡшыраҡ һөйләп булмаҫ. Сөнки ул ошо методика ҡулланып балаларҙы төрлө яҡлап үҫтерә.

  • Р.Х.Әбдрәшитова сығышы.

Тема “Г.Доман карточкалары менән уйындар”

Гленн Доман методикаһына яраҡлашҡан үҫтереүсе уйындар.

Хәйерле көн, хөрмәтле ҡунаҡтар, коллегалар!

Мин, Әбдрәшитова Рафиға Хамидулла ҡыҙы, икенсе кескәйҙәр төркөмөндә уйын эшмәкәрлеген балаларҙың аҡыл – зиһен потенциалын үҫтереүҙә һәм уның төрлө яҡлап үҫешенә йүнәлтелгән Гленн Доман методикаһына таянып ойошторам.

Кем ул Гленн Доман?

Американ, табип – нейрофизиолог. Иртә йәштәге баланың үҫеш нескәлектәрен өйрәнеү һөҙөмтәһенә нигеҙләнгән һәм баланың аң – зиһен,

физик үҫешен тиҙләтеүсе методика авторы.

1955 йылда Кеше Потенциалы Үҫеше Институтына нигеҙ һала һәм фекерҙәштәре менән балаларҙың мейе йәрәхәтен (үҫеш тотҡарлауы, тирә – йүн донъяны ҡабул итә алмауы һ.б.) дауалау ысулдары өҫтөндә эшләй

Методиканың психологик һәм педагогик нигеҙе

- үҙәк нервы системаһын һәм баланың мейеһенең әүҙемләштереү. Методика авторы мейенең алты төп фукцияһының билдәләй. Улар: моторный – атлау, йүгереү, һикереү,ә телмәр менән яҙыу ҡалған өсәү менән туранан – тура бәйле – күреү, ишетеү, тойомлау.

Ауырыу балалар өсөн тәғәйенләнгән методиканы Доман һау – сәләмәт балаларҙы өйрәтеү өсөн дә ҡуллана. Сөнки баланың өйрәнеү һәләте, асылмаған таланты уның бәләкәй сағында мейенең күнектерелеүенән тора.

Методиканың төп йүнәлештәре :

-физик үҫеш;

  • энциклопедик белем формалаштырыу;

  • математикаға өйрәтеү;

  • сит телдәргә өйрәтеү;

  • уҡырға өйрәтеү тора.

Доман методикаһының актуаллеге: ике, өс , дүрт йәштәге балалар иркен

уҡый, һанай, эрудит һәм яҡшы физик үҫешә.

Методика принцибы

Бала мейеһе ете йәшенә тиклем үҫә ә хәтере күргән, ишетеп тойған мәғлүмәттәрҙе туплап һендәрә. Шуға күрә, ошо принципҡа таянып тәрбиәләнеүселәр менән төп дүрт йүнәлештә ойошҡанлы эш алып барам.

Методика үҙенсәлектәре

Методика баланың хәтеренең үҫеү үҙенсәлегенә таяна, уйын карточкалар менән уйнатыла. Уйын карточкаларын ата – әсәләр ярҙамында тупланым һәм уларҙы математик төшөнсәләр биреү, телмәр үҫтереү , танып белеү һәм физик үҫеш өлкәләрендә үтәкәрелгән ойошҡанлы белем биреүҙә лә ҡулланам. Мәҫәлән, балалар иркен «Йорт йыһаздары», «Йорт хайуандары», «Ҡырағай хайуандар» тупланмалары менән ҡуллана алалар. Исемдәр яҙылған карточкаларҙан үҙҙәренекен танып ала беләләр. Математик төшөнсәләр биреүҙә ябай һанай белһәләр хәҙер карточкалағы түңәрәктәрҙе тиҙ һанап яңылышмай яуабын әйтәләр. Көн торошон билдәләгәндә лә бик уңайлы, сөнки бала яйлап күҙәтеүгә һығымта эшләргә өйрәнә, шул уҡ ваҡыт һүҙлек байлығын тулыландырып ҡына ҡалмай өндәр өҫтөндә эшләүҙә лә ҡулайлы материал. 45 см алыҫлыҡта тотола һәм 1секундта күрһәтәмдә , атамаһын әйтәм. 10 көн һәм көнөнә 3 тапҡыр ҡабатланыла.

Карточкалар өсөн талаптар :

  1. Карточка 28x28 см размерында булырға тейеш .

  2. Һәр детале асыҡ күренә.

  3. Тик бер предмет төшөрөлә.

  4. Предметтың атамаһының бейеклеге 2,5 см.

Доман үҙ методикаһында белем өлкәләрен ун бүлеккә бүлә: биология, мәҙәниәт, география, тарих, музыка, тел, математика, кеше анатомияһы, әҙәбиәт, дөйөм белемдәр.

Нимә ул бит?

Бит – ул белем берәмеге. Бер бит – ул һүрәт, иллюстрация йә фотола бер объект. Улар категорияларҙа ун йә унан да артыҡ булып берләшеүе мөмкин .

Методикала бирелгән уйын өлгөләрен ҡулланылған программаға яраҡлаштырып балалар менән уйнайбыҙ.

Йомғаҡлау.

Хөрмәтле коллегалар, белем биреү стандарттары беҙҙән юғары профессионализм,төрлөяҡлы шәхес тәрбиәләүгә ижади килеүебеҙҙе талап итә. Һеҙҙең педагогик ҡумтағыҙ яңы , Гленн Домандың үҫтереүсе уйындар методикаһы менән тулыланды һәм киләсәктә баһалы ҡулланырһығыҙ тип уйлайым. Эшегеҙҙә уңыштар!

Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт! Балаларығыҙ менән аралашыуҙар уңышлы, сабырлы һәм кыуаныслы үтһен!

Алып барыусы (модератор):

Бына шулай, “Сулпылар” балалар баҡсаһының педагогтары ФГОС талаптарына ярашлы мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың белем сифатын күтәреүҙә төрлө технологиялар ҡулланып эш итергә тырышалар. “Кәңәшһеҙ эш тарҡалыр” ти халыҡ мәҡәле. Нәҡ берҙәмлектә, кәңәшләшеп эш иткәндә генә ыңғай һөҙөмтәләргә ирешергә мәмкин.

Хөрмәтле коллегалар! Беҙҙең педагогик ҡунаҡхана эшебеҙ аҙағына ла яҡынлаша. Педагогтар менән эште интервизия формаһында тәҡдим иткәйнек.

Интервизия ҡағиҙәләре буйынса һәр эшкә баһа бирелергә тейеш. Баһа биреүҙе Эдварда де Боно тәҡдим иткән «Алты ҡалпаҡ» алымы буйынса ойошторорға тәҡдим итәм.

  • РЕФЛЕКСИЯ

Тәүҙә һеҙгә бәләкәй генә притча һөйләп ишеттерергә рөхсәт итегеҙ.

«Ниндәйҙер бел илдә йәшәгән ти, бер ҡарт.Ул эшләпәләр эшләп һәм уларҙы һатып көн иткән. Эшләпәләргә заказдар гел генә булып торған.Сөнки һатып алыусылар бабай һатҡан эшләпәләр бәхет килтерә тип ышанғандар.

Әммә ваҡыты еткәс ҡарт кеше донъя ҡуйған. Бабайҙың алты улы булған. Улар атаһы вафат булып ҡалғас ата йортона мираҫ бүлешергә тип ҡайтҡандар. Ләкин улар бер нәмә лә тапмағандар. Шулай бөтә өйҙө аҡтарып сыҡҡас, һандыҡ ҡына табып алғандар, ти. Ә һандыҡта алты төҫтә алты ҡалпаҡ булған: аҡ, ҡара, күк, ҡыҙыл, йәшел һәм һары. Ағалы – ҡустылылар был эшләпәләр бик ҡиммәтле заказдыр, тип уйлағандар һәм һатып алыусы күп итеп аҡса алып килер тип өмөтләнеп көтә биргәндәр. Әммә йортҡа бер кем дә килмәгән. Шунан һуң ғына бабайҙың улдары аталары ошо ҡалпаҡтар мираҫ итеп ҡалдырғанын аңлағандар һәм эшләпәләрҙе бүлешеп алғандар ҙа таралышҡандар. Бер нисә йыл үткәс улар атай йортона тағы ҡайтҡандар.

Аҡ ҡалпаҡ һайлаған кеше бөтә булған хәлдәрҙе тасуирлап һөйләргә, ваҡ ҡына деталдәренә саҡлы күрә белгән, факттар һәм хәлдәрҙе анализларға өйрәнгән.

Ҡыҙыл ҡалпаҡ һайлаған кеше бик эмоциональ тойғоло кеше булып сыҡҡан.

Өсөнсө ҡара ҡалпаҡ һайлап алған туғандары бөтә тирә – яҡты тик ҡара төҫтәрҙә генә күрә башлаған, бөтә нәмәләрҙән дә тик етешһеҙлектәр эҙләгән.

Һары ҡалпаҡ алған кеше бөтә нәмәлә лә тик яҡшылыҡ ҡына күргән, ти. Бөтә нәмәне лә яҡты тондарҙа һүрәтләй белгән.

Йәшел ҡалпаҡлы ҡустылары яңынан яңы идеялар менән янып йәшәгән, үҙендә элек булмаған таланттар, һәләттәр асҡан.

Ә күк ҡалпаҡлы ҡустылары һәр нәмәне бер бөтөн, бер – береһенә бәйләнешле итеп күрә алған, масштаблы фекер йөрөткән. Килеп сыҡҡан эштәрҙе аңлата алған һәм артабан нисек эшләргә кәрәклеге буйынса кәңәштәр бирә белгән.

Коллегалар, хәҙер һеҙгә берәр ҡалпаҡ кейеп ҡарарға тәҡдим итәм. Алты төркөмсәгә бүленегеҙ һәм берәр кеше килеп ҡалпаҡтар алығыҙ.

- Аҡ эшләпәлеләр – бөгөнгө сара буйынса тик факттар ғына килтереүегеҙ һорала. Кәрәкле информация алдығыҙмы? Ниндәй һорауҙар барлыҡҡа килде?

- Ҡыҙыл эшләпәлеләргә бөгөнгө сара буйынса үҙегеҙҙең эмоцияларығыҙ һәм тойғоларығыҙ менән бүлешеүегеҙҙе һорайым.

- Ҡара эшләпәлеләр төркөмөнән үткәрелгән сараны критик күҙлектән сығып баһа биреүегеҙ һорала.

- Һары төҫ – шатланыу һәм оптимизм төҫө, беҙ һеҙҙән тик ыңғай баһа алыр инек. Һеҙгә күрһәтелгән технологиялар нимәһе менән оҡшаны?

- Йәшел эшләпәлеләр креатив идеялы педагогтар һәм улар беҙгә технологиялар ҡулланыу буйынса яңы идеялар тәҡдим итер тип ышанабыҙ

- Күк эшләпә кейгәндәр – философтар, тәжрибәле педагогтар. Бөгөн һеҙ ниндәй яңы технологиялар тураһында ишеттегеҙ һәм күрҙегеҙ? Шул турала фекерҙәрегеҙ менән бүлешһәгеҙ ине.

Красная шляпа — эмоции, интуиция, чувства человека. Когда человек надевает эту шляпу, он не должен давать объяснений своим эмоциям, он только их обозначает, проговаривает: "Какие у меня по этому поводу возникли чувства?".

Черная шляпа — критика, недоверие, осторожность: "Какие препятствия могут быть на пути? В чем недостатки? Сработает ли это?".

Желтая шляпа — поиск положительных сторон, преимуществ: "Почему это стоит сделать? Что хорошее, положительное я вижу в этой затее, ситуации?".

Зеленая шляпа — различные новые идеи, предложения, творчество: "Какие альтернативы данного решения, данной ситуации? Что еще можно сделать?".

Белая шляпа — "чистый лист" — поиск информации, ответов на вопросы: "Какой мы обладаем информацией?".

Синяя шляпа — организация мышления: "Чего мы достигли? Что с этим мы будем делать дальше?

Ә хәҙер, һәр берегеҙ ҡулдарығыҙҙағы тәңкәләрҙе стенала урынлаштырылған “сумаҙанға”, “ит турағысҡа” һәм “кәрзингә” төшөрөүегеҙҙе һорайбыҙ.

«Сумаҙан, ит турағыс һәм кәрзин»

  • “Сумаҙанға” – “үҙем өсөн күп нәмә алдым, фестиваль файҙалы булды” тиһәгеҙ тәңкәләр төшөрөгөҙ;

  • Әгәр ҙә “был технологияларҙы үҙем аша үткәреп шунан ҡулланам” тиһәгеҙ, тәңкәләрҙе “ит турағысҡа” төшөрөгөҙ;

  • Ә инде “былар барыһы ла кәрәкмәй, бер ниндәй ҙә файҙаһын күрмәйем” тип уйлаһағыҙ, “кәрзингә” һалығыҙ.

  • Фестивалде ябыу

Соседние файлы в предмете [НЕСОРТИРОВАННОЕ]