Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
festival_idej.doc
Скачиваний:
0
Добавлен:
01.07.2025
Размер:
2.21 Mб
Скачать
  1. Морфологик таблицалар

МСтрелка вправо 9 орфологик таблицалар төрлө күрһәткестәрҙән торған 3 йәки унан да күберәк координаталар үҙәктәренән тора. Был этапта ысын мәғәнәһендә ижад итеүҙәр, уйлап сығарыуҙар башлана.

Стрелка вниз 8

Мәҫәлән, таблица ярҙамында йыл миҙгелдәрен нығытып була. Горизонталь буйлап: Ҡыш, Яҙ, Йәй, Көҙ - ә вертикаль буйлап – йәнле һәм йәнһеҙ тәбиғәт объекттары : кеше, айыу, ағас һ.б.  Әлбиттә йыл миҙгеленә ярашлы кешеләрҙең кейеме, ҡул менән эшләнгән предметтар (сана, велосипед, шарф, быйма һ.б)

  1. Тони Бьюзендың фекерләү карталары ҡулланыу

Фекерләү картаһы – ул проект планын фекерләү карталары ярҙамында төҙөү, балаларҙың фекерләү активлығын арттырыу.

Фекерләү карталары төҙөү тәртибе

  1. А4 форматында ҡағыҙ алына. Ҡағыҙ битенең уртаһында төп идея, йәки проблеманы белдергән һүрәт ҡуйыла.

  1. Урталағы һүрәттән бер нисә нур формаһында һыҙыҡтар һыҙыла. (һәр һыҙыҡтың үҙ төҫө булыуы мөмкин). Һәр нурҙа төп проблемаға бәйле бер һүҙ генә яҙыла. (Был һүҙ баҫма хәрефтәр менән яҙылырға тейеш.)

  2. Был нурҙар ҡалын һыҙылған булырға тейеш.

  3. Төп нурҙарҙан тағы ла нурҙар ебәрелә. Һүҙҙәр генә түгел, һүрәттәр булһа бала өсөн аңлайышлы ла була. Һүрәттәр төҫлө булһа бала өсөн ҡыҙыҡлы ла була.

Шулай итеп, танып белеү эшмәкәрлегендә ҡулланылған инновациялы технологиялар балаларҙың уй - фекерләү ҡеүәләрен, белем кимәлдәрен, телмәр үҫештәрен, социаль – коммуникатив, художестволы эстетик үҫештәрен арттырыуҙа ҙур йоғонто яһай. Хөрмәтле коллегалар, технологияларҙы ҡулланырға тәҡдим итәм. Уңыштар һеҙгә!

Алып барыусы (модератор):

Ниндәй технологиялар ҡулланылды?

    • карта буйлап сәйәхәт – эҙләнеү – тикшеренеү технологияһы;

    • морфологик анализ – ТРИЗ технологияһы;

    • фекерләү карталары – ТРИЗ технологияһы;

    • системалы ау – проектлау технологияһы;

Һорауҙарығыҙ булһа, педагог яуап бирергә әҙер.

Шулай итеп, танып белеү эшмәкәрлегендә ҡулланнған технологиялар балаларҙың үҙҙәрен уратып алған донъя менән ҡыҙыҡһыныуҙарын арттыра, эҙләнеү – табыу буйынса фекерләү ҡеүәһен формалаштыра.

Художестволы – эстетик үҫеш – Федераль дәүләт стандарттарында айырыуса ҙур урын биләй. Стандартҡа ярашлы бурыстар – сәнғәт төрҙәре буйынса элементарь күҙаллауҙар үҫтереү, сәнғәт әҫәрҙәрен, тәбиғәт донъяһын аңлау һәм балаларҙың ижади һәләттәрен үҫтереү.

Бөгөнгө ижади ҡунаҡханала был йүнәлештә әүҙем эшләүсе йәш тәрбиәсе Газина Гөлсибәр Рамаҙан ҡыҙы.

  • Г.Р.Газина сығышы.

Тема “Балаларҙың ижади һәләттәрен үҫтереүҙә инновациялы технологияларҙың әһәмитәте”

Мин бөгөнгө эшмәкәрлектә ҡулланған технологиялар:

    • полихудожестволы белем биреү;

    • еүеш марляла һүрәтләү

Мәктәпкәсә йәштәге баланы матурлыҡҡа һәм гармонияға, сәнғәт донъяһына ылыҡтырыу, уның ижади һәләттәрен асыу һәм төрлө художестволы эшмәкәрлектәр менән шөғөлләнергә теләк уятыу- белем биреҙең төп бурысы.

Был тарафта хәҙерге заманда эффектлы технологияларҙың береһе- полихудожестволы технология. “Поли” -күп, “художество”- сәнғәт, тимәк күп сәнғәт (много искусств). Полихудожетсволы белем биреү - бер үк ваҡытта бер нисә сәнғәтте үҙләштереү ул. (музыка, шиғриәт, рәсем).

Полихудожестволы белем биреүҙең актуаллеге Федераль дәүләт белем биреү стандарттары талаптары менән бәйле, атап әйткәндә сәнғәт төрҙәре тураһында балаларҙа элементар белемдәр формалаштырыу, сәнғәт төрҙәрен аңлау һәм ҡабул итеү, ижади һәләттәр үҫтереү һ.б.

Полихудожестволы белем биреүҙе иң тәүгеләрҙән булып педагогик фәндәре докторы , профессор Б.Юсов нигеҙләгән. Юсов фаразлауынса полихудожестволы белем биреү – төрлө художестволы эшмәкәрлектәрҙең һәм художестволы ижадттың интеграцияһы. Мәҫәлән, ритм тойғоһон үҫтереү буйынса “Тирмәкәй” музыкаль – дидиактик уйыны яйлап хәрәкәтле уйынға күсеүе мөмкин, ә хәрәкәтле уйын - әкитәтте сәхнәләштереүгә.

Полихудожестволы белем биреү төрлө эшмәкәрлектәргә нигеҙләнә: музыкаль – художестволы , уйын, аралашыу, продуктив эшмәкәрлектәр һәм башҡалар. Тәрбиәсе төрлө сәнғәт төрҙәре үҙенсәлектәрен үҙләштерергә ярҙам итә, уларҙы сағылдырыуҙа художестволы ысулдар ҡулланырға өйрәтә, үҙҙәрен уратып алған донъяны бер бөтөн итеп күрһәтергә ярҙам итә.

Полихудожестволы белем биреүҙә эффектлы эш формалары һәм алымдары :

  • әңгәмәләр;

  • музыка аҫтында һүрәтләү

  • балалар эмоцияларын йәнләндереү;

  • темаға индереү (погружение);

  • экскурсиялар һәм күҙәтеүҙәр;

  • интеграциялы эшмәкәрлектәр;

  • нәфис әҙәбиәт;

  • музыкаль әҫәрҙәр тыңлау;

  • художестволы – дидактик уйындар;

  • уйын – асоциациялар, этюдтар;

  • әҫәрҙәрҙе сәхнәләштереү.

Полихудожестволы белем биреү технологияһы нимә бирә?

  • Төрлө художестволы эшмәкәрлектәргә ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләнә, балаларҙың хәтере, уйлап сығарыу һәләттәре үҫешә;

  • Сәнғәт әҫәрҙәрен аңлау буйынса тәжрибәләр тулылана, балаларҙың бергә эшләү буйынса күнекмәләре байый, күреү – ишетеү һәлләтәре арта;

  • Төрлө сәнғәт әҫәрҙәре буйынса ябай белемдәр, уларҙы сағылдырыу ысулдары тураһында белемдәр, художестволы образды күрһәтә белеү ысулдары тураһында белемдәр формалаша;

  • Балаларҙың художестволы – ижад һәләттәре үҫешә:

2. Еүеш марля менән һүрәтләү алымы үҙендә күсермә алымын, еүеш ҡағыҙҙа һүрәтләү алымын һәм нәҙек бумала менән һүрәтләү алымын берләштерә. Был техниканаң үҙенсәлеге-көтөлмәгән- эффект. Һүрәт туҡымала төшөрөлгән һымаҡ, тик шул уҡ ваҡытта еңел матур күренә. Буяуҙар сағыу, тере баҙыҡ. Был алым ауыр түгел, балалар тәрбиәсе күрһәткәндән һуң тиҙ отоп алалар. Балаларҙы эксперемент ҡыҙыҡһындыра, сөнки һүрәт ҡағыҙҙа түгел, ә марляла төшөрөлә.

Һүрәтләү алгоритмы:

Ҡағыҙи битенә еүеш марля һалына, һәм уға гуашь менән һүрәт эшләнә. Буяу әҙерәк кипкәс марляны алып ташлайҙар. Деталдәрен нәҙек бумала менән һүрәтләйҙәр. Һөҙөмтәлә йомшаҡ йәнлектәр, матур пейзаждар барлыҡа килә.

3. Айрис-фолдинг –ғәҙәти булмаған техника, “йәйғор һымаҡ” бөкләп һалыу, Голландияла барлыҡҡа килгән. Был илдең оҫталары махсус шаблондар ярҙамында төрлө төҫтәге ҡағыҙ киҫәктәрен төрлө мөйөшсәләргә һалып биҙәктәр эшләгәндәр. Әҙер эштәр бик асыҡ һәм һоҡландырғыс килеп сығалар икән. Айрис фолдин техникаһы ярҙамында эшләнгән эштәр фотокамераның диафрагмаһына оҡшаған . Шунан да исеме барлыҡҡа килгән-Iris Folding. Бирелгән техника ярҙамында блокноттарҙы, коллаждарҙы, ҡотлау асылмаларын биҙәргә мөмкин.

Техниканы үҙләштереүе еңел, тик шул уҡ ваҡытта техника үҙенә иғтибар, теүәллек, түҙемлек талап итә.

Айрис фолдинг техникаһында эш тәртибе:

1. Айрис шаблоны әҙерләргә;

2. Картонда силуэт һүрәтләргә. Бөхтә итеп уны бысаҡ йәки ҡайсы ярҙамында ҡырҡып алырға. Балаларға ҡайсы тәҡдим итергә.

3. Картонды шаблонға өҙ яғы менән һалырға.Шаблонды скрепкалар менән нығытырға.

4. Кәрәкле төҫтәрҙәге ҡағыҙ киҫәктәре әҙерләргә.

5. Ҡағыҙ киҫәктәрен шаблонға ярашлы һыҙыҡтарға тап килтереп йәбештереп сығырға.

6. Артабан түңәрәк буйлап шул уҡ эште башҡарырға. Елемде йәбештереү урынына һөртөргә кәрәк! Елемде әҙ генә һөртөргә.

Иғтибарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт!

(Балалар әҙерләгән һүрәттәрҙе бүләк итеп таратыу).

Алып барыусы (модератор):

Шулай итеп, тәрбиәсе ҡулланған технологияларҙы тағы бер тапҡыр күҙаллап үтәйек:

  1. полихудожестволы белем биреү технологияһы – төп технология.

  2. ғәҙәти булмаған техникала һүрәтләү (еүеш марля менән)

  3. Айрис – фолдинг технологияһы;

Алып барыусы (модератор): Хәҙер һүҙҙе физик тәрбиә биреү инструкторы Мөхәмәтйәнова Э.Ғ. бирәйек. Ул һеҙҙе үҙе генә ҡулланған “гидрокинезетерапия” технологияһы менән таныштырасаҡ.

  • Физик тәрбиә биреү инструкторы Э.Г. Мөхәмәтйәнова сығыш яһай.

Тема Балаларҙың һаулығын һаҡлауҙа һәм сыныҡтырыуҙа гидрокинезетерапияның роле

План:

1. Теманың актуаллеге;

2. Гидрокинезотерапия бурыстары;

3. Башҡарылған эштәр;

4. Йомғаҡлау.

1.Һыуҙа йөҙөү - һаулыҡҡа бик ҙур файҙа килтереүсе фактор. Һуңғы йылдарҙа һауыҡтырыу физкультура эшмәкәрлегендә гидрокинезотерапия технологияһы көндән – көн үҫешә бара.

Латын теленән тәржемә иткәндә “гидро” – һыу, “кинезо” – хәрәкәт, “терапия” – һаулыҡ тигәнде аңлата. Ғөмүмән әйткәндә, гидрокинезотерапия хәрәкәттәр ярҙамында һыуҙа һауығыу.

2.Гидрокинезотерапия технологияһының файҙаһы:

  • Был осраҡта аквагимнастика саф һауала үткәрелгән шул уҡ күнекмәләрҙән күпкә өҫтәнерәк тора, сөнки һыуҙа быуын һәм умыртҡа һөйәгенә көс төшмәй, ә көс күберәк мускулдарға төшә.

  • Бындай күнекмәләр ауырлығы артыҡ булған балалар өсөн бик тә файҙалы. Һыу гимнастикаһы менән шөғөлләнеү балаға физик файҙанан тыш уның нервы системаһына ҙур файҙа килтерә.

  • Гидрокинезотерапияла көндә хәрәкәт итмәгән мускулдар эш итә. Был төрлө яҡлап баланың мускул системаһын нығыта һәм үҫтерә.

  • Арҡа һөйәгендәге етешһеҙлектәрҙе төҙәткәндә был алым иң файҙалы булып тора, сөнки һыу эсендә баланың тәне ауырлығын һиҙелмәй. Шунлыҡтан мускулдар тулыһынса ял итәләр.

  • Гидрокинезотерапия технологияһында уйын алымдарын ҡулланыу яҡшы һөҙөмтәгә килтерә, сөнки бала өсөн уйын – иң төп эшмәкәрлек төрө.

Был технология балаларға нимә бирә?

  • балаларҙың организмы сыныға;

  • тын алыу һәм ҡан тамыры эшмәкәрлеген төҙәтелә;

  • йөҙөү күнекмәләре нығытыла;

Йөҙөү беҙҙең балалар баҡсаһында һәр төркөмдә дөйөм ойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге селтәре буйынса аҙнаһына 1 тапҡыр үткәрелә. Был технологияны мин йөҙөү эшмәкәрлеге ваҡытында ҡулланырға тырышам, сөнки әйтеп китеүемсә ул балаларҙың һаулығына ғына тугел, шулай уҡ ул балаларҙың күңелдәренә якшы йоғонто яһаусы технологиялыр тип уйлайым. Гидрокинезотерапия технологияһы балаларға ла, өлкәндәргә лә тап килгән һауыҡтырыу ысулы, ул башҡа төр һауыҡтырыу эшмәкәрлектәренән ҡалышмай. Уның абруйы ҙур, шунлыҡтан ул саф һауала ябай физик күнегеүҙәр яраҙмында шөғөлләнгән кешеләр өсөн уңайлы. Һыуҙың физик һәм химик үҙенсәлектәре арҡаһында кеше хәрәкәтен еңел һәм эффектлы итә. Ошо алымды ҡулланыу балаларҙың тулыһынса үҫешенә, хәрәкәттәренең сифатын үҫтереүҙә, һаулығын һаҡлауҙа ярҙам итә.

Шулай итеп, был технологияны ҡулланыу бик кәрәклелер тип уйлайым һәм дә бассейндары булған балалар баҡсаларына ла шулай уҡ тәҡдим итәм.

Алып барыусы (модератор): Шулай итеп, гидрокинезетерапия дауалаусы физкультураның бер төрөнә инә. Был технология балаларҙың хәрәкт активлығын күтәрә һәм төрлө ауырыуҙарға ҡарата ҡаршы торорға ярҙам итә. Гидрокинезетерапия менән шөғөлләнеү балалар һәм өлкәндәр өсөн дә бик файҙалы.

Бөтәһе лә аңлашылдымы? Ниндәй һорауҙарығыҙ бар? (һорауҙарға яуаптар)

Алып барыусы (модератор):

Музыкаль эшмәкәрлек – художестволы – эстетик үҫеш өлкәһенең бер йүнәлеше.Балалар баҡсаһында музыкаль эшмәкәрлектә ҡулланылған технологиялар тураһында һеҙгә музыка етәсеһе бәйән итәсәк. Рәхим итегеҙ, Рәмилә Әбделхәй ҡыҙы.

  • Музыка етәксеһе Ғөбәйҙуллина Р.Ә. сығышы.

Тема “Эвритмия һәм ҡулдар хоры технологиялары балалар өсөн нимә бирә?”

Соседние файлы в предмете [НЕСОРТИРОВАННОЕ]