Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
festival_idej.doc
Скачиваний:
0
Добавлен:
01.07.2025
Размер:
2.21 Mб
Скачать

МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ МӘКТӘПКӘСӘ БЕЛЕМ БИРЕҮ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ

СУЛПЫЛАР” БАЛАЛАР БАҠСАҺЫ

ЗАМАНСА ТЕХНОЛОГИЯЛАР

ҠУЛЛАНЫУ БУЙЫНСА

ПЕДАГОГИК ОҪТАХАНА

БӨРТӨКЛӘП ЙЫЙЫЛА АЛТЫН”

СИБАЙ – 2016 ЙЫЛ

МАҠСАТ:

  • Мәктәпкәсә йәштәге балаларға белем биреүҙә заманса инновациялы технологиялар ҡулланыу буйынса педагогтар менән тәжрибә уртаҡлашыу

БУРЫСТАР:

  • Мәктәпкәсә белем биреүҙең һәм педагогтарҙың профессиональ оҫталыҡтары сифатын күтәреү;

  • Белем биреү барышында фәнни- методик тәьминәтте яңыртыу;

  • Ижади эшләүсе педагогтарҙы күтәреү.

  • Алдынғы эш тәжрибәһен асыҡлау һәм таратыу;

  • Балалар баҡсаһында инновациялы технологиялар ҡулланыу материалдарын системаға һалыу;

  • Инновациялы технологиялар ҡуланып мәктәпкәсә йәштәге балаларға белем биреү барышын тьәмин итеү.

Йыһазландырыу: Мультимедиа проекторы, таҡтала “сумаҙан”, “ит турағыс” , “кәрзин” һүрәттәре эленгән.

Таратма материал: бөтә ҡунаҡтарға етәрлек: өс төрлө төҫтәге (ҡыҙыл, һары , йәшел) таҫмаларҙа сулпылар; балалар баҡсаһында ҡулланылған яңы технологиялар буйынса биш йүнәлештә буклеттар, тәңкәләр ( һәр кешегә 5 шт., программалар менән таратып бирелә), 6 төҫтәге 6 ҡалпаҡ: ҡыҙыл, һары, аҡ, йәшел, күк, ҡара, фестиваль программаһы.

Әҙерлек эштәре

  1. һәр өлкә буйынса күргәҙмә әҙерләргә (папкалар, уйындар);

  2. Һәр өлкә буйынса яңы технологиялар ҡулланылған сараларҙан өҙөк төшөрөлгән видеояҙмалар, фотолар әҙерләргә;

  3. Яңы технологиялар ҡулланылған саралар буйынса докладтар әҙерләргә;

  4. Һәр сығыш яһаусыға сығыщы буйынса презентация әҙерләргә;

  5. Һәр өлкәлә ҡулланылған технологиялар буйынса буклеттар әҙерләргә:

6. Алты ҡалпаҡ, тәңкәләр, сулпылар әҙерләргә;

7. “Ит турағыс”, “Сумаҙан”, “Кәрзин” һүрәттәре;

8. Балалар баҡсаһы эшмәкәрлеге буйынса видеофильм төшөрөгә.

Мин- Мөғжизә, мин - Кеше,

Донъяның миндә - эше,

Ер шарына ныҡ баҫам,

Донъяны көн дә асам!”

(Рәсимә Ураҡсина)

Ребенок – это не сосуд, который нужно заполнить, а огонь, который нужно зажечь

(Плутарх)

«Единственный путь, ведущий к знанию, - это деятельность»   (Б.Шоу)

Фестиваль программаһы

Үткәреү ваҡыты

Белем биреү өлкәләре һәм ҡулланылған технологиялар

Эш формаһы

Үткәреү урыны

Яуаплылар

1

9.00

Фестивалде асыу

Музыка залы

Балалар баҡсаһы мөдире

Биушкина Н.Ә.

2

9.10-9.25

Телмәр үҫтереү

(Пропп карталары, дидактик синквейн, метафоралар төҙөү, ребус алымы)

Ойошторолған белем биреү эшмәкәрлегенән өҙөк

Батша ҡыҙын ҡотҡарыу”

өлкәндәр төркөмө

Танһыҡҡужина З.Ғ.

Йәнбәкова М.А.

Танып белеү үҫеше

(ТРИЗ, проекттар технологияһы)

Ойошторолған белем биреү эшмәкәрлегенән өҙөк

Карта буйлап сәйәхәт”

Ҡояшҡай”

төркөмө

Тәрбиәселәр

Ҡәйепҡолова З.Ғ.

Дәүләтҡолова Н.Р.

Художестволы - эстетик үҫеш

(полихудожестволы белем биреү, еүеш марля менән һүрәтләү, айрис - фолдинг)

Ойошторолған белем биреү эшмәкәрлегенән өҙөк

Ҡышҡы урмандың тылсымлы буяуҙары”

Уртансылар төркөмө

Тәрбиәселәр Газина Г.Р.

Мөхәмәтшина Я.Б.

3

9.30-9.40

Физик үҫеш өлкәһе

(гидрокинезотерапия)

Бассейнда кинетик күнегеүҙәр

Бассейн

Физик тәрбиә биреү инструкторы

Мөхәмәтйәнова Э.Г.

4

9.40.-10.00

Тәнәфес

Икенсе кескәйҙәр төркөмө

Йәнбәкова М.А.

Мөхәмәтшина Я.Б.

Дәүләтҡолова Н.Р.

МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМЛЫ МӘКТӘПКӘСӘ БЕЛЕМ БИРЕҮ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ “СУЛПЫЛАР” БАЛАЛАР БАҠСАҺЫ

ПЕДАГОГИК ИДЕЯЛАР ФЕСТИВАЛЕ

Үткәреү ваҡыты

Белем биреү өлкәләре һәм ҡулланылған технологиялар

Эш формаһы

Үткәреү

урыны

Яуаплылар

5

10.00-10.30

Интервизия “ Һүрәтләү, аралашыу (коммуникатив) , танып белеү һәм хәрәкәт эшмәкәрлектәрендә инновациялы технологиялар”

Музыка залы

Тәрбиәселәр

Танһыҡҡужина З.Ғ.

Ҡәйепҡолова З.Ғ.,

Газина Г.Р.

Физик тәрбиә

биреү

инструкторы

Мөхәмәтйәнова Э.Г.

6

10.30-10.55

Музыкаль эшмәкәрлектән өҙөк:

(эвритмия,ҡулдар хоры, ритмодекламация)

Интервизия “Музыкаль эшмәкәрлектә ҡулланылған технологиялар”

Музыка залы

Музыка етәксеһе

Ғөбәйҙуллина Р.Ә.

Тәрбиәсе

Малабаева Н.З.

7

10.55-11.15

Социаль – коммуникатив үҫеш:

1.Балаларҙың хәүефһеҙлеген һаҡлауҙа уйын технологиялары (Луллия түңәрәктәре, морфологик юлдар ҡулланыу)

2. Г.Доман карточкалары менән уйындар

Интервизия

Уйнат, өйрәт баланы!”

Музыка залы

Тәрбиәселәр

Бикбова С.Р.

Әбдрәшитова Р.Х.

8

11.15-11.30

Рефлексия

Алты эшләпә”, “Сумаҙан. Ит турағыс. Кәрзин”

Музыка залы

өлкән тәрбиәсе

Кәримова Й.С.

тәрбиәсе

Бикбова С.Р.

9

11.30

Фестивалде ябыу

Музыка залы

Ҡала мәғариф

бүлеге методисы

Янбаева Л.Ш.

Педагогик идеялар фестивале “Бөртөкләп йыйыла алтын”

Үткәреү формаһы – педагогик оҫтахана.

План

1. Фестивалде асыу

2. Асыҡ саралар:

- Телмәр үҫтереү “Батша ҡыҙын ҡотҡарыу” (өлкәндәр төркөмө тәрбиәсеһе Танһыҡужина З.Ғ.);

2. Кеше һәм тәбиғәт (танып белеү эшмәкәрлеге) “Карта буйлап сәйәхәт” (өлкәндәр төркөмө тәрбиәсеһе Ҡәйепҡолова З.Ғ.);

3. Һүрәтләү эшмәкәрлеге “Ҡышҡы урмандың тылсымлы буяуҙары” (уртансылар төркөмө тәрбиәсеһе Газина Г.Р. );

4. . Интервизия “Һүрәтләү, аралашыу (коммуникатив) һәм танып белеү эшмәкәрлектәрендә инновациялы технологиялар” (тәрбиәселәр Танһыҡҡужина З.Ғ., Ҡәйепҡолова З.Ғ., Газина Г.Р., физик тәрбиә биреү инструкторы Мөхәмәтйәнова Э.Г.);

5. Интегратив саранан өҙөк (музыка етәксеһе Ғөбәйҙуллина Р.Ә., мәктәпкә әҙерлек төркөмө тәрбиәсеһе Малабаева Н.З). Интервизия “Музыкаль һәм хәрәкәт эшмәкәрлектәрендә ҡулланылған яңы технологиялар балаларға нимә бирә?”;

6. Интервизия “Уйнат, өйрәт баланы!”(тәрбиәселәр Әбдрәшитова Р.Х., Бикбова С.Р.)

7. Рефлексия “Алты эшләпә”, “Сумаҙан. Ит турағыс. Кәрзин” (өлкән тәрбиәсе Кәримова Й.С., тәрбиәсе Бикбова С.Р.);

8. Фестивалде ябыу. (ҡала мәғариф бүлеге методисы Янбаева Л.Ш., балалар баҡсаһы мөдире Биушкина Н.А.).

  1. Балалар баҡсаһы мөдире Н.Ә.Биушкина фестивалде аса.

Хәйерле иртә, хөрмәтле коллегалар! Беҙ һеҙҙе “Сулпылар” балалар баҡсаһында күреүебеҙгә ихлас күңелдән шатбыҙ. Һәр берегеҙ тик яҡшы тьәҫораттар алып, күңелдәрегеҙ байып, эштә ҡулланырлыҡ яңы идеялар, технологиялар менән тулыланып ҡайтырһығыҙ тип ышанам.

Кешелектең иң ҙур байлығы ла, өмөтө лә – балалар. Тыумыштан һәр

сабыйға Хоҙай тарафынан етерлек аң да, зиһен дә өлөш итеп бирелә.

Ололарҙың төп бурыстарының береһе – шул зиһенде ваҡытында асыу,

аңын үҫтереү, ҡанаттарын нығытыу, һәләттәрҙең һүнеп ҡалыуына юл

ҡуймау. Тәрбиә эшенең төп бурысы, асылда, бала шәхесенең барлыҡ эске

тәбиғи көстәрен хәрәкәткә килтереүҙән, уны рухи һәм физик яҡтан әҙерләп,

яңы йәмғиәт шарттарында интеллектуаль-әхлаҡи шәхес булараҡ эш итә

алыусы ирекле бер зат итеп тәрбиәләү.

Федераль дәүләт белем биреү стандартарына ярашлы белем биреү эшмәкәрлеге төрлө йүнәлештә һәм бере – береһе менән тығыҙ бәйләнештә алып барыла. Беҙ һеҙҙе төрлө йүнәлештәге эшмәкәрлектәрҙә педагогтар ҡулланған инновациялы технологиялар менән таныштырып үтмәксебеҙ. Программа менән таныштырыу өсөн һүҙҙе өлкән тәрбиәсегә бирәм.

  1. Өлкән тәрбиәсе Й.С.Кәримова ҡунаҡтарҙы фестиваль программаһы менән таныштыра.

Һаумыһығыҙ, ҡәҙерле ҡунаҡтар! Беҙ һеҙҙе үҙебеҙҙең “педагогик оҫтаханабыҙҙа” күреүебеҙгә бик шатбыҙ. “Оҫтахана” булғас, “оҫталар” ҙа була бит инде. Һеҙҙең иғтибарығыҙға “оҫталар” әҙерләгән һәм инновациялы технологияларға ҡоролған эштәр тәҡдим итәбеҙ.

Һеҙҙең ҡулдарығыҙҙа фестиваль Программаһы һәм “сулпылар”. Улар өс төҫтәге таҫмаларға эленгән: ҡыҙыл, йәшел һәм һары. Программала ла шул уҡ төҫтәрҙәге эштәр бар. Кемдә ҡыҙыл төҫтәге таҫмаларҙа сулпылар, улар – телмәр үҫтереү өлкәһе буйынса эшмәкәрлектән өҙөк ҡараясаҡтар, кемдә - йәшел төҫтәгеге таҫмалар, уларға художестволы – эстетик үҫеш өлкәһе буйынса эшмәкәрлек тәҡдим итәбеҙ, ә кемдә һары таҫмаларҙа тәңкәләр, улар танып белеү өлкәһе буйынса технологиялар менән танышасаҡтар. Һеҙҙе оҙатыусыларҙа ла шул уҡ төҫтәр. Аҙаҡ бөтәбеҙ ҙә музыка залына йыйыласаҡбыҙ һәм артабанғы эшебеҙ программаға ярашлы ошонда дауам итәсәк.

  1. Программаға ярашлы өс йүнәлештә эш тәҡдим ителә: телмәр үҫтереү, һүрәтләү эшмәкәрлеге, танып белеү эшмәкәрлеге.

  2. Музыка залына йыйылыу.

Өлкән тәрбиәсе Й.С.Кәримова

Хөрмәтле коллегалар. Артабанғы эшебеҙҙе дауам итер алдынан оҫтаханала барасаҡ инновациялы эш формаһы менән таныштырып китергә рөхсәт итегеҙ.

Был – ИНТЕРВИЗИЯ,

Соседние файлы в предмете [НЕСОРТИРОВАННОЕ]