Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
Гималова М.Г. Баш орт би тен у ытыу методика ы.doc
Скачиваний:
4
Добавлен:
01.07.2025
Размер:
1 Мб
Скачать
☆

VIII синыфта б. Бикбайҙың «Ҡаһым түрә» тарихи дра¬маһы һәм «Ер» поэмаһы өйрәнелә. Был синыф уҡыусылары¬на яҙыусының биографияһы тураһында тулыраҡ мәғлүмәт бирелә.

Б. Бикбай башҡорт әҙәбиәтен һәм сәнғәтен үҙенең күп шиғырҙары һәм поэмалары, тарихи драмалары, хикәйә, роман, либреттолары менән байытҡан яҙыусы. Уның бөтә әҙәби эш¬мәкәрлеге башҡорт әҙәбиәте үҫеше менән тығыҙ бәйләнгән.

Контраст алымы уның 1936 йылдарҙа яҙылған «Ер» поэ¬маһында айырыуса уңышлы ҡулланыла. Поэма тәүге юлда¬рынан уҡ беҙҙе башҡорт халҡы тарихының ауыр, ҡанлы ва¬ҡиғалары эсенә ылыҡтыра. Әҫәрҙә халыҡ яҙмышы Тыуған ер яҙмышы менән бергә үрелеп, тығыҙ бәйләнештә һүрәтләнә.

Башҡорт халҡының бөтә тарихы - ер өсөн көрәш тари¬хы ул. Шуға күрә тыуған ер темаһы халыҡ ижадында ла. әҙәбиәттә лә гәп тема була килде. Халыҡ һөйөклө тыуған ер тураһында легендалар, героик поэмалар ижад итте, уны үҙенең бөтмәҫ-төкәнмәҫ йырҙарында данланы.

Б. Бикбай ҙа халыҡ яҙмышын киң эпик планда дөйөм¬ләштереү өсөн халыҡ йырҙарында һәм героик поэмаларында данланған ер образына мөрәжәғәт итә. Поэманың сюжет нигеҙе итеп халыҡ тормошо тарихындағы ҙур ваҡиғалар алына. Уның тәүге бүлектәрендә халыҡтың ерҙе азат итеү өсөн көрәше ҙур драматик көсөргәнешлелек менән һүрәт¬ләнә. Халыҡтың героик көрәшен һүрәтләүсе был поэма художество тел сараларының да, интонацион-ритмик саралар¬ҙың да ғәжәп бай һәм төрлө булыуы менән айырыла. Ул күп төрлө тауыштарҙы эсенә ала һәм халыҡтың батырлығы¬на дан йырлаусы героик симфонияны хәтерләтә. Поэмалағы тарихи ваҡиғаларҙың алмашынып тороуын шағир интонация һәм шиғыр ритмының алмашыныуы менән дә күрһәтә.

Поэма трагик ноталарҙа башланып китә һәм:

Үткәндәрҙең һәр бер көнөнән дә Илау тауышы яңғырай бик ауыр. Әйтерһең дә, илай миллион ҡолдар. Әйтерһең дә, һыҡтай мең ауыл. Ил иланы. Ҡара ер иланы... Иламаған ярлы ҡалманы, Улар зары ҡурай моңо булып Яңғыратты Урал тауҙарын, -

тигән юлдарҙа был трагик ноталар артабан көсәйә. Ләкин был ауырлыҡтар халыҡта моң-зар, ҡайғы-һағыш менән бергә азатлыҡ өсөн көрәш утын да ҡабыҙҙы.

Поэманың төп геройы - халыҡ. Яҙыусы әҫәрҙең башы¬нан алып аҙағынаса халыҡ яҙмышын, уның ауыр көрәш юлын күрһәтә.

Ошо образдар менән бер рәттән поэмала индивидуалләш¬терелгән образдар ҙа алына. Поэмала халыҡ образы менән бергә ер образына мөрәжәғәт итеү яҙыусыға ундағы төп те¬маны тулыраҡ асыу мөмкинлеген бирә. Ер образы поэманың башынан алып аҙағына тиклем килгән үҙәк образдарҙың бе¬реһе. Ул халыҡ ижады әҫәрҙәренә хас алымдар менән һүрәтләнә. Мәҫәлән:

Башҡортостан тәне ҡара янған Меңәрләгән ҡамсы әҙенән. Беҙҙең ҡанды әгәр бергә йыйһаң. Ҡыҙылайыр ине диңгеҙҙәр. Батша итегенең ауырлығын Икеләтә индә татыныҡ, Урыҫ байы теҙгә йөгөндорһә. Башҡорт байы ергә ятҡырҙы...

Был юлдарҙа халыҡтың быуаттар буйы икеләтә иҙелеү аҫтында йәшәүе, шуның һөҙөмтәһендә бөтөнләй бөлгөнлөккә төшөрөлөүе халыҡ ижады әҫәрҙәре рухында тасуирланған.

Шағир ҡатмарлы проблемаларҙы ҙур художестволы оҫта¬лыҡ менән яҡтырта, шуға күрә поэманың йәштәрҙе идея-эс¬тетик яҡтан тәрбиәләүҙә, милли аң, милли ғорурлыҡ хистә¬рен үҫтереүҙә әһәмиәте ҙур.

Поэманың ошо бүлектәрен (1-4-се бүлектәр) үтеүгә ҙурыраҡ иғтибар бирелә. Социалистик реализм методы йо¬ғонтоһо нығыраҡ һиҙелгән һуңғы бүлектәрҙә бөгөнгө көн та¬лаптарына тап килмәгән ҡанундар: әҫәрҙе сәйәсиләштереү, уны синфи көрәш ҡоралы, идея көрәше итеп ҡарау тенден¬цияһы бер ни тиклем сағылыш алған.

Әҫәрҙе эмоциональ ҡабул итергә ярҙам итеүсе төп сара¬ларҙың береһе уны аңлы һәм тасуири уҡыу. Был ғына әҫәрҙең идея-эстетик мәғәнәһен тулыһынса асырға мөмкинлек бирмәй, уны тик әҫәргә анализ яһағанда ғына тулы килеш асырға мөмкин. Поэманы өйрәнгәндә тарихи һәм идея-эсте- тик характерҙағы комментарийҙарға ҙур урын бирергә кәрәк.

Әҫәрҙең жанр үҙенсәлегенә бәйле рәүештә уның теленә тәрән мәғәнәлелек, юғары эмоционаллек хас.

Тексҡа комментарий биреү уҡыусыларҙың ҡайһы бер үҙ аллы эштәре менән ҡушып алып барыла.