- •1921 Йылдың 6 июлендә ркп(б)-ның Башҡортостан Әлкә Комитеты ҡарары буйынса башҡорт теле дәүләт теле тип иғлан ителде, һәм башҡорт халҡы үҙ телендә белем алыу мөмкинлегенә эйә булды.
- •VI синыфта уҡытыуҙы тәүге дәрестән үк Шакир Бикҡол¬доң «Яңырыу», Риф Мифтаховтың «Башла!», «һүҙ» шиғыр¬ҙары менән, VII синыфта Мәүлит Ямалетдиновтың «Көрәш,
- •V синыфта уҡыусыларға ябай план төҙөү күнекмәләре бирелә, VI синыфта ҡатмарлы план төҙөү алымдары күрһәтелә, ә VIII синыфта инде пландар анализ менән баһа биреүҙе лә үҙ эсенә алырға мөмкин.
- •V синыфта д. Карпайҙын «Урманда» хикәйәһен өйрәнеү
- •VI синыфта Шакир Бикколовгын «Яңырыу» шиғырын өйрәнеү
- •VIII синыфта б. Бикбайҙың «Ҡаһым түрә» тарихи дра¬маһы һәм «Ер» поэмаһы өйрәнелә. Был синыф уҡыусылары¬на яҙыусының биографияһы тураһында тулыраҡ мәғлүмәт бирелә.
- •VIII синыфта б. Бикбайҙың «Ҡаһым түрә» драмаһын өйрәнеү
- •1942 Йылдың көҙөндә, госпиталдә ятҡанда, ул «Үлмәҫбай» поэмаһының тәүге ике бүлеген тамамлай. Әҫәргә анализ яһау өсөн түбәндәге һорауҙарҙы бирергә мөмкин:
- •1919 Йылдың аҙағында Стәрлетамаҡта ойошторолған Бе¬ренсе Башҡорт театры башҡорт драматургияһының тыуыуы өсөн нигеҙ булды.
- •1. Уҡытыусы 1941 йылдың 22 июнендә фашистик Герма- нияның беҙҙең илгә көтмәгәндә һөжүм яһауы хаҡында ҡыҫҡаса тарихи белешмә бирә.
- •IX синыфта үтелгән «Ҡисса-и-Йософ» поэмаһы тураһында кыҫкаса белешмә
- •1959 Йылдың февралендә 50 йәше тулыуын байрам итергә йыйылған халыҡ алдына сығып, шағир: «Бөтәһе өсөн дә мин һеҙгә баш эйәм, ҡәҙерле иптәштәр!» - тип, үҙенең тэрән ихтирамын һәм рәхмәтен белдерә.
- •I. Әҫәрҙә сағылдырылған осор һәм уға хас билдәләр:
- •XI синыфта м. Кәримдең башланғыс ижады, һуғыш осо¬ро һәм унан һуңғы гүзәл лирикаһы, лиро-эпик поэмаларын өйрәнәләр.
- •XI синыфта Рауил Бикбаев ижадын өйрәнеү
- •1955 Йылда Өфөгә ҡайтып, төрлө гәзиттәрҙә, китап нәшриәтендә мөхәррир булып эшләй. 1954 йылда «Йүрүҙән», 1958 йылда «Ташсэскә» исемле китаптары баҫылып сыға.
V синыфта д. Карпайҙын «Урманда» хикәйәһен өйрәнеү
Хикәйә бер генә ваҡиғаны һүрәтләүгә ҡоролған эпик әҫәр. Унда, ғәҙәттә, ике-өс кенә персонаж ҡатнаша, уларҙың тормошо менән бәйле бер генә ваҡиға һүрәтләнә.
А. Карнайҙың «Урманда» әҫәре аллегорик хикәйә. Уның сюжеты ябай: унда көҙгө урман, ундағы йәнлектәр, уларҙың ҡылыҡтарына хас сифаттар, сәтләүек йыйыусы малайҙың көҙгө урманда күргән хәл-ваҡиғалары тасуирлана.
Хикәйәнең үҙенсәлектәрен таныш әкиәт һәм мәҫәлдәр менән үҙ-ара сағыштырып өйрәнеү айырыуса эффектлы, улар¬ҙың «Урманда» хикәйәһе менән оҡшаш, айырым яҡтарын тулыраҡ асыҡларға мөмкинлек бирә.
А. Карнайҙың «Урманда» әҫәрен өйрәнеү аша укыусылар¬ҙың тормош тураһындағы төшөнсәләрен артабан байытыу, уларҙы көҙгө тәбиғәттең матурлығын тойорға өйрәтеү бурысы ҡуйыла. Был әҫәр көҙ көнө үтелә, шунлыҡтан унда һүрәт¬ләнгән картиналарҙы уҡыусыларҙы уратып алған тәбиғәт күренештәре менән бәйләп уҡытыу уңайлы.
Теманы үтер алдынан урманға экскурсия яһау айырыуса әһәмиәтле. Уҡытыусы алдан уҡыусыларға урманды күҙәтергә, унан көҙгө урмандың билдәләрен күрһәткән япраҡгар, ағас ботаҡтары алып килергә ҡуша. Уҡыусылар билдәләнгән көнгә балан, муйыл, саған, йүкә. имән, ҡайын һ. б. ағастар¬ҙың ботаҡтарын алып киләләр, үҙҙәре күҙәткән урман тура¬һында тәьҫораттары менән уртаҡлашалар.
Тәүге дәрестә инеш һүҙендә уҡытыусы А.Карнайҙың тор¬мошо һәм ижады тураһында һөйләй. Хикәйәләге КӨҘГӨ ур¬ман менән таныштырыу әсән уҡытыусы әҫәрҙе тасуири уҡып сыға, уны уҡыусыларҙың тәьҫирҙәре менән бәйләү өсөн әңгәмә үткәрә. Тасуири уҡығандан һуң әҫәр бүлектәргә бүлеп уҡыла, һәр бүлектең төп мәғәнәһе асыҡлана. Мәҫәлән, бер уҡыусы әҫәрҙе баштан башлап «ысынлап та көҙ етте тип бел» тигән урынға тиклем уҡый. Синыфҡа: Был бүлектә нимә тураһын¬да һөйләнә? Уны нисек исемләргә мөмкин? тигән һорауҙар ҡуйыла. «Был бүлектә көҙгө тәбиғәт тасуирлана. Шуның өсөн уны «Урманда көҙ» йәки «Көҙ билдәләре» тип исемләргә мөмкин» тигән яуап алына.
Икенсе уҡыусы сәтләүек йыйған малайҙың уйҙарын са¬ғылдырған бүлекте уҡый һәм ундағы төп фекерҙе асып бирә, аҙаҡтан уға исем ҡушыла.
Өсөнсө уҡыусы сәтләүек йыйыусының тейен менән осра¬шыуы тураһында уҡый. Артабан да әҫәр бүлекләп уҡыла. Һәр бүлеккә исем биргән һайын таҡтаға план яҙыла бара.
1. Урманда көҙ.
2. Урманда сәтләүек йыйыу.
3. Сәтләүек йыйыусының тейенде осратыуы.
4. Ирләнде осратыу.
5. Ирлән менән тейен дошманлығы.
6. Һоро йыландың тейенде эҙәрлә үс.
7. Ирлән менән һоро йылан һәләкәте.
План төҙөүҙә бөтә уҡыусыларҙың да ҡатнашыуы мотлаҡ. Өйҙә уҡыусыларға уның һәр пунктына ҡарата һүрәттәр эшләп килергә ҡушыла, шул рәүешле картиналы план бар¬лыҡҡа килә. План үтелгән әҫәрҙең йөкмәткеһен эҙмә-эҙлекле итеп һөйләп биреү, уның композицияһын күҙ алдына килте¬реү яғынан әһәмиәтле. Ләкин план әҫәрҙең бөтөнлөгөн юйырлыҡ, уҡыуҙан алған тәүге тәьҫирҙәрҙе боҙорлоҡ артыҡ деталле булырға тейеш түгел. Уҡыусылар йөкмәткене үҙләш¬тергәс, хикәйәнең идеяһын, темаһын, образдар системаһын үҙләштереү маҡсатында түбәндәге һорауҙар нигеҙендә әңгәмә үткәрелә:
1. Әҫәрҙәге ваҡиғалар ҡайҙа һәм ниндәй ваҡытта алып барыла?
2. Унда төп ҡатнашыусылар кемдәр?
3. Әҫәрҙәге ваҡиға кем тарафынан һөйләнә?
4. Әҫәрҙә тейен нисек тасуирлана? Уның һүрәтен нисек эшләр инегеҙ (тейендең башы. мороно, күҙҙәре, ҡолаҡтары, кәүҙәһе, ҡойроғо нисек һүрәтләнә)?
5. Ирлән нисек тасуирлана? Уға ниндәй сифаттар хас?
6. һоро йыландың ҡылыҡтары нисек?
7. Ирлән менән һоро йылан нисек һәм ни осөн һәләк булалар?
8. Тейен, ирлән, һоро йылан хаҡында ҡарашығыҙҙы әйтеп бирегеҙ.
9. Ошо йәнлектәр образы аша яҙыусы нимә әйтергә теләгән?
Өйҙә тикшерелгән ыңғай йәки кире образдарға ҡылыҡ¬һырлама төҙөп килергә ҡушыла.
Был теманы үткәндә текст өҫтөндә күҙәтеү юлы менән тасуирлау тураһында төшөнсә бирелә. Бының өсөн яңынан тексҡа мөрәжәғәт итеп: «Хикәйәлә көҙгө урман нисек тасуир¬лана?» - тигән һорау ҡуйыла. Бер уҡыусы көҙгө урман тасуирланған өҙөктө китаптан уҡый.
«Был ваҡытта йүкэ, саған япраҡтары һарғая башлаған була. Тик имән ағасы ғына һаман да әле, йәй көнөндәге ке¬үек, йәп-йәшел япраҡгарға күмелеп ултыра. Шулай ҙа һиҙелә: оҙаҡламай имәндең япраҡтары һарғаясаҡ, юҡҡа ғына ул эре¬ләнеп ултыра. Ана, сәтләүек тә инде ҡойола башлаған. Сәтләүек ҡойола башланымы - ысынлап та көҙ етте тип бел». Хикәйәлә тейендең нисек тасуирланыуын белеү өсөн, тейендең «башы бәләкәй генә, мороно осло. күҙҙәре бик ма¬тур ҡарайҙар, ҡолаҡтары ослайып баҫып торалар. Кәүҙәһе оҙон ғына һәм иң ҡыҙығы - уның оҙон, ҡабарып һәм юғарыға ҡарай күтәрелеп торған ҡойроғо ине» тигән өҙөк уҡып күрһәтелә.
Ошо миҫалдар өлгөһөндә тәбиғәт күренештәренә, кешегә, предметтарға хас билдәләрҙе һүрәтләү тасуирлау тип аталыуы аңлатыла. Ошо әҫәр нигеҙендә уҡытыусы темаларын билдәләй. Өйҙә инша яҙып килергә ҡушыла. Шулай итеп, уҡыусылар¬ҙың ижади һәләтен үҫтереүҙә тасуирлау тәүге мөһим этап булып тора.
Р. Ннғмәтиҙен «Ҡыҙымдың һорауҙарына яуаптар» әҫәрен
өйрәнеү
Поэманы өйрәнеү процесында уҡыусыларҙың Тыуған ил тураһындағы төшөнсәләрен киңәйтеү, тыуған ергә мөхәббәт тәрбиәләү бурысы ҡуйыла. Унан һуң поэманың Ватан тура¬һындағы бүлеге тулыһынса уҡыла.
Әҫәр өҫтөндә эштең икенсе этабы - комментарийлы уҡыу. Бындай уҡыу төрөн ҡулланған ваҡытта әҫәрҙең мәғәнәһе асыҡлана, шағир һүрәтләгән образдарға, картиналар¬ға художество яҡтан һәм поэтик тел яғынан комментарий¬ҙар бирелә. Уҡыусыларҙың художестволы тексты асыҡ һәм эмоциональ ҡабул итеүҙәренә ирешеү өсөн, теге йәки был һүрәтләү сараларының, образлы һүҙ һәм һөйләмдәрҙең, эпи¬тет, сағыштырыу, йәнләндереүҙәрҙең роле асыҡлана.
Комментарийлы уҡыу әҫәрҙе тамамланған өлөштәргә бүлеү һәм уларға аңлатма биреү юлы менән алып барыла.
Поэманың инеш бүлегендә шағир бала образын бирә. Комментарийлы уҡыу ваҡытында ошо ҡыҙҙың тышҡы ҡиә¬фәтен күҙ алдына килтереү, уның портретын тексҡа яҡын итеп һөйләтеү талап ителә.
Әҫәрҙе өйрәнеү тыуған ер тураһында инеш әңгәмә менән башлана. Уҡытыусы, иллюстрациялар, диапозитив, фонояҙма- лар ҡулланып, уҡыусыларҙың Ватан тураһындағы төшөнсәлә¬рен тәрәнәйтә.
Икенсе бүлектә уҡыусыларҙың күңеленә бик яҡын уйын¬дар, шуға ярашлы балалар фольклоры бирелә. Был бүлекте ролдәргә бүлеп уҡытыу яҡшы һөҙөмтә бирә, дәресте йәнлән¬дерә, уҡыусыларҙы әүҙемләштерә. «Нимә ул Ватан?» тигән һорау ҡуйыла һәм дәреслектәге
Ватан ул, кыҙым. Тыуған ил, Бына беҙ торған урын. Был ерҙо ғүмер кисергән Атай-бабайҙар борон. -
тигән юлдар хор менән уҡытыла. Был бүлеккә комментарий биргәндә, Ватан төшөнсәһен нығыраҡ һәм киңерәк итеп аңлатыу өсөн, сәсәндәр әйткән һүҙҙәрҙең мәғәнәһен тулыраҡ асыу маҡсаты ҡуйыла.
Беҙҙең Ватан, ҡыҙым, матур. Ҡояштай балҡып тора. Тауҙары, зәңгәр болоттай. Күктәргә ҡалҡып тора, -
тигән юлдар менән башланған дүртенсе бүлектә Тыуған илдең тәбиғәте һүрәтләнә, шуның менән Ватандың байлығы, муллығы, киңлеге, гүзәллеге тураһында төшөнсә бирелә. Уҡы¬тыусы синыф алдында сағыштырыуҙарҙың функцияһын асыу өсөн, уларҙы табып күрһәтеүҙәрен талап итә.
Һәм, ҡыҙым. Ватан ошо ул - һин баҫып торған урын, һәм һинең көн һайын иртән Уйнарға сыҡҡан юлың,
тигән шиғыр юлдарында Ватан тураһында төшөнсә бик кон¬крет бирелә. Ватан төшөнсәһенең һәр кемдең тыуып-үҫкән һәм йәшәгән еренән башланыуы аңлатыла.
Ватандың арғы сигенән Йәйәүләп сыҡһаң эгор. Йыл йөрөрһөң, етә алмаҫһың Бирге сигенә ҡәҙәр, -
тигән юлдар аша уның сикһеҙ ҙур, киң булыуын төшөндөрәбеҙ. Етенсе бүлек илебеҙҙә йәшәгән төрлө милләт халыҡтарын уларҙың берҙәмлеген, дуҫлығын сағылдырыуға йүнәлтелгән.
Ошо рәүешле комментарийлы уҡыуҙан һуң, әҫәрҙе уҡыусылар бер бөтөн итеп ҡабул итеү өсөн яңынан уҡып сығалар, аҙаҡтан әңгәмә үткәрелә. Уны түбәндәге план буйынса ойошторорға мөмкин:
Әҫәрҙең инеш өлөшөндә бала нисек тасуирланған?
Бала атаһына ниндәй һорау бирә һәм атаһы уға нисек яуап бирә?
Нимә ул Ватан? Ватан тураһында сәсәндәр нимә әйткән?
Шағир Ватандың тәбиғәтен, байлығын, ҙурлығын нисек тасуирлаған?
Поэмала халыҡтар дуҫлығы нисек һүрәтләнә?
Ватандың данлыҡлы улдары тураһында поэмала нимә әйтелгән?
Поэманың был дәрестә үтелгән ӨЛӨШӨН йомғаҡлап, уҡыу¬сыларҙан ҡыҙ баланың портретын һәм Ватан образын тексҡа яҡын итеп ҺӨЙЛӘП биреүҙе талап итергә кәрәк. Уҡыусылар Ватан тураһында һөйләгәндә поэмалағы образлы һүҙҙәрҙе файҙаланалар. Әгәр кәрәк булһа, уҡытыусы бәйләнешле итеп һөйләргә өйрәтеү өсөн таҡтаға планды яҙып ҡуя һәм шуның менән һөйләгәндә нимәгә иғтибар итергә кәрәклекте һыҙыҡ өҫтөнә ала.
Киләһе дәрестә поэманың Мәскәү тураһындағы бүлеге үтелә. Был дәресте лә Мәскәүҙең айырым күренештәрен һүрәтләгән открытка, альбом, картиналар менән иллюстрация¬ларға кәрәк. Был иллюстрацияларҙы инеш әңгәмәлә йәки поэманы үтеп бөткәс, әҫәрҙә сағылдырылған картиналарҙан алған тойғоларҙы тәрәнәйтеү маҡсатыңда файҙаланырға мөмкин. Уҡытыусы үҙенең йомғаҡ һүҙендә әҫәр яҙылған осор һом шул осорға хас ҡараштарҙың сағылыуын да әйтеп үтергә тейеш.
Мостай Кәримдең «Өс таған» повесын өйрәнеү
«Өс таған» повесы балаларҙың тормошон, уларҙың үҙ-ара мөнәсәбәттәрен, дуҫлыҡтарын, тәбиғәткә булған мөхэббәт- тәрен, уны һаҡлау өсөн көрәшеүҙәрен, көндәлек тормошта күрһәткән батырлыҡтарын кәүҙәләндерә. Әҫәр уҡыусыларҙың күңелен байытыуҙа, тыуған ерҙең матурлығын тоя белеү, тәбиғәткә һөйөү тойғоһо, тормошҡа актив мөнәсәбәт, ғәҙел¬лек. дуҫлыҡ, әхлаҡ нормалары формалаштырыуҙа мөһим урын тота. Әҫәрҙә туған тәбиғәт картиналары, балаларҙың эске донъялары, характер үҙенсәлектәре, ыңғай ҡылыҡтары, матур эштәре, үҙ-ара дуҫлыҡтары яҡты буяуҙарҙа, күтәренке тонда һүрәтләнгән.
Текст өҫтөндә эшләү процесында уҡытыусы, иң беренсе, ваҡиғалар барған урындарҙы. Бөркөтлө ауылын, Күкрәктау һәм Кирәмәтте балаларҙың күҙ алдарына баҫтырыуҙы, шуның ме¬нән образлы ҡабул итеү һәләтлектәрен үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуя. Уҡыусыларға тексты ентекле уҡырға, унда һүрәтләнгән картиналарҙы күҙ алдына баҫтырырға һом телдән һүрәтләргә ҡушыла.
Текст өҫтөндә эшләгәндә уҡытыусы малайҙарҙы ҡылыҡ¬һырлаған урындарға төп иғтибарҙы йүнәлтеп, һәр малайҙың портретын күҙ алдына баҫтыра, унан һуң уларҙың эше, ҡылыҡтары, үҙ-үҙҙәрен тотоуҙары хаҡында әңгәмә үгкәреп, уҡыусыларҙы уларҙың һәр ҡайһыһына ҡылыҡһырлама төҙөүгә әҙерләй.
Әҫәрҙең йөкмәткеһен, образдарын ҡабул итеү өҫтөндә эшләгәндә телдән һүрәт эшләү, киносценарийҙар төҙөү кеүек алымдар айырыуса эффектлы.
Повесты өйрәнеү инеш дәрес менән башлана. Инеш дәрестә әҫәргә, яҙыусы ижадына ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыу маҡсаты ҡуйыла. Бының өсөн дәрес яҙыусының портреты, китаптарының күргәҙмәһе, айырым әҫәрҙәренә эшләнгән ил¬люстрациялар. тормошоноң төрлө осорон сағылдырған фотолар, һүрәттәр, репродукциялар менән йыһазландырыла һәм ошо күргәҙмә материалдар нигеҙендә ҡыҫҡа ғына биографик мәғлүмәттәр бирелә.
Инештең икенсе өлөшөндә уҡыусыларҙы «Өс таған» по- весын ҡабул итеүгә әҙерләү маҡсаты ҡуйыла. Был өлөштә уҡытыусы уҡыусыларҙың иғтибарын тәбиғәт күренештәрен, балаларҙың матур ҡылыҡ һәм эштәрен сағылдырған картина¬ларҙы, һүрәтләнгән хәл-ваҡиғаларҙы иҫкә төшөрөүгә йүнәлтә. Картина буйынса йәки уҡыусыларҙың тәьҫирҙәре нигеҙендә ҙур булмаған әңгәмә ойоштороу, йәки әҫәрҙең йөкмәткеһенә яҡын темаларға шиғырҙар һөйләү, йыр тыңлау, «Өс таған» повесын, уға ҡарата эшләнгән иллюстрацияларҙы эпидиаскоп аша күрһәтеү уҡыусыларҙың ҡыҙыҡһыныуын көсәйтә, әҫәрҙе эмоциональ ҡабул итеү өсөн ерлек әҙерләй.
Әҫәрҙең йөкмәткеһе менән таныштырыу маҡсатында уның тәүге бүлектәре синыфта тасуири уҡыла, уҡып өлгөрмәгән бүлектәрҙе уҡыусылар өйҙә үҙ аллы уҡыйҙар. Повестың өйҙә тулыһынса уҡылыуын тәьмин итеү өсөн уҡытыусы алдан тексҡа ҡарата һорауҙар әҙерләй. Был һорауҙар буйынса уҡыусылар яуаптар әҙерләп килә.
Әҫәрҙе тәүге ҡат уҡыу процесында тыуған эмоциональ тойғо текст өҫтөндә эшләү нигеҙендә тәрәнәйтелә. - образлы ҡабул итеү һәм фекерләүҙәре үҫтерелә. Матурлыҡты күрә һәм һоҡлана белеү тойғоһо тәрбиәләнә. Бының өсөн балалар¬ға тексты уҡыу алдынан иғтибар менән тыңларға һәм һүрәтләнгән картиналарҙы күҙ алдына килтерергә, аҙаҡтан уны һүрәт итеп эшләгәндә нисек, ниндәй буяуҙар ярҙамында эшләйәсәге хаҡында һөйләргә эш биреп образлы фекерләүҙе үҫтереү ҙә ҙур әһәмиәткә эйә.
Уҡытыусы үҙе Бөркөтлө ауылын тасуирлаған өҙөктө та¬суири уҡый һәм айырым уҡыусыларға Бөркөтлө ауылы ул¬тырған урындың, уның янындағы күлдәрҙең, тауҙарҙың, шишмәләрҙең, хайуандар һәм үҫемлектәрҙең нисек һүрәтләне- үенә иғтибар итергә, уларҙы күҙ алдына килтерергә ҡуша.
Уҡыусылар ошо һорауҙарға яуап биреп. Бөркөтлө ауылы тураһында тексҡа яҡын итеп һөйләргә өйрәнәләр.
«Күкрәктауҙағы әңгәмә» бүлегенән Күкрәктауҙы тасуирла¬ған урын һайлап уҡытыла һәм әңгәмә юлы менән Күкрәктауҙын ҡайҙа урынлашыуы, уның тәбиғәте хаҡында тулы яуап алына.
Аҙаҡтан уҡыусыларға «Бөркөтлө ауылы», «Күкрәктау», «Кирәмәт» тигән темаларға телдән инша төҙөргә эш бирелә.
Өйҙә уҡыусылар был ауыл һәм тауҙарҙың һүрәтен эшләп, уның аҫтына үҙҙәре инша яҙып киләләр.
Мәҫәлән, Бөркөтлө ауылы хаҡындағы иншаны беҙ экспе¬римент үткәргән синыфтың уҡыусыһы түбәндәгесә яҙған:
«Бөркөтлө ауылы Урал итәгендә ултыра. Уның тирә-яғын тауҙар уратып алған. Был тауҙар ҡарағас, ҡайын, ҡарағай ағастары менән ҡапланған, уның бер яғында Ҡалҡанкүл, икенсе яғында Ҡылыскүл урынлашҡан. Ауылдың тирә-яғын- да күккә үрләгән тауҙар ҙа. үҙәндәр ҙә, шишмәләр ҙә бар.
Бөркөтлө янындағы тауҙарҙа таштан ташҡа һикереп уй¬наған ҡоралайҙар, яҙғы шарлауыҡтарҙан көҙгө ҡырауҙарға тиклем тынмай һайраған ҡоштар йәм өҫтөнә йәм өҫтәйҙәр. Урманында беләк йыуанлыҡ көпшәләр үҫә, аҡландарҙа тур¬ғай башы ҙурлыҡ еләктәр бешә. Кеше аяғы баҫмаған түбәләрҙә бөркөттәр бала сығара. Саңҡ-саңҡ итеп осҡан бөркөттәр ауылға Бөркөтлө исеме ҡушҡандар».
Уҡыусылар Күкрәктауҙы тасуирлап, телдән түбәндәгесә инша төҙөйҙәр.
«Күкрәктау Ҡылыскүл янында урынлашҡан. Уның төньяҡ битләүен ҡарағай урманы ҡаплаған, ә көньяҡ биттәре тап-та¬ҡыр. Ул сәсе алынған малай башына оҡшап ҡуя. Күкрәкгау- ҙан бөтә тирә-яҡ ус төбөндәге кеүек күренеп ята. Тирмә ауылы өйҙәре умарталар кеүек кенә күренә. Ә көтөүселәр яҡҡан усаҡтың төтөнө Шәрифулланың төрөпкәһенән сыҡҡан төтөн саҡлы ғына. Күкрәктауҙан ҡарағанда Кирәмәт түбәһе әллә ҡайҙан башҡа түбәләрҙән айырылып күренә. Уның башы ҡояшта ялтырап ағарып ята, сөнки уның башында йәйге селләгә тиклем ҡар ята».
Тәбиғәтте тасуирлаған урындарҙы бер нисә уҡыусынан һөйләткәндән һуң, әҙәбиәт теорияһынан элек үтелгән тасуир¬лау төшөнсәһе ҡабатлана. Аҙаҡтан уҡыусыларға үҙҙәренең ауылының тирә-яғындағы тәбиғәтте тасуирларға эш бирелә. Әҫәрҙең тексы өҫтөндә эшләү процесында уҡыусылар бе¬лергә тейешле икенсе маҡсат - әҫәрҙә һүрәтләнгән ваҡиғалар¬ҙы, уларҙың ниндәй осорҙа, ниндәй йылдарҙа булыуын асыҡлау. Синыф алдына был әҫәрҙә ниндәй осор һүрәтләне- үен асыҡлау өсөн «ваҡиғалар ҡасан, ҡайһы йылдарҙа бара?» тигән һорау ҡуйып. унда һуғыштан һуңғы хәлдәр һүрәтләнеүен асыҡлайбыҙ.
Уҡыусылар әҫәрҙә Бөйөк Ватан һуғышынан һуңғы осор һүрәтлэнеүе хаҡында һөйләгәндә Ғабдулланың һуғышта һәлэк булған атаһын, уға батыр һуғышҡаны өсөн үлгәндән һуң «Батырлыҡ өсөн» миҙалы ебәрелеүе, был миҙалды өләсәһенең һәр көн ялтыратып, атаһының фотоһы аҫтына элеп ҡуйыуын иҫкә төшөрәләр. Шулай уҡ һуғыштан һуңғы тәүге төҙөлөш йылдарында халыҡтың тормош шарттарының ауыр булыуын, ашамлыҡ, кейем-һалымдың да бик наҡыҫ бу¬лыуын миҫалдар килтереп һөйләп бирәләр. Был бигерәк тә Вәзирҙәрҙең тормош-көнкүрешендә асыҡ күренә. Вәзирҙең күлдәге йыртылғас, оҙаҡ ваҡыт яланғас йөрөүе, әсәһенең дә өйҙәге аҙыҡтарҙы балаларҙан йәшереп йөрөүе һ. б. хаҡында миҫал килтерергә мөмкин.
Артабан уҡытыусы әҫәрҙә ниндәй ваҡиғалар һүрәтләнеүе хаҡында һорау ҡуйып, уның сюжетын асыҡлауға күсә. Уҡыусылар әҫәрҙә Бөркөтлө ауылының матур тәбиғәте эсендә йәшәгән Ғабдулла, Айҙар, Гөлнур, Вәзир, Яҡуп исем¬ле балаларҙың тормошо, ғаиләләре, уйындары, тәбиғәтте һаҡлау буйынса башҡарған матур эштәре, бер-береһен ҡот¬ҡарыу өсөн хатта үлемдән дә ҡурҡмауҙары, үҙ-ара дуҫлыҡта¬ры тураһында яуап бирәләр.
- Был ваҡиғалар хаҡында ниндәй бүлектәрҙә хикәйә ителә?
Әҫэрҙәғе ваҡиғалар «Бөркөтлө», «Күкрәктауҙағы әңгәмә», «Башлыҡ һайлау», «Вәзирҙең беренсе һәләкәте», «Өйҙә зары¬ғып көткәндәр, ахырыһы», «Өсөнсө терәү», «Дан кәпәс түгел», «Өлгөләр ҡыйрала башланы» һәм башҡа ошондай бүлектәргә бүлеп һүрәтләнгән. Барлығы 27 бүлек бирелгән. Синыфта әҫәрҙәге ваҡиғаларҙы һанап сыҡҡандан һуң айырыу¬са әһәмиәтлеләрен һөйләтеүгә күберәк ваҡыт бирәбеҙ һәм анализға әҙерлекте башлайбыҙ. Өйҙә уҡыусыларға ҡылыҡһыр¬лама төҙөүгә әҙерлек алып барыу өсөн эш һәм һорауҙар биреп ҡайтарыла. Уҡыусыларҙы геройҙарға ҡылыҡһырлама бирергә әҙерләү өсөн. Ғабдулла, Айҙар. Гөлнур, Вәзир, Яҡуптарҙың тышҡы ҡиәфәттәрен күҙ алдына баҫтырырға һәм үҙҙәре теләгән образдың һүрәтен яһап килергә эш бирергә мөмкин. Әңгәмә юлы менән иң элек тау башында ултырған Шәрифулла менән дүрт малайҙың һәр береһенең гышҡы ҡиәфәте һүрәтләнә.
Геройҙарҙың тышҡы ҡиәфәттәрен асыҡлағандан һуң, уларҙың характер үҙенсәлектәрен билдәләү өҫтөндә эш башлана. «Өс таған» әҫәрендәге бөгә малайҙарға әңгәмә юлы менән ҡылыҡһырлама төҙөлә.
- Ғабдулла ниндәй малай? Уны ни өсөн башлыҡ итеп һайлайҙар?
- Икенсе малай - Айҙар тураһында нимә әйтергә мөмкин?
- Вәзиргә ниндәй кире сифаттар хас?
Әҫәр буйынса уҡыусылар өйҙә эшләп килгән һүрәттәр нигеҙендә әңгәмә үткәрелә, иншаларҙан өҙөктәр тыңлана.
Уҡытыусы әҫәрҙең идея-эстетик мәғәнәһе, геройҙары ха¬ҡында дөйөмләштереү яһай.
Әҫәрҙе анализлау процесында әҙәбиәт теорияһынан хи¬кәйәләү, тасуирлау, портрет, хикәйә тураһындағы төшөнсәләр тәрәнәйтелә, байытыла, уҡыусының әҫәрҙе образлы ҡабул итеү һәләтлеге, фекерләү ҡеүәһе үҫтерелә.
