Баһалар
Баһалар |
“5” |
“4” |
“3” |
“2” |
5 класс |
100 |
90 |
80 |
80-дән кәмерәк |
6 класс |
110 |
100 |
90 |
90-дан кәмерәк |
7 класс |
120 |
110 |
100 |
100-ҙән кәмерәк |
8 класс |
130 |
120 |
110 |
110-дан кәмерәк |
9 класс |
140 |
130 |
120 |
120-нән кәмерәк |
Универсаль уҡыу эшмәкәрлеге
Универсаль уҡыу эшмәкәрлеге төрҙәре дүрт блокка бүленә: 1) шәхси; 2) регулятив; 3) танып белеү; 4) коммуникатив.
Шәхси эшмәкәрлек уҡыусының эске шәхси позицияһын, мәғәнәүи-ҡиммәтле йүнәлеш алыуын (әхлаҡи нормаларҙы белеү, үҙ ҡылыҡтарыңдың дөйөм ҡабул ителгән этик принциптар менән тап килеү - килмәүен билдәләй алыу, ҡылыҡтың әхлаҡи аспектын айырыу) һәм ижтимағи ролдәрҙә, шәхес-ара мөнәсәбәттәрҙә дөрөҫ йүнәлеш алыуын тәьмин итә.
Регулятив (көйләүсе) универсаль уҡыу эшмәкәрлегенә уҡыу процесын һәм дәрестән тыш эшмәкәрлекте ойоштороу өсөн кәрәкле шарттар тыуҙырыусы эш төрҙәре ҡарай:
- уҡытыусы ярҙамы менән дәрестәге эшмәкәрлектең маҡсатын билдәләү һәм формалаштырыу (элек өйрәнелгән һәм таныш булғанды әлегә тиклем таныш булмаған менән тап килтереп, сағыштырып, уҡыу мәсьәләһен билдәләй белеү);
- планлаштырыу (төп һөҙөмтәне күҙҙә тотоп, маҡсаттарҙың эҙмә-эҙлелеген асыҡлау; план төҙөү һәм эш төрҙәренең тәртибен билдәләү);
– прогнозлау (һөҙөмтәне һәм белемде үҙләштереү кимәлен алдан күҙаллау);
– контроль (эшмәкәрлек ысулының һәм уның һөҙөмтәһенең билдәләнгән эталонға тап килеү-килмәүен асыҡлау);
– төҙәтмәләр индереү (эталондан тайпылыштар булған осраҡта, планға һәм эшмәкәрлек ысулына өҫтәмәләр һәм төҙәтмәләр индереү);
– баһалау (танышты әлегәсә таныш булмағандан айыра белеү; үҙләштерелгәндең сифатын һәм кимәлен билдәләй алыу);
– үҙ-үҙеңде көйләү (үҙ көсөңдө, энергияңды, ихтыяр көсөңдө туплап, ауырлыҡтарҙы еңеп сығыу).
Танып белеү блогына дөйөм уҡыу (өйрәнеү, белем алыу) эшмә-кәрлеге, логик эшмәкәрлек, шулай уҡ проблеманы ҡуйыу һәм хәл итеү инә:
1. дәреслек менән эш итә белеү (уның төҙөлөшө, йөкмәткеһе шартлы тамғалары һ.б.);
1. текст һәм иллюстрациялар аҙағындағы һорауҙарға яуап биреү;
2. класс һәм уҡытыусы менән берҙәм эш һөҙөмтәләре буйынса һығымталар яһау;
3. мәғлүмәтте бер форманан икенсе формаға күсереү; уҡылған ҙур булмаған текстарҙың йөкмәткеһен тулы һөйләү һ.б.
Коммуникатив эшмәкәрлек социаль компетентлыҡты, аралашыусы һәм хеҙмәттәш партнерҙар позицияһын иҫәпкә ала, башҡаларҙы тыңлай һәм диалогка инә белеүҙе, проблемаларҙы коллектив менән хәл итеүҙә ҡатнашыуҙы, тиҫтерҙәрең һәм өлкәндәр менән продуктив хеҙмәттәшлек ойоштора белеүҙе тәьмин итә.
Уҡыу - уҡытыу методик ҡулланмалар исемлеге
Аҙнағолов Р.Ғ. Уҡыусы шәхесен үҫтереүҙең лингводидактик нигеҙҙәре.-Өфө:Китап, 2011.-192 бит.
Баһауетдинова М.И., Йәғәфәрова Г.Н. Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән традицион булмаған дәрестәр (методик ҡулланма).-Өфө:Инфореклама, 2003.-136 бит.
Башҡортса – русса мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге. – Өфө: Китап, 1994.
Гәрәева Г.Н.Заман көҙгөһө:геройҙың рухи донъяһы.-Өфө:Башҡорт дәүләт университеты баҫмаһы, 2003.-123 бит.
Бикҡужина Т.Ә., Ғафаров Б.Б. Әҙәбиәт дәрестәрендә картиналар ҡулланыу (5-8 кластар):Уҡыу ҡулланмаһы. Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институты. 1992.88 бит.
Ғафаров Б.Б. Лирик әҫәрҙе өйрәнеү (тексҡа аңлатма биреү алымдары).-Өфө:Башҡортостан “Китап” нәшриәте, 1996.-128 бит.
Ғафаров Б.Б. Мәктәптә әҫәрҙе йөкмәтке һәм форма берлегендә өйрәнеү. Өфө:Башҡортостан китап нәшриәте, 1992.-160 бит.
Ғафаров Б.Б. Туған әҙәбиәт дәрестәрендә лексик-фразеологик күнегеүҙәр.-Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1982 й.-88 бит.
Ғафаров Б.Б. Әҙәбиәт уҡытыу методикаһы.-Өфө: Китап, 2008.-352 бит.
Ғәбитова З.М. Телмәр үҫтереү дәрестәре. – Өфө: Китап, 2009
Журналдар «Башҡортостан уҡытыусыһы», «Аҡбуҙат», «Аманат».
12. Заман һәм әҙәбиәт. Әҙәби тәнҡит мәҡәләләре. Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1982 й.-288 бит.
13. И.Д. Бураҡаев, М.С. Бураҡаев Башҡорт мәҙәниәте. Тормош һабаҡтары. Өфө, Китап,-2001
14. Иҙелбаев М.Х. Мәктәптә әҙәбиәт дәрестәре. Башҡорт әҙәбиәтен уҡытыу методикаһы.- Өфө:Китап, 2013.-200 бит.
15. Исҡужина Ф.С., Вәлиева Г.Д. башҡорт телендә текст теорияһы һәм методикаһы. –Өфө: Китап, 2011.-168 бит.
16. Ҡолмөхәмәтова М.М., Шарапов И.Ә. Туған әҙәбиәт. 5,6 кластар. Методик күрһәтмәләр.-Өфө:Китап, 2009.-184 бит.
17. Ҡыҙыҡлы грамматика: Өфө, Китап, 1993
18. Ниғмәтуллин Ә.З. Әҙәбиәт дәрестәрендә уҡыу һәм үҙ аллы эш. (Башҡорт һәм татар әҙәбиәттәре уҡытыуслары өсөн теоретик-методик ҡулланма.)- Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1982.-176 бит.
19. Салауат Галин Башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижады. Өфө ,Китап,-2004
20. Тел төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һынамыштар. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.
21. Псәнчин В.Ш. Телдең күркәмлек саралары. Уҡытыусылар өсөн ҡулланма.-Өфө:-Башҡортостан китап нәшриәте, 1984.-128 бит.
22. Хөсәйенов Ғ.Б., М.Ғ.Ғималова, Р.З.Шәкүров. Әҙәбиәт хрестоматия. Урта мәктәптең 10-сы класы өсөн – Өфө: Китап,2008 – 336 бит
23. Хөсәйенов Ғ.Б., Ғ.С.Ҡунафин, Р.С.Искәндәров, Ғ.Й.Рамазанов Башҡорт әҙәбиәте:9-сы класс өсөн дәреслек- Өфө: Китап, 1994 168 бит.
24. Шарапов И.Ә. Дәрестәрҙә әҙәбиәт теорияһын һәм тыуған яҡты өйрәнеү.-Өфө:Китап, 2008.-96 бит.
25. Шарапов И.Ә.Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән тест һорауҙары. Уҡытыусылар өсөн ҡулланма. –Өфө:Башҡортостан “Китап” нәшриәте, 2000.-208 бит.
26. Шәрипова З.Я. Башҡорт әҙәбиәтендә һүрәтләү саралары.-Өфө, Башҡорт дәүләт университеты баҫмаһы, 2003.-123 бит.
27. Әүбәкирова З.Ф., Әүбәкирова Х.E., Дилмөхәмәтов М.И. Мин башҡортса уҡыйым – Өфө: Китап, 2007.
28. Юлмөхәмәтов М.Б. Башҡорт теле һәм туған әҙәбиәте дәрестәрен үҙ-ара бәйләнештә уҡытыу. –Өфө:Китап, 2008.-104 бит.
29. Ял минуттары өсөн күнегеүҙәр. Методик ҡулланма. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.
