Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
РП 9 класс баш яз.docx
Скачиваний:
0
Добавлен:
01.07.2025
Размер:
37.53 Кб
Скачать

Материаль-техник ҡулланмалар

  • телевизор;

  • видеомагнитофон

  • компьютер

  • магнитофон

  • мультимедия проектор

Ҡушымта

Контрол ь диктант “Ҡарҙар яуа”

Ҡарҙар яуа… Тирә-яғыңа ҡара әле, йәш дуҫым! Ер өҫтөндә, ҡоймаларҙа, түбәләрҙә – ап-аҡ ҡар. Һин шул ҡарҙың тиҙҙән боҙбармаҡҡа әйләнәсәген, тамсылар булып тамасағын беләһеңме? Тамсылар йырлай-йырлай тамасаҡ, һин уларҙың йырын бөгөн үк ишетә, ни тураһында йырлауҙарын белә алаһыңмы? Әгәр шулай икән, мин һинең өсөн шатмын: һин киләсәктә һис шикһеҙ йырсы-композитор буласаҡһың.

Ҡар аҫтында ҡалған ҡарҙарға ҡарап, һин шаулап ултырған игенде, ергә эйелеп тирбәлгән башаҡтарҙы күрәһеңме? Әгәр шулай икән, һинең игенсе булырыңа, тыуған ереңде һөйөп, уға тир түгеп йәшәйәсәгеңә шик юҡ. Әгәр һин бәҫ һырыған ағас-ҡыуаҡ ботаҡтарында йәм-йәшел япраҡтар, ҡарлы яланда аллы-гөллө сәскәләр күрә беләһең икән, мин һинең рәссам булырыңа ышанам. Рәссам ғына түгел, һин гөл-баҡсалар үҫтереүсе, тормошта бары тик матурлыҡ ҡына ижад итеүсе булырһың.

Ҡар яуа! Яуһын, яуһын ҡар! Ул беҙҙең шаулап килер яҙыбыҙ, шау сәскәле йәйебеҙ, мул уңышлы көҙөбөҙ.

(К.Шафиҡова)

Контроль диктант “Халыҡ улы”

“Ысын шағирҙы барлыҡҡа килтергән иң кәрәкле шарттарҙың береһе, һис шикһеҙ, заман булырға тейеш. Шағир башҡа теләһә кемгә ҡарағанда ла артығыраҡ рәүештә үҙ заманының улы булырға тейешле”.

В.Г.Белинскийҙың бынан бер быуаттан да артыҡ элек яҙылған был һүҙҙәре тап бөгөн әйтелгән кеүек яңғырайҙар. Эйе, шағирҙы заман, ул йәшәгән осорҙоң ысынбарлығы тыуҙыра. Заман ни тиклем оло, ни тиклем дауыллы һәм ҡатмарлы булһа, шағир ҙа шундай уҡ оло була ала. Тик бының өсөн шағирҙың үҙ заманының ололоғо менән йәшәүе, уның төп йүнәлешен, алдынғы тенденцияларын күрә белеүе, үҙен тыуҙырған, үҫтергән хеҙмәтсән халыҡтың тоғро улы булыуы шарт.

Мәжит Ғафури – тап бына шундай шағир. Ул, иң яҡшы мәғәнәлә, үҙ заманының вәкиле, хеҙмәтсән халыҡтың иң тоғро дуҫы булды. Шаулы, ҡатмарлы, елле-дауыллы, боролмалы 20 быуаттың башында тормош һәм әҙәбиәт майҙанына сыҡҡан был йәш егет үҙ заманындағы башҡорт һәм татар халыҡтары тормошоноң иң үҙәк мәсьәләләрен халыҡса итеп йырлай алды. Ысын халыҡ улдары, халыҡсан шағирҙар һәр ваҡыт тап шулай була.

(Ғ.Рамазанов)

Контроль изложение “Михась”

…Һуғыштың тәүге осоро. Мине, ауыр яраланған һалдатты, партизандар, дошман тылынан табып, үҙ лагерҙарына алып ҡайтты.

Еүеш землянкала мине партизандар фельдшеры ҡарай. Ул дарыу менән дә, йылы һүҙҙәре, яҡты өмөттәре менән дә дауалай.

Әгәр ҙә ун өс йәшлек партизан малай Михась булмаһа, моғайын, был землянкала бик оҙаҡ ятҡан булыр инем.

Әлеге землянкаға мине килтергәндең икенсе көнөндә әкрен генә, һаҡ ҡына атлап керҙе лә ул минең эргәлә торған бүкәнгә ултырҙы. Малайҙың сәстәре етен кеүек аҡһыл, ә күҙҙәре етен сәскәһе төҫлө. Төймәләй генә танау осо өҫкә сөйөлгән, ҡалын ирендәре алһыуланып тора. Миңә ул ҡыҙыҡһынып та, ҡыҙғанып та ҡарай.

-Мин скрипкала уйнай беләм,-тине ул ҡапыл балаларға хас бер ҡатлылыҡ менән.-Теләһәгеҙ, һеҙгә лә берәй көй уйнап күрһәтәм. Уйнайыммы?

Ризалығымды белдереп, мин башымды ҡаҡтым.

Михась Степан Разин тураһындағы көйҙө уйнай башланы. Йөрәктән сыҡҡан моң ағылды. Землянкаға бер паризан, уның артынан икенсеһе, өсөнсөһө, дүртенсеһе керҙе. Шым ғына керәләр ҙә ҡайҙа етте шунда урынлашалар. Бөтәһе лә Михастың уйнауын тыңлайҙар.

Бер көй икенсеһе менән алмашына торҙо. Михась йә оҙон, йә һағышлы көйҙәрҙе уйнай, йә ҡыҫҡа, шаян көйҙәр менән инеүселәрҙең күңелдәрен дәртләндерә. Ул быларҙың бөтәһен дә ысын күңелдән башҡара. Эске яныу менән ысын таланты булған һәм музыкаға ысын-ысындан ғашиҡ кеше генә шулай уйнай ала.

Михась, башын ҡыйшайтып, сикәһен скрипкаға терәй ҙә уйнауын ғына белә. Михастың йырҙары беҙҙең Тыуған илгә булған ҡайнар мөхәбәттәрҙе көсәйтә, дошманға булған нәфрәтебеҙҙе тағы ла арттыра. Нәҙек кенә кәүҙәле, мөләйем йөҙлә, иркә ҡарашлы был баланың ошондай аяуһыҙ һуғыш шартттарында ҙурҙар менән бергә көрәшеп йөрөүен күреү үҙе генә лә беҙҙең нәфрәтте унлата арттыра ине.

Михась яҡшы музыкант ҡына түгел, бик яҡшы разведчик та булды. Ниндәйҙер сәбәп менән разведкаға ҙурҙарҙы ебәреп булмағанда, гел Михась китә торғайны.

Михась йәшәүҙе иҫ киткес яратты, һуғышта үлеп ҡалыу тураһындағы уй башына ла кереп сыҡманы.

Шуға күрә лә ул, һуғыш бөткәс музыка мәктәбендә, аҙаҡ консерваторияла уҡыясағына аҙ ғына ла шикләнмәне.

Ләкин Михась был бәхетле көндәргә тиклем йәшәц алманы шул…

Фашистар беҙҙең өҫкә саранча кеүек ябырылды, улар һан яғынан беҙҙең группанан бер нисә мәртәбә күберәк ине. Дошман беҙҙе бөтә яҡтан уратып алырға өлгөрҙө. Беҙ ут балдағы эсендә ҡалдыҡ, уны өҙөп сығыу өсөн, атакаға ташландыҡ. Беренсе атакала уҡ ике иптәшебеҙ сафтан сыҡты. Балдаҡ һаман тығыҙыраҡ ҡыҫылды. Был йәһәннәмдән ҡотолоу мөмкин түгел кеүек тойолдо. Шулай ҙа барлыҡ көсөмдө йыйҙым да, тынып ҡалған пулемет янына барып, дошманға ҡаршы ут астым.

Ҡапыл… Был ни ғәжәп?! Беҙ музыка тауышы ишеттек! Скрипка тауышы! Скрипкала Михась уйнай ине… Уның ниндәй көй уйнауын хәтерләй алмайым. Беҙҙең уттай янған йөрәктәргә яңы ҡан өҫтәлгәндәй булды. Рух күтәрелде, йәшәгебеҙ килеп китте. Дошман юҡ ителергә, ә беҙ йәшәргә тейеш. Бына ниндәй көс бирҙе беҙгә Михастың уйнауы!

(Ә.Мортазин)

Контроль изложение “Уралтау әкиәте”

Борон-борон заманда, Каспий даръяһының ҡомдарынан алтын һырт булып, Урал тауы ҡалҡып сыҡҡан, имеш, ти. Ҡалҡып килеп сыҡҡас та, асыуланып, бөтә ер йөҙөн уратып алмаҡсы булған, ти.ул. Тәүҙә Арал диңгеҙен уратып сығып, ҡараңғы төньяҡҡа һөйрәлеп китә башлаған, ти.Уралтау. Тураға мең саҡрымдар самаһы барғас, ҡапыл ҡараңғы төшә. Ни эшләмәк кәрәк хәҙер? Уралтау кәкрәйә, борғолана башлай. Күрәһең, һыуыҡ көҙ булғандыр инде. Ул яҡта көҙ ҡараңғы төшә лә, ҡыш буйы ҡараңғы булып тора икән. Кәкрәйә, борғолана торғас, Уралтау тәүҙә Уса йылғаһынан Обь һыуы яғына Ямал утрауына табан һуҡтырыға уйлаған икән дә, ул яҡта бик һыуыҡ, ти. Ни эшләргә? Уралтау бит үҙе эҫе яҡтарҙағы ер аҫтынан сыҡҡан: һыуыҡҡа бик үк түҙмәй. Шунан һуң Уралтау йәнә һул яҡҡа боролған һәм Варяг тауҙарын күргән. Был тау-таштар оҡшамаған, ахырыһы, Уралға. Ул Боҙ диңгеҙе аша Ер шарының аръяғына китмәксе булған. Диңгеҙ хатта урғып ҡайнай башлаған, имеш, ти, шул ваҡытта. Шулай ҙа, Уралтау ни тиклем генә ҙур булмаһын, диңгеҙ ялғаштағы һыу түгел бит, ҡайнатып бөтөрөп буламы ни уны? Урал өшөй башлаған, ти, бер ваҡыт. Башы туңғас, кәүҙәһе ҡайҙа барһын? Шулай итеп, әллә ҡайһы яҡтарҙан һөйрәлеп килгән Урал һыуыҡҡа шыҡырайып туңа башлаған. Тора-бара бөтөнләй таш булып ҡатҡан; ҡаны алтын тамыр булып туңған, ҡабырға һөйәктәре руда таштарына әйләнгән, ә ите таш булып ҡатҡан. Һырт буйы һөйәге ҡая таш булып ҡалған, ти, бының. Ҡыҫҡаһы, Урал һыҙма тауҙарға, үркәсле һырттарға әйләнгән…

Тәбиғәткә был оҡшамағандыр инде, күрәһең. Бына Боҙ диңгеҙен генә алайыҡ. Урал бит уны нисә йөҙ саҡрымдар төбөнә тиклем быуып торған. Тулҡындар тегенең туңған елкәһен кимерегә керешкәндәр, ти, бер заман. Тырыша торғас, иретә барып, өҙгәндәр бит тулҡындар тегенең елкәһен. Башын кәүҙәһенән өҙгәндәр. Уралдың башы үҙенән айырылып йәшәй башлаған һәм “Яңы ер” тип аталып киткән.

Йылғалар менән елдәр ҙә Уралтауға боронғо үпкәне ғәфү итергә теләмәгән. Элгәре йылғалар бер генә тамырҙан сыҡҡандар: йылы диңгеҙҙән сығып, һыуыҡ диңгеҙгә аҡҡандар. Елдәр ҙә борон үҙ ыңғайына ғына иҫкәндәр, уларҙы берәү ҙә бимазаламаған. Ә Уралтау уларҙың бөтәһен дә айырған. Елдәр менән йылғалар асыуҙан тотонғандар, ти, бер заман Уралтауҙы төрлө яҡҡа өҙөп-йолҡоп ташларға. Бөтәһен дә мөнйөп алып китергә булдыра алмағандар, әлбиттә. Шулай ҙа арыу ғына өлөш шым ғына алып киткәндәр тегеләр. Шуға күрә Уралтауҙың ҡабырғалары бөтә ергә тирелек сәселгән хәҙер. Улар Волга буйындағы бүлкәстәрҙә әле лә бар, ти

(П.Бажов)