Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
РП 9 класс баш яз.docx
Скачиваний:
0
Добавлен:
01.07.2025
Размер:
37.53 Кб
Скачать

Универсаль уҡыу эшмәкәрлеге

Универсаль уҡыу эшмәкәрлеге төрҙәре дүрт блокка бүленә: 1) шәхси; 2) регулятив; 3) танып белеү; 4) коммуникатив.

Шәхси эшмәкәрлек уҡыусының эске шәхси позицияһын, мәғәнәүи-ҡиммәтле йүнәлеш алыуын (әхлаҡи нормаларҙы белеү, үҙ ҡылыҡтарыңдың дөйөм ҡабул ителгән этик принциптар менән тап килеү - килмәүен билдәләй алыу, ҡылыҡтың әхлаҡи аспектын айырыу) һәм ижтимағи ролдәрҙә, шәхес-ара мөнәсәбәттәрҙә дөрөҫ йүнәлеш алыуын тәьмин итә.

Регулятив (көйләүсе) универсаль уҡыу эшмәкәрлегенә уҡыу процесын һәм дәрестән тыш эшмәкәрлекте ойоштороу өсөн кәрәкле шарттар тыуҙырыусы эш төрҙәре ҡарай:

- уҡытыусы ярҙамы менән дәрестәге эшмәкәрлектең маҡсатын билдәләү һәм формалаштырыу (элек өйрәнелгән һәм таныш булғанды әлегә тиклем таныш булмаған менән тап килтереп, сағыштырып, уҡыу мәсьәләһен билдәләй белеү);

- планлаштырыу (төп һөҙөмтәне күҙҙә тотоп, маҡсаттарҙың эҙмә-эҙлелеген асыҡлау; план төҙөү һәм эш төрҙәренең тәртибен билдәләү);

– прогнозлау (һөҙөмтәне һәм белемде үҙләштереү кимәлен алдан күҙаллау);

– контроль (эшмәкәрлек ысулының һәм уның һөҙөмтәһенең билдәләнгән эталонға тап килеү-килмәүен асыҡлау);

– төҙәтмәләр индереү (эталондан тайпылыштар булған осраҡта, планға һәм эшмәкәрлек ысулына өҫтәмәләр һәм төҙәтмәләр индереү);

– баһалау (танышты әлегәсә таныш булмағандан айыра белеү; үҙләштерелгәндең сифатын һәм кимәлен билдәләй алыу);

– үҙ-үҙеңде көйләү (үҙ көсөңдө, энергияңды, ихтыяр көсөңдө туплап, ауырлыҡтарҙы еңеп сығыу).

Танып белеү блогына дөйөм уҡыу (өйрәнеү, белем алыу) эшмә-кәрлеге, логик эшмәкәрлек, шулай уҡ проблеманы ҡуйыу һәм хәл итеү инә:

1. дәреслек менән эш итә белеү (уның төҙөлөшө, йөкмәткеһе шартлы тамғалары һ.б.);

1. текст һәм иллюстрациялар аҙағындағы һорауҙарға яуап биреү;

2. класс һәм уҡытыусы менән берҙәм эш һөҙөмтәләре буйынса һығымталар яһау;

3. мәғлүмәтте бер форманан икенсе формаға күсереү; уҡылған ҙур булмаған текстарҙың йөкмәткеһен тулы һөйләү һ.б.

Коммуникатив эшмәкәрлек социаль компетентлыҡты, аралашыусы һәм хеҙмәттәш партнерҙар позицияһын иҫәпкә ала, башҡаларҙы тыңлай һәм диалогка инә белеүҙе, проблемаларҙы коллектив менән хәл итеүҙә ҡатнашыуҙы, тиҫтерҙәрең һәм өлкәндәр менән продуктив хеҙмәттәшлек ойоштора белеүҙе тәьмин итә.

Уҡыу - уҡытыу методик ҡулланмалар исемлеге

1.М.И. Баһауетдинова, Г.Н. Йәғәфәрова. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә яңы технологиялар ҡулланыу

( методик ҡулланма).- Өфө, НМЦ «Педкнига» , 2008.-204 бит.

2. М.И. Баһауетдинова, Г.Н. Йәғәфәрова. Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен заманса уҡытыу / Уҡытыусылар өсөн ҡулланма..- Өфө, Китап , 2009.-176 бит

3. Т.Я. Бикбаева, Т.Я. Кунафина. 5-11 кластар өсөн башҡорт теленән диктанттар йыйынтығы – Эдвис,2008

4. М.Ғ. Ғималова, С.М. Рәхимова. Изложениелар өсөн текстар йыйынтығы.- Китап, 2009.

5. М.Х.Әхтәмов. Омонимдар һүҙлеге – Өфө: Китап 2006 – 384 бит

6. Ғ.Ураҡсин, Ю.З.Ураҡсин Урыҫса-башҡортса һүҙлек – Өфө:Китап,2007 – 392 бит

7.Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа. Фонетика. Морфология. – Башҡортостандың бәләкәй даһийы. Өфө : «Эдвис» уҡытыу – методика үҙәге, 2008.

  1. Электрон дәреслектәр 5-6 кластар,7-8 кластар, 9-11 кластар.

  2. И.М.Ғарипов Башҡортса-русса мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге. Өфө: Китап, 1994- 168 бит.

  3. Ғ.Б.Хөсәйенов Әҙәбиәт ғилеме һүҙлеге – Өфө:Китап,2006 – 248 бит.

  4. М.Х.Әхтәмов. Омонимдар һүҙлеге – Өфө: Китап 2006 – 384 бит.

  5. З. Ғ.Ураҡсин, Ю.З.Ураҡсин Урыҫса-башҡортса һүҙлек – Өфө:Китап,2007 – 392 бит.

  6. Л.Ғ.Сәйәхова, М.Ғ.Усманова Урыҫса-башҡортса һүҙлек – Өфө:Китап,2004 – 224 бит.

Төп әҙәбиәт.

1. “Әсә теле”: Башҡорт мәктәптәренең 9-сы класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн дәреслек. Абдуллина Ф.Ф.,Псәнчин В.Ш., Өфө: Китап, 2009

Өҫтәлмә әҙәбиәт.

1.Ғәбитова З.М. Телмәр үҫтереү дәрестәре. – Өфө: Китап, 2009.

2.Башҡортса – русса мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге. – Өфө: Китап, 1994.

Өфө: Китап, 2007.

4.Башҡорт теле таблицаларҙа, схемаларҙа hәм ҡағиҙәләрҙә. Әүбәкирова З.Ф.– Өфө, 2006.

5.Тел төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һынамыштар. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.

6.Журналдар: «Башҡортостан уҡытыусыһы», «Ағиҙел».

7.Ял минуттары өсөн күнегеүҙәр. Методик ҡулланма. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.

8. Абдуллина Ф.Ф., Псәнчин В.Ш. 8-9 кластар өсөн дидактик материалдар- Өфө, 2009.

9.М.Ғ. Усманова, Ф.Ф.Абдуллина Башҡорт теле. Мәктәп уҡыусылары һәм юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеүселәр өсөн ҡулланма.