Педсоветта ҡаралды “Килешелде”: “Раҫлайым”:
Протокол №1 уҡытыу эштәре буйынса Тәүәкән ауылының
.2015 й. директор урынбаҫары УДББ мәктәбе
МБ етәксеһе _____________Хөсәйенова Ф.Т. МБМУ директоры
________Сәлихова Г.С. 2015 й. ________ Каразбаева А.Ф.
-се һанлы бойороҡ
.2015 й.
Күгәрсен районы муниципаль районының
Тәүәкән ауылының урта дөйөм белем биреү мәктәбе мәғариф муниципаль учреждениеһы
2015/2016 уҡыу йылына
эш программаһы
Предмет: башҡорт теле
Кимәл: база
Класс: 9
Дәреслек: Әсә теле”: Башҡорт мәктәптәренең 9-сы класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн дәреслек. Абдуллина Ф.Ф.,Псәнчин В.Ш., Өфө: Китап, 2009
Планлаштырыуҙы Сәлихова Гөлназ Салауат ҡыҙы төҙөнө
Белеме: юғары
Категорияһы: юғары
Стажы: 18 йыл
Тәүәкән ауылы
Аңлатма яҙыу
Уҡытыу башҡорт телендә алып барылған мәктәптәрҙең 9-сы класы өсөн башҡорт теленән эш программаһы.
Эш прогаммаһы 68 сәғәткә бүленгән , аҙнаһына 2 сәғәт иҫәбенән.
Төҙөүсеһе Сәлихова Гөлназ Салауат ҡыҙы.
Дәреслек: “Әсә теле”: Башҡорт мәктәптәренең 9-сы класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн дәреслек. Абдуллина Ф.Ф., Псәнчин В.Ш., Өфө: Китап, 2009.
Программа кимәле : базис
Уҡытыусының тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты: 1) Икенсе быуын стандарттары, төп дөйөм белем биреү буйынса өлгө программалар, 5-9 кластар өсөн, З.Биишева исмендәге “Китап” нәшриәте, Өфө, 2012.
2) Толомбаев Х.А., Атнағолова С.В. 5-9 кластар өсөн башҡорт теленән диктанттар йыйынтығы – Өфө, Китап, 2009
3)Ғималова М.Ғ., Рәхимова С.М. Изложениелар өсөн текстар йыйынтығы.- Китап, 2009.
4) Башҡорт әҙәби теленең алфавиты һәм орфографияһы,Рәсәй фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты.- Өфө; Китап, 2013.
Уҡыусылар өсөн тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты:
1) “Әсә теле”: Башҡорт мәктәптәренең 9-сы класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн дәреслек. Абдуллина Ф.Ф., Псәнчин В.Ш.,-Өфө: Китап, 2009.
2) Абдуллина Ф.Ф., Псәнчин В.Ш. 8-9 кластар өсөн дидактик материалдар- Өфө, 2009.
Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы: Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған Икенсе быуын стандарттары, төп дөйөм белем биреү буйынса өлгө программалар, 5-9 кластар өсөн, З.Биишева исмендәге “Китап” нәшриәте, Өфө, 2012. –гә таянып эшләнде.
Башҡортостан Мәғариф Министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа Тәүәкән муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учреждениеhының «Уҡыу планы»на ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла.
Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:
«Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы;
Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы;
«Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы;
Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы;
Башҡортостан Республикаһында Милли мәғарифты үҫтереү концепцияһы.
Программа йөкмәткеһе 3 йүнәлештән тора:
телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу;
телдең системаһын ( фонетика, орфография, орфоэпия, грамматика, пунктуация) өйрәнеү;
бәйләнешле текст менән эшләргә өйрәтеүҙе күҙ уңында тота. Шулай уҡ унда милли тәрбиә тураһында ла мәсьәлә күтәрелә.
Мәктәпкә юғары мәҙәниәткә эйә булған, грамоталы, һәр яҡлап камил булып өлгөргән, ил алдындағы изге эштәрҙе башлап йөрөүсе кешеләр әҙерләп сығарыу йөкмәтелгән. Ул мөһим бурысты заман талабынса хәл итеүҙә әсә теле ҙур роль уйнай.
Башҡорт әҙәби теле - башҡорт милли мәҙәниәтенең нигеҙе, шуға күрә мәктәптәрҙә уны өйрәнеүгә төп урын бирелә. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә белем менән бер рәттән тәрбиә биреүҙе тығыҙ бәйләнештә алып барыу мөһим.
Программала уҡыусыларҙың туған телгә, һүҙгә булған ҡыҙыҡһыныуын һәр саҡ үҫтерә барыу, телдең байлығын, һүрәтләү сараларын күрһәтеү, һүҙ һәм уның формалар төрлөлөгөн телмәрҙә ҡулланыуға ынтылыш тәрбиәләү, уҡыусыларҙы туған телдән ныҡлы, аңлы белем алырлыҡ итеп уҡытыу бурысы ҡуйыла.
Туған тел программаһының һәр бүлеген, һәр темаһын өйрәнеү уҡыусыларҙың фекерләү ҡеүәһен, телмәрен үҫтереүгә ныҡлы ярҙам итергә тейеш.
Башҡорт телен өйрәнеү буйынса түбәндәге етди бурыстар йөкмәтелә:
уҡыусыларға телдең ижтимағи тормоштағы функцияһы, телдең үҫеше хаҡында программала билдәләнгән күләмдә ныҡлы белем биреү;
уҡыусыларҙың фекерләүен, танып- белеү һәләтен үҫтереү;
уҡыусыларға әсә теленең һүҙ байлығына һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү;
уҡыусыларҙы, телдең орфоэпик, интонацион нормаларын күҙәтеп, дөрөҫ, асыҡ һәм тасуири уҡыу күнекмәләре менән ҡоралландырыу;
уҡыусыларҙың орфографик һәм пунктуацион күнекмәләрен үҫтереү;
уҡыусыларға телдең байлығын, тасуирлау мөмкинлектәрен асыу аша телде өйрәнеүгә әүҙем ҡыҙыҡһыныу, туған телгә, халыҡҡа, Ватанға тоғролоҡ һәм һөйөү, ғәҙеллек, кешеләр араһында татыулыҡ, ата- әсәгә, туған халыҡтың быуаттар буйына тупланған тормош ҡағиҙәләренә, әхлаҡ нормаларына хөрмәт тәрбиәләү.
Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе
Тел һәм телмәр – 8 сәғәт
Тел фәнен ни өсөн өйрәнергә кәрәк, тел-үҫә барыусы ижтимағи күренеш, башҡорт теле- башҡорт халҡының милли теле, башҡорт теле башҡа ҡәрҙәш телдәр араһында, әҙәби тел һәм диалект, башҡорт әҙәби теле һәм уның үҫеше, ике теллелек.
Башҡорт әҙәби теленең стилдәре – 15
Функциональ стилдәр, уларҙың үҙенсәлектәре, йәнле һөйләү, матур әҙәбиәт, фәнни, публицистик, рәсми эш ҡағыҙҙары, хаттар стилдәре.
Һүрәтләү саралары - 13 сәғәт
Һүрәтләү саралары тураһында дөйөм төшөнсә, эпитет, сағыштырыу, метафора, синонимдар һәм уларҙы телмәрҙә ҡулланыу, грамматик синонимдар,антитеза, һүҙҙе һәм уларҙың формаларын телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу
5-9 кластарҙа үтелгәндәрҙе ҡабатлау-19
Фонетика, лексика, һүҙьяһалыш, морфологик, синтаксис
Яҙма эштәр – 13
Йомғаҡлау -1
Уҡыусыларҙың белем кимәленә талаптар
Дәрестә өйрәнелгән грамматик материалды практик ҡуллана белеү.
100-110 һүҙ күләмендә диктант яҙыу; уртаса һәм ҙур күләмдә изложение һәм инша яҙа белеү; һорауҙарға яуаптар яҙа белеү, план төҙөү.
Үҙенең уй-фекерҙәрен асыҡ, грамоталы итеп, яҙма һәм телдән йәнле, матур яңғырашлы һөйләй белеү.
Төрлө сығанаҡтарҙан материал туплап,уларҙы һәр яҡлап ентекле тикшереп,обьектив һығымталар яһай белеү.
Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштырылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштереүен баһалау
1. Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.
Уларға түбәндәгеләр инә:
башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;
тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);
һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар;
тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар һ.б. төҙөү.
Башҡорт теленең ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеү диктанты, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала.
Уҡыу йылы башында инеш диктанты, сирек һәм йыл аҙағында йомғаҡлау контроль эштәре мәктәп администрацияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә. Контроль эштәрҙе сиректең беренсе көнөндә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй.
Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана. Бының өсөн башҡорт теленән һәр класта түбәндәге күләмдә контроль эштәр, яҙма эштәр үткәреү ҡарала: 9 класта- 12
Яҙма эш төрҙәре (изложение,инша) яҙыу уҡыусыларҙың уҡыу кимәленә, белеменә, мөмкинселегенә ҡарап уҡытыусы ҡарамағына ҡалдырыла.
№ |
Төрө |
Формаһы |
Ваҡыты |
1 |
Инеш контроль |
Биремле диктант |
1 сирек |
2 |
Телмәр үҫтереү |
Изложение |
1 сирек |
3 |
Телмәр үҫтереү |
Инша |
1 сирек |
4 |
Телмәр үҫтереү |
Изложение |
1 сирек |
5 |
Телмәр үҫтереү |
Ижади диктант |
2 сирек |
6 |
Контроль эш |
Диктант |
2 сирек |
7 |
Контроль эш |
Изложение |
2 сирек |
8 |
Телмәр үҫтереү |
Инша |
3 сирек |
9 |
Телмәр үҫтереү |
Изложение |
3 сирек |
10 |
Контроль эш |
Инша |
4 сирек |
11 |
Телмәр үҫтереү |
Изложение |
3 сирек |
12 |
Контроль эш |
Изложение |
4 сирек |
