Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
6кл.РП баш.яз.docx
Скачиваний:
0
Добавлен:
01.07.2025
Размер:
42.07 Кб
Скачать

Педсоветта ҡаралды “Килешелде”: “Раҫлайым”:

Протокол №1 уҡытыу эштәре буйынса Тәүәкән ауылының

.2015 й. директор урынбаҫары УДББ мәктәбе

МБ етәксеһе ________ Яхина Ғ.Ғ МБМУ директоры

________Сәлихова Г.С. .2015 й. _____Каразбаева А.Ф.

-се һанлы бойороҡ

.2015 й.

Күгәрсен районы муниципаль районының

Тәүәкән ауылының урта дөйөм белем биреү мәктәбе мәғариф муниципаль учреждениеһы

2015/2016 уҡыу йылына

эш программаһы

Предмет: башҡорт теле

Кимәл: база

Класс: 6

Дәреслек:“Башҡорт теле” : Дөйөм белем биреү учреждениеларының 6-сы класы өсөн дәреслек. Солтабаева Х.В., Толомбаев Х.А., Балапанова Л.С.Өфө: Китап, 2012

Планлаштырыуҙы Сәлихова Гөлназ Салауат ҡыҙы төҙөнө

Белеме: юғары

Категорияһы: юғары

Стажы: 18 йыл

Тәүәкән ауылы

Аңлатма яҙыу

Уҡытыу башҡорт телендә алып барылған мәктәптәрҙең 6-сы класы өсөн башҡорт теленән эш программаһы.

Эш прогаммаһы 105 сәғәткә бүленгән , аҙнаһына 3 сәғәт иҫәбенән.

Төҙөүсеһе Сәлихова Гөлназ Салауат ҡыҙы.

Дәреслек: “Башҡорт теле” : Дөйөм белем биреү учреждениеларының 6-сы класы өсөн дәреслек. Солтабаева Х.В., Толомбаев Х.А., Балапанова Л.С.Өфө: Китап, 2012

Программа кимәле : базис

Уҡытыусының тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты: 1) Икенсе быуын стандарттары, төп дөйөм белем биреү буйынса өлгө программалар, 5-9 кластар өсөн, З.Биишева исмендәге “Китап” нәшриәте, Өфө, 2012.

2) Толомбаев Х.А., Атнағолова С.В. 5-9 кластар өсөн башҡорт теленән диктанттар йыйынтығы – Өфө, Китап, 2009

3)Ғималова М.Ғ., Рәхимова С.М. Изложениелар өсөн текстар йыйынтығы.- Китап, 2009.

4) Башҡорт әҙәби теленең алфавиты һәм орфографияһы,Рәсәй фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты.- Өфө; Китап, 2013.

Уҡыусылар өсөн тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты:

1) “Башҡорт теле” : Дөйөм белем биреү учреждениеларының 6-сы класы өсөн дәреслек. Солтабаева Х.В., Толомбаев Х.А., Балапанова Л.С.Өфө: Китап, 2012

2) Вәлиева Г.Д. 5-6 кластар өсөн дидактик материалдар- Өфө, 2011.

Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы: Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған Икенсе быуын стандарттары, төп дөйөм белем биреү буйынса өлгө программалар, 5-9 кластар өсөн, З.Биишева исмендәге “Китап” нәшриәте, Өфө, 2012. –гә таянып эшләнде.

Башҡортостан Мәғариф Министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа Тәүәкән муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учреждениеhының «Уҡыу планы»на ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла.

Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:

  • «Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы;

  • Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы;

  • «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы;

  • Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы;

  • Башҡортостан Республикаһында Милли мәғарифты үҫтереү концепцияһы.

Программа йөкмәткеһе 3 йүнәлештән тора:

елмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу;

елдең системаһын ( фонетика, орфография, орфоэпия, грамматика, пунктуация) өйрәнеү;

әйләнешле текст менән эшләргә өйрәтеүҙе күҙ уңында тота. Шулай уҡ унда милли тәрбиә тураһында ла мәсьәлә күтәрелә.

Мәктәпкә юғары мәҙәниәткә эйә булған, грамоталы, һәр яҡлап камил булып өлгөргән, ил алдындағы изге эштәрҙе башлап йөрөүсе кешеләр әҙерләп сығарыу йөкмәтелгән. Ул мөһим бурысты заман талабынса хәл итеүҙә әсә теле ҙур роль уйнай.

Башҡорт әҙәби теле - башҡорт милли мәҙәниәтенең нигеҙе, шуға күрә мәктәптәрҙә уны өйрәнеүгә төп урын бирелә. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә белем менән бер рәттән тәрбиә биреүҙе тығыҙ бәйләнештә алып барыу мөһим.

Программала уҡыусыларҙың туған телгә, һүҙгә булған ҡыҙыҡһыныуын һәр саҡ үҫтерә барыу, телдең байлығын, һүрәтләү сараларын күрһәтеү, һүҙ һәм уның формалар төрлөлөгөн телмәрҙә ҡулланыуға ынтылыш тәрбиәләү, уҡыусыларҙы туған телдән ныҡлы, аңлы белем алырлыҡ итеп уҡытыу бурысы ҡуйыла.

Туған тел программаһының һәр бүлеген, һәр темаһын өйрәнеү уҡыусыларҙың фекерләү ҡеүәһен, телмәрен үҫтереүгә ныҡлы ярҙам итергә тейеш.

Башҡорт телен өйрәнеү буйынса түбәндәге етди бурыстар йөкмәтелә:

 уҡыусыларға телдең ижтимағи тормоштағы функцияһы, телдең үҫеше хаҡында программала билдәләнгән күләмдә ныҡлы белем биреү;

 уҡыусыларҙың фекерләүен, танып- белеү һәләтен үҫтереү;

 уҡыусыларға әсә теленең һүҙ байлығына һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү;

 уҡыусыларҙы, телдең орфоэпик, интонацион нормаларын күҙәтеп, дөрөҫ, асыҡ һәм тасуири уҡыу күнекмәләре менән ҡоралландырыу;

 уҡыусыларҙың орфографик һәм пунктуацион күнекмәләрен үҫтереү;

 уҡыусыларға телдең байлығын, тасуирлау мөмкинлектәрен асыу аша телде өйрәнеүгә әүҙем ҡыҙыҡһыныу, туған телгә, халыҡҡа, Ватанға тоғролоҡ һәм һөйөү, ғәҙеллек, кешеләр араһында татыулыҡ, ата- әсәгә, туған халыҡтың быуаттар буйына тупланған тормош ҡағиҙәләренә, әхлаҡ нормаларына хөрмәт тәрбиәләү.

Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе

Туған тел-алтын асҡыс -1

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.Синтаксис һәм пунктуация. Фонетика, лексика.

Һүҙьяһалыш-3

Лексика. Башҡорт теленең һүҙлек составы-1

Һүҙҙәрҙең килеп сығышы буйынса төркөмләнеүе-1

Башҡорт телендә дөйөм һәм тар ҡулланылышлы һүҙҙәр- 1

Иҫкергән һәм яңы һүҙҙәр-1

Фразеологик берәмектәр-1

Лексика буйынса ҡабатлау, йомғаҡлау- 1

Морфология. Исем. Түбән кластарҙа үтелгәндәрҙе ҡабатлау- 1

Исемдәрҙең һан менән үҙгәреше- 1

Күплек ялғауҙарының дөрөҫ яҙылышы- 1

Исемдәрҙең эйәлек заты- 1

Исемдәрҙең хәбәрлек заты- 1

Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше- 1

Килештәрҙең мәғәнәләре. Төп, эйәлек һәм төшөм килеш- 1

Төбәү, урын-ваҡыт һәм сығанаҡ килештәр- 1

Исем тураһында үтелгәндәрҙе ҡабатлау -1

Исемдәргә грамматик анализ- 1

Сифат. Түбән кластарҙа үтелгәндәрҙе ҡабатлау- 1

Сифаттарҙың исем урынында килеүе һәм һөйләмдәге роле -1

Сифаттарҙың яһалышы- 1

Төп һәм шартлы сифаттар- 1

Сифат дәрәжәләре- 1

Сифаттарҙың дөрөҫ яҙылышы- 1

Синоним сифаттар- 1

Сифат буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау-1

Сифаттарға грамматик анализ-1

Һан тураһында төшөнсә. Ябай һәм ҡушма һандар- 1

Һан төркөмсәләре-1

Һандарҙың дөрөҫ яҙылышы -1

Үлсәү һүҙҙәре - 1

Һан тураһында үтелгәндәрҙе ҡабатлау. Грамматик анализ- 1

Алмаш тураһында төшөнсә- 1

Алмаш төркөмсәләре -1

Алмаштарҙың килеш менән үҙгәреше- 2

Алмаш тураһында ҡабатлау. Грамматик анализ-1

Ҡылым буйынса түбән кластарҙа үтелгәндәрҙе ҡабатлау -1

Ҡылым төркөмсәләре.Исем ҡылым -1

Уртаҡ ҡылым - 1

Сифат ҡылым - 1

Сифат ҡылымдарҙың үткән, хәҙерге һәм киләсәк заман формалары - 1

Хәл ҡылым - 1

Хәл ҡылымдың төрҙәре -1

Ҡылым йүнәлештәре - 1

Ҡылым күләмдәре -1

Ҡылым рәүешлеге -1

Ҡылым буйынса ҡабатлау - 1

Ҡылымдарға грамматик анализ - 1

Рәүеш тураһында дөйөм төшөнсә - 1

Рәүеш төркөмсәләре - 1

Рәүештең сифат менән оҡшаш һәм айырмалы яҡтары - 1

Рәүеш дәрәжәләре -1

Рәүештәрҙең яһалышы -1

Рәүештәрҙең дөрөҫ яҙылышы -1

Рәүеш буйынса ҡабатлау. Грамматик анализ - 1

Теркәүес тураһында төшөнсә -1

Теркәүестәрҙең бүленеше -1

Теркәүестәрҙең дөрөҫ яҙылышы -1

Бүлек буйынса ҡабатлау - 1

Бәйләүестәр тураһында дөйөм төшөнсә - 1

Бәйләүестәрҙең бүленеше - 1

Бәйләүестәр буйынса ҡабатлау - 1

Киҫәксә тураһында төшөнсә. Уларҙың бүленеше - 1

Киҫәксәләрҙекң дөрөҫ яҙылышы - 1

Киҫәксәләр буйынса ҡабатлау - 1

Мөнәсәбәт һүҙҙәр - 1

Ымлыҡ тураһында төшөнсә - 1

Ымлыҡтарҙың дөрөҫ яҙылышы - 1

Оҡшатыу һүҙҙәре тураһында төшөнсә – 1

Ярҙамсы һүҙҙәр буйынса ҡабатлау – 1

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау, йомғаҡлау, һығымта яһау - 10

Яҙма эштәр – 22 сәғәт

Уҡыусыларҙың белем кимәленә талаптар

6 класс уҡыусылары белергә тейеш төшөнсәләр

-һүҙҙең грамматик мәғәнәһе; тулы мәғәнәле һүҙҙәрҙең һан, эйәлек, килеш, хәбәрлек менән үҙгәреүе, сағыштырыу, артыҡлыҡ, аҙһытыу дәрәжәләре, һөйкәлеш, зат һәм заман; һүҙ төркөмдәрен классификациялау принциптары, үҙ аллы һәм ярҙамсы һүҙ төркөмдәре; һүҙ төркөмдәре булараҡ исем, сифат, һан, рәүеш, алмаш, ҡылым, ҡылым төркөмсәләре, сифат ҡылым, исем ҡылым, хәл ҡылым, теркәүес, бәйләүес, мөнәсәбәт һүҙ, ымлыҡ;

-рус теленән үҙләштерелгән исемдәрҙең, сифаттарҙың дөрөҫ әйтелеше һәм яҙылышы, ҡыҫҡартылған ҡушма һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышы;

Күнекмәләр:

-һүҙҙең грамматик мәғәнәһен билдәләү;

-үҙ аллы һәм ярҙамсы һүҙ төркөмдәрен айыра белеү;

-исем, сифат, һан, рәүеш, алмаш, ҡылым, теркәүес, бәйләүес, киҫәксә, мөнәсәбәт һүҙ, ымлыҡтарҙың төп морфологик билдәләрен һәм синтаксик ролдәрен әйтеп биреү; исем, сифат, һан, рәүеш һәм алмаштарҙың төрлө ысулдар менән яһалышын белеү; стилистик үҙенсәлеген иҫәпкә алып, исем, сифат, ҡылым, һан, рәүеш, алмаштарҙы телмәрҙең төрлө формаларында һәм типтарында ҡуллана белеү; кеше һәм башҡа предметтарға; күренештәрҙе белдергән исемдәргә һорау ҡуя белеү.

-рус теленән һәм башҡа телдәрҙән үҙләштерелегән һүҙҙәрҙе һәм ҡушма һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙа белеү;

-ҡатмарлы план төҙөү, текстың төп фекерен сағылдырыу маҡсатында эпиграфты ҡуллана белеү; текст эсендәге һөйләмдәрҙе бер-береһенә алмаштар ярҙамында бәйләй белеү.

Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштарылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштереүен баһалау

1. Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.

Уларға түбәндәгеләр инә:

  • башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;

  • тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);

  • һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар;

  • тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар һ.б. төҙөү.

  1. Башҡорт теленең ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеү диктанты, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала.

  2. Уҡыу йылы башында инеш диктанты, сирек һәм йыл аҙағында йомғаҡлау контроль эштәре мәктәп администрацияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә. Контроль эштәрҙе сиректең беренсе көнөндә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй.

Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана. Бының өсөн башҡорт теленән һәр класта түбәндәге күләмдә контроль эштәр, яҙма эштәр үткәреү ҡарала: 5 класта- 22

Яҙма эш төрҙәре (изложение,инша) яҙыу уҡыусыларҙың уҡыу кимәленә, белеменә, мөмкинселегенә ҡарап уҡытыусы ҡарамағына ҡалдырыла.

Төрө

Формаһы

Ваҡыты

1

Телмәр үҫтереү

Инша

1 сирек

2

Инеш контроль

Диктант

1 сирек

3

Телмәр үҫтереү

Инша

1 сирек

4

Контроль эш

Диктант

2 сирек

5

Телмәр үҫтереү

Изложение

2 сирек

6

Телмәр үҫтереү

Диктант

2 сирек

7

Контроль эш

Инша

2 сирек

8

Телмәр үҫтереү

Диктант

2 сирек

9

Контроль эш

Изложение

2 сирек

10

Телмәр үҫтереү

Инша

3 сирек

11

Телмәр үҫтереү

Диктант

3 сирек

12

Телмәр үҫтереү

Изложение

3 сирек

13

Контроль эш

Диктант

3 сирек

14

Телмәр үҫтереү

Инша

3 сирек

15

Контроль эш

Диктант

3 сирек

16

Телмәр үҫтереү

Инша

4 сирек

17

Телмәр үҫтереү

Изложение

4 сирек

18

Телмәр үҫтереү

Инша

4 сирек

19

Контроль эш

Изложение

4 сирек

20

Телмәр үҫтереү

Изложение

4 сирек

21

Телмәр үҫтереү

Инша

4 сирек

22

Контроль эш

Диктант

4 сирек

Соседние файлы в предмете [НЕСОРТИРОВАННОЕ]