Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
З. Султанов.КААРМАНДАР.Драма.docx
Скачиваний:
0
Добавлен:
01.07.2025
Размер:
1.57 Mб
Скачать

Етенсе сәхнә

Елисей һарайында Александр I кабинеты алдындағы иркен зал, төрлө тарафҡа асылмалы ишектәр. Беннигсен һәм Барклай де Толли.

Беннигсен. Ғәҙәтенсә, көттөртә... Императорҙы әйтәм, һөйәркәләре артынан йөрөйҙөр инде.

Барклай. Йөрөһөн, йәш кеше бит.

Беннигсен. Һеҙ, әлбиттә, һәр аҙымын хуплайһығыҙ, «еңә-еңә» Мәскәү ҡалаһын уҙып киткәнебеҙ кеүек...

Барклай. Шул арҡала Парижға килеп еттек.

Беннигсен. Артыбыҙҙа Мәскәүебеҙ дөрләп янды, ә Париждың бер кирбесен дә ваттыртманыҡ. Өҫтәүенә, йәшәү рәүешен, ҡанундарын шул көйөнсә ҡалдырҙыҡ.

Барклай. Леонтий Леонтьевич, һеҙ әллә бында ла крепостное право керетер инегеҙме?

Беннигсен. Һис ҡыйыш китмәҫ ине.

Барклай. Император бының хилафлығын яҡшы аңлай, ул бит хатта Рәсәйебеҙҙә лә крәҫтиәндәрҙе азат ҡылыу, республика ҡанундары урынлаштырыу яҡлы. Уның девизы мәғлүм.

Беннигсен. Эйе: «Минең хаҡта нимә тип кенә әйтһәләр ҙә, мин барыбер республикасы һәм республикасы булып үлермен!» -- тигәйне... Буш хыял!

Барклай. Бойомға ашыр хыял.

Беннигсен. Ете мең йән крәҫтиән биләгән мәрхүм Кутузовы ни әйтер ине икән? Йәки үҙенең ун мең йән дәүләт крәҫтиәнен мал урынына илатып һатып ебәреүе, шуның менән ҡаҙна йыртығын ямауы...

Барклай. Дөрөҫ, Рәсәй әлегә һис өлгөрөп етмәгән, ләкин яҡты киләсәкте бөгөн үк ҡайғыртыу мөһим.

Беннигсен. Мөһимлектең эҙемтәләрен Париж урамдары һөйләй: сикләнмәгән әхләҡи бәйһеҙлек, фәхишәлек... Офицерҙарыбыҙ, һалдаттарыбыҙ Рәсәй көмөшөн француздарға услап-услап тарата. Сөнки бер юлы өс йыллыҡ хеҙмәт хаҡы түләнде, ике мең бот ауырлығындағы көмөш сарыф ителде. Кем өсөн – Париж нәфсеһе өсөн.

Барклай. Шуның арҡаһында бында, Испаниялағылай, партизан һуғышы ҡупманы, әшнәлек киң йәйелде.

Беннигсен. Ғәскәрҙәребеҙ боҙола, дыуамаллыҡ көсәйә. Күмәк дезертирлыҡ осраҡтары бар. Мәҫәлән, Императорҙың үҙенең атлы гвардия полкынан алтмыш кеше атын-ҡоралын алып ҡасты, динен үҙгәртеп, француз булып теркәлде. Шундайҙарға алпауыттар яҡшы эш хаҡы түләй, хатта ҡыҙҙарын бирә.

Барклай. Казактарҙан, башҡорттарҙан шундай осраҡтар булдымы?

Беннигсен. Бәхеткә күрә, юҡ дәрәжәһендә.

Бына күрәһегеҙ Император хыялының хаҡлығын. Сөнки урыҫ һалдаттары, Рәсәй-әсәйҙән түгел, ә крепостное правонан биҙеп ҡаса. Казак менән башҡорт үҙ урынында, сөнки уларҙа һеҙ яратҡан крепостное право юҡ.

Беннигсен. Һәр хәлдә, тамам боҙолмаҫтан элек, армияны илгә ҡайтарыу зарур. Бигерәк тә башҡорттарҙың дарылай ҡапыл ҡабыныуын беләбеҙ. Император...

Барклай. Император быны инде бойорҙо: беренсе эшелонда башҡорттар ҡайта башлай.

Император адъютанты Чернышев инә.

Чернышев. Император әле генә Сан-Лье һарайынан ҡайтты, оҙаҡлағаны өсөн һеҙҙән ғәфү үтенергә ҡушты.

Беннигсен (Барклайға). Әйттем бит... әлеге лә баяғы шул Гротензия...

Күңелле көй һыҙғырып, Александр килә.

Александр. Беләһегеҙме, был ниндәй көй? Белмәйһегеҙ. (Көйҙө һыҙғырып). «Марсельеза», республика гимны.

Чернышев йылмая, Беннигсен менән Барклай суҡына.

Чернышев. Ваше высочество, король Людовик ун һигеҙенсе килеп етте, үгәй ҡыҙы прицесса Франсуа менән.

Александр. Бахыр ул ҡыҙҙы ҡыҙғанам: сит илдәрҙә әсәһенән етем ҡалып, ҡылауызланып үҫкән.

Беннигсен. Уныҡы ғына һүҙ булһын -- ҡарт королгә баш бирмәй ыҙалата.

Людовик һәм адъютанты, Франсуа инә.

Александр. Хуш килдегеҙ, король, хуш килдегеҙ, принцесса! Үҙегеҙҙең теләккә ярашлы, теге Оло залда бал башланғанға тиклем, ошонда һеҙҙе «төньяҡ амурҙары»м менән таныштырмаҡсымын. (Адъютантына ҡарай).

Чернышев. Полк командирҙары Буранғол Ҡыуатов, Ҡаһарман Буранғолов һәм уларҙың дамалары Юлдашбикә, Ғәзимә, Зөләйхә ханымдар килгән. Йәнә көтә элекке иператрица Жозефина менән герцогиня Гротензия.

Александр. Үткәрегеҙ.

Әйтелгән төркөм инеп баҫа.

Франсуа (ҡул сәпәкәйләп). О амурҙар! (Бармағы менән Ҡаһарман яғына күрһәтеп). Атаҡайым, мин бына ошо амур менән бейейем, ул миңә ифрат оҡшай!

Людовик. Ҡыҙым, ул ҡәҙәре осонма.

Франсуа. Оҡшай! Оҡшай!

Төркөмгә яҡынлайҙар.

Александр (теҙмәләге һәр береһе тәңгәлендә туҡталып). Былар минең армиямдың ысын амурҙары булды, һәр яуҙа еңеп сыҡты, Парижға ла алғы сафтарҙа керҙе: полк командиры Буранғол Ҡыуатов, полк командиры Ҡаһарман Буранғолов, полк командиры ярҙамсыһы, атаҡлы ҡурайсы-импровизатор...

Чернышев. Йәнтүрә Этбаев.

Александр. Эйе... Рәсәй армияһының беренсе ярымай шәфҡәт туташы Зөләйхә...

Людовик. «Ҡурайсы» ни тигән һүҙ?

Александр. Европаса әйткәндә, башҡорт флейтасыһы. Үлән көпшәһенә тын өрөп төрлө көйҙәр сығара.

Людовик. Үлән көпшәһе... ҡыҙыҡ...

Александр. Подпоручик, һыҙҙырт берҙе!

Йәнтүрә бер-ике шаңғырта ла Император яратҡан көйгә – Алябьевтың «Һандуғас»ына күсә, Александр уға ҡушылып һыҙғыра, ҡул сабалар.

Людовик. Ышанмайым. (Ҡурайҙы алып, көпшә эсенә ҡарай). Шаҡ-ҡатырғыс: һис бер механизмы юҡ, ә һандуғастай һайрай.

Александр. Бына шундай ул минең батырҙарым.

Франсуа. Яратам! Яратам!

Людовик. Тик тор! Һеҙҙең юғарылыҡлы рөхсәт менән, батырҙароҙы Францияның юғары билдәһе – Хөрмәт Легионы ордены менән бүләкләйем. (Дүрт яугирҙең муйынына сағыу ал тьаҫмалы орден кейҙертә, ҡулдарын ҡыҫа, Зөлхизәнең ҡулын үбә; бүләкләнеүселәр рәхмәт әйтә).

Александр. Ә был ике гүзәл зат -- яугир ирҙәре ҡатарында батырҙарса утты-һыуҙы үткән Юлдашбикә ханым, Ғәзимә ханым.

Людовик. Ысын-ысындан ҡаһарман гүзәл заттарға Парижыбыҙҙың Хөрмәтле Дамаһы медальонын тапшырам, дамаларҙың исемдәре ошо Елисей һарайының хөрмәт кенәгәһенә алтын хәрефтәр менән яҙыласаҡ (медальондарҙы дамаларҙың тәңкәле түштәренә беркетә, һәр береһенең ҡулын үбә).

Франсуа (ҡул сәпәкәйләп). Атаҡайым, амурҙы алып бейейем, дамский вальс уйналһын!

Александр (юғарылағы оркестрға ҡул һелтәп). Уйналһын!

Вальс уйнала, Франсуа менән Ҡаһарман ҡушарлап бейеп китә; сәхнә түңәрәге уларға ҡаршы әйләнеп, был икәүҙе аулаҡ бүлмәгә сығара, бейеп барып туҡталалар, музыка тына (был хәл башҡалар менән дә ҡабатлана).

Франсуа. Амурым минең, мин һине ныҡ яратам! Мин һиңә кейәүгә сығам!

Ҡаһарман. Гүзәлкәйем, яңы балҡып сәскә атҡан гөлдәй сафһың, үтә йәшһең... Ысын йәреңде табырһың, өҙөлөп яратырһың.

Франсуа. Өҙөлөп-өҙөлөп һине генә яратам!

Ҡаһарман. Һылыуым, Зөләйхә тигән батыр ҡыҙҙы күрҙең бит – бына шул минең йәрем.

Франсуа. Мин дә батыр булырмын, һуғышта бергә йөрөрбөҙ. Йәки бында ҡалырһың, атаҡайым үҙеңде Париждың генерал-губернаторы яһар (егетте үбергә итә).

Ҡаһарман. Ғәфү ит, матурҡайм, Ватаным көтә мине. (Франсуа илай, вальс көсәйә, бейей-бара Оло залға сығып китәләр).

Баяғылай ҡушбейеү күренеше, был юлы Александр менән Гротензия.

Александр. Гүзәл фәрештәм минең! Парижға мин һеҙҙең ғаиләне күралмаҫтай хасланып килеп керҙем, ә хәҙерен һеҙҙең ғаиләлә генә табам күңелемә йылылыҡ. Мин һеҙҙе йәберләнем, башҡаларға игелек иттем, аҙаҡ килеп йөрәгем һеҙҙе генә теләне. Гүзәлем, мин һеҙҙе өҙөлөп һөйәм!

Гротензия. Мин дә, мин дә! (Үбешәләр; вальс көсәйә, бейеп сығып китәләр).

Шул сираттан Жосефина менән Йәнтүрә бейеп килә, туҡталалар.

Жозефина. Ҡатындарығыҙ бәхетле – туйҙа ла, яуҙа ла ирҙәре менән бергә.

Йәнтүрә. Сөнки Хоҙайыбыҙ беҙҙе айырылмаҫ бербөтөн итеп яралтҡан.

Жозефина. Ә мин яңғыҙлыҡта ҡаңғырып ҡартайҙым...

Йәнтүрә. Һеҙ шундайын йәш, шундайын һылыу – бер күреүҙән үлеп ғашиҡ булырлыҡ!

Жозефина. Ҡатынығыҙ нисәү – дүртәүме?

Йәнтүрә. Әлегә берәү генә.

Жозефина. Һуң, эш ниҙә? Мин риза – икенсе бисәлеккә.

Йәнтүрә. Их, дин ҡушмай...

Жосефина. Ах шул дин, дин... (Вальс көсәйә, бейеп сығып китәләр).

Шул уҡ нәүбәттә Зөләйхә менән Чернышев бейеп килеп туҡтай.

Чернышев. Далалар алиһәһе, ниңә ошо күҙҙәремә Парижда ғына салындығыҙ, Санкт-Петербургка килмәнегеҙ?

Зөләйхә. Беҙҙең ҡыҙҙар егет артынан йөрөмәй, далаларға үҙегеҙ килергә ине.

Чернышев. Ҡалаларҙа күрештек, ҡалаларҙа ҡалайыҡ.

Зөләйхә. Ифрат һуңланығыҙ шул! (Вальс көсәйә, бейеп сығып китәләр).

Быныһында Юлдашбикә менән Буранғол.

Юлдашбикә. Анауы Людовик тигән абышҡаһы миңә ҡулын һуҙған булып маташасы, дамский вальс тигәндәрен онотоп...

Буранғол. Һәй әттәгенәһе, король бит ул, нимә тинең?!

Юлдашбикә. Ғәфү итегеҙ, хәҙер – дамский вальс, минең үҙ королем бар, тинем дә үҙеңде алып киттем.

Буранғол. Һөйөклөм! (Вальс көсәйә, бейеп сығып китәләр).

Баяғылай, Ғәзимә менән король адъютанты бейеп килеп туҡтай.

Адъютант. Париж оҡшаймы һеҙгә?

Ғәзимә. Иҫ киткес!

Адъютант. Король һеҙҙе Париж дамаһы итте, бында тороп ҡалғыҙ.

Ғәзимә. Парижығыҙ ары торһон, үҙемдең ауыл барҙа.

Адъютант. Аптырайым: империя нигеҙҙәрен дер-һелкетеп баш күтәрә торған халыҡ – Рәсәйҙе яҡлап бер түгел утыҙ полк биргән. Ниндәй сәбәп үҙгәртте?

Ғәзимә. Үҙгәрмәнек, йолабыҙҙы үтәнек. Ут күршеңә бәлә килһә, үпкәләшеүеңде онот, ут күршеңә ярҙамға сап, тигән йола бар беҙҙә. Урыҫ халҡы беҙҙең иң ҙур ут күрше.

Адъютант. Илегеҙҙе барып күрергә ине.

Ғәзимә. Наполеон юҫығынан бармағыҙ, ҡунаҡ булып килегеҙ! (Вальс көсәйә, бейеп сығып китәләр).

Оло зал яғында көсәйгән вальс ыңғайында сәхнә түңәрәге кирегә әйләнеп, тәүге күренеш ҡайта – Кесе зал. Башҡорт төркөмө балдан сыҡҡан, вальс ауазы тына. Франсуа менән Людовик етәкләшеп үтеп бара.

Франсуа (илап). Атаҡайым, ул мине кире ҡаҡты, мин унһыҙ йәшәй алмайым! Бастилияға яптырт, аҡылға ултыртып сығарт -- минең кейәүем булһын!

Людовик. Һантый, һантый! Йәшһең шул әле, балаҡай... Нисек итеп яптыртайым, Рәсәй офицеры бит ул.

Франсуа. Александрҙан фарман бирҙерт, мине яратһын!

Людовик. Бәләкәсем минең, һантыйым (сығып китәләр).

Буранғол. Иншалла, быныһын да иҫән-аман ксерҙек, Императорыбыҙ менән хушлаштыҡ. Береһе көнгә, улым, полкың менән – оҙон сәфәргә, Күк Уралыбыҙ көтә.

Ҡаһарман. Хәйерле юлға, атай (күмәк доға ҡылалар).

Зөләйхә. Их, йөрәккәйем атлығып сығып бара! Башҡорттарым, йәмле Парижда һуңғы тапҡыр үҙебеҙсә ер һелкетеп бейейек!

Йәнтүрә ҡурайҙа дәртле көй уйнай, күмәк бейеү. Әкрен генә ут һүнеп ҡараңғылана.

Күмәк тауыш: -- Хуш, Парижҡай, хуш, йәнкәй!