Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
Йыат Солтанов.Драмалар.docx
Скачиваний:
0
Добавлен:
01.07.2025
Размер:
6.63 Mб
Скачать

Һылыубикә күренә.

Һылыубикә. Бәпесем, был ни эш? Ниңә улай, тәмле йоҡоңдо бүлеп, яр буйында яңғыҙ-яран йөрөйһөң?

Сөйөмбикә (тертләп). Абау, ҡотомдо алдың, әсәйем. Ниңә үҙең иртәләнең?

Һылыубикә. Әхирәттәрең, булышсыларың ҡайҙа?

Сөйөмбикә (көлөп). Бошонма, әсәкәйем, улар ана анауы тирәктәрҙең һәр олоно артынан һағалап торалар мине. Бер сулаға яңғыҙымды ҡалдырыуҙарын теләнем.

Һылыубикә. Тик шулай ҙа ҡош-ҡорттан хәтәр заман. Ҡояш сығышы яғында — жуңғар-мағул әтрәгәләмдәре, көн байышында үҙебеҙҙең татар-хәтәр болғана. Урыҫ шымсыларынан да тынғы юҡ. Ана тора Алабайтал кисеүе, кем кисмәҫ, тиһең уны?.. Ә һин, шул тәңгәлгә текләп, күҙеңде талдыраһың...

Сөйөмбикә. Әсәкәйем, насарға юрамасы. Ул кисеүҙән, аша сығып, бәхеткәйем киләсәк...

Һылыубикә. Ай-һай, оло юлдан кем килмәҫ тә кем китмәҫ...

Сөйөмбикә. Әсәкәйем, шулай ҙа кемдәр буласаҡ? Бөгөн һабантуйҙа, тим?

Һылыубикә. Атайыңдан яҙа-йоҙа ғына сарпылып ҡалды. Әлбиттә, нурлы мәркәзебеҙ Көн-Өфөнән кенәз Исмәғил олатайың, Ҡазандан Бойорған Сәйет, йәнә Мәскәү илсеһе Кадыш Кудинов, Төркиә илсеһе Вәкил, Әстерхандан олатайың Ирзал Ураҡ хан, Һаҡмар тамағы Аҡтүбәнән Юныс ағайың, Ҡаҫмарт тамағы Ҡасанҡы-Саланан Үҫәргән бей бар... Әйткәндәй, Төркиә илсеһе, көрәш майҙанына сығарырға, тип, ҡарарға имәнес әзмәүер кәүҙәле, бер ултырыуҙа бер һарыҡ итен ашап бөтөрөрлөк төрөк батырын килтергән, ти...

Сөйөмбикә (йөрәкһеп). Ә Бәкәтәрҙән юҡмы ни?!

Һылыубикә. Бәкәтәрҙән Йәнсура батыр бына-бына килеп етергә тейеш. Йәнсура батырһыҙ көрәш буламы ни ул? (Ҡыҙына текләп). Туҡта-туҡта, ниңә һораның әле?

Сөйөмбикә (оялып). Үҙең әйтәһең дәһә, Йәнсура батырһыҙ булмай, тип.

Һылыубикә (уйланып). Уныһы улай ҙа ул... тегенеһе тегеләй шул... Саҡырылмаған ҡунаҡ кемдән дә яман тиҙәр әле?.. Төн уртаһында Ҡазан ханы Сафагәрәй юлығып ишек ҡаҡты, атайыңды тәмле йоҡоһонан уятты.

Сөйөмбикә. Ҡазан ханы?! Ни бысағыма йөрөй тағы?

Һылыубикә. Беләһең бит ҡазандарҙы: ҡотороноп бер-береһенең боғаҙын сәйнәү, хан артынан хан , яңыртыу менән шөғөлләнәләр. Атайың әйтеүенсә, үҙҙәренең ҡулынан буҡлы йүкә лә килмәгәнләктән, Мәскәүҙең күҙенә тилмереп ҡарап, Василий кенәздең аяғына баш ороп, урыҫ ҡулынан , яңы хан ялбаралар. Иҫеңдәме, әле генә, бит, шул уҡ Мәскәү килтереп суҡайтҡан Ғәбделлатиф ханды ҡыуып ебәреп, ҡырымлы ошо Сафагәрәйҙе тәхеткә ултыртҡайнылар, инде уны ла, әрләп-хурлап, килгән тарафыңа олаҡ, тип быраҡтырғандар. Меҫкен Сафагәрәй кейәү, ҡатындарын, яҡындарын оҙон ылауға тейәп, бында килеп йығылған... ханлығын кире ҡайтарырға ғәскәр һораптыр инде.

Сөйөмбикә. Тамам теңкәгә тейҙе бит инде ошо ғауғалы Ҡазан татарҙары... Әле урыҫ менән уҫмаҡлаша, әле үҙ-ара ҡырҡыша. Былтыр ҙа, шул ханға ярҙамға барабыҙ, тип, Йәнсура батыр балтырына уҡ ҡаҙалдыртып ҡайтты, ә күптәре Ҡазандың Ар ҡырында ятып ҡалды. Әммә-ләкин ҡәҙеребеҙҙе белмәнеләр һәм белмәйҙәр — ауыҙ асҡан һайын, башҡорт тип әйтәһе урында нуғай тип түбәнһетәләр... Башҡорт һөйәген онтаусы тирмәнгә әүерелде был Ҡазан.

Һылыубикә. Тәүбә-тәүбә, атайың ишетеп ҡуймаһын, бәпесем. Әле һаман, Ҡазанға ярҙамға йөҙ егерме мең яу бирергә яйым бар, тип ҡаны ҡыҙышып йөрөй, ҡарыулашһаң, һеркәһе һыу күтәрмәй... Исмәғил олатайың ғына ауыҙлыҡлап тотмаһа...

Сөйөмбикә. Ҡазанды яратмайым, Исмәғил олатайым яҡлы мин.

Һылыубикә. Ҡазан да үҙебеҙҙеке, башҡорттоҡо. Заманында Туҡтамыш хан олатайыңдың мәшһүр улы Оло Мөхәммәт баш ҡала итеп ҡорған, беренсе ханы булған ер.

Сөйөмбикә. Ә ни өсөн Туҡтамыш хан олатайым була ул? Йеҙекәй бабамдың ҡан дошманы лаһа...

Һылыубикә. Эй бәпесем, был донъяның этлектәрен белмәйһең шул әле һин... Минең Меңле ырыуы ҡыҙы икәнем мәғлүм бит үҙеңә. Ә Үҫәргән башҡорто Туҡҡужаның улы Туҡтамыш хандың әсәһе, бит, тап беҙҙең Меңле ырыуынан, тап беҙҙең үк тоҡомдан... Йәғни Ҡазан хандары ла асылында үҙебеҙҙең башҡорт тоҡомо улар...

Сөйөмбикә. Ә Ҡырым ҡарғаһы Сафагәрәй хан?

Һылыубикә. Төптән үк уйлай китһәң, ул да башҡорт затынан булып сыға шул, бәпесем. Нәҡ Еҙекәй бабаңдан килгән нәҫел. Ҡыҫҡаһы, ҡайһы татар ханын соҡоп ҡараһаң да, төбөндә башҡорт ята.

Сөйөмбикә. Ы-ы-ы... аҙмыш башҡорттар! Бөтәһе лә беҙгә яу.

Һылыубикә. Яҙмыштарҙан уҙмыш юҡтан аҙып та китәләр шул...

Һарай яғынан Сафагәрәй хан яҡынлай, кесе ярауын башҡарып маташа.

Сафагәрәй (йырлай).

Сары талға ҡунып сайрый турғай...

Һы-һы-һы-һы, турғай...

Һылыубикә менән Сөйөмбикә пырхылдап көлгәс, Сафагәрәй хан абруйлы ҡиәфәт ала.

Сафагәрәй. Бәтәч, бу Жайыҡның сандуғачлары пырхылдап көлә дә беләләр инде әллә?

Һылыубикә. Эй кейәү-кейәү, санаһын ҡыйыш тейәү... Ҡазан ҡарғалары юҡ шул бында.

Сафагәрәй. И биембикәм, исемә төшөрмәгез! Уҡшыйсым ғына килә... (Сөйөмбикәгә текләп). Аб-бау, мона бит ул сандуғач! Сылыуларның сылыуы, нуғайның сандуғачы!

Сөйөмбикә. Һин үҙең ул эт ханы, кешене эткә һанама! (Артына борола).

Сафагәрәй. Бәй, балдызбикәм, бу ни дигән сүз тағы? Бер кемгә дә “эт” дигәнем булмады! Эт ханы да түгелмен.

Сөйөмбикә. Ә мин ниңә эт һандуғасы булайым?

Сафагәрәй. Аңламыймын синләрне. Мин бит сине эт сандуғачы дип атамадым лабаса? Нуғай сандуғачы, дидем.

Һылыубикә (көлөп). Эй кейәүкәй, «нуғай» тигәнең эт тә баһа татар-мағул телендә.

Сафагәрәй. Тәүбә-тәүбә, кичерегез алайса. Күзнең яуын алырлыҡ мондый саф гөлнө, былбылны, алай дип әйтмәү генә түгел, аның аяҡ астында ятып үзем эт булып аунарға, ҡойроҡ болғарға хәзермен. Аллаһ Тәғәләдән булып, язмыш үзе татлы төш итеп чығарған икән лә юлыма сине, Сөйөмбикә сылыуым. Шушы урында жиргә борон төртөргә, эзләреңне үбеп китергә рөхсәт ҡыл! Сөйөмбикә генә түгел, чын-чыннан ханбикә булырға туғансың — шәһри Ҡазанны балҡытырлыҡ нурлы шәм ҡылса иде үзеңне Ходайым...

Сөйөмбикә (ҡобараһы осоп). Абау!..

Сафагәрәй. Чәчебез чәчкә бәйләнсен иде, дип телисем, жылыйсым ғына ҡала...

Сөйөмбикә (ҡобараһы осоп). Абау!..

Һылыубикә. Тел һөйәкһеҙ, тиһәләр ҙә, саманан ашып китте түгелме, кейәүкәй?.. Ҡырымдан эйәртеп килтергән ҡатының өҫтөнә нәҫелебеҙҙән, бер түгел, ике кәләш алып, хан кейәүебеҙ булдың, өҫтәүенә урыҫ кенәзенең мәрйәһенә өйләндең... Инде балдыҙыңа күҙең ҡыҙамы? Ялпыға ла, ханға ла бер үк шәриғәт хөкөмө түгелме ни? Үҙеңде Ҡазанға саҡырып килтерткән Ҡолшәриф мулла ни ҡарай?

Сафагәрәй. Ҡолшәриф мулланың фатихасын алғанмын.

Һылыубикә. Ләхәүлә, биш ҡатын алырғамы?

Сафагәрәй. Нинди биш булсын, урыс кенәзенең ҡызы вафат бит инде...