Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
Йыат Солтанов.Драмалар.docx
Скачиваний:
1
Добавлен:
01.07.2025
Размер:
6.63 Mб
Скачать

Генерал һыҙланып торғанда, оҙон күлдәкле һәм ярайһы уҡ ҡыҙмасаланмыш бер һылыуҙы етәкләп, Вальтер килә; ул һылыу —Сәлисә.

Шмультке. Майн һоот, бына был сюрприз! (Осҡолоҡ тота).

Вальтер. Генерал, таныш булығыҙ, легионға үҙе теләп яҙылған беренсе

мосолман һылыу — Сәлисә туташ була был.

Шмультке. Документ!

Вальтер. Генерал, обер-лейтенант Сәлисә туташтың империя канцелярияһынан бирелгән аусвайсында рейхcкомиссар Кубенең үҙ ҡултамғаһы бар! Ул беҙгә ғәййәр легионды нығытырға ебәрелгән.

Сәлисә. Генералым, һеҙҙең менән танышыуға бик шатмын!

Шмультке (Сәлисәнең ҡулын үбә). һут, һут! Беҙгә йәнегеҙ һәм... тәнегеҙ менән бирелеп хеҙмәт итерһегеҙ, тип уйлайым.

Сәлисә. О генерал, һеҙҙең өсөн...

Шмультке (ҡыҙға рюмка тоттора). Танышыу хөрмәтенә, Сәлисә туташ.

Сәлисә (эсеп, рюмканы ырғыта). О! (Генералдың муйынына һарыла, үрелеп үбергә итә). Генерал, ҡасан мине батыр яҡташым Сәлих әфәнде Хәмиди менән таныштыраһығыҙ?

Шмультке. О Сәлисә туташ, һеҙ мине рәнйетәһегеҙ! Тәүҙә икәү ныҡлап танышайыҡсы.

Сәлисә. О генерал!

Шмультке. Майор, Сәлисә туташты ана тегендә — минең бүлмәгә керетеп урынлаштырығыҙ. Беҙ уның менән төрлө донъя хәлдәрен һөйләшербеҙ.

Сәлисә (“һауа аша үбеү” оҙатып хушлаша). Эм-м-мү, генерал!

Шмультке.Эм-м-мү, туташ!

Вальтер Сәлисәне генерал күрһәткән бүлмәгә илтеп килә.

Вальтер (устарын ыуып). Хи-хи!.. Генералым, алма тулышып өлгөрҙө, өҙөп ҡабаһы ғына ҡалды. Тешегеҙ ҡамашмаҫ микән?..

Шмультке (бармаҡ янап). Ҡорт булып төшөргә уйлаһағыҙ, ҡарағыҙ уны, майор!

Вальтер. Генерал!.. Легион тағы бер яугиргә артҡанға шатланамын.

Сәлих инә.

Сәлих. Генерал әфәнде, һеҙҙең өсөн юл хәрездәре әҙер.

Шмультке (бармағы менән ымлап саҡырып). Килегеҙ әле бирегәрәк, штурмбанфюрер Сәлих әфәнде Хәмиди. Ниңә беҙҙт елға тиҙерәк оҙатырға йыйынаһығыҙ? Теге саҡта генерал Борисов атлылары өҫтөнә һибергә әҙерләткән бер миллион листовканы ла партизандарҙан үртәтергә шулай хәстәрләнегеҙме? һеҙ фюрерҙың ышанысын аҡларға тырышмайһығыҙ.

Сәлих. Генерал әфәнде, мин аҡлайым, мин үҙ ҡулдарым менән...

Шмультке. Молчать! Фюрергә һеҙҙең ҡулдарығыҙ кәрәкмәй. Фюрергә генерал Борисовтың эстән тарҡатылған атлы корпусы, уның генерал Шайморатов кеүек командирҙары кәрәк! Улар тиҙерәк лагерҙа, бына ошонда булһын!

Сәлих. Үтәйем, генерал!

Шмультке. Болван, нимәне үтәйһең?

Сәлих. Генерал Шайморатовтың атлылары тиҙҙән бына ошонда булыр.

Вальтер (ус төйҙәһен Сәлихтең муйынына ышҡып). Әгәр тап шулай булмаһа, беләһегеҙме, азиат, һеҙҙең баш бына ошолай ҡыххх... (Араҡы бирә). Мәгеҙ, түңкәреп ҡуйығыҙ, буласаҡ ил тарханы.

Сәлих эсә.

Вальтер. һут, инде йырлап ишеттерегеҙ. Генерал әфәнде бындай моментта азиат моңдарын ярата... ул ысын арий ашҡаҙанын яҡшыраҡ эшләтә.

Шмультке. һуҙығыҙ, Сәлих әфәнде.

Тыңларға йыйыналар, моңайып баҫып торған Сәлих “Аҡтирәк — күктирәк”те йырлап ебәрә. Тышта һағалаған Ишмырҙа, тәҙрәгә һарылып, әҫәрләнеп тыңлай. Йырҙың аҙағынаса ул автомат көбәген Сәлихкә тоҫҡап тота.

Сәлих.

Һаҡмар буйы йәмле бигерәк —

Аҡтирәк тә күктирәк.

һинең һымаҡ аҫыл-зирәк

Донъяға тыуа һирәк.

Аҡтирәк — күктирәк,

Йөрәктәр яна көйрәп.

Булат балдаҡ беҙ икәүҙе

Тапһын ине тиҙерәк.

Ишмырҙа. Был ни хәл, кем был? Былмы теге листовкалағы Сәлих әфәнде Хәмиди?!

Вальтер. Браво, Сәлих әфәнде, браво!

Ишмырҙа (көбәкте Сәлихтән ситкы бороп). Юҡ, ҡулым бармай атырға. Ышанмайым. Ышаныҡ Ишмырҙа булһам да ышанмайым! Ошо тамуҡ төбөндә лә үҙенең изге аҡтирәктәрен, күктирәктәрен йөрәгендә йөрөткән йән эйәһе иленә хыянат итерме?! Юҡ! Ул да, әлбиттә, минең һымаҡ уҡ, махсус эш үтәп йөрөй. Ул — ысынлап та үҙебеҙҙең разведчик! Юҡҡа ғына алмағандыр булат балдаҡ исемен! (Бармағынан булат балдаҡты һурып). Тимәк, булат балдаҡты тапшырырға бурыслымын үҙенә? Тик... нисек итеп?.. Әһә, булды! УҢайлы мәлен тура килтерәм дә тәмәке янсығыма бәйләп ырғытам — бөрмә бауына тағып. Үҙе аңлар ҡалғанын. (Шул ниәтен үтәргә әҙерләнә).