Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
Йыат Солтанов.Драмалар.docx
Скачиваний:
1
Добавлен:
01.07.2025
Размер:
6.63 Mб
Скачать

Адашев Алексей инә.

Адашев (баш эйеп). Олуғ батша ғали йәнәптәре, Ҡазандан, башҡорттоң ңур һәм Бәләкәй урҙаларынан илселәр килеп етте, керергә сират торалар.

Иван. ңур урҙанан башлат.

Адашев. Баш өҫтө, олуғ батша ғали йәнәптәре (сығып китә).

Оло ишек асылып, Адашевтың иғланы яңғырай: «ңур урҙа кенәзе Исмәғилдән илселәр — Байтирәк бей менән Тимер уғлан!” Илселәр тәхеттәге Иван ҡаршыһына килеп итәғәтле баш эйә.

Байтирәк. Көн-Өфө ерҙәренең батшаһы...

Тимер (элеп алып). Эбер-Себер ерҙәренең батшаһы...

Икеһе бер ауаздан:

...һәм бөтә Ҙур урҙаның яҡты көнәсәһе Исмәғил кенәздән Мәскәүҙең һәм бөтә Әрәсәйҙең мәртәбәле олуғ батшаһы Иван ғали йәнәптәренә һәм бөтә Әрәсәй халайыҡтарына бөтә башҡорт халайыҡтары исеменән ҡоростай иҫән-аманлыҡ, бөтмәҫ-төкәнмәҫ бәхет-бәрәкәт, илегеҙгә именлек, уңышлы эштәр теләген еткереп, игелекле үҙ ҡулығыҙға Исмәғил кенәздең ярлығын тапшырабыҙ. (Иван өндәшмәй ала ла эргәһендәге Петрға бирә).

Байтирәк. Исмәғил кенәз, бынан тыш, телдән еткерергә лә бойорҙо: үҙегеҙ беләһегеҙ, башҡорт иле борондан уҡ урыҫ иленә таяныс һәм дуҫ булырға тырышты. Башҡорт иле урыҫ иленә тоҫҡалыусы татар-монгол яуҙарына ла кәртә һәм ҡалҡан булды. Ошо көндәрҙә лә башҡорт иле көнсығыштан темеҫкенеүсе манжур һәм ҡытай баҫҡынсыларын, аҙғын ҡаҙаҡ урҙаларын урыҫ иленә үткәрмәй тотҡарлап тора. Әммә беҙҙең ике араға эренләткес шырау булып ҡаҙалған, башҡорт-урыҫ дуҫлығына зыян килтергән фетнәләр ояһы Ҡазан бар. Олуғ кенәз үҙенең шанлы эштәрендә бына шул хаҡта уйланһын ине, тине бөйөк Исмәғил кенәз. (Иван башын һелкеп ризалығын белдерә).

Тимер. Исмәғил кенәз һинең менән ихлас дуҫлығының билдәһе итеп һәм ғәскәреңдең иң төп ихтыяждарын ҡәнәғәтләндермәккә ҡулдан килгәнсә өлөш керетәйем, тип, беҙҙең менән бергә илебеҙҙең оло сауҙа каруанын — дүрт мең дә ете йөҙ һатыусыһын юлландырҙы. Улар әле Коломнала көтөп тора.

Иван. Хуп! Тауарҙарығыҙ ниндәй?

Байтирәк. Әйтәйек, һыбайлы ғәскәрегеҙгә кәрәкле илле мең баш яҡшы ат бар.

Иван, Елена, Макарий бер-береһенә ҡәнәғәт ҡарашалар, Анастасия уйға сумып ултыра.

Иван. Афарин башҡорттарым! Кенәз, бер ыңғай мыйыҡҡа урайыҡ: Исмәғил дуҫымдың был ярлығында ниҙәр бар?

Петр (өҙөк-өҙөк иншалай). “Ҡазан миңә йыл һайын ҡырҡ мең алтын, йөҙ батман бал, туғыҙ аҫыл тун яһағы түләп тора. Шуға ла ҡарамаҫтан, икебеҙҙең араһындағы эренләткес шырауҙы алып ташлар өсөн, һинең менән бергәләшеп яу сабырға әҙермен... Минең изге хыялым — Ҡазандың һиңә, һинең Ҡазанға баҫҡынлыҡтарын туҡтатып, ҡитғала ысын тыныслыҡ, дуҫлыҡ мөхите тыуҙырыу. Ул саҡ беҙҙең икебеҙҙең сауҙа каруандары юлы һеҙҙең аша Литвағаса, беҙҙең аша Ҡытайғаса имен һуҙылыр ине”...

Макарий. Ысынлап та, изге хыял.

Елена. Башҡорттар үҙҙәре үк әйтмешләй: “Иләнмәгән-һуҡмаған — ҡайным, һиңә киндер ыштан”Ға оҡшай шул...

Тимер. Бергәләшеп һуғайыҡ: буйлығын — беҙ, арҡауын һеҙ.

Көлөшәләр.

Иван. Әйткәндәй, беҙ белгән “нуғай” урҙалары булып та, ниңә үҙегеҙҙе “башҡорттар” тип атайһығыҙ?

Байтирәк. Сөнки беҙҙең дөйөм халыҡ — башҡорттар, ә әлеге ике урҙаны ла нигеҙләүсе бабаларыбыҙ — башҡорттоң Үҫәргән ырыуы...

Тимер. Эйе. Яҙыҡ динле боронғо үҫәргәндәр бүре-эткә табынғанлыҡтан, Сыңғыҙ хан яуындағы илбаҫар татар-монголдар уларҙы “нуғай” йәғни, улар теленсә, “эт” тип атағандар...

Байтирәк. Шуны көллө тирә-яҡ ҡәүемдәр ҡабул ҡылып, көллөбөҙгә Нуғай урҙаһы исемен йәбештергәндәр...

Тимер. Һеҙ-урыҫтарҙың ләҡәпләүенсә, алман-ҡармандар ҙа немец — йәғни “телһеҙ” булып йөрөгән кеүек...