Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
Йыат Солтанов.Драмалар.docx
Скачиваний:
0
Добавлен:
01.07.2025
Размер:
6.63 Mб
Скачать

Яҙғы күбәләктәрҙәй бөтөрөлөп ҡыуыша-ҡыуыша, көлөшә-көлөшә Оксананың ҡыҙы Мопра менән Сафураның улы Ким килә. Береһе — ҡул тырмаһы, икенсеһе йүгән тотҡан. Урал сүкеүҙән туҡтай.

Мопра. Тоттоң, ти, тотмай ҙа ни!

Ким. Тотоу ғына түгел, битеңде “суп!” иттереп тә алырмын.

Мопра. Абау-абау, оятһыҙ!

Ким. Битеңде генә түгел, ҡолағыңды ла тешләрмен әле!

Мопра. Минең ҡолаҡта ни үсең?

Ким. һи бешмәгән, шуны ғына ла белмәйһең! Ҡолағыңды тешләһәм, һин дә минекен тешләһәң, мин — һинеке, һин — минеке булабыҙ ҙа ҡуябыҙ. Беҙҙә шундай йола бар.

Мопра. Абау, ҡайһындай матур йола! (Йүгерә).

Ким. Үтәйек шул йоланы! (Тота).

Мопра. Абау-абау, оятһыҙ!

Ким. Бына-бына һуғышҡа китеп барһам, ни эшләрһең икән әле?

Мопра (тертләп). һуғышҡа?! һине алалармы ни?

Ким. Алмаһалар ҙа китәм, ҡасып китәм!

Урал ҡарт ҡапыл сүкеш һуға, йәштәр ағас араһына ташлана. Ыҫтан яғынан һөрәнләп Оксана килә.

Оксана. Мопра-а-а! Ки-и-им! Мопра-а-ам, ҡәҙерле Значогым!

Урал. Оксана ҡәрендәш, шул ҡәҙерле Мопра-Значогың Сафура әхирәтеңдең Ким-Значогы менән ҡуша тағылып ҡуймағайы, тим. Бер түш... түшәккә.

Оксана. Уныһы булмаҫ. Нәҙере бар Остабымдың.

Урал. Бәй, быныһы ни булды тағы.

Оксана. Остабым хатында яҙа: фронттағы бер йән дуҫы менән ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар булышырға ант итешкән. Ә ут эсендәге ант — изге ант. Минең ҡыҙым атай нәҙерен тотасаҡ, шул йән дуҫтың улына ғына сығасаҡ. Мопра-а-ам, аҫыл Значогым минең! (Китә).

Урал. һәй был донъя... (Сүкешен атып бәрә, китә).

Сафура сыға, аҡтирәккә һөйәлеп уйлана. Ғәли күренә, Сафураны түрәләрсә бармаҡ ымлап ҡына саҡырып ала. Ғәли ҡупшы хәрби кейемдә, ҡулында ҡара бирсәткә, һыңар күҙен ҡара япма ҡаплаған, түшендә ышҡып ялтыратылған миҙал.

Ғәли (һыҙғырып). Һайыҫҡан, кил әле бирегәрәк!

Сафура (яҡынлай). Минән һиңә ни кәрәк?

Ғәли (көлөп). һәр хәлдә ҡаҙмендәр-фәлән түгел.

Сафура. Хурлама, былай ҙа тулышҡан күңел.

Ғәли (кеҫәһенән ҡара пистолет сығарып, ҡулында уйнатып). һинме әле әштер-өштөр колхозға ат көтөүсе?

Сафура. Абау!

Ғәли. Анауы эвакуированная хохлушка Оксанамы һиңә алмашсы? (Пистолетын тоҫҡап, екереп). Икегеҙ тиң вредитель — колхоз тоҡом айғырының башына етеүсе!

Сафура (ҡойолоп төшөп). Уй-уй, ата күрмә! Йә рапбым, кәкерсәгеңде тоҫҡама! Әстәғәфирулла тәүбә...

Ғәли (пистолетын йәшереп). Бирермен мин һиңә тәүбә! Айғырҙы терелтеп бир тәүҙә!

Сафура. Әстәғәфирулла тәүбә, айғырҙы бит үҙең менеп, бүре ҡыуып яндырып үлтерҙең.

Ғәли. Ә мин уны һинең елкәгә йөкмәтәм. Ағыулы ашлыҡ ашатҡаныңды күреп торҙом. Минме-мин...

Сафура. Әстәғәфирулла тәүбә, кем һин?

Ғәли (күкрәк ҡағып). Фронтовик мин! (пистолетын ҡулында уйнатып). Бөгөн-иртән булырға торған колхоз председателе! (Пауза). Төшөндөңмө инде, һайыҫҡан? (Пистолетын йәшерә). Айғыр хаҡына һыйырың тартып алынасаҡ, һуғыш статьяһы менән башың төрмәгә ябыласаҡ. Улың етем ҡаласаҡ.

Сафура (илап). Хоҙайым, был язаларың ни өсөн?!.

Ғәли. Һинең ирең үҙе теләп дошманға әсир төштө — фашист холуйы Сәлихкә эйәреп китте. Үҙ күҙҙәрем менән күрҙем. Ә һин бында ҡоротаһың колхоздың синфи нигеҙен.

Сафура. Ялған!

Ғәли. Бар, аҡлан. Кем тыңлар икән һине. Тиле!

Сафура (илап). Минән... минән ни кәрәк һиңә?

Ғәли. Бына быныһы — минеңсә! Тыңла: бөгөн кискә ошо аҡланға халыҡ йыйыла. Шунда бөтә ил алдында шыҡырыҡлап бирәһең — Ишмырҙаңдың Сәлих менән һуғышҡа китер алдынан һүҙ беркеткәндәрен.

Сафура. Нимә тип?

Ғәли. Танауыңа кирт шуны: фашисҡа әсир төшөү юлын алдан һайланы улар.

Сафура. Ялған!

Ғәли. Әйткәнемде алмаһаң, алдыңдалыр Магадан! (Пистолетын ҡулында уйнатып). Был хаҡта — шым! Шыҡырыҡлаһаң, беренсе пуля — һиңә! (Китә).

Сафура. Хоҙайым! Ниңә ошо ҡара йыланды йәшенең менән атмайһың?! (Аҡтирәккә һарыла). Булат балдаҡты урлауы ғана етмәгән, фронттан инде кәкерсәк урлап алып ҡайтҡан... кемдәрҙелер атырға... Ишмырҙам, Ышанығым, ысынмы шул хәбәре ҡара йыландың? Юҡ, ылғый ҡара яла был! Әммә кәкерсәк хаҡында оноторға, телде ҡанын сығарғансы тешләргә!

һауаларҙа осҡан аҡҡоштарҙың

Алдарында ҙур-ҙур шәһәр бар.

Тере микән бәғерем, үле микән,

Яу бик ҡаты, тигән хәбәр бар.