Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
Йыат Солтанов.Драмалар.docx
Скачиваний:
0
Добавлен:
01.07.2025
Размер:
6.63 Mб
Скачать

Тышта мотор, ат тояҡтары тауышы.

Шмультке. Нимә был, беҙҙең авиациямы?

Вальтер. Юҡ, генерал, рустарҙың танкылары. Рациянан хәбәр алып өлгөрҙөм: беҙҙең тылға маршал Рыбалконың танк клины, Шайморатовтың атлы ғәскәрҙәре ярып кергән. (Дер-ҡалтырап). Большевистик булат балдаҡ уратып алды беҙҙе, был балдаҡтан ысҡынырға юҡ сара...

Шмультке. Бар сара! Майор, бөйөк арий рухын юғары тоторға! (Шкафтан аҡ простынялар алып ырғыта). Уран аҡ урамалға!

Вальтер (дер-ҡалтырап). Аңламайым, генералым.

Шмультке. Миллионлыҡ башың менән һуҡыр тинлек рус премьеры Федор Керенский әфәденең сараһын да белмәйһең. Большевистик булат балдаҡтан ысҡынырға был беҙҙең берҙән-бер сара! Ошо изге секундтан алып һин — Вальтер түгел, мин фон Шмультке түгел, ә икебеҙ ҙә Халыҡ-ара Ҡыҙыл ярым Ай ойошмаһы тарафынан һиндостандан ебәрелмеш мәрхәмәтле шәфҡәт туташтарыбыҙ. Ә был сепрәк ярпыһы — милли кейем сариҙарыбыҙ!

Ут һүнә, сәхнәне шау-шоу баҫа. Яҡтырғанда залға Остап менән бер нисә кавалерист килеп инә. Баштүбән торған Гитлер портреты ла шул мәл дөһөрләп ауа. Ҡаршыларында аҡ сариға уранған, баштарына Ҡыҙыл ярым Айлы яулыҡ бәйләгән ике “шәфҡәт туташы” дер-ҡалтырап тора.

Остап (автоматын тырылдатып). Хенде хох, әпсәгеҙҙе фәләнем итмәгерҙәре! Күтәрегеҙ ҡулдарығыҙҙы!

Ике “туташ” ҡулдарын күтәрә.

Вальтер (нескә тауыш менән). Беҙ шәфҡәт туташтары, беҙ...

Шмультке (берсә, түшенә, берсә, Ҡыҙыл ярым Айына төртөп күрһәтеп, нескә тауыштан). Сари, Кришна, Чандра, Женева!

Остап. Ни ти был ҡойолдороҡ?

Вальтер. Хөрмәтле ҡыҙыл рус иптәштәр, беҙҙе тотҡарларға ярамай, ти. Был аҡ сариға уранған хөрмәтле ханым — һиндостандың Бомбей ҡалаһының Ҡыҙыл ярым Ай ойошмаһының яуаплы етәксеһе Кришна, ә мин уның тәржемәсеһе Чандра. Беҙ фронтҡа Халыҡ-ара Женева ҡарарҙарының үтәлешен тикшерергә килдек, ти.

Шмультке. Рупи карахати бхарата. Чаппахудра.

Вальтер. Кришна ханым һеҙгә әйтә, беҙҙе фронт аша үткәреп ебәрергә генә ярай, ти.

Остап. Тентергә!

Вальтер, Шмультке (һиндтәрсә Хоҙайға табыныу ишараһы яһап теҙләнәләр). О Рама!

Остап. Был ниндәй комедия?

Вальтер. Хөрмәтле ҡыҙыл рус иптәштәр, комедия түгел был! Трагедия был! Беҙ Хоҙайыбыҙ изге Раманан беҙҙе үҙе янына алыуын ялбарабыҙ, сөнки беҙҙең диндең изге ҡанундары тәнебеҙгә ир-ат ҡағылыуын тыя. Хоҙайыбыҙ изге Раманың эскерһеҙ саф ҡыҙҙары беҙ!

Плащ-палатка бөркәнгән, пистолет тотҡан Сәлисә инә, плащ-палаткаһы иңенән шыуышып төшөп ҡала. Шул ыңғайҙа Шмульткенең “салма”һын йолҡоп ырғыта. Салма аҫтында — генерал фуражкаһы.

Сәлисә. һеҙме эскерһеҙ саф ҡыҙ? Салют, генерал!

Вальтер, Шмультке. Майн һо-о-от!..

Сәлисә. Старшина, “саф ҡыҙ”ҙарҙың сылғау аҫтын һәрмәгеҙ!

Остап (генералдан йөҙөн бороп, танауын сыйырып). Фу! Был “саф”лыҡтан эт үләкҫәһе еҫе килә!.. һаҫығына сыҙарлыҡ түгел!

Сәлисә (танауын ҡаплап). Батырлығынан шыр ебәргән генерал.

Сари”ҙарҙы тағаталар. “Сари” аҫтындағы кобураларынан — пистолеттарын, генералдың ҡулынан портфелен алалар.

Сәлисә. Сәлих Хәмиди әфәнде ҡайҙа?

Шмультке, Вальтер. Беҙ ундайҙы белмәйбеҙ.

Сәлисә (пистолетын дәһшәтле тоҫҡап). Белерһегеҙ! Гитлерығыҙ менән ҡуша көллөгөҙҙө көл итер булат балдаҡ!