Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
Йыат Солтанов.Драмалар.docx
Скачиваний:
0
Добавлен:
01.07.2025
Размер:
6.63 Mб
Скачать

Ишмырҙаны төрткөсләп килтерәләр.

Шмультке. Диверсант, әйтеп ҡотол, ниңә бында тоттоң юл?

Ишмырҙа (ишек янындағы белдереүгә ымлап). Мосолман легионына яҙылырға.

Шмультке. Молчать! Әйтеп ҡотол шулай ҙа: рустарҙың , яңы оборона линияһы ҡайҙа?

Ишмырҙа өндәшмәй.

Шмультке. Телеңде әгәр сисмәһәң, беләһеңме, мин һине ни эшләтәм? Атмайым да, аҫмайым да, ә тере килеш ватер-клозетҡа быраҡтырам.

Ишмырҙа. Быныһы ҡыҙыҡ. Нимә һуң ул... ватер-клозет?

Шмультке. һеҙҙең ҡырағай-варвар теленә күсергәндә, бәҙрәфтең аҫҡа өңөлгән тишеге була ул.

Ишмырҙа. һеммм... Телемде сисһәм, ватер-клозетҡа ебәрмәҫһегеҙме?

Шмультке. Ебәрмәҫбеҙ, ысын рыцарҙарса атып ҡына үлтерербеҙ.

Ишмырҙа. Ҡара Торна һаҙлығында рустарҙың линияһы.

Шмультке. Был һүҙеңде ни менән инабатлайһың?

Ишмырҙа. Бөйөк “мосолман легионы”на хәҙер үк, ошо урында уҡ бер взвод һалдат етәкләп килтерәм. Башы-тояғы менән. (Әремлеккә күрһәтеп). Улар ана анауҙа — саҡырыуымды ғына көтөп яталар.

Фашистар бер-береһенә ҡараша.

Ишмырҙа. Үтәргә рөхсәтме?

Шмультке. Үтә, ләкин алдыңдан да, артыңдан да, ян-яғыңдан да унар автомат тоҫҡалғанды онотма.

Ишмырҙа. Бер мосолман бәндәһенә ниңә шул тиклем күп автомат?

Ишмырҙа, бәҙрәф яғына юлланып, кителле килеш аҡ кальсонда ғына ҡалған һәм һыу юлындағы ҡаҙ бәпкәләреләй бер-бер артлы теҙелгән бер өйөр фашист һалдаттарын — бәҙрәф юлына китеп “һеңгән” баяғы ҡарауыл командаһын алдағыһының муйын бауынан етәкләп, башҡорт халыҡ йыры “Каруанһарай”ҙы йырлап килеп сыға. Фашистарҙың ҡулдары артҡа шаҡарып — бил ҡайыштары менән, ә ул ҡайыш остарынан икенсеһенең муйынына үҙҙәренән һалдыртылмыш салбар балаҡтары менән бәйләнгән — процессия боронғо бығаулы ҡолдар баҙарын хәтерләтә. Марш уйнай, мәсхәрәле теҙем генерал алдына етеп туҡтай.

Ишмырҙа. Генерал әфәнде, ҡабул ҡылып алығыҙ яугирҙәрҙе. Тик легионға етер алдынан һәр береһе шыр ебәрҙе.

Вальтер. Бөйөк арий еҫенән тертләп ҡурҡҡандыр азиаттар.

Шмультке (танауын аҡ ҡулъяулығы менән баҫып,ҡарауыл башлығына). Фу! Был ниндәй һаҫы швайны? Ҡайҙан килеп хасил булған был тиклем күп рус иваны?

Вальтер. Ошолармы Россия мосолмандары?

Ҡарауыл башлығы. Генерал әфәнде, улар рус иваны ла түгел, мосолманы ла түгел, ә үҙебеҙҙең ысын арий ҡарауыл командаһы.

Ишмырҙа. Так точно, үҙегеҙҙең һаҫыҡ фрицтар.

Вальтер. Молчать!

Шмультке. Ватер-клозетҡа хәҙер үк баштүбән сумғың килмәһә, әйт: был тәҙрәнән ниндәй мина ырғыттың?

Ишмырҙа. Ҡыҙыл Армияның “булат балдаҡ” тигән иң-иң секретный минаһын.

Вальтер. Булат балдаҡ?!

Ишмырҙа. Булат балдаҡ һеҙҙе уратып алды, шартлап күккә осаһығыҙ ғына ҡалды!

Шмультке. Алып китергә!

Ҡарауыл башлығы. Үтәйем! (Ишмырҙаны, автомат көбәге менән төрткөсләп, ҡарауыл бинаһы яғына алып китә).

Шмультке (мәсхәрәле өйөргә). Смирррно! һеҙ кем? (Вальтерға). Ниңә өндәре сыҡмай?

Вальтер. Генерал, шанлы һалдаттарыбыҙҙың ҡулдары шаҡарылған, ауыҙҙарына туалет ҡағыҙы тығылған.

Шмультке. Сисергә, таҙартырға!

Бойороҡ үтәлә.

Шмультке. Болвандар, автоматтарығыҙ ҡайҙа?

Команда (бер тауыштан). Ватер-клозетта, генерал!

Шмультке. Сумырға, эҙләп алып сығырға! Марш!

Команда һыпырта.

Шмультке. Ә һеҙ, майор әфәнде, тиҙ генә штабҡа шифровка тапшырығыҙ. Кисекмәҫтән авиация ебәрергә, Ҡара Торна һаҙлығының көлөн күккә осорорға!

Вальтер. Үтәйем, генералым! (Залға инеп, ундағы бер ишектән төпкә үтә).

Яҡында ғына көслө шартлау ерҙе-күкте тетрәтә.

Шмультке. Майн һо-о-от! Ҡорал склады шартланы. (иҫенә килеп). Катьюшша эҙгә баҫҡансы, табан ялтыратырға!

Сәғәт секундтары келтелдәп ишетелә лә тына.

Шмультке. Вальтер! (Залға йүгереп инә, Вальтер ҙа төпкө бүлмәнән атылып сыға).

Вальтер. Шифровка тапшырылды, авиация күккә күтәрелә, генерал.

Шмультке. Бында башҡа нәмәләр ҙә бит күккә күтәрелә.

Вальтер. Генерал, нимә шартланы?

Шмультке. һәр хәлдә мин түгел. Миллион — минеке! Табандарҙы майлайыҡ, Вальтер, баштар муйында саҡта. Йүгер, Сәлисә туташты килтер!

Вальтер. Шеф-повар Ганс Кохты үлтереп, автоматын эләктереп, Сәлисә туташ юҡҡа сыҡҡан, сейфтан мосолман легионының исемлеге, шифровкалар ҙа осҡан.

Шмультке. Ма-а-алчать! Шылтыратырға, тышҡы постарҙы киҫәтергә!

Вальтер. Генерал, телефон сымдары киҫелгән, тышҡы постар юҡ... ителгән...

Шмультке. Йөҙ процентлы болван һин дә, майор.