Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
Йыат Солтанов.Драмалар.docx
Скачиваний:
0
Добавлен:
01.07.2025
Размер:
6.63 Mб
Скачать

Диван артына шыуышып йәшенәләр, сәхнә тын ҡала; шул тынлыҡты емереп, сылт-сылт секунд һуғыуҙары ишетелә. Ишектәрҙең береһенән залға Сәлих йүгереп инә, ялт-йолт ҡарана.

Сәлих. һе! Шайтаным дөбөрҙәйме, тиһәм... пионерҙарҙың спорт балдағы икән. Шуныһының шуныһына тиклем сыҙай алмай һикерә! (Балдаҡты алып сығып китә).

Тышта ҡойма буйында ҡапыл Ишмырҙа хасил була, ул разведкала йөрөй.

Ишмырҙа. Ышандым. Ҡулымдағы булат балдаҡ ҡөҙрәтенә ышандым. Әҙәм балаһының башы һыймаҫтай тишеккә лә һыйып үтә алыуыма ышандым. Танау тартып ҡалды постары. (Ишек янындағы белдереүгә ҡарап). һе, “Булат балдаҡ исемле мосолман легионы”, имеш! Күрһәтербеҙ беҙ һеҙгә мосолманды! (Бармағында булат балдаҡты балҡытып). Бына ул булат балдаҡ! Ошо мосолман һеҙҙең ҡорал келәтенә әле генә бынамын тигән лютеран мина һалды. Инде икенсеһен ошо ҡоҙғон ояғыҙға ла йәпләштерҙе. Ишетәһегеҙме, келт-келт таҡмаҡлап тора. Күп тә үтмәҫ, бейетер — көллөгөҙҙө күккә осорор... хоҙайығыҙ “майн һоот” янына! (Әрем араһынан боҫоп барып, “персональ” һаҡсыны бәреп йыға, ышыҡҡа һөйрәп ташлап, фашист кейемдәрен кейенеп килеп сыға ла посҡа тора, ләкин ҡулында дискылы үҙ автоматы ҡала). Майн һоот, быныһына ла ышандым!

Залда Вальтер башын ҡалҡыта, секунд һуғыуҙары тына.

Вальтер. Майн һо-о-от, большевистик булат балдаҡ, тигәнегеҙ — спортсмен балдағы булып сыҡты. һеҙҙең изге эс-ҡарынығыҙҙың ҡотороп быҡырлауынан башҡа ҡаты шартлау ишетелмәне, буғай, генерал? Ун өс секунд үтте.

Шмультке. Ысын арий ҡорһағына ла еңел түгел был илдә.

Тороп, өҫ-баштарын ҡағыналар. Тышта, ҡарауыл бинаһы яғынан сығып, ҡоймаға ҡарай ашығып йүгергән фашист һалдаты күренә. Автоматын — ҡорһаҡ тәңгәленә, билбауын — муйынға элгән; салбар төймәләрен ысҡындырып, бөрмәһенән ҡуш ҡуллап тотҡан.

Фашист һалдаты. Майн һо-о-от, майн һо-о-от, ҡорһаҡта шайтан болара — ашҡа әллә касторка һалып ашаттылар инде... Уф, нисек барып етергә! (Ышыҡлана, шатырлау).

Ишмырҙа. Түтүт! Тәпәйҙәрен ҡайсылатты аҫыл ҡош!.. (Фашист һалдаты артынан китеп, бер аҙыраҡ торғас, ҡулдарын оҙон таҫмалы туалет ҡағыҙына һөртә-һөртә ифрат рәнйеп килеп сыға). Хәшәрәт! һаҫы көҙән! Шундайын да шатырлатып урғылта пушкаһынан — сусҡа ҡалъяһын мылтыҡ майына мансып тыҡшынған, тирһең!.. (Урынына баҫа).

Юлда йәнә,баяғыса, салбарын бөрмәһенән ике ҡуллап тотоп йүгереүсе икенсе фашист һалдаты.

Ишмырҙа. Хоҙайым, быныһына ла ни булған тағы? (Фашистың артынан китеп, йәнә лә, баяғылай, йөҙө йәмерәйеп килеп сыға). Тфү, быныһының да эсе ҡойола!

Өсөнсө һалдат менән дә шул уҡ хәл.

Ишмырҙа. Былайһа, бер юлы бер взвод “тел” алып ҡайтам икән штабҡа!

Сәхнә барышында был ваҡиға һаман уйнала тора, һөҙөмтәлә бөтә ҡарауыл командаһы бәҙрәфтә “һеңеп” ҡала. Бер үк ваҡытта — йәнәшәле рәүештә — залдағы табын янында ҡабат пәйҙә булған генерал менән майор күренеше лә дауамлана.

Шмультке (араҡынан күңеллеләнә төшөп). Беләһегеҙме, Вальтер, мин һеҙҙе был рус тамуғынан ҡайһылай ҡурсалайым?

Вальтер. Бер миллион маркағыҙҙы ҡурсалағандай.

Шмультке. Ә һеҙ шуның ҡәҙерен белмәйһегеҙ. Генералығыҙҙы иркәләмәйһегеҙ. (Майорҙың бөйөрөнә төртә).

Вальтер. Хи-хи... Генералым, урыҫ водкаһы артынан аслан нимә теләгәнегеҙҙе яҡшы беләм мин! Анауы бүлмәләрҙең береһенде сюрприз көтә һеҙҙе, үҙем ойошторҙом. Бынамын тигән тәтәй ҡош! һеҙҙе ысын арий яһаған тап ошо изге сәғәткәсә алтын ситлектә бикләп тоторға, коньяк менән аҡрын ғына ҡыҙҙыра торорға ҡуштым мин уны шеф-повар Ганс Кохҡа. Хатта Сәлих әфәнде лә белмәне.

Шмультке (ҡорһағын тотоп). Түҙеп булмай, ой Вальтер...

Вальтер. Айн момент! (Төпкө ишектәрҙең береһенә йүнәлә).