Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
Йыат Солтанов.Драмалар.docx
Скачиваний:
0
Добавлен:
01.07.2025
Размер:
6.63 Mб
Скачать

Танауын трактор майы ҡарайтҡан Ким, хәле бөтөп, йүгереп килеп етә.

Ким. Туҡтағы-ы-ыҙ, мин дә китеүселәрҙән! (Атаһы артынан тағылып, башҡалар ыңғайына маршҡа баҫып бара).

Сафура. Ки-и-им! Значогым! Сәсрәп кенә китмәгере, сәсрәп кенә китмәгере! Атайыңдан элек үҙең тығырға булдыңмы ни башыңды тамуҡ утына?! (Сафтан һөйрәп алып, түбәләй-түбәләй, кирегә елтерәтә, Киме шарылдап илай).

Бөтә сәхнә. А-а-ай!..

Сәхнә төбөндә ҡанлы ялҡын ҡабына, болоттар аҡтарыла, халыҡ һыҡтап хушлаша. Китеүселәр, сәхнә буйынан йырлап уҙып, сәхнә артындағы ҡанлы ялҡын ҡосағына ағыла. Башҡорт халыҡ йыры “Ерән ҡашҡа” күмәк тауыштан һыҙыла. Урал ҡарт, Сәлисә баҫҡан урындарында ҡатып тора.

Ҡыҙҙар.

Иҫән генә йөрөп һау ҡайтығыҙ,

Китәһегеҙ, китәһегеҙ инде лә ҡуҙғалып.

Ҡыҙҙар, егеттәр.

Ерән ҡашҡа атҡайым да,

Елдәр тарай ялҡайын.

Эйәрләгән егетеңде

Ташлап ҡайтма, малҡайым,

Э-э-эй... ташлап ҡайтма, малҡайым.

Егеттәр.

Йәйләүҙәрҙе ташлап, ҡорал алып,

Беҙ китәбеҙ, беҙ китәбеҙ менеп тә аттарға.

Егеттәр, ҡыҙҙар.

Ерән ҡашҡа атҡайым да,

Алдан елдер, малҡайым.

Эйәрендә егете барҙа

Бойоғоу белмәҫ малҡайым.

Бөтә сәхнә. А-а-ай!..

Сәлисә. Ҡарттайым! Аҙашты булат балдаҡ... хәйерһеҙҙең ҡулында... (Илай).

Урал (ҡыҙҙың башынан һыйпап). Илама, ейәнсәрем. Булат балдаҡ аҙашмай ул. Утта янмай, һыуҙа батмай торған булат балдаҡ ул! Лайыҡһыҙын ситкә ҡаға, лайыҡлыһын эҙләп таба торған булат балдаҡ ул!

Бахырҙарын илдең хурлап,

Батырҙарын илдең нурлап,

Булат балдаҡ ҡайтыр урап!

Күмәк йыр.

Батырҙарын илдең нурлап,

Булат балдаҡ ҡайтыр урап!

Сәхнә төбөндә ҡанлы ялҡын дөрләй, болоттар ҡубарыла, халыҡ ҡанлы ялҡынға ҡарай ағыла ла ағыла, аҡрын ғына ут һүнә.

Шаршау

Икенсе шаршау

Дүртенсе күренеш

1942 йылдың яҙы, фронт һыҙығында эҢер. Тирә-яғын аҡҡайындар ҡаймалаған аҡлан, ҡусҡыл үлән. Ваҡыт-ваҡыт снаряд һыҙғырыуҙары, гөрһөлдәп ярылыуҙары. һирәк-һаяҡ ат кешнәгән, танк моторҙары гөрләгән тауыш. Күренеүенсә, бында ғәскәр туплана, һөжүмгә әҙерләнә. Өсөнсө күренештәге сәхнә төбөн алһыулаған ҡанлы ялҡын бында ла көллө сәхнәне монарлаған. Ҡуйы ҡара һаҡал үҫтереп, билен бөкөрәйтеп “бабай” төҫөнә кергән обоз һалдаты Ғәли, карабинын беләгенә элеп, үҙ алдына өҙгөләнеп һөйләнә.

Ғәли. Эх-ма!.. Тылдағы санчасть кухняһында “бабай”ҙарса шухыр-мухыр ғына йөрөп-ятҡанымда, обозға олаҡтырҙылар... Өҫтәүенә, патрон тейәлгән арбамда фашист тылына рейдҡа кереп китергә... Ғәзиз башҡайымды харап итергә... Эх-ма!.. Ниңә яртылыҡ юлда ултырып ҡалманым?! Йәки йөктө соҡорға ауҙарып ҡайтманым?!. (Күҙ йәштәренә төйөлөп). Минән башҡалар ҙа етерлек тамуҡ ауыҙын тығырға!.. Тере килеш, тере килеш кәрәкле мин Ватанға! (Илап, залға төртөп күрһәтеп). Унда мине һөйгән йәрем, һөйләйһе телмәрҙәрем, яуаплы вазифам көтә! һөйгән йәрһеҙ, телмәрһеҙ, вазифаһыҙ (залға төртөп күрһәтеп) миллион-миллион аңыш быҙауҙарҙың кәүҙәләре лә етерлек был мясорубкаға тығырға! Ә мин (үкһеп) мин бит донъяла тик берәү генә, берҙән-бер генә!.. Уникум!.. (Илау ҡатыш ярһып). Ни эшләргә?! Ни ҡылырға?! Юҡ! (Карабинын ҡулына алып). Быҙау түгел мин күрәләтә тамуҡ киҫәүе булырға!