Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
Йыат Солтанов.Драмалар.docx
Скачиваний:
0
Добавлен:
01.07.2025
Размер:
6.63 Mб
Скачать

Сәлих күренә, йөрәкһеп, Сәлисәгә табан килә, Сәлисә лә уға ҡарай талпына. Туҡталалар. Талпыналар. Туҡталалар. Талпыналар. Әммә аралар йыраҡ.

Сәлих.

Алыҫтарҙан һағынып ҡайттым, һағынып ҡайттым,

Суҡҡайым, Суҡҡайым. (Тирәклеккә төртөп күрһәтеп).

Әнә тора Ерән ҡашҡа, ерән ҡашҡа

Атҡайым, атҡайым.

Лимон төҫлө һарғаябыҙ, һарғаябыҙ

Бит инде, бит инде.

Үбәйемсе алмалай ал, алмалай ал

Битеңде, битеңде.

Сәлисә.

Уй Сәлихем, кеше килер, ҡарттам күрер —

Ярамай, ярамай!

Сәлих.

Сәлисәкәй, йәнем-бәғерем, ҡарттаң беҙгә

Ҡарамай, ҡарамай! (һағайып, тирә-яғына ҡарана).

Бөтә донъя йомған күҙен, йомған күҙен (күҙ йома)

Йом һин дә, йом һин дә!

Сәлисә (күҙ йомоп).

Сәлихем дә йомған күҙен, йомған күҙен —

һәм мин дә, һәм мин дә!

Күҙ йомошоп, ҡулдарын һоношоп, бер-береһенә уҡталалар, сәхнә лә “күҙ йомоп” ҡараңғылана.

Сәлисә, Сәлих.

Уй Сәлихем!

Уй Сәлисәм!

Ярар микән?

Ярар, иркәм!

Нимәлер дөһөрҙәп ауа, сәхнә ҡапыл күҙ сағылтып яҡтыра; ике йәш йөрәк араһында, һерәйеп, Сәлисә ҡаршыһында — Урал ҡарт, Сәлих алдында ҡамыт аяҡ Ғәли тора.

Урал. Ейәнсәрем, ас күҙеңде! (Ҡосаҡлап ала). Аҡылһыҙлыҡ эшләмә!

Сәлисә. А-а-ай!..

Ғәли (һыҙғыртмағын сөрөлдәтеп). Бригадмилиция, алығыҙ халыҡ дошманын!

Сәлих (үҙен тотҡан кешеләрҙән ысҡынырға тырышып). һин үҙең — ил дошманы!

Бригадмилиция кешеләре, халыҡ йүгерешә. Дөйөм ығы-зығы.

Сәлисә. Сәлихем!..

Сәлих. Сәлисәм!..

Ут һүнә.

Өсөнсө күренеш

Шул уҡ аҡлан, киске сула, ләкин инде күңелһеҙ икенсе көн. Бесәнселәр гөрләтеп уйын ҡормаҡсы, әммә осо осҡа ялғанмай. Бер ситтәрәк Урал ҡарт ултыра бошоноп.

Тауыштар:

— Ҡыҙҙар, егеттәр, ниңә улай, һыу уртлағандай шымдығыҙ?

— Уйнап күңел асайыҡ!

— Егеттәр армияға китһә, һағынырбыҙ бер юлы!

Егеттәр.

Һаҡмар буйҡайҙары киртләс-киртләс,

Киртләстәре китер боҙ киткәс.

Гөрләп торған Һаҡмар буйҙарының

Йәме китер микән беҙ киткәс.

Ҡыҙҙар.

Һаҡмар буйҡайҙары туғай-туғай,

Туғайында һайрай буҙтурғай.

Иртә лә генә һайрай, кис тә һайрай,

Айырылмаһаҡ ине, ти, буғай.

Ҡуҡырайып Ғәли килә.

Ғәли. Отставить! (Йыр өҙөлә). Был ниндәй паникерство, пессимистик шыңшыу? Бөйөк атайыбыҙ Сталин етәкселегендә капитал донъяһын дөрөп алға барғаныбыҙҙа фәҡәт халыҡ дошмандары ғына шыңшырғы тейеш! Хәҙер үк ер һелкетеп бейей башларға! Ут сәсрәтеп баҫырға! Баҫҡан һайын, ер шарының теге яғында капитал донъяһында бөйөк Максим Горький яҙған һары Иблес ҡалаһының нигеҙҙәренән кирбестәре ҡубып күккә сәсрәһен!

Ҡыҙҙар:

— Ғәли ағай, үҙең бер баҫып күрһәтсе!

— Бәлшәүиктәр нисек сәсрәтә икән?

Егеттәр:

— Ғәли Ғәлич, просим!

— Бәлшәүиктәрсә бер баҫмаһаң, ҡыҙҙар яратмаҫ үҙеңде!

Ҡурай шаңғырай, күмәк бейеү ҡайнай.

Күмәк йыр.

Һаҡмар буйы — һыулаулыҡ,

Бергә-бергә булайыҡ.

Йәш ғүмерҙәр үтер-китер —

Уйнап-көлөп ҡалайыҡ.

Ғәли (елкенеп бейергә төшә).

Мин — егет — яңғыҙ башым,

Күҙем дә ҡара ҡашым.

Арағыҙҙа уйнаҡлайҙыр

Ала торған кәләшем.

Күмәк йыр.

Ҡатыны ҡасҡан егет,

Ҡатыны ҡасҡан егет!

Һиңә тигән аҫыл кәләш —

Минең ҡартәсәм кеүек,

Ха-ха-ха! (Ғәли, ҡуҙға баҫҡандай, ситкә сирғый, артынан йыр оҙата).

Ҡамыт аяҡ кем тиһәгеҙ,

Ғәләмәт Ғәли була.

Һөйгән йәрең ташлап китһә,

ОГПУ-нан юлла. (Йыр тына).

Күмәк тауыш. Егеттәр, ҡыҙҙар, “аҡтирәк — күктирәк” уйнайыҡ, һөйгәндәрҙе барлайыҡ!

Ғәли (йылп! итеп килеп сыға). Не позволю шышы-бышы уйнарға!

Егеттәр. Ә һин, ҡара бирсәткә, ҡағылма беҙҙең ҡыҙҙарға! (Күкрәк киреп ҡаршы килә башлайҙар, ләкин , яңы ваҡиға бүлә быларҙы).

Тауыш. Ағай-эне-мыртыҡай, , яңылыҡ! Сәлихте алып киткән теге бригадмилиция ҡайтты әйләнеп.