Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
Йыат Солтанов.Драмалар.docx
Скачиваний:
0
Добавлен:
01.07.2025
Размер:
6.63 Mб
Скачать

Халыҡ ҡайнаша, бил ҡайышына суҡмар ҡыҫтырған Сәлих атлығып сыға, ләкин суҡмарын һурып алып ҡалалар.

Сәлих (Ғәлигә ташланып). У-у-ух, выжданһыҙ, мейеңде сәсрәтәм хәҙер! (Вәкилде яғаһынан алып быраҡтыра).

Ғәли (ятҡан еренән милиция һыҙғыртмағын сөрөлдәтеп). Үлтерәлә-ә-әр! Бригадмилиция!

ЕҢдәренә ҡыҙыл бәйле мыҡты ирҙәр йүгерешә, бер нисәһе Сәлихтең ҡулдарын артҡа шаҡара, икеһе ауыҙы ҡанға батҡан Ғәлиҙе күтәреп торғоҙа. Шау-шоу.

Ғәли (ҡара бирсәткәле ҡулы менән башы осонда яһил бармаҡ янап). Ҡых!.. Йыйын халыҡ дошмандары! Ҡоротормон тамырығыҙҙы! Сволочь! ОГПУ һәм райком вәкиленә ҡул күтәреү — совет власына ҡул күтәреү ул! (Сәлихкә төртөп күрһәтеп). Алып китегеҙ халыҡ дошманын, туп-тура ОГПУ район бүлегенә! Капитан Ғәскәров иптәштең үҙ ҡулына! Ҡағыҙ көйләп бирермен. (Ҡара бирсәткәле йоҙроғон болғап). Илтеп еткермәһәгеҙ, целиком ауылығыҙҙың башына етәсәкмен! (ЫҢҒырашып йығыла).

Халыҡ: А-а-ай!..

Сәлихте алып китәләр.

Ишмырҙа. Их-ма!.. Әй, кем! Күрмәйһегеҙме ни, ник аңшайып ҡаттығыҙ? Яҫтыҡ яҫтағыҙ вәкилде... йәфҡәлләргә... ай, юҡ! — бәхилләргә! Йәне сыҡҡанға оҡшай, бәрәкалла...

Сафура. Уй-уй! (Өтәләнеп). Хәҙер, Ышанығым, хәҙер! (Ҡабаланып йүгерә. Әйләнеп ҡарай). Ясин сығырға кәрәкмәҫме? Башы осона Урал еҙнәкәйҙе лә саҡырығыҙ!

Урал. һә-һә-һә... Китегеҙ, сөскөрөгөм тота башланы!

Ут һүнә. Бер талай тын торғас, ҡараңғылағы тауыштар.

— Әй әттә генәһе, вәкил терелә ҡалһа, ни тип яуап бирербеҙ? Сәлих ҡасты бит әле!

— Ерән ҡашҡа юрғаһына менеп осто!

Бригадмилиция:

— Ҡыуып етергә! Тоторға!

(һыҙғырып). Тотторҙо, ти, ҡойроғоноң ҡыл осон! Ерән ҡашҡаға етер менге тыумаған әле, ҡустым!..

Аҡрынлап яҡтыра — Ай ҡалҡа. Һаҡмар буйындағы билдәле аҡлан. Донъя тын.

Сәлисә (ҡоштар сутылдауын моңайып тыңлап тора).

Һаҡмар буйы йәмле бигерәк —

Аҡтирәк тә күктирәк.

һинең кеүек аҫыл-зирәк

Донъяға тыуа һирәк.

Ҡыҙ йөрәге — булат балдаҡ,

Аңларһың, булһаң зирәк.

Яна, тиһәң, ялҡыны юҡ —

Ялҡынһыҙ яна йөрәк...

Уф, һурылып-һурылып сығып бара йөрәккәйем. Сәлихем киткән яҡҡа, Саҡ-ҡошом осҡан яҡҡа... Хатта Тәңрем тыйғанда ла күкрәк ситлегемде ярып сығыр ул, Суҡ-ҡош булып осор ул Саҡ-ҡошомдоң яғына, янына...

Иртән тороп һыуға барһам,

Килә Саҡ, Суҡ тауышы.

Саҡ,Суҡ тауышы түгел ул,

Беҙҙең йөрәк ҡағышы:

Са-аҡ!

Су-уҡ!

Са-аҡ!

Су-уҡ!

Ҡара төндө ярып сыҡ!

Ике йөрәк ҡауышырлыҡ

Ярһыуыңды алып сыҡ.

Сәлихем! (Илай). һинең менән минең хәлдәр Саҡ менән Суҡ кеүек шул... Ниңә аҡҡош беләктәремде һоноп муйыныңа һарылманым, ата-бабалар йолаһының ҡолона әүерелдем?!. Хәйерһеҙ сәғәттә иҫем китеп йығылып, вәкил-яуыз ялаһының тантанаһына юл ҡуйҙым?!.

Ҡыҙ балалар тыйнаҡ була,

Эсендә ут янһа ла.

Саҡ, Суҡ кеүек, ғүмеркәйе

Төн ҡабында ҡалһа ла.

Уф йәнем, Сәлихем... (Йөрәкһеп).

Һөйөр булһаң, Суҡҡайыңды

Аҙаштырып илатма.

Таң атҡанда йөрәккәйем

Сеңләп-сеңләп уята:

Са-а-аҡ!

Берләм юлдың йылға яҡ осонан икенсе моң ҡушыла — алыҫтағы Сәлих.

Сәлих.

Су-у-уҡ!

Сәлисә.

Са-а-аҡ!

Сәлих.

Су-у-уҡ!

Сәлисә, Сәлих.

Ҡара төндө ярып сыҡ!..