Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
Йыат Солтанов.Драмалар.docx
Скачиваний:
0
Добавлен:
01.07.2025
Размер:
6.63 Mб
Скачать

Бер ҡулына — ҡамыт, икенсеһенә шөшлө тотоп, “Ҡарттай!” тип ҡысҡыра-ҡысҡыра Ким инә, ҡулындағыларын ҡарт алдына ырғыта — бау-шыуын йүнәтергә.

Ким. Ур-ра, кәмит була! Бөтә халыҡ себен кеүек йыйыла.

Урал. Ни бысағыма һөрәнләйһең, ниндәй Хәмит?

Ким. Хәмит түгел, кәмит! Сәлих ағайым, дүрт ат егеп, тамыр-имән йолҡтортоп алған, бала башындай юнып суҡмар һаплаған. Сөрәгәй өйрәктең мейеһен сәсрәтәм, ти! Йәмәғәт, диҡҡәт ит, була бөгөн шәп кәмит! (Олаға).

Урал (баш сайҡап). һәй, һайыҫҡан балаһы булмай ҡалғыры, ауыҙыңдан ел алғыры!

Ултыра, ҡамыт менән шөшлөһөнә тотона. Ҡыҙып-ҡыҙып эшләй. Ҡуҡырайған Ғәләмәт Ғәли инә, ҡара бирсәткә кейгән. Саҡ ҡына “төшөрөп”, ҡыҙмасаланыбыраҡ алған, буғай.

Ғәли (ҡарттың эшен күҙәтеп). Шөшлө, тиһең инде?

Урал. Эшле. Ситтән тороп ҡына күҙәтсе түгел, ошо бәғзе берәүҙәрҙәй.

Ғәли. Кем ул “ошо”?! Контра һөйләйһең, ҡарт!

Урал. Туп-тура көйләйем, брат.

Ғәли. Ә шулай ҙа аҙым һайын абына шөшлөкәйең.

Урал. Минең кеүек йөҙҙө үтһәң, нишләрһең, кешекәйем?

Ғәли. Ҡых!.. Ошо йәшеңә етеп, холера ла, сибирская язва ла алманымы?.. Ҡарт кимек бит очень йәтеш үләткә кимерергә.

Урал (вәкил аяҡтарына күҙ һалып). һин әйткән ул ваба менән мөстән-юрға яр аҫтына ҡамыт аяҡлыларҙы ғына елдерә.

Ғәли (уртын сәйнәп, бер урында тапанып). Быныһы ла контра, ҡартласик.

Урал. Эйе, туп-тура, братик.

Ишмырҙа, Сафура һ.Б. Эркелә. Халыҡ тамаша ҡыла.

Ғәли. Ә шулай ҙа ҡыҙыҡ бит, әй. Ошо йәшеңә етеп, тымау ҙа төшмәнеме?

Урал. Бер тапҡыр ҡаты тымаулап, бер тапҡыр сөскөрҙөм, буғай.

Ғәли. Ҡасан?

Урал. “Был тымау ҡайҙан төштө икән” тип аптырап, танауымды еңем менән һөртөп кенә торғанда, Микулай батшаның кәнтәй ҡатыны Александраның оҙон сәсле поп һөйәркәһен — Гриша Распутинды Орлов кенәздәр боҙ аҫтына батырған, имеш, тигән хәбәр килеп төштө. Тымауымдың Ғәләмәте...

Ғәли (һыҙғырып). Кәм тигәндә сирек быуат! Ә сөскөрөүең?

Урал. Сөскөрөүем ыңғайына Микулай батша үҙе тәхеттән осто.

Көлөшөү.

Урал. Ҡай берәүҙәр өсөн зерә һәләкәтле сыға минең сөскөрөү.

Ғәли. Интересно, оч-чень интересно! Ошо урында ейәнсәреңдең өҙөлөп-өҙөлөп һөйгәне, илдең бынамын тигәне — буласаҡ законный кейәүең үҙе ҡаршыңда баҫып торһа, ни эшләр инең, ҡартласым? Сөскөрөр инеңме, әллә бейер инеңме?

Халыҡ һағая.

Урал. “Балаҡай, шөшлөң һыныҡ түгелме?” — тип һорар инем.

Ғәли. Шөшлөһөҙ ҙә үткән булһа? (Көлә).

Урал. Шөшлөһөҙ генә үтмәй ул. Туҡта, ниңә эсең ҡатып көләһең әле? Әллә үҙеңдең шөшлөһөҙ кейәү була яҙғаның иҫеңә төштөмө?

Ғәли. Ха-ха-ха, әле генә кейәүең булырға торғаным тышҡа төрттө.

Сафура. Ҡара-ҡара, әллә тилереп бара?!

Ғәли. Тилереп барам шул, тилереп барам, һайыҫҡан! Булат балдаҡлы һуҡ бармағымдың ҡытығынан оч-чень тилереп барам! Оч-чень! Граждандар! (Ҡулындағы ҡара бирсәткәне һала — бармағында булат балдаҡ сатҡыланып нур сәсә). Өйөрөлөгөҙ, һантыйҙар, свидетелдәрем булырһығыҙ... тантаналы туйымда! Күҙегеҙ сағылмаһын, ха-ха-ха!

Күмәк тауыш бер юлы. Булат балдаҡ?!. Ах!..

Сафура (халыҡҡа). Әйттем бит! Әйттем бит!

Ғәли (тантана ҡылып). Күрегеҙ, булат балдаҡ кем ҡулында, — йоҡлап сыҡтым эйәһенең ҡуйынында! (Ҡара бирсәткәһен кейеп, йоҙроғон юғары сөйөп). У-ух!.. Сәлисәкәйҙең йөрәге лә бына ошонда хәҙер — тибәлер лөбөр-лөбөр, ха-ха-ха!

Сафура. Әстәғәфирулла тәүбә! Ата-бабаның булат балдағын элгәндәр ҡоҙғон тырнағына!.. (Үкереп илап ебәрә). Бөгөн-иртән яу ҡубынһа, нишләрбеҙ?!. Сәлисәгеҙ юҡҡа ғына һалған тиһегеҙме булат балдағын?.. Ир-ат олағып бөтмәҫе элек татымаҡсы мөхәббәттең ҡаймағын... Ә мин... ә мин... урта бармаҡтай ирем була тороп... әллә ҡайҙа әрәм булып йөрөйөм!.. Ишмырҙа-а-ам, ҡайҙа һин, Ышанығым! (Йүгерә).

Урал (тороп). Сәлисә! Ейәнсәрем!

Сәлисә. Әү! (Өлтөрәп килеп етә).

Урал. Ысынмы шул?

Сәлисә. Юҡ! (Икеләнеп). Белмәйем... Бер нәмә лә белмәйем...

Ғәли. һөйөклө кәләшкәйем, нисек инде... белмәйһең? Бөгөн-иртән хәләл ефетем булырға йөрөйһөң үҙең.

Сәлисә. Ҡәбәхәт! Уф, тыным ҡыҫыла... (Быуылып йығыла башлай. Күтәреп алып китәләр).

Ғәли (Сәлисәгә ташланып). Бәғерем, күҙ нурым... һыу эсерегеҙ, йомшаҡҡа ятҡырығыҙ. (Кире килә). Күрҙегеҙме, кемдең башына кем типте?! “Миңә кейәүгә сыҡмаһаң, йәнеңде алам, тип ҡурҡытып, ни хәлгә килтереп еткерҙе был һылыуҡайымды әҙәм аҡтығы Сәлих — әҙәм ите ашаусы халыҡ дошманының балаһы!

Күмәк тауыш:

— Әҙәм ите ашаусы?!

— Сәлихтең атаһымы?!

Ғәли. Тап үҙе! ОГПУ-нан достоверный мәғлүмәт! Төрмәлә тештәрен сөйгә элеп ултырғанда шул Сәлихтең атаһы, әҙәм ите ашаусылар бандаһына ылығып, Сәлисәнең атаһын тотоп һуйған. Төн сыҡҡансы ботарлап, итен бешереп ашағандар, Сәлихтең атаһы уның башын ашаған...

Күмәк тауыш:

— Ах!..

— Егерме беренсе йыл аслыҡтағы кеүек икән...

— Булмаҫ!

Ғәли. Йөҙ йәшәр Урал ҡартығыҙҙан можно төпсөп һорарға. (Уралға). Дөрөҫөн әйт, ҡартласик: “Сәлихтең атаһы атайыңдың башын ашаған”, — тинеңме ейәнсәреңә?

Урал. Тинем, “башын ашаған” тинем. Ләкин “бешереп ашаған” тип әйтмәнем...