Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
Йыат Солтанов.Драмалар.docx
Скачиваний:
0
Добавлен:
01.07.2025
Размер:
6.63 Mб
Скачать

Ҡуйы ағаслыҡҡа кереп сумалар. Аҡлан бер ни тиклем һил ҡала, һандуғастар ҡотороп йыр түгелдерә. Атын бәйләгән тирәк төбөндә Сәлих күренә, башын һәлендереп, моңайып тора.

Сәлих. Их, йөрәккәйгә үткәреп сутылдайҙар! Ниңә былай тулыша икән күңел? Тулышмаҫ та ине күңел, түҙеп торорлоҡ түгел... сөнки көллө ыҫтан ыҫлай бер хәбәр — Сәлих ебегән, тиҙәр... Үткән төн ҡосағында, мин яланда сағымда ошо изге аҡланда балдаҡ һалыш уйналған, ти; Сәлисәкәй һылыу балдаҡ һалған, ти... һәм сөрәгәй өйрәкте... Ғүмерлек йәр ҡылған, ти... һөйөнсөһөн шыҡырыҡ һайыҫҡан килтерҙе, тереләтә үлтерҙе... Их Сәлисә, Сәлисә... Белһәмсе шуны кисә!.. Түҙгеһеҙ һыҙлай йөрәк... Их!.. Ҡыйын икән бигерәк... Күрешергә килмәне, мине бар тип тә белмәне... Йөҙ йәшәгән ил абыҙы Урал да, мине күрә һалғас та, арҡаһы менән боролдо... Их, арабыҙға атайҙарҙың гөнаһ шомлоғо керҙе!.. (Йоҙроҡтарын төйөп). Етте! Аттарҙы өйөрәм дә үҙем уйынға киләм. Ух, булат балдаҡ өсөн берыңғай кәрәктәренә бирәм! (Атын муйынынан ҡосаҡлап). Их Ерән ҡашҡа, ерән ҡашҡа, беләһеңме, кем типте минең башҡа?!. Үҙәккәйҙе бына нисек өҙә бит ул һантыйҙар — һин яратҡан апайҙар! Их! Ҡайҙа ғына бармай, ниҙәр күрмәй ир-егеткәй менән ат башы! һин дә хәрби, мин дә хәрби — беҙ икебеҙ ҙә хәрби; яугир тревога уйналыр — ил походҡа ҡуҙғалыр, сөнки фашист шашына. Әммә тәүҙә ныҡ ышҡып алабыҙ суҡмарҙы бындағы шаҡшыға — булат балдаҡты хурлағандың башына. Ә шунан — ултырған да шыуған: (Ерән ҡашҡаны битенән һөйөп) икәүләшеп китәбеҙ Көн байышына..., яңы герман һуғышына... (Башҡорт халыҡ йыры “Ерән ҡашҡа”ны йөрәгенән әкрен генә һыҙылдыра).

Йәйләүҙәрҙе ташлап, ҡорал алып,

Беҙ китәбеҙ, беҙ китәбеҙ менеп тә аттарға,

Ерән ҡашҡа атҡайым да

Алдан елер малҡайым,

Эйәрендә егете барҙа

Бойоғоу белмәҫ малҡайым,

Эййй... бойоғоу белмәҫ малҡайым.

Сәхнә аҡрын ғына ҡараңғылана.

Икенсе күренеш

Шул уҡ аҡлан, кис. Яланда эш туҡталған, бесәнселәр эштән ҡайтып, киске тамаҡҡа ашаған. Ыҫтан яғында күмәк халыҡ ығы-зығы килә, яҡында ғына аттар кешнәгәне, моңло баҡыр бутыл сыңлауҙары ишетелә. Бөгөн халыҡ, аҡланға йыйылып, бер аҙ күңел асып алмаҡсы — уйынға әҙерлек бара. Шаршау асылғанда Сафура менән Урал көрәгә күтәреп килеп сыға.

Сафура. Уф, әле икмәк һалырға, әле ҡымыҙ бешергә... Колхоз эшенә егелә-егелә билем талды, еҙнәкәй.

Урал (таҫтымалы осон ҡатындың тығыҙ иңбашына һелтәп). Уфылдама, балдыҙҡай, бейә нәҫеле егелгән һайын һомғоллана ғына бара ул, баллыҡай.

Сафура (ҡытығы килеп). Уй-уй! Ҡара уны, Ишмырҙа бажаң күреп ҡалһын!

Урал. Дүрт аяҡлынан — кәзә менән кәзә татыу, ике аяҡлынан — бажа менән бажа татыу, тигәндәр боронғолар. Бажа менән беҙ нисек тә, бажҡылдашып, уртаҡ тел табышырбыҙ.

Сафура. Эй, һин дә инде, йөҙ йәшәгән еҙнәкәй! Балдыҙыңды ҡытыҡларға ярай шул бер телең бар.

Урал. Улай тимә, балдыҙҡай. Еҙнәйеңдә һинең өсөн башҡа бәрәкәттәр ҙә бар, етерлек! Ҡых!.. (Ҡатындың бөйөрөнә төртә).

Сафура. Уй, һынымды ҡатырҙың ғуй, еҙнәкәй, үлтерҙең! Йөҙ йәшәгән еҙнәкәйҙә миңә кәрәкле ни булһын?

Урал. Уныһын белгең килһә, еҙнәйеңә яҡын кил, көрәгәңдән һалып бир.

Сафура (туҫтаҡҡа ҡымыҙ ҡоя).

Эй еҙнәкәй, еҙнәкәй,

Йөҙ йәшәгән еҙнәкәй.

Балдыҙыңдың ҡымыҙынан

Ауыҙ итсе, еҙнәкәй.

Урал. һәй рәхмәт төшкөрө, ҡыҙҙар ҡулынан күптән эскән юҡ ине! (Яйлап ҡына һемерә).

Сафура.

Һәй еҙнәһе, еҙнәһе,

Нисек унан биҙәһе!

Ят ҡыҙҙарға күҙе төшһә,

Йөрәккәйҙе өҙәһе.

Урал (ауыҙын еңе менән һөртөп). Ас-са!.. (Бейей).

Их балдыҙҡай, балдыҙҡай,

Йөҙөң Ҡояш, ҡашың Ай.

Һин балдыҙҙы күреү менән

Йәш йөрәгем шашынай.

Сафура (бейергә төшә).

Еҙнәкәйем — еҙнәкәй,

Егет икәнһең тәкәй.

Еҙнәкәйҙе, кәләш димләп,

Өйләндерербеҙ, бәлкәй.

Урал.

Димсе диңгеҙ кистерә,

Ҡалта бауын систерә.

Балдыҙҡайым кеүек кәләш

Көтөп йөрәк һикерә.

Сафура.

Еҙнәкәйем, еҙ атым,

Урал.

Балдыҙҡайым, ҡанатым.

Сафура.

Балдыҙ сәмен,

Урал.

Еҙнәй ғәмен

Сафура, Урал.

Хоҙай үҙе аңлаһын.

Сафура. Етте-етте, еҙнәкәй! Оҙаҡламай аҡланға ил эркелер, затлы бүләктәрен тейәп персиҙәтел үҙе килер — ҡабымлыҡҡа ҡаҡлаған ҡаҙы турайым. Ә һин, еҙнәм, табын-фәлән ҡорғансы, ҡымыҙлы көрәгә төбөндә ошолай күҙле бүкән булып ҡына ултырсы.

Урал. Балдыҙҡай, ниндәй бүләктәр хаҡында ләпелдәйһең?

Сафура. Аһ-аһ, шуны ла белмәйһеңме? Их һин, йәп-йәш кенә көйөңә, иҫәүәнләнә башланыңмы, еҙнәкәй!.. Был аҙнала бесәндә шәп эшләгәндәрҙе ударник итә, ти, колхоз. Ҡыҙҙарға — күлдәклек ситса менән еҫле һабын, ирҙәргә кәстүм-салбар, ти.

Урал. Ә беҙгә? Ҡасан, ҡайҙан күрәбеҙ һуң шуныһын?

Сафура. Хи-хи-хи, персиҙәтел сығарып күрһәтер уныһын. (Китә).

Сәлисә инә.

Сәлисә. Ҡарттай, Сәлих күренмәнеме?

Урал. Күрмәгәнең хәйерлерәк, балаҡай.

Сәлисә. Бынау ҡарттам һул аяғынан торған инде әллә?

Урал (арҡаһын биреп). Сәлих менән булһағыҙ, минән булыр бәддоға. һис ыриза түгелмен!

Сәлисә. Уф!.. (Ҡуш ҡуллап башын тота, иламһырап). Ә һуң минең йөрәгемдең ризалығын... һораныңмы?

Урал. Юҡ! Ата-бабалар йөрәген тыңланым мин. Ҡушмай быны булат балдаҡ йолаһы!

Сәлисә. Эй Илаһым!.. (Илап сығып китә).