Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
Йыат Солтанов.Драмалар.docx
Скачиваний:
0
Добавлен:
01.07.2025
Размер:
6.63 Mб
Скачать

Ҡурҡыштан төҫтәре ҡасҡан Сафура менән Ишмырҙа ағас араһынан сыға.

Сафура. Күрҙеңме?

Ишмырҙа. Күрҙем.

Сафура. Үҙ ҡолағың менән ишеттеңме?

Ишмырҙа. Ишеттем.

Сафура. Инде бынан һуң мин әйткәндең һәр береһен һайыҫҡан шыҡырыҡлауына һанамаҫһыңмы?

Ишмырҙа. һанамаҫмын, һанамаҫмын! Ниңә йәнемде алаһың... бынауы ҡыҙыу бесән эше ваҡытында?.. һынған салғымды алмаштырырға ҡайтҡан ғына арала...

Сафура. Ярар, башҡа нәмәң һынмағас, миңә шуныһы ла еткән... Туҡта әле! “Илдең булат балдағын Сәлисә ҡамыт аяҡ вәкилгә биргән, бесәнде бөткәс тә никахлашалар икән”, — тигән оторо хәбәремә лә ышанаһыңмы инде хәҙер?

Ишмырҙа. Ышанам.

Сафура. Ошонан һуң да ошо хәләл бисәңде “шыҡырыҡ һайыҫҡан” тиһәләр, шуға ла ышанырһыңмы, әллә ышанмаҫһыңмы?

Ишмырҙа. Ышанырмын, ышанырмын.

Сафура. Уф ошоно!.. Бәлеш ауыҙ! (Сеңләп). Эй Илаһым, “Ышанам”дан башҡаны белмәгән Ышаныҡ Ишмырҙаға ниңә сәсемде бәйләнең, фин һуғышынан ҡайтыуын көтөп ниңә зарығып ултырҙым?! Ниңә башҡа йүнлерәккә сыҡманым?!.

Ғәли күренә.

Ғәли. Был ни ғәләмәт? Әле генә ауылға ҡарай осҡан оса мендәре — килеп тә еткән илдән элгәре! (Сафураны сиңәртәй бармағы менән генә саҡырып). һайыҫҡан, тәпәйлә бирегәрәк!

Сафура. Йә, килдем. Ни кәрәк?

Ғәли. Ауылда ни хәбәр бар? Контра һөйләп һамҫымаймы паникерҙар? Шыҡырыҡла шуларҙы.

Сафура (еңел һулап). һөйләй, вәкил, һөйләй, бөтәһе лә кантура һөйләй. Шул тиклем күп итеп һөйләй.

Ғәли. Ҡолаҡ ярып ҡысҡырма, яй ғына шыҡырыҡла. Ни тиҙәр?

Сафура (бармаҡтарын бөкләп). Беренсенән, уттай ҡыҙыу бесән өҫтөндә көпә-көндөҙ кантурала эшем эйәһе ултырмаҫ, ултырғысҡа ҡамтарылған ҡамыт аяҡлы бер вәкилдән башҡаһы, тиҙәр. Булдымы бер кантуралы һүҙ?

Ғәли. Ҡых!.. Шунан, икенсенән?

Сафура. Өтәләгән был бөркөт аҡтығы ниңә, тиҙәр, күкәй һәрмәмәй ауылдан-ауылға темеҫкенеп, кантураға к...те йәбешеп ҡатты, тиҙәр. Булдымы икенсе кантуралы һүҙ?

Ғәли (Ишмырҙаға ике күҙен аҡайтып). һин! Кем ҡатыны был? Фин кампанияһында һыналған сержанттыҡымы? Почему допустил до этого?! Политграмота һеңдермәйһең һайыҫҡаныңа?! (Сафураға). Контора түгел, ә контра, тим мин! Контра!

Сафура. Аһ-аһ, икеһе бер һап та бер ҡалып түгелме ни? Ғәләмәт ни ҙә Ғәли ни?

Ишмырҙа (бисәһенең бөйөрөнә төртөп). Көмөшөм, уйындан — уҫмаҡ, тигәндәй... Тыйыл, тим.

Сафура. Бәй, вәкил иптәш телемдән тарта лабаһа...

Ғәли (уртын сәйнәп буҙарына, ҡәләмен, блокнотын сығара). Ҡых!.. Шыҡырыҡ һайыҫҡан! һин бит әле — бригадаға әштер-өштөр әсетеп икмәк һалыусы? Сеп-сей ҡамыр ашатып, хеҙмәт фронтындағы ударниктарҙың бүҫеренә контрудар яһаусы!..

Ишмырҙа (бисәһенең янбашынан һөйөп). Әллә-ләәә! Минең бисә белә ул контрударҙы ҡайһылайыраҡ яһарға!

Сафура. Эй вәкил, вәкил! Әсе менән татлыны, йомшаҡ менән ҡатыны шәйләп еткермәйһең шул. Бригада халҡы әйтә, был хөрмәтле вәкилдең, ти, ҡамыт аяҡтарын берәй кантуралағы үҙе кеүек үк һөрһөгән бер тол ҡатынға ғына ҡамтармай, далала сапҡан тай-тулаҡ Сәлисәне ҡороҡлайым, тип ымһынып, ҡороғо һынмағайы... Ҡыҙҙың ҡылығы — ҡаты, ә ҡатындыҡы, (ҡаҙмендәрен ҡабартып) үх-ли! — бына ошондай татлы ул!

Ғәли. Тфү! (Китергә итә).

Сафура (вәкилдең китель сабыуына йәбешеп). Вәкилкәйем, туҡтасы, тел ҡысыта бик асы. һығыла унда өсөнсө бер тәлгәшле хәбәр ботағы, иң тәмле лә иң елле бер кантуралы ҡуҙағы.

Ғәли (туҡтап). Йә, тиреп бөтөр, кәнәлйә.

Сафура. һәй хәтер... (вәкилсә, маңлайына һуғып) Ғәләмәтиә... Бөгөн иртән иләк һорап ингәйнем теге күршегә — персиҙәтелдең тайыш табан әрпешенә. Райондың үҙенән ябырылмыш ҡыҙыл яғалы менән ултыра хужа... Хәрби комиссар, тинеләрме үҙен?..

Ғәли (һиҫкәнеп). Ә?! Мине һораманымы?

Сафура. һораны, әммә юҡлығыңды яҡшыға юраны.

Ишмырҙа (киҫәтеп). Алтыным!..

Сафура. Сабыр ит, телем ҡысыта, тинем бит! Эйе, бер нөктәгә текләп ултыра ике хужа, икеһен дә баҫҡандай оло нужа.

Ғәли. Ҡыҫҡараҡ! Оҙон һүҙең не нужна!

Сафура. Ҡыҙыл яғалы әйтә, мирный дагауар тип Молотов менән Риббентроп ҡул ҡуйған, Ысталин бабай менән Гитлер бабай икеһе бергә ыраҫлаған серек ҡағыҙ ярпыһы — бото һуҡыр тиндер, ти, хаҡы.

Ғәли (тирә-яғына ялт-йолт ҡаранып). Но-но, шайярррма!

Сафура. Ай-Ҡояш, ҡаршымда ҡамыт аяҡлы ҡорҙаш, усымда өс бөртөк ярррма! Ҡыҙыл яғалы әйтә, РККА-ға тигән аттарҙы ваҡыт, ти, дағаларға... йәғни быныһы ҡағыла ат көтөүсе Сәлих мырҙаларға. Тимәк, көнбайыштан Гитлер бабай итәгебеҙгә ҡуҙ һала — гирман тағы ҡуҙғала... Әрәсәйҙе яуларға...

Ғәли (күҙҙәре аларып). Молчать! (Уртын сәйнәп). Ух паникер, контра! (Сығып йүгерә).

Сафура. Йүгер-йүгер, ҡамыт аяҡтарыңды ҡайсылатып! Башҡаларҙан элегерәк барып өлгөр. Фин һуғышындағы минең герой бабайым һымаҡ, ҡалай-ҡолай значоктар тағып ҡайтырһың, бәлки. (Ирен ҡосаҡлай).

Ишмырҙа. Бушҡа ысҡындырҙың, әй.

Сафура (моңайып). Яуыз Гитлер бәйҙән ысҡына инде. Уф, тағы ла айырылышырға...

һауаларҙа осҡан аҡҡоштарҙың

Алдарында ҙур-ҙур шәһәр бар.

Ҡалыр микән бәғерем, ҡалмаҫ микән —

Яу башлана, тигән хәбәр бар...

Ишмырҙа. Әрнетмәсе йөрәгемде, алтыным...

Сафура. Йә, бөттө-бөттө, көмөшөм! (Ҡосағын йәйеп).

Кил-кил, көмөшөм,

Көл-көл, көмөшөм!

Үҙең әле йәр саҡта,

Түҙем әле бар саҡта

Йомшаҡ яҫтыҡ яҫтайым,

Ҡаҙмендәрҙе һалайым,

Ауыҙыңды баллайым (да)

Ҡосағыма алайым, һәп! (Ҡосаҡлай).

Ишмырҙа. Киттек, бисәкәй! (Ҡыҫып ҡосаҡлай).

Сафура. Уй! Билкәйемде өҙәһең!