Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
Йыат Солтанов.Драмалар.docx
Скачиваний:
0
Добавлен:
01.07.2025
Размер:
6.63 Mб
Скачать

Бушап ҡалған аҡланға Ким ҡабат йүгереп килә. Туҡталып, ҡуш бармағын ауыҙына ҡабып, ҡолаҡ ярғыс һыҙғыра.

Ким. Малайҙа-а-ар! Малайҙа-а-ар! Эҙләшергә килегеҙ! Их! Эшкә тигәндә береһе лә юҡ. (Булат балдаҡлы ҡыҙыл ҡумтаны кеҫәһенән сығара). Быныһы ла шылып төшөп ҡалмаһын тағы — кәрәгемде бирер апайым!.. (Ҡыҙыл ҡумтаны ағас сатаһына ҡыҫтыра). Салғы бәкемде тапҡансы, тороп торһон ошонда.

Ғәли яҡынлай.

Ғәли. Кемдт еғалттың, Значок?

Ким. Кемде түгел, бәкене. һәм мин Значок та түгел әле.

Ғәли. Бәй, Ким ни ҙә Значок ни? “Коммунистический интернационал молодежи” тип ауыҙ тултырып әйтәйемсе, булмаһа. Ниндәй бәке ул, ҡыҙыл һаплы еҙнәй бәкеһен минән ҡабул ҡылып алмағанһың бит әле.

Ким. Алам, тип тә тормайым. Урал ҡарттайым яһап биргән шул салғы бәкем һау булһын. (Үлән араһынан һәрмәнә).

Ғәли. Салғы бәке?! Кемде салырға?

Ким. Кемде, тип ни. Тауыҡ-фәлән салырға ла яраҡлы.

Урал. Тауығы аңлашыла. Фәлән тигәне кем ул? Атап әйттеме ҡарттайың?

Ким. Әйтте, ти, һиңә. Беҙгә ҡарыһүҙ һөйләй ул.

Ғәли. Кемдәргә ул — “беҙгә”?

Ким. Кемдең ҡолағы бар — барыһына ла.

Ғәли (үҙ алдына). Факт, йәшерен агитация! (Үҫмергә). Аҡтар ҙа, ҡыҙылдар ҙа бармы ул ҡарыһүҙҙә?

Ким. Ҡыҙылдар юҡ, ә аҡ йөҙлө, аҡ күңелле Урал батыр яҡлы аҡтар ҙа ҡара йөҙлө, ҡара күңелле Шүлгән яҡлы ҡаралар ғына бар унда. Ҡара-ҡаршы һуғышалар.

Ғәли. һем... ғас сатаһындағы ҡыҙылға күҙе төшөп, яҡынлай). Кемде кем еңә?

Ким. Ҡараларҙы аҡтар еңә. (Үлән араһында имгәкләй). Бәкем-бәкем, табылсы, ҡулҡайыма ҡағылсы!

Ғәли. Аҡтар?! (Үҙ алдына). Факт, антисоветчина! ғас сатаһына яҡын уҡ килеп, ҡыҙыл ҡумтаны танып). Эврика! Ҡыҙыл... (телен тешләй).

Ким (башын ҡалҡытып). Нимә?

Ғәли. Ҡыҙыл һаплы булмаһа ла, ағас һаплың шөйлә күҙгә салына — (бармаҡ төртөп күрһәтә) ана-а-ау әрем төбөндә.

Ким. Ҡайҙа? (Тороп йүгерә).

Шул арала Ғәли, ҡыҙыл ҡумта эсенән булат балдаҡты алып, — ул күҙҙе сағылтып балҡый, — түш кеҫәһенә сумыра. Ҡыҙыл ҡумтаны кире урынына ҡуйып,аҡландан тая.

Ким (боролоп килеп). Бәке түгел, шәүләһе лә юҡ унда. (Ҡыҙыл ҡумтаны сатанан алып, ҡуйынына тыға). Бынауы ерҙе генә бер һәрмәйем дә...

Сәлих килә, үлән араһында үрмәләүсе Кимде көлөмһөрәп ҡарап тора.

Сәлих. Әй, ҡара томшоҡ, ниңә бында хорхолдап ер һөрәһең?

Ким (тертләп).Ә?! (Тора). һин бирмәгән еҙнәй бәкеһен эҙләйем.

Сәлих. Тәүҙә биреү кәрәктер апайҙарҙы.

Ким. Тау артынан эҙлә ундай тайҙарҙы! (Китә башлай).

Сәлих (үҫмерҙең усына ҡыҙыл һаплы бәке һала). һоп! — эләктер ҡыҙыл һаплыны. Берәү, имеш, апаһының һаҡсыһы!

Ким (шатланып бейей). Ура! Үҙем икән өс йөрәктең асҡысы!

Сәлих. Өс йөрәк?! (Үҫмерҙе яғаһынан ала). Ниндәй өс йөрәк?!

Ким. Уй-уй! Береһе бөркөт, береһе аҡҡош, ә өсөнсөһө өйрәк!

Сәлих (үҫмерҙе елтерәтеп). Өйрәге кем ул?! Әйтеп ҡотол!

Ким. Уй-уй! Аҡҡошоңдо тибергә килә сөрәгәй өйрәк... ҡамыт аяҡтарын һөйрәп!

Сәлих. Шашма!

Ким (ысҡынып тая). Бәкеңдән ҡолаҡ ҡаҡтың, апайҙан да аҙашма!

Сәлих. Был ни хәл, был ни һүҙ?!.

Ғәли күренә.

Ғәли. Хе-хе-хе! Берәүкәйҙең маңлайына үҫәсәк тиҙҙән мөгөҙ.

Сәлих. Нимә?!

Ғәли. Төймә! Буйың етмәҫтәйгә теймә! Үрҙәгегә үрелмә! (Түш кеҫәһенә һуғып). Сәлисәкәй үҙе керҙе бынауы йөрәк түренә.

Сәлих. Ха-ха-ха!

Ғәли. Блоха!

Сәлих. Үҙең кем?!

Ғәли. Кемлегемде беләһең. И напрасно көләһең!.. (Күкрәк һуғып). Вәкил тигән исемем, мыйыҡ үҫтергән — есемем. Районыбыҙ майҙанында көслөһө мин көслөнөң! Ҡулым балда, телем майҙа, эшемдән илгә файҙа. һайлап кәләш алырлыҡ, һайрап ғаилә ҡорорлоҡ. Илдәге иң аҫыл ҡыҙҙың һөйөүенә торорлоҡ.

Сәлих. Бөркөтһөң һин, беләмен, тик ябалаҡ йөнө менән төләйһең. Ниңә ташлап китте хәләл ҡатының?

Ғәли (маһайып). Үҙем ситкә ҡарпыным. Башың йәштер, алтыным.

Сәлих. Беләм ҡыҙған табаны, унда ҡарпыған балыҡ-табанды. Йә ала күҙ суртанды.

Ғәли. Ә һин үҙең кем инде — көҙгөнән бер күр инде. Ат көтөүсе башың менән тиң күрәһең вәкилде!.. Мыйығың да сыҡмаған, хеҙмәт итеп ҡайтмаған. Йүнле эшкә кермәгән, ныҡлы нигеҙ ҡормаған. Тәжрибәң юҡ һөймәгә, ҡатын ҡосоп күрмәгә... Хатта йәшлек ялҡының да түгел һиңә кәңәшсе, ә хөрт юлға сәбәпсе.

Сәлих. Шунан, суртан киҫәге?

Ғәли. Утыҙ етенсе йылҡайҙы иҫлә әле! (Бармаҡ янап). Атаң эше — иҫтә әле! Илле һигеҙенсе елле статья — үҙеңә лә шып-ята!.. Так что, Сәлисәне мин һөйәм, ә һин тирәккә һөйән.

Сәлих. Ха-ха-ха, кәмит ҡорҙоң дабаһа! Ҡайҙаһығыҙ, кешеләр, бушлай кәмит күрһәтәләр! (Йүгерә).

Ғәли. Кемгә — кәмит, кемгә трагедия. (Бармаҡ янап). Ҡанлы йәштәр ағыр ике күҙеңдән —это тебе говорю я! (Йөрәкһеп, аҡлан буйлап йөрөнә).

Вәт ғәләмәт! Был ҡыҙҙарҙа аҡыл йоҡа:

Егет, тиеп, күҙе ҡыҙа төптө юҡҡа! (Устарын ыуғылап).

Бөгөн-иртән олағыр был армияға!

һылыу ҡыҙҙы алыу кәрәк тәрбиәгә!

һөйһә һөйһөн минең кеүек бер бәһлеүән —

Балда-майҙа йөҙөп йәшәр ине гелән. (Елкәһен ҡашып алғас, баш бармағын күкрәгенә ирәүән төртөп).

Ысынлап та, бындай шәп йәр бармы, ҡайҙа?!

Үҙем буйҙаҡ, ҡулым балда, телем майҙа!

Юғарының фарманында эш йөрөтәм,

Ярлыҡайым бәндәләрҙе, йә серетәм!

Кем был Сәлих?! Кем ул Урал?! Кем Сәлисә?!

Өсөһөн бер юлы бөрһәм дә хәл етә!

Сыҡмай ҡалһа миңә хәләл ефетлеккә,

Был ҡыҙ һалыр тоташ ауылын этлеккә:

“Булат балдаҡ” тигән контр ойошманы

Яҙып бирһәм... целый ауыл — ил дошманы!

Ха-ха-ха-ха!

Магаданда майҙан иркен — барактар шәп.

Мәңгелек боҙ — мәңгелеккә булыр түшәк! (Йөрөүенән туҡтап, һуҡ бармағын башы өҫтөнә күтәрә).

О! Был ҡыҙҙы ебәрмәм тик ул боҙ яҡҡа —

Ауылдары менән керер был тоҙаҡҡа! (Эске түш кеҫәһенән булат балдаҡты алып, балҡышынан хайран ҡалып).

Вәт ғәләмәт! Ағаң алғыр ҡуллы хәҙер!

Ус төбөндә уйнатырға илде әҙер!

(Ҡамыт аяҡтарын ҡайсылатып бейей).

Баҡтыртырмын, күҙгә төртөп был балдаҡты!

Сөнки вәкил иптәш һөйләмәй алдаҡты!

“Үткән төндә был аҡланды буйлағанда,

Ҡыҙҙар менән балдаҡ һалыш уйнағанда,

Сәлисәкәй үҙе алды мине һайлап —

һөйөү итеп усҡа һалды булат балдаҡ!”

Эйе, эйе, шулай булды, шулай булды!

Урал ҡарттың һамаҡлауы ҡулай булды!

(Залға боролоп, балдаҡ божораһы үтә тамашасыға баға).

Белдегеҙме, бының үтә мин ни күрәм?

Йөҙ йәшәр ҡарт тора унда, йөҙө һүрән.

Ҡыҙым, бирҙең ата-баба балдағын, ти,

Тик үҙеңде биреп кире алаһың, ти.

(Балдаҡты усына йомарлап, шул йоҙроғон башы осонда болғай-болғай ярһып).

Вәт ғәләмәт! Минең ҡулда был мөғжизә!

Мин һинеке! Һин минеке, — кил, Сәлисә!

Ха-ха-ха! (Тирәклеккә олаға).