Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
Йыат Солтанов.Драмалар.docx
Скачиваний:
0
Добавлен:
01.07.2025
Размер:
6.63 Mб
Скачать

Беренсе шаршау

Беренсе күренеш

Түбәһе күккә олғашҡан һылыу аҡтирәктәр һәм күктирәктәр ике ярын йәшел таҫмалай ҡаймалаған йәмле Һаҡмар буйы, ҡырҙа эштән һуң халыҡ йыйналып уйнай торған ҡалҡыу аҡлан. Таң һыҙылып килә, боролоп-боролоп аҡҡан уйсан һыуҙың йөҙөн таң нурҙары яҡтырта, тирәктәрҙә мең-мең ҡоштар мәҙех әйтә. Колхоз бесәнгә төшкән, ҡайҙалыр аҡлан артында яҡын ғына бригада ҡыр ыҫтаны. Йоҡоға сумған ыҫтан яғында — аттарҙың кешнәгәне, моңло бутыл сыңлауҙары салына ҡолаҡҡа. Ыҫтан яҡлап аҡлан аша берләм һыу юлы төшә, бына унда беренсе йән эйәһе — ҡамыт аяҡ-боттарына аҡ кальсон-ыштан ғына кейгән, билдән өҫ яғы яланғас Ғәләмәт Ғәли, таҫтымалын болғай-болғай, атлығып килеп сыға.

Ғәли (һөрәнләп). Оһһо-һооо, бына мин! һандуғастарҙы һайратҡан, илде хеҙмәткә ҡуҙғатҡан донъя тотҡаһы Ғәлимен!

Һандуғастар һайрауынан шып-туҡтай, һыҙылып килгән таң нурҙары ҡараңғылана төшә. Яңғыҙ ҡарға ғына ҡарҡылдап ала.

Ғәли. Көшшш, тамағыңа таш торғоро! Кемгә тауыш биреүеңде белмәйһең! (Күкрәгенә баш бармағын төртә-төртә). Райфинагент был! Райфинагент ҡына түгел, ә ҡып-ҡыҙыл большевик — ВКП(б)-ның һәм ОГПУ-ның колхоздағы ышаныслы вә ҡөҙрәтле вәкиле һәм сос сексоты Ғәли Ғәлич булам мин!

Карманымда — партияның ал билеты:

Бойороҡтар биреү — минән, эш — һинеке!

Көсөң тулы түгеләме был власҡа?

Налог, заем, пеня керһен киң ҡоласҡа!

Ватан өсөн тунап алам итте, майҙы,

Йөнөн йолҡоп, һығып сығарам күкәйҙе.

Шыңшыу-мыңшыу, недоимка бөтһөн, долой! (Залға бармаҡ төртөп).

Кем ул унда, контра һөйләп, ҡотҡо һалай?! (Залға бармаҡ янап).

Бер ҡунысҡа тығырмын ҡуш аяғыңды,

һалып бирмәһәң ҡаҙнаға... баяғыңды! (Күкрәк төйөп).

ВКП(б) тарихын мин яттан беләм!

Шуға күрә совет илен һаҡлай беләм!

У-у-ух!

Таҫтымалын башы өҫтөндә вертолет пропеллереләй болғап, Ғәли һыу буйына йыуынырға төшөп китә, сәхнәлә — Урал.

Урал (ҡолас йәйеп тәбиғәткә өндәшә). һаумы, һаумы, аҡ донъям! (Ғәли барҙа ҡараңғыланған донъя ҡапыл яҡтырып китә. Ҡулын күкрәгенә ҡуйып, дүрт тарафҡа баш эйә). Әссәләмәғәләйкүм, ерем-һыуым-күктәрем! Әссәләмәғәләйкүм, урмандарым-ҡырҙарым! (Ҡапыл кәкүк саҡыра, һандуғастар сутылдап һайрап ебәрә).

Мин — Урал ҡарт, Урал ҡарт,

Күп йәшәгән Урал ҡарт.

Йәшем теп-теүәл йөҙҙә (лә)

Ныҡ баҫып торам ерҙә.

һаҡалымды һәрмәйем (дә)

Тирә-яҡҡа ҡарайым.

Ейәндәргә ядкәр итеп

Ошо йырҙы йырлайым:

Дуҫтарым, туғандарым һеҙ, күкрәп йәшәп ҡалығыҙ,

Ейәнсәр, ейәндәрем һеҙ, һөйөп-йәшнәп ҡалығыҙ.

Тыуған илгә ут ташланһа, үлемесле яу башланһа,

Йәнегеҙҙе аямағыҙ — ил ҡурсарға барығыҙ.

Тыуған ил ул бер генә бит, аҡтирәкле ер генә бит,

Күктирәкле ер генә бит — ҡәҙерен белеп янығыҙ.

Эй тыуған ил, тыуған ил дә ата-бабам торған ер,

Ата-бабам эскән һыу ҙа йөрәктәр шуға ярһыу.

Ейәнсәр, ейәндәрем һеҙ, һөйөп-йәшнәп ҡалығыҙ (шул),

Мөхәббәттең бер сатҡыһын был ҡартҡа ла һалығыҙ.

Их!

Сатҡыланып янырмын да йәш кенәһен һайлармын,

Ике йөҙөнсө йәшемдә һандуғастай һайрармын (шул),

их! Инде, тим, мәңгелек кәләш ҡуйынына кереп ятырҙан элек, ата-бабаларҙан килгән изге йоланы үтәйем — йөҙ йыл буйы йомоп тотҡан серемде илгә сисәйем...