Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
Йыат Солтанов.Драмалар.docx
Скачиваний:
0
Добавлен:
01.07.2025
Размер:
6.63 Mб
Скачать

Ишек төбөндә шау-шоу, башы-күҙе аларғандарҙың бер төркөмө тәхетханаға бәреп керә. Араларында ғауғалы Мурали һәм Хоҙайғол, Ҡолшәриф, Петр Серебряный.

Мурали. Ханбикә, выжт! Идаралығың тамам!

Хоҙайғол. Ҡайда Үтәмешгәрәйең?

Әбей. Бында, алып инеп киләм бит. (Үтәмешгәрәйҙе етәкләп керетә).

Мурали. Сөйөмбикә, Үтәмешгәрәй, тыңлағыз. Шушы мәлдән башлап сез хан да, идарачы да түгел. Тәхетхананы ябабыз. Ҡазан халҡы сезнең икегезне дә мәрхәмәтле олуғ патшамыз Иван Васильевичка тапшырырға ҡарар ҡылды.

Ҡолшәриф. Шәйехғәли хан ҡуйынына керәсең, яңадан ханбикә буласың!

Хоҙайғол. Көш-ш-ш, Мәскәүгә!

Петр. Эйе, мәрхәмәтле патшамыз Иван Васильевичның фарманы буйынча, сезне алырға килдем.

Сөйөмбикә. Аһ!.. (Үкһеп-буҫлығып йығыла, уны күтәреп торғоҙалар ҙа, ике яғынан ҡултыҡлап, ишеккә ыңғайлаталар. Үтәмешгәрәй сарылдап илай, уға һарай ҡатын-ҡыҙҙары ҡушыла).

Әбей. Йәмәғәт, сеү! Шым ҡалығыҙ! Ханбикәгеҙ сеңләп хушлаша!

Тауыштар:

Ни ди? Чеңли, диме?

— Ни икән ул чеңләү? Безнең татарда юҡ ласа ул?

Ҡолшәриф. Һәй хәсисләр, шуны да белмисезме? Башҡыртның ҡайғылы жырауыдыр ул сеңләү!

Сәхнә шым ҡала, Сөйөмбикә сеңләй.

Сөйөмбикә.

Эй Хоҙайым! Осорһаңсы ошонда

Әсәм телен белгән осҡор ҡошоңдо!

Осһон ине ул ҡош атам-инәмә,

Ҡыҙҙарының хәсрәткәйен һөйләргә...

Хоҙай орһон Шәйехғәли-яһилды —

Бысаҡһыҙ ҙа телгеләне йәнемде!

Төшһөн уға ләғнәтем! һәм — бәддоға

Мине һатып ебәргән ҡазандарға!..

Петр (күҙ йәштәрен һөртөп һамаҡлай).

Шомланмасы, бер үк, ханбикә һылыу!

Иламасы нескә талдай һығылып!

Илтмәйбеҙ бит һине мәсхәрәләргә, —

Мәскәү үҙе көтә һине һағынып!

Бөйөк хөрмәт ҡаҙанырһың Урыҫта —

Ултырырһың һарайҙың иң түрендә!

Ҡолдарыңа бойороусы булырһың,

Булғаныңдай ошо Ҡазан ерендә.

Йәш егеттәр — хан улдары күп беҙҙә —

Кейәү һайлап алыу һинең иректә.

Һинең кеүек гүзәл гөл бит иң яуыз

Батшаның да таш бәғерен иретә...

Сөйөмбикә (алтын башлығын атып бәрә).

Сафагәрәй, хужам, һөйөклө ханым!

Өҙөлөп һөйгән һылыу ханбикәңде күр!

Мал хәлендә әйҙәлә ул... Эй ханым,

Ҡол булғансы, алһын ине мине гүр!

Улың менән бергә беҙҙе илтәләр

Ытырғаныс телле урыҫ иленә...

Эй бәғерем, беҙҙе һатҡан Ҡазандың

Урыҫ ене һуҡһын биртек биленә!

Ҡарышырлыҡ хәлем инде ҡалманы,

Ҡазаныңды фетнә уты ялманы...

Аһ бәғерем! һөйөклө ханым минең!

Асы сеңләүемә ҡолаҡ һалһаңсы,

Тәрән ләхетеңде миңә асһаңсы,

Мәңгелеккә ҡуйыныңа алһаңсы!..

2-нсе сәхнә

Сәхнә түңәрәге әкрен генә әйләнә. Иң алдан — Петр, уның артынан — ике ҡатындың ҡултыҡлап оҙатыуындағы Сөйөмбикә, ә иң арттан мыҡты ир-егет Үтәмешгәрәйҙе күтәреп бара.

Петр (туҡталып). Ханбикәм, соңғы тапҡыр Ҡазаныңа күз салың, ҡайғыңны түгеп ҡалың.

Сәхнә — әйләнеүҙән, кешеләр атлауҙан туҡтай: алыҫта асылған панорамаға текләйҙәр. Унда мәсет манаралары сурайған Ҡазан ҡалаһы.

Сөйөмбикә.

Хәсрәтемде илап кемгә түгәйем?

Улымамы — гонаһһыҙ сабыйыма?

Атамамы? — Ул Яйыҡ аръяғында!

Һөйләйемме ант боҙған ҡазандарға,

Сабый ханын дошманға һатҡандарға?..

Ләғнәт яуһын, ләғнәт шаҡшы ҡалаға! —

Тик шул теләк булыр минән Аллаға!..

Ҡазан, Ҡазан! Туҡталды һиндә аҙан!

Шулдыр инде башыңа етер ҡазаң!..

Ҡуҡырайтып манаралар теҙмәһен,

Ханың тажы ауғанын да һиҙмәйһең!

Биғәйни, һин — етем ҡалған тол ҡатын...

Сәсен йолҡоп илар хәлдә дәүләтең...

Аһ!.. — ҡушылып сеңлә миңә, гүр-ҡала, —

Шанлы көндәреңде инде үрт ала!..

Петр. Да-а-а... Шәһри Ҡазанның көннәре санаулы ҡалды...

Ҡала өҫтөн, ысынлап та үрт алғандай, ҡанһыу-ҡыҙыл шәүлә томалай. Сәхнә түңәрәге хәрәкәткә килеп әйләнә, кешеләр баяғы атлауҙарын дауамлай.

Шаршау

ЭПИЛОГ

Ҡартайып салланған — мыйығын, ҡаштарын, сәсен ап-аҡ бәҫ ҡаплаған кенәз Петр Серебряный буш офоҡҡа бағып тора.

Петр. Сөйөмбикәнең асы ҡарғышы төштө — мәғрур Ҡазан ҡалаһы тар-мар ҡылынды. Ҡазан ханлығы ер йөҙөнән юйылды. Күрәҙәсе Гәүһәршаттың күрәҙәләүе көнө-йылынаса теп-теүәл һәм тап килде. Бәндәләргә ғибрәт булһын ине был...

Ут һүнә.

Шаршау

12 июль 2004 йыл.

АҠТИРӘК -- КҮКТИРӘК

Моңло-көйлө драматик хикәйәт, 2 шаршауҙа, 6 күренештә

Ҡатнашалар:

Сәлих — хәрби хеҙмәткә алынырға торған йәш егет, урта белемле, колхоздың йылҡы көтөүсеһе.

Сәлисә — бик һылыу һәм уңған ҡыҙ, трактор бригадаһы бригадиры, Сәлихтең һөйгәне.

Урал — йөҙ йәшәр ҡарт, Сәлисәнең ҡартатаһы; иҫе дөрөҫ, күҙе үткер, тик әбейе генә юҡ; бригадала ҡамыт-ызбурый йүнәтеүсе.

Ишмырҙа — “Ышаныҡ” ҡушаматлы тиҙ ышаныусан колхозсы, 45 йәштәрҙә. Фин һуғышында ҡатнашҡан, түшен тултырып йылтыр-мылтыр значоктар тағып йөрөй.

Сафура — Ишмырҙаның ҡатыны, төҫкә-башҡа һылыу, әммә имеш-мимеш хәбәр ташыусан, ирен баллы телләнеп еңеүсән; бригадаға икмәк һала, көн дә ауылдан бригада ҡыр ыҫтанына ире янына килә. “һайыҫҡан” ҡушаматлы, 40 йәштәрҙә.

Ким — (“Коммунистический интернационал молодежи” тигән түшкә тағылмалы ҡалай билдә атамаһынан яһалған исем) уларҙың үҫмер улы, тракторҙарға һыу ташый.

Ғәли — район башҡармаһының финанс бүлеге агенты (финагент) — дәүләткә халыҡтан һыҙырып һалым-налог йыйыусы, «ғәләмәт” ҡушаматлы, ҡамыт аяҡлы әҙәм; ғәййәр большевик, ОГПУ сексоты (йәшерен хеҙмәткәре), урындағы халыҡтың тын алышын күҙәтеү, “контра»ға ҡаршы көрәшеү өсөн, партия райкомы һәм ОГПУ тарафынан вәкил итеп ебәрелгән. Түрәлеккә үрләү — төп маҡсаты. Үҙен юғары дәрәжәгә ҡуйып ҡаты һөйләшә, тотҡан ерҙән һындыра. Ҡатыны ташлап киткән, хәҙер һылыу Сәлисәне ҡармаҡларға маташа.

Остап — Ҡыҙыл Армия бүлегендә старшина, ҡорал йүнәтеү оҫтаһы, һуғыштағы Ишмырҙаның йән дуҫы, ҡорҙашы.

Оксана — Остаптың ҡатыны.

Мопра — (МОПР — “Международная организация помощи революционерам” тигән түшкә тағылмалы ҡалай билдә атамаһынан яһалған исем) уларҙың үҫмер ҡыҙы, Ким менән йәштәшерәк.

Шмультке — фашист генералы.

Вальтер — майор, фон Шмульткенең адъютанты.

Ҡарауыл башлығы — фашист, генерал ҡарауылынан.

Бригадмилиция — төбәк милиционерының йәшерен исемлегендә торған, милицияға булышлыҡ итеүсе, еңдәренә ҡыҙыл бәйле мыҡты ир-ат.

Егеттәр, ҡыҙҙар, беҙҙең һалдаттар, фашист һалдаттары.

Ваҡиғалар 1941 — 1942 йылдарҙа Һаҡмар буйы Ҡаҫмарт тамағындағы бер колхоздың ҡыр ыҫтанында һәм фронтта бара.

Текстағы шиғри өлөштәргә (йырҙарға) композитор көйҙәр яҙһын.