Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
Йыат Солтанов.Драмалар.docx
Скачиваний:
0
Добавлен:
01.07.2025
Размер:
6.63 Mб
Скачать

Шаршау өсөнсө шаршау

1-енсе сәхнә

Сәхнә төбөндә дата: 1551 йыл. Ҡазан хан һарайының тәхетханаһы. Яҡшы кейендерелгән, алтын таж кейгән дүрт йәшлек хан Үтәмешгәрәй тәхетендә уйнап ултыра, янындағы креслола — әсәһе, ханлыҡ идарасыһы Сөймбикә, түбәһендә алтын башлыҡ.

Үтәмешгәрәй. Әсәкәйем, тышта уйнағым килә.

Сөйөмбикә. Сабыр ит, ҡолонсаҡҡынам. Хан кешегә көйһөҙләнергә ярамай. Ханлығыбыҙҙың бер килке эштәрен бөтөргәс, баҡсала икәүләшеп уйнарбыҙ.

Үтәмешгәрәй. Ниндәй эш, бабайҙарҙың баштарын ҡыҫҡартыумы?

Сөйөмбикә. Көфөр һүҙ һөйләмә, улым. Хандың эше — баш ҡыҫҡартыу түгел, ә баш һандарын арттырыу, ил менән идара ҡылыу.

Үтәмешгәрәй. Ошо тәхеттә атайым бахыр ултырғанда кешеләрҙең баштарын ҡыҫҡартҡан, тамаҡтарын көмөш ҡойоп бөтәштергән, тиҙәр бит һуң. Ҡушаҡ абыйым әйтә.

Сөйөмбикә. Атайың иҫке хан ине, ә һин яңы хан булдың. Яңы хандың ҡылығы ла яңыса. Һәр нәмәлә тәртип булырға тейеш. Тәртип тупһанан башлана: бына атайың заманындағы айбалталы әзмәүерҙәр ҙә, ингән берәүҙең ҡотон осортоп, икеһе ике яғыңда һерәйеп тормай хәҙер. Тәхет ҡотон, ҡурҡыу түгел, һоҡланыу бәрәкәтләй ул.

Үтәмешгәрәй. Һоҡланыу тигәнең кем ул, эргәңдә гел уралған Ҡушаҡ абыймы?

Сөйөмбикә (көлөп). Эй ҡолонсағым, миңә түгел, хан эргәһенә керә бит ул, хан әмерен алырға.

Үтәмешгәрәй. Хан кем ул?

Сөйөмбикә. Һин үҙең, үҙең, ҡолонсағым. Башыңа алтын таж кейеп, хан булып ултыраһың да!

Үтәмешгәрәй. Хан ни тиһә лә, әмере үтәләме?

Сөйөмбикә. Һис һүҙһеҙ, еренә еткереп үтәлә.

Үтәмешгәрәй. Алайһа, Ҡушаҡ миңә хәҙер үк бер ус өрөк, бер ус Әстерхан сәтләүеге килтерһен.

Сөйөмбикә. Баш өҫтө, олуғ ханым. Ҡушаҡ!

Ҡушаҡ (елтерәп инә). Әү, ханбикәм?

Сөйөмбикә. Һине, ханбикәң түгел, ә олуғ хан үҙе саҡырта.

Ҡушаҡ (Үтәмешгәрәйгә баш эйеп). Тыңлим, олуғ ханым.

Үтәмешгәрәй. Хәҙер үк миңә бер ус өрөк, бер ус сәтләүек!

Ҡушаҡ. Йәғни... йәғни мәсәлән?

Сөйөмбикә. Хан әмере ҡыҫҡа: кисә Бохара каруаны килтергән емештәрҙең сифатын үҙе тикшереп белгеһе килә.

Үтәмешгәрәй. Бер аяғың бында, икенсеһе тегендә булһын!

Ҡушаҡ. Баш өстө, олуғ ханым! (Елтерәп сығып китә).

Үтәмешгәрәй. Күҙ асып йомғансы килтереп еткермәһә, Ҡушағыңдың башын киҫерменме икән? Әллә тамағына көмөш кенә ҡойорғамы? Их, ҡыҙғанам бит әле шуны...

Тулы тоҡтар йөкмәгән ике әзмәүерҙе эйәртеп, Ҡушаҡ инә. Тоҡтарҙы тәхеттең ике янына ҡуялар.

Ҡушаҡ. Рәхим итә күр, олуғ ханым. Бересендә — өрөк, икенчесендә — чәтләүек. Иң Юғары сифатлы, ләззәтле.

Үтәмешгәрәй (һәр тоҡтан берәр ус алып, кеҫәләренә сумыра). Ҡалай күп! Нисек ашап бөтөрәйем бер үҙем? Әйҙәгеҙ, күмәкләшеп мөнйөйөк!

Килтереүселәр пырхылдашып көлә.

Сөйөмбикә. Ханыбыҙ тикшермәккә өлгөләр алды. Ҡалғандарын ҡаҙнаға кире илтегеҙ.

Әзмәүерҙәр тоҡтарҙы йөкмәп сығып китә.

Ҡушаҡ. Тыңлим, тағын да ни бойороҡлар бар, олуғ ханым?

Сөйөмбикә. Күҙгә төшкән дегәнәк булды был урыҫтың Зөйә ҡәлғәһе. Нисек көл ҡылырға шуны!.. Шымсылар ебәрелдеме? Мәғлүмәт алындымы?

Ҡушаҡ. Алынды. Яуыз Иван Шәйехғәли ханны шул Зөйәгә беркеткән, киләчәктә Ҡазан ханы ҡылырға...

Үтәмешгәрәй (Ҡушаҡҡа сәтләүек атып). һәй мәмәй ауыҙ! Ҡазан ханы мин, мин!

Ҡушаҡ. Һич сүзсез, һич сүзсез син үзең, олуғ ханым! (Сөйөмбикәгә). Атаҡайың Йософ кенәз дә килешкән шуның берлән. Шәйехғәлине Ҡазан тәхетенә менгереп, сине аның хатыны ҡылмаҡҡа димләгән... Киләсе йыл Яуыз Иван Ҡазанны алачаҡ, ди...

Сөйөмбикә. Ҡара ниәтен өҙөргә!

Ҡушаҡ. Һич шиксез!

Сөйөмбикә. Рәсәй менән килешергә лә дуҫлашып йәшәргә теләйбеҙ, тигән ярлығым Мәскәүгә ирешкәнме? Ул тарафтан ни хәбәр?

Ҡушаҡ. Ярлығың тапшырылған, әммә аннан жавап юҡ. Шунысы аныҡ мәғлүм: Яуыз Иван киләсе йыл яз башыннан уҡ Ҡазан өстөнә ҡузғалырға жыйына...

Сөйөмбикә. Атаҡайымдан ғәскәр һорап сапҡынсы ебәргәйнем...

Ҡушаҡ. Ғәскәр юҡ. Фәҡәт башҡырт азаматлары килә — Чулман суын кичкәннәр. Жанчура дигән башлыҡларыннан хәбәр бар.

Сөйөмбикә (һиҫкәнеп). Ә?! Йәнсура?

Ҡушаҡ. Эйе, Жансура. Нигә, танышың идеме әллә, ханбикәм?

Сөйөмбикә. Ә... юҡ... Бала сағымда шундай малай бар ине... һағауылдарға ныҡ иҫкәрт: тотҡарлыҡһыҙ үткәрһендәр Ҡазанға.

Ҡушаҡ. Баш өстө, ханбикәм.

Сөйөмбикә. Иншалла. Зөйә ҡәлғәһен алырға, урыҫ тамырын төбөнән киҫергә кәрәк. Илде ҡоралландырығыҙ.

Ҡушаҡ. Илне?! Ҡазна сай — сөңгө сатып алырлыҡ та аҡча юҡ.

Сөйөмбикә. Уф... Үтәмешгәрәйем бәлиғ булғансы тип йыйған алтын тәңкәләрем бар ине, алығыҙ.

Ҡушаҡ. Анысы — андый да ул, мона ҡәлғә диуарларыбыз жимерек...

Сөйөмбикә. Һипләгеҙ. Йәҙрә яуҙыртырға туптарҙы теҙеп ҡуйығыҙ.

Ҡушаҡ. Их ханым вә ханбикәм, аларын ҡайдан алиҡ соң?

Сөйөмбикә. Был ни һүҙ?! Ҡазан ханлығының суйын туптары, баҡыр туптары етерлек.

Ҡушаҡ. Житәрлек иде дә ул... Бәкләрең вә уғланнарың ул тупларны урысҡа сатып эчкән!

Сөйөмбикә (урынынан ҡалҡынып, әсенеп). Ә?! Уф йөрәгем! (Йығыла башлай, уны Ҡушаҡ килеп ҡосаҡлап ала).

Үтәмешгәрәй (ырғып тороп). Әсәкәйем, тәхетең дә, алтын тажың да кәрәкмәй! Был алтын таж тигәндәре бик ауыр! (Башындағы тажды атып бәрә).

Ҡушаҡ. Ханбикәм, ҡәдерлем, йөрәгеңә алма инде барсын да! Барысы да уңалыр!

Тышта — дөбөрләү; ишек шартлап асыла, Гәүһәршаттың әсе тауышы: “Айбалталы мәхлүҡләр, тотҡарламағыз мине, ханға әйтәсе сүзем бар! Күрәзәчелек ҡылдым — барығыз да сатлыҡжан! Үтәмешгәрәй илә аның анасы Сөйөмбикәне Яуыз Иванға сатҡансығыз!”

Гәүһәршат (сәсе-башы туҙғыған хәлдә атлығып керә, Сөйөмбикәне ҡосаҡлап торған Ҡушаҡты күреп, күҙен яман аҡайта). Жәмәғә-ә-әт, ни күрәм?!. Көпә-көндөз тәхетханада ханыбызның күзе алдында зина ҡылып яталар! Үз күзләрем берлән күрдем: Сөйөмбикә берлән Ҡушаҡ уйнаш ҡыла!