Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
Йыат Солтанов.Драмалар.docx
Скачиваний:
0
Добавлен:
01.07.2025
Размер:
6.63 Mб
Скачать

Анастасия өндәшмәй, креслоһына сүгә.

Макарий. Күрәҙәлек ҡылыу гонаһ, анаҡай!

Елена. Әммә алдыңдағын самалап эш ҡылыу һис тыйылмаған. Хатта поганый Ҡазанда ла мәшһүр күрәҙәсе бар — уларҙың мәрхүм Ибраһим ханының ҡыҙы, мәрхүм Мөхәммәтәмин хандың һеңлеһе Гәүһәршат. Күрәҙәләүҙәре бермә-бер тап килеп тора. Баяғы хәйерһеҙ утыҙ алтынсы йылда ул, бөтә Ҡазан халайығына шом һалып: “Күрерһегеҙ: теүәл ун алты йылдан һуң Ҡазан ханлығы тамам юҡҡа сығасаҡ, Ҡазанды урыҫ аласаҡ!” — тигәйне. Ә был иһә Христос тыуған йылдан алып тап мең дә биш йөҙ илле икенсе йылда була, тигән һүҙ. Минең күрәҙәләүемә бермә-бер тап килә ул. Ҡыҫҡаһы, киләһе йыл Иваным Ҡазанды алғас...

Макарий, Анастасия. Бирһен Хоҙай, бирһен Хоҙай! (Суҡыналар).

Елена. Эйе, мең дә биш йөҙ илле икенсе йыл Иваным Ҡазанды алғас, минең күрәҙәлегемдең дөрөҫлөгөнә лә инанырһығыҙ бер юлы.

Макарий. Ә шулай ҙа...

Елена. Янама, янаһын янғанмын инде, ха-ха-ха! Бына һиңә лә, ҡарт дуңғыҙға, тамуҡ киҫәүе булаһы ғына ҡалды.

Макарий (тертләп). Ауыҙыңдан ел алһын, анаҡай. Изге Рүсиәбеҙ йөкмәткән бынауы изге тәремде (муйынындағы тос алтын тәреһен тотоп һелкетә) Хоҙайыбыҙ һыҙған тура юлдан арымай-талмай илтеү йәшендә әле мин. Шөкөр, быуындарым ҡатмаған, билем бәлйерәмәгән.

Елена. Күрәм, дуғалай бөгөлгәнһең, ә аяҡ-ҡулың, майланмаған арба күсәреләй, шығырлапмы-шығырлай... Эй был ғүмер, күҙ алдымдан нисәүегеҙ берәм-берәм эрәүҙе: Варлаам, Сергей атаҡайҙар һәм... бына инде һин, атаҡай... Тәрегеҙ, тим, шул ҡәҙәре ауырмы?

Макарий. Дәүләтебеҙҙең оло йөгөн йөкмәп барабыҙ, анаҡай. Әммә шуны баһалау, әжерен ҡайтарыу юҡ...

Елена. Бахырланма, атаҡай. Литваға хәрби сәфәрҙәрҙең, Ҡырымға сапҡындарҙың улъяларынан иң кәттәһен кем ҡуш услап ҡарманы? — Сиркәү. Былтырғы Ҡазан яуы табыштарының ҡалъяһын да кем һоғаланып һоғондо? — Сиркәү. Ашаған белмәй — тураған белә, тиҙәр баяғы поганый башҡорттар.

Макарий. Сиркәүгә ул бишләтә лә хәләлдер, анаҡай. Кем изге Рүсиәне Куликово һуғышына рухландырҙы? — Сиркәү. Яуыз Мамайҙы еңеүгә кем күтәрҙе? — Сиркәү. Поганый Ҡазанды алғанда ла тәре тотоп сиркәү алдан барасаҡ. Изге Константинополь ҡорамдарын үҙҙәренең поганый кәкре Айҙары менән вәхшәтләгән антихристарҙың тоҡомдарының һөйәге өҫтөндә бына ошо (муйынындағы тәреһен тотоп һелкей) изге тәре сафтары рәт-рәт ҡалҡынасаҡ! (Суҡына).

Елена (суҡынып). Бирһен Хоҙай, бирһен Хоҙай!

Үҙҙәренең креслоларына ултырышалар.

Елена (ишек яғына ҡарап). Иваным юҡсы һаман...

Макарий. Батшабыҙҙың эштәре зерә ҡуйы, анаҡай. Үҙең әйтмешләй, Ҡазанды аласаҡ батша бит. Әле генә килешләй абайлап үттем: Царь-колокол эргәһендә поганый Ҡазан ҡәлғәһенең ишаратын әтмәләгәндәр ҙә шуның өҫтөнә ғәскәр менән ябырылып, шау-гөр килеп, һуғыш уйыны уйнайҙар.

Елена. Эй Хоҙайым, бер аҙ тыйып торһаңсы шул уйындарын!.. Береһе башын яра, икенсеһе аяғын, ҡулын ҡаймылдырта...

Анастасия. Ҡәлғә башында тере татарҙы ишаратлап, холоптарымдың өҫтө-башы йыртыла, ҡабырғалары һына...

Макарий (йылмайып). һуғыш һыныҡһыҙ булмаҫ. Ағас ҡырҡҡанда табы оса, тиҙәр бит. Ә бөгөн унда ҡәлғә башында ысын-ысындан казанский тере татарҙар тора, һеҙҙең холоптар түгел.

Елена. Абау! Ниндәй тере татарҙар? Әллә баяғы Сөйөмбикә тигәнегеҙ ҡаланы килеп баҫтымы?!

Макарий (көлөп). Хафаланма, анаҡай, Сөйөмбикәнең ҡулы ҡыҫҡарҙы хәҙер. Ҡазандағы беҙҙең яҡлылар ҡыҫҡартты. Шул уҡ күрәҙәсе Гәүһәршат, Бойорған Сәйет һәм башҡалар... Ә Царь-колокол янындағы ҡурсаҡ ҡәлғә башына әсир төшкән Ҡазан уғландарын баҫтырҙыҡ, Ҡырымдан , яңы хан һорарға китеп барғандарында тотолғандар... Таяҡ тығып болғатҡан йылан ояһы хәҙер Ҡазан. Кемде хан итергә, тип, анаһы — улын, атаһы ҡыҙын белмәй бер-береһен сағыша.

Елена. Ҡазан халҡы борон-борондан бушбоғаҙлыҡ ҡылыусан, бер-береһенә яла яғыусан ине шул.

Макарий. Сөйөмбикәгә лә улар табаҡ-табаҡ бысраҡ ауҙаралар икән. Сөйөмбикә үҙенең йәнуҙағы Ҡушаҡ менән уйнаш ҡыла, Ҡушаҡҡа ҡатын булмаҡсы, уның менән берләшеп, улы Үтәмешгәрәйҙе үлтермәксе, тип ғәйбәтләйҙәр, ти. Сөйөмбикәнең фармандарын кирегә һаплайҙар икән. Ә был беҙгә мас ҡына: олуғ батшабыҙ Иван Дүртенсе ғали йәнәптәре хәҙер, форсаттан оҫта файҙаланып, Ҡазан ҡаршыһында изге сиркәүле Зөйә ҡәлғәһен ҡороу, ғәскәр туплау ғәмендә...

Елена (суҡынып). Хоҙайым, хәйерлегә булһын инде...

Анастасия. Әйтәм бит, ҡылысын да һалмай, тип...

Оло ишек артында шау-шоу, олуғ батша Ивандың тауышы: “Адашев, илселәрҙе елтерәт!” — “Хәҙер, олуғ батша ғали йәнәптәре!” Иван атлығып килеп инә, билендә — ҡылысы. Анастасия, Макарий урындарынан торалар, елена ҡуҙғалмай.

Иван (югереп килеп тәүҙә еленаның, шунан һуң Анастасияның ҡулын үбә). Иҫәнмеһең, анаҡай. Иҫәнмеһең, кәләшкәй. (Макарийҙың ҡулындағы тәрене үрелеп ялай). Хуш килдең, изге атаҡай. (Тәхетенә ултыра).

Елена. Оҙаҡланың, көттөрҙөң...

Иван. Анаҡай, ҡылығым ҡаты булды.

Макарий. Ҡылысың үттеме һуң, хе-хе-хе...

Иван. Татар муйынынамы? һе! Өсөһөнөң башын аяҡ аҫтарына бына ошолай (елкәһенә ҡул төйҙәһен һелтәп күрһәтә) — керт! — серек кәбеҫтә күсәнеләй ауҙарҙым. Башлыҡтарыныҡы тәгәрмәстәй тәгәрләне!

Елена. Хоҙайым, кисер гонаһтарыбыҙҙы! Балаҡай, атаҡайың ундай уҡ түгел ине...

Иван. һе! Атаҡайым Ҡазанды ла алмаған шул. һеҙ, ярай, икегеҙ тиң теге донъяға эрәүҙегеҙ ҙә ҡотолдоғоҙ, ә мин алты йыл буйына Ҡазан ҡурҡынысы аҫтында яуыз опекундарым ҡулында интектем...

Макарий. Әммә бирешмәнең — ҡоростай сынығып өлгөрҙөң, олуғ батша ғали йәнәптәре.

Иван. Әлбиттә! Андрей Шуйскийҙың башын киҫтерттем, әшнәләрен әҙәм аяғы баҫмаған яҡтарға олаҡтырттым. Хоҙайға шөкөр, ҡорос ҡылысым ҡулда. Теңкәгә тейгән поганый Ҡазандың да, Ҡырымдың да башына етәсәкмен!

Елена. Яҙа һелтәнеп ҡуйма, бер үк, балаҡай...

Анастасия. Әйтәм бит...

Макарий (бүлдереп). Ә мин әйтәм, Хоҙайыбыҙҙың изге сәғәте һуҡты! Икенсе изге Византияның антихристарҙан ҡон алыу ҡылысын олуғ батшабыҙ Иван Дүртенсе ғали йәнәптәре ҡулына Христос үҙе тотторҙо! Изге ҡылыс!

Иван (ҡулын, алдатҡыс нәмә суҡландыртҡандай, юғары тәңгәлдә һелкеп). һәм ҡалъя, изге атаҡай, һәм ҡалъя! Ошо көндә йөҙәрләгән татар бәге, муллалары, поганый Ҡазандарынан ҡасып килеп, минең усымды ялай. Ҡазан муйынына ҡылысымды тиҙерәк сабыуымды һорай. Шанлы ғәскәрем менән барып Ҡазанды алышырға ант итә. Табынымдан ҡалған ваҡ-төйәк ҡалъяға ана шулай һатып та алам мин ул канальяларҙы!

Анастасия. Өйөр-өйөр килеп һатылалар шул. Казанскийҙарҙы әйтәм. Намыҫтары юҡ икән мөртәттәрҙең.

Иван. Бото һуҡыр тин ул поганый намыҫының! (Ишек яғына). Кенәз Петр Серебряный, килтер әле поганый ярлыҡтарын!

Фолианттар тотоп талмас Петр Серебряный керә, Иван тәхете һәм Макарий креслоһы араһына баҫа.

Петр. Тыңлайым, олуғ батша ғали йәнәптәре.

Иван. Талмаслап уҡып ташла әле баяғы бәғзе бер һайланма урындарын.

Петр. Баш өҫтө, олуғ батша ғали йәнәптәре. Бына Ҡазан мосолмандарының Бойорған Сәйетенең, йәғни үҙебеҙҙең изге атаҡай митрополит Макарий дәрәжәһендәге дин башлығының һәм йәнә Илсыман бәк, Ғабдулла Бахши тигән ил тотҡаларының бөйөк батшабыҙға ярлығы. Уҡыйым: “Ханыбыҙ Сафагәрәйҙе алып ташлар өсөн ғәскәреңде ебәрһәң, Ҡазан ҡапҡаларын асып ҡуйырбыҙ... Әммә кәрәк-яраҡтарыбыҙға аҡсабыҙ юҡ. Илсең аша беҙгә көмөш тәңкәләр ебәреүеңде бик үтенеп һорайбыҙ”...

Иван (ҡул һелтәп). Сафагәрәйҙәре дөмөктө инде, баҡыры ла ярап ятыр.

Петр. Башҡорттарҙың нуғай тигән Бәләкәй урҙаһынан, Йософ кенәздең улы Ғәли мырҙанан: “һинең хаҡыңа Ҡырым өҫтөнә яу йөрөнөм... Миңә кеш тун ебәрһәң ине”...

Иван. һыуыр тун да еткән.

Петр. Ә бына ңур урҙанан — Исмәғил кенәздең үҙенән: “Беҙгә яу булған Ҡазанды тар-мар ҡылабыҙ, һин дә яу сапһаң ине... Мин һинән ҡара төлкө бүрек теләйем”...

Иван. Быныһына бүрек янына тун да ҡушып бирегеҙ.

Петр. Белекбулат тигәндәре: “һинең өсөн Ҡазан менән һуғыштым... Аҫ тун менән ҡорос көбә кәрәк ине”...

Иван. Ҡырым үләкһәләренән һалдырып алған тутыҡ көбәләрҙең береһен ебәрегеҙ.

Петр. Арыҫлан уғландың ярлығы: “Ҡазан һеҙгә яу булған кеүек, беҙгә лә яу. Мин хәҙерендә Ҡазанды яуларға барамын... Миңә алтын ялатылған ҡылыс, һыуһар тун, балыҡ теше, ролдуға ебәрһәң ине”...

Иван (ҡул һелтәп). Ярар, етәр. Ас ҡорһаҡтары тулмаҫ. Ә шулай ҙа ҡатҡан-ҡотҡан киҫәктәрҙе ырғыта торорға кәрәк. Эт ауыҙына бер һөйәк, ти бит башҡорттар үҙҙәре.

Елена. Өргән һәр эткә ҡалъя ырғыта башлаһаң, атаҡайыңдың утыҙ йыл буйына бөртөкләп йыйған ҡаҙнаһы ла етмәйәсәк.

Макарий. Эйе, бөйөк батшам. Эйелгән башты ҡылыс сапмай, тиһәләр ҙә, ул эйелгән баш-поганыйҙарҙың тора-бара баш күтәреүҙәре лә ихтимал. Дәһшәтле Мамай яуҙарын онотмайыҡ.

Елена. Атаҡай Макарий хаҡ әйтә. Заманында Рүсиәгә баш эйеп килгән поганый башҡорт Олуғ Мөхәммәт тигәндәре аҙаҡ Ҡазанды бина ҡылды ла ҡан дошманыбыҙға әйләнде.

Иван. Уның ҡарауы ҡазанлылар шул Олуғ Мөхәммәт хандың бүләре Илһам ханды беҙгә башы-тояғы, нәҫел-нәсәбе менән Иуданың утыҙ көмөш тәңкәһе хаҡына һатып ебәргәндәр... Ә хәҙергеләре уғата ҡомһоҙораҡ: үҙ ҡорһаҡтарын күпәйтеү хаҡына, ханды ғына түгел, бөтә ханлыҡты ла һатырға әҙер...

Петр. Олуғ батша ғали йәнәптәре, әгәр рөхсәт ҡылһағыҙ, ошо урында мин фәҡирегеҙ ҙә ҡыҫылырға баҙнат итәм: “Татар — атаһын һатар”, тигән мәҡәл йөрөй Ҡазандың үҙендә үк...

Иван. Афарин, кенәз, афарин!