Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
Йыат Солтанов.Драмалар.docx
Скачиваний:
0
Добавлен:
01.07.2025
Размер:
6.63 Mб
Скачать

Тыштағы шау-шоу көсәйә.

Ҡушаҡ. Ишетәсеңме, олуғ ханым?

Сафагәрәй. Жанжал башлыҡлары кемнәр?

Ҡушаҡ. Үзең беләсең: Булат бәк, Ҡолшәриф мулла, Мурали бәк, Ходайғол уғлан... Лаф ороп, тәхет ҡашына үткәрүне дәғүәлиләр...

Сафагәрәй (уйланып). Үткәрегез бересен.

Ҡолшәриф мулла керә, күкрәгенә ҡулдарын ҡаушарып, баш эйеп сәләм бирә.

Ҡолшәриф. Әссәләмәғәләйкүм, олуғ ханым!

Сафагәрәй (йөҙөн сыйырып). Вәғәләйкүм, Ҡолшәриф. Ни йомош? Сарай ҡапҡасын ҡағырға батырчылыҡ иттеңме? Башың икеме әллә?

Ҡолшәриф. Халыҡ ҡаға, олуғ ханым, нурлы шәһри Ҡазан халҡы. Ә халыҡның башы ике генә түгел — меңәрләгән!

Сафагәрәй. Үзеңнең башыңны ҡайғырт — әһле Ислам дип тормамын! Анауы балтачым “керт!” иттереп төгәлләр.

Ҡолшәриф. Алладан ҡурҡ! Балталарыңның йөзө чыйырылыр, тәхетең түңкәрелер, олуғ ханым.

Сафагәрәй. Бәдбәхет, жылан тел!

Ҡолшәриф. Жыландай телемне чығарып сүләргә жибәрделәр дә инде мине сиңа, олуғ ханым! Биғәйбә, ил аһәңен житкерәм.

Сафагәрәй. Сүлә! Әммә телеңне ҡысҡа тот!

Ҡолшәриф. Ҡысҡасы шул: төрөк солтаны берлән Ҡырым ханының тәртәләре арасында ҡорчаңғы тайдай ҡойроҡ чәнчеп терт-терт юртыуыңны туҡтат. Ханлығыбызны ҡоротоучы Ҡырым чирүеңне ҡайтарып жибәр. Ҡулыңны озон сузма — урыс патшасы берлән килеш. Аның берлән суғышып йәшәү ҡот килтермәйәчәк безгә. Башҡыртларны үзеңә нығыраҡ тарт; ар, чирмеш, чуаш халайыҡларының хәленә кер. Шунсыз ханлығың мандымас, тәхетең жимерелер. һаман да болай барсаң, бердән-бер вариҫың Үтәмешгәрәйгә ни ҡалдырырсың икән?

Сафагәрәй. И мескен, кем өчөн кемнең башы ауырта имеш! Әгәр дә мин урысҡа ҡаршы тормасам, мәчет манараңны да, һәм үзеңнең башыңны да ҡысҡартмаслар дисеңме ни? Бар, жәмәғәт дигән сарыҡларыңа аңғарт: башларын жуймаслары борон бу тәңгәлдән табан ялтыратсыннар! (Ҡолшәриф сыға). Ҡушаҡ!

Ҡушаҡ (елтерәп инә). Әү, олуғ ханым?

Сафагәрәй. Ғәскәргә бойороғом: баҡырышҡан бу ике аяҡлы сарыҡ көтөүен типкеләп таратсыннар!

Ҡушаҡ. Ғәскәр юҡ, олуғ ханым.

Сафагәрәй. Ә?! Нәрсә?

Ҡушаҡ. Ғәскәребез баяғы Ҡолшәриф муллаға ҡушылып китте. Сарай алдында балталары өйөлөп ятып ҡалған...

Сафагәрәй (башын тотоп). Нишлибез?

Гәүһәршат керә.

Гәүһәршат. Күрегез, күрәзәлегем дөрөскә чыға! Яуыз Иван ғәскәре берлән Ҡазан өстөнә килә. Быйыл уҡ булмаса да, йәренгә баш салачаҡ Ҡазан халҡы. И Раббым, ханлығыбызның ғөмөрө ни бары ике йыл ғына ҡалды... Өф! — тәхетеңнән оч, гонаһ шомлоғо!

Сафагәрәй. Кем үткәрде бу яуыз ҡотҡочоно? (һаҡсыларға). Айбалтағызны айҡағыз, шаҡшы башын тәгәрләтегез!

Һаҡсылар. — Тәгәрләтер идек тә ул, ачлыҡтан киселгәнбез, өйдә бала-чағаларыбыз үлә...

— Айбалтабыз да үтмәс...

Балталарын иҙәнгә һалып, Гәүһәршат менән бергә сығып китәләр.

Ҡушаҡ. Күрәзәче яңылышми: Яуыз Иван, чынлап та, безнең өскә килергә ҡүәт жыя...

Сафагәрәй (ырғып тороп). Йәнузаҡларыңны ал да дәррәү Арча яғына жилдерегез — хан ғәскәре тупларға! Жәһәт!

Ҡушаҡ сығып йүгерә. Албырғанып торған хан эргәһенә ҡайнағаһы Юныс инә.

Юныс. Был ни хәл, кейәүем, һарайыңда һаҡсы юҡ? Сәсе-башы ялбыраған Гәүһәршат ҡына һине ләғнәтләп уҙҙы.

Сафагәрәй. Гәүһәршатмы? Битемә ҡара яғып китте, ҡәһәр төшкөрө...

Юныс. Ысынлап та, кейәүем, күҙ-башың ҡара янған, аларған. Хандың ханына боҙоҡ булыу килешмәҫ. Ҡош-ҡорт күҙенә салынмаҫың элгәре, йыуыныуханаңа кер, көҙгөгә баҡ та баш-күҙ ал.

Сафагәрәй. Ярар, ҡайнағам, ярар. (Кереп китә).