Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
Йыат Солтанов.Драмалар.docx
Скачиваний:
0
Добавлен:
01.07.2025
Размер:
6.63 Mб
Скачать

Шаңҡыбыраҡ ҡалалар

Исмәғил. Әл-ләл-ләәә!.. Кемде ҡаршы ҡуябыҙ?

Йософ (ҡаушап, башын тырнап). Әлләсе...

Юныс (ырғып тороп). Йәнсура батырҙы, әлбиттә!

Исмәғилдән башҡаһы, бөтәһе бер тауыштан. Йәнсура батырҙы! Йәнсура батырҙы!

Исмәғил. Хуп! Бәйгеләрҙе бөткәнсе ҡарарға форсатым юҡ. Ике батырҙың алышынан башлағыҙ. Еңеүсегә затлы бүләк — үҙемдән!

Йософ. Иншалла, шулай булһын, ағайым.

3-өнсө сәхнә

Бәйге ҡырының тамашасылар түрендә ултырған түрәләр ике батырҙың көрәшен ҡарай: Йософ, Исмәғил, Һылыубикә, Юныс, Бойорған Сәйет, Кадыш Кудинов һәм Вәкил. Көрәш үҙе күренмәй, ләкин майҙан халҡының гөжләүе уның зерә көсөргәнешле, киҫкен барышы хаҡында һөйләй. Бер яҡтан — Йәнсура батырҙы, икенсе яҡтан төрөк батырын рухландырып һөрәнләүҙәр, һыҙғырыуҙар ҡолаҡты яра. Шул ыңғайҙан түрҙәгеләр ҙә үрәпсеп, янып-көйөп ултыра.

Юныс. Йәнсура батыр, бирешмә!

Вәкил. Батырым, төрөклөгөңнө күрсәт! Нуғайны селкеп сал!

Йософ. Йәнсура, билен ысҡындырма!

Вәкил. Жаным, изге Ай башлы сөлгөңнө ныҡ бөрөп тот!

Һылыубикә. Уф, төрөк батыры тәнен майлап сыҡҡан бит!

Юныс. Шамбы һымаҡ шып-шыма!

Исмәғил. Төрөк шамбы булһа ла, башҡорттоң үҙлекле киндерҙән һуҡҡан Асаба-Астаҡ башлы таҫтымал-йәтмәһе ҡаты! Йәнсура, кәрәген бир мөртәттең!

Вәкил. Бәһлеүәнем, нуғай-истәкне ҡапландырт!

Майҙанда көсөргәнешле алыш тауышы.

Түрҙәгеләр. Уй-уй!..

Бөтәһе тороп баҫа, көрәш майҙанында ҡайһылыр батыр гөрһөлдәп ауа.

Вәкил. Ай-вай-ау... Нуғай аҡтығы бәһлеүәнемнең билен сындырды! (Йөҙөн ҡаплап сүгәләй).

Юныс. Ур-ра! Йәшә Йәнсура батыр! Апкил төрөк һөлгөһөн!

Йософ (күҙ йәштәрен еңе менән һөртөп). Йөҙөбөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәне, иншалла. Атаһы Түлебай артынса уҡ Үҫәргәндең бейе булырға лайыҡ.

Исмәғил. Саҡырығыҙ батырҙы, арҡаһынан ҡағайым!

Иптәш егеттәре менән Йәнсура батыр инә. Бер ҡулында — ике башында ла ярым Ай, Ай уртаһында йондоҙ биҙәкле төрөк батырының һөлгөһө; икенсе ҡулында ике башы Асаба-Астаҡ (Свастика) биҙәкле башҡорт таҫтымалы.

Йәнсура (итәғәтле баш эйеп). Бөйөк кенәз, бына еңелеүсе төрөк һөлгөһө! (Исмәғилдең аяҡ аҫтына ташлай, Исмәғил уны тапай).

Исмәғил. һәй афарин!

Йософ. Мең йәшә!

Йәнсура. Ә быныһы үҙебеҙҙең шанлы еңеү таҫтымалы! (Башҡорт таҫтымалын, биҙәкле баштарын алға һәлендертеп, Исмәғилдең муйынына һала. Майҙан «гөж!» килә, халыҡ тантана итә).

Исмәғил. Рәхмәт, батырым. Башҡорт батшалар шәжәрәһенең ысын алтын ҡулсаһы, Бикбау кенәздең аҫыл вариҫы икәнлегеңде күрһәттең. һиндәй батырҙары булғанда биртенмәҫ тә бирешмәҫ башҡорт биле!

Йософ. Бил бирмәҫ батырыбыҙға минән бүләк — уҡалы аҫыл елән, бәҫле бүрек!

Ике һылыу ҡыҙ батырға затлы елән, бәҫле бүрек кейҙертә.

Исмәғил. Минән һиңә бүләккә изге ҡомартҡы — Урал батырыбыҙҙың алмас ҡылысы! Ҡара табын башҡорттары ҡойған ысын булаттан!

Йәнсура (ҡылысты үбеп, биленә тағып ала). Рәхмәт, бөйөк кенәзем. Урал батырыбыҙҙың ҡылысы илебеҙгә намыҫлы хеҙмәт итер. Азаматлыҡ юлында йәнебеҙ фиҙа!

Йософ (йылмайып). Бына — ниндәй шәп! Инде һиңә бер генә нәмә етмәй, егетем.

Йәнсура. Ни нәмә?

Йософ. Кәләш. һылыуҙарҙан һылыу кәләш тейешле һиңә.

Исмәғил. Күҙләгән һылыуың бармы?