
- •Тауыш ишетелә: “Гөлбикәү, Зөләйха, әйҙәгеҙ, әйҙә. Ҡайтыу яғына ынғайлағыҙ!”
- •Ҡулына бер ус мәтрүшкә тотҡан Зөбәйер килеп инә.
- •Зөбәйер сыға. Бер аҙҙан Аллағыуат менән бергә килеп инә. Ҡулында мәтрүшкәһе бар.
- •Шәриф менән Сәлим бер-береһенә ҡарашып ала. Бер ни ҙә өндәшмәйҙәр.
- •Барыһы ла сыға.
- •Сәлим менән Шәриф урман юлынан үҙҙәре йыйыла торған йәшерен ҡыуышҡа китеп баралар. Ҡыуышта уларҙы Хәмит көтөргә тейеш.
- •Уң яҡтағы ҡыуаҡтан ҡыҙыу атлап Хәкимйән менән Шәриф сыға.
- •Хәкимйән менән Шәриф соҡор янына киләләр.
- •Йүгереп сығып китә.
- •Хәкимйән соҡор өҫтөндәге ағастарҙы ала башлай.
- •Аллағыуат инә. Ҡулында һыулы биҙрә.
- •Аллағыуат Шәриф артынан килеп арҡан осон тота. Арҡан тартыла.
- •Сәлим менеп етә. Ҡыуаҡ артынан шыуышып килеп сыға. Салауат биҙрәне алып сәхнә мөйөшөнә бара.
- •Салауат сәхнә ситендә сысҡан ауларға әҙерләнә. Башындағы түбәтәйен ҡулына тотҡан. Аллағыуат икенсе тишеккә һыу ҡоя. Бер аҙҙан.
- •Улар шулай һөйләшә-һөйләшә алыҫлашалар. Сәхнә ҡаранғылана. Бер аҙҙан кире яҡтыра башлай.
- •Яны көн башланыуын белгертеп, ҡоштар һайраша. Сәхнәгә Хәким менән Шәриф сыға. Улар бөгөн ҡыҙҙарҙың еләккә сыҡҡанын ҡарауылларға тейеш. Шуға яланға алдараҡ сығып йәшенеү өсөн килгәндәр.
- •Бер мөйөштән тирә-яғына ҡаранып Зиннәт килеп сыға. Туп-тура Хәким янына килеп күрешә, Шәрифкә баш ҡаға.
- •Шәриф бирелеп китеп ерҙән еләк сүпләп ашай башлай.
- •Малайҙар икенсе ҡыуаҡ яғына әйләнәләр. Шул саҡ ул ҡыуаҡ артынан да бүре олоған тауыш ишетелә. Малайҙар туҡтай. Беренсе ҡыуаҡ артынан да олойҙар.
- •Бер аҙҙан яланға Салауат, Аллағыуат менән Зөбәйер сыға. Хәкимдәр киткән яҡҡа төртөп эстәрен тотоп көләләр.
- •Күмәкләп бер түбәләс артына ятып алыҫтағы аҡланды күҙәтәләр.
- •Шаршау. Икенсе бүлек.
- •Ишек яғынан ағас ботағы һынған тауыш ишетелә.
- •Ҡая ишегенән бер ҡосаҡ ҡурай үләне тотҡан Салауат күренә.
- •Салауат ҡурайҙарҙы бер мөйөшкә һала.
- •Аллағыуат ҡулындағы төргәк эсенән һаҡ ҡына йомран сығара. Салауат килеп ҡарай.
- •Бөркөт ситлегенең ҡара япмаһын аса. Ситлек ишеген асып йомранды һалырға итә. Бөркөт балаһы уның ҡулын суҡый. Аллағыуат йәһәт кенә йомран менән бергә ҡулын тартып ала.
- •Йомранды алып ситлеккә тыға. Был юлы бөркөт суҡымай. Ҡулын ала. Күмәкләп ашармы юҡмы икәнен күҙәтәләр.
- •Бер мөйөштән кипкән ботаҡтар килтереп малайҙар уҡ юна башлайҙар.
- •Бөркөт тауышланып ҡуя. Барыһы ла ситлек янына килә.
- •Бөркөт тауышланып ҡуя. Малайҙар бергәләп сығып китәләр.
- •Салауаттар штабы. Салауат үҙе генә ултыра. Сәхнә ҡараңғы. Салауаттың тауышы.
- •Аллағыуат бер мөйөштәге теҙелгән таштарҙың береһен күтәреп көсләнә башлай.
- •Салауат бер үҙе.
- •Аллағыуат инә. Салауат ситлектән һыу һауытын ала.
- •Ботаҡ һынған тауыш ишетелә.Икеһе лә шым ҡалып тыңлай. Бер аҙҙан ишектән Зөбәйер күренә.Ҡулында бер ҡосаҡ сәскә.
- •Шулай атышалар.
- •Салауат атыуҙан туҡтап.
- •Салауат менән икәүләп Сәлимгә уҡ атырға өйрәтәләр.
- •Сәлим ата. Торонбаш ҡолай.
- •Ата. Теймәй.
- •Салауаттың арҡаһынан ҡағалар.
- •Аллағыуат менән Салауат ян-уҡты йәшерәләр.
- •Сығалар.
- •Шәриф тап бая Салауаттар ян йәшергән ҡыуаҡ араһынан бер таяҡты тарта, ул ян булып сыға.
- •Салауат килеп инә.
- •Салауат та, Аллағыуат та сыға.
- •Салауат килеп инә. Ҡулында ҙур бысаҡ. Тирә-яҡҡа ҡарана.
- •Ашығып, бик борсоулы ҡиәфәттә Аллағыуат инә.
- •Сыға. Салауат яңғыҙы.
- •Гөлбикә кеҫәһенән айыуҙың тырнағын сығара.
- •Һәндерәлә Салауат ята. Ипләп кенә баҫып Аллағыуат менән Сәлим инә. Икеһенең дә ҡулында кескәй төргәк.
- •Аллағыуат, Сәлим бер-берһенә ҡараша.
- •Ишек шаҡыйҙар. Ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына Хәким күренә. Сәлим менән Аллағыуат уға ҡаршы атлайҙар.
- •Ишек асыла. Шәриф күренә. Ҡулында ҡара япмалы ҡош ситлеге.
- •Барыһы ла аптырап ҡала.
- •Ишектән Зөбәйер күренә. Ҡулында бер туҫтаҡ бәрәмәстәр һәм ҡурай.
- •Сәлим ҡыйыуһыҙ ғына ҡурайҙы алып өрөп ҡарай. Шунан бер моңло көй уйнап ебәрә.
- •Бөркөт балаһы тауышлана.
- •Бөркөт балаһы ҡыуанып тауышлана. Күмәкләп Салауаттын “Тыуған илем” шиғырына яҙылған йырҙы йырлайҙар.
Бер мөйөштән тирә-яғына ҡаранып Зиннәт килеп сыға. Туп-тура Хәким янына килеп күрешә, Шәрифкә баш ҡаға.
Зиннәт. (йыш тын алып) Ниңә был яланды һайланығыҙ?
Хәким. Ҡыҙҙар бөгөн ошонда килергә тейеш. Ана, Шәриф-шымсы үҙе ишеткән.
Зиннәт. (тирә-яғына ҡаранып) Әллә дөрөҫ, әллә буш, кисә атайым ике балаһын эйәрткән инә бүре Кәкре ҡайын яланына ынғайланы, тигәйне. Бесән ҡарарға барғанда күргән.
Шәриф. (шөрләй төшә) Кит юҡты. Күҙенә күренгәндер?
Хәким. Ниңә, бүре ояһы бар тип әйтергә теләйһеңме?
Зиннәт. Белмәйем, бәлки үтеп кенә барғандарҙыр.
Хәким. Һы, булһа ни, мин был урмандағы бер йәнлектән дә ҡурҡмайым, белдегеҙме? Бүре, имеш. Моғайын, берәй эт-маҙарҙы күргәндәрҙер? Зиннәт, барығыҙ, һеҙ ана теге ҡыуаҡ артына йәшенегеҙ. Нимә эшләргә икәнен беләһегеҙ бит?
Шәриф бирелеп китеп ерҙән еләк сүпләп ашай башлай.
Зиннәт. Шәриф әйтте, еләккә килгән ҡыҙҙарҙы ҡурҡытабыҙ, аҙаҡ һин ҡыҙҙарҙы яҡлашаһың, шулаймы?
Хәким. (тынысһыҙланып, йәне көйөп) Шәриф, нимә бер еләк ашауҙан бушамайһың. Тәүгә күрҙеңме?
Шәриф. Тәмле бит.
Хәким. Барығыҙ, оҙаҡламай килеп етерҙәр. Иртә сыға торғайнылар.
Шәриф менән Зиннәт сейә ҡыуағы яғына ынғайлай. Шул саҡ бүре олоған тауыш ишетелә. Барған еренән икеһе лә шып туҡтай. Тыңлай. Тағы ла эт сыйнаған һымаҡ тауыш ишетелә. Хәким дә шыр ебәрә. Тегеләргә белдермәҫкә тырыша. Шәриф менән Зиннәт йәһәтләп Хәким торған яҡҡа киләләр. Хәким уларҙың ҡаршыһына атлай.
Хәким. Нимә, бөжләнегеҙме? Әйҙә, үҙем барып ҡарайым. Киттек! Бүре улай яҡында булмай ул. (икенсе ҡыуаҡ яғынан да бүре олоған тауыш ишетелә)
Хәким. Улай ҡурҡһағыҙ һеҙ бына был яҡтағы ҡыуаҡҡа йәшенегеҙ. Мин тегендә барам.
Шәриф. (Ҡобараһы осоп) Әллә ҡаманылар инде?
Зиннәт. Нисәү икәнен белергә ине?
Шәриф. Һинең һанағаныңды көтөп тормай инде улар. Килә лә ташлана.
Хәким. Бүреләр ҡамай!(Килгән яҡҡа ыңғайлай бирә лә туҡтап ҡала.Тыңлай.)
Малайҙар икенсе ҡыуаҡ яғына әйләнәләр. Шул саҡ ул ҡыуаҡ артынан да бүре олоған тауыш ишетелә. Малайҙар туҡтай. Беренсе ҡыуаҡ артынан да олойҙар.
Хәким. Ҡастыҡ, малайҙар! (Иң тәүҙә ауыл яғына ҡарай йүгерә. Уның артынан Шәриф менән Зиннәт эйәрә.)
12-се күренеш.
Бер аҙҙан яланға Салауат, Аллағыуат менән Зөбәйер сыға. Хәкимдәр киткән яҡҡа төртөп эстәрен тотоп көләләр.
Салауат. Ҡыҙҙарға этлек уйлаһаң шулай була ул!
Зөбәйер. (Хәкимде эләкләй) Мин был урманда бер йәнлектән дә ҡурҡмайым.
Аллағыуат. Етмәһә ҡыҙҙар алдында батыр булып күренмәк була.
Зөбәйер. Эй шәп иттек, эйеме?
Салауат. Шәплеген шәп тә, был яланға кире килеүҙәре бар. Әйҙә аҙыраҡ көтөп ятайыҡ.
Аллағыуат. Ҡыҙҙар килгәнсеме?
Зөбәйер. Һа, ҡыҙҙарҙы күргең киләме?
Аллағыуат. Һантый, ҡыҙҙарҙы күргәнем юҡ тиһеңме әллә?
Зөбәйер. Әһә, кисә генә Фирүзәне бер күрергә ине, тип ултырғайның да инде.
Салауат. Йә етәр, талашмағыҙ. Ҡыҙҙарҙы күреү насарҙыр шул. Беҙ уларҙы һаҡлар өсөн килдек бит. Әйҙә, ҡалҡыуғараҡ барып йәшенәйек. Хәҙер улар ана теге түбәнге аҡланда булырға тейеш. Хәкимдең ни уйлағанын белеп буламы. Шунда барып ҡуймаһын.
Күмәкләп бер түбәләс артына ятып алыҫтағы аҡланды күҙәтәләр.
Салауат. Ана, әйттем бит, ана, беҙҙең ҡыҙҙар урман ситенән күренде лә.
Зөбәйер. Күрәм, күрәм.
Аллағыуат. Анау алда барғаны Гөлбикә шикелле?
Зөбәйер. Юҡ, Гөлбикә һары күлдәген кейеп йөрөй ине иртәнсәк.
Аллағыуат. Их, кешенең күҙе алыҫтағын да якын итеп күрһен ине.
Салауат. Әсәйем әйтә, киләсәктә кешеләр бик алыҫтағы нәмәләрзе лә яҡын итеп күрәсәктәр. һауала тимер ҡоштар осоп йөрөр, икмәк, шәкәр ҙә күп буласаҡ, кешеләр бәхетле йәшәйәсәк, ти.
Зөбәйер. Әй, ҡарағыҙ, баяғы ҡыҙҙы таныным. Зөләйха ла инде.
Салауат. (ҡыҙыҡһынып) Зөләйха? Ҡайҙа, ҡайҙа? (ҡарай)
Аллағыуат. Эй һөйкөмлө шул Зөләйха.
Зөбәйер. Ә мин уны йәлләйем. Үгәй әсәһе ныҡ ҡыйырһыта ти Гөлбикә.
Салауат. Ә үҙе нисек егәрле. Ҡулдарына күҙ эйәрмәй.
Аллағыуат. Моңло итеп йырлай тиҙәр.
Салауат. Моңло бала бәхетһеҙ була, ти әсәйем. Нинә шулай икән? Мин Зөләйханы бәхетле иткем киләсе?
Аллағыуат. Мин дә.
Салауат. Тәүҙә мин әйттем.
Зөбәйер. Аллағыуат, ҡара, ана Фирүзә йөрөй.
Аллағыуат. Ниңә, Фирүзә булһа ни булған?
Зөбәйер. Үҙең әйттен дә инде... оҡшай тип.
Салауат. Ниңә, ҡыҙҙарҙы оҡшатыу насармы ни? Араһынан береһен кәләш итеп алырға тура киләсәк әле беҙгә.
Зөбәйер. Шулай шул. Асыуланған була.
Аллағыуат. Оҡшатам шул, тик үҙенә нисек белгертергә белмәйем. Салауат, әсәйендән һора әле. Минең әсәйем һинеке шикелле минең менән һөйләшмәй, гел эш менән була ла йөрөй.
Салауат. Булыр ҙа шул. Атайыңдын янғыҙ ҡатыны булғас. Минең әсәйемдән кесе ике апайым бар. Ярай, һорармын.
Аллағыуат. Мин әйтте тимә.
Салауат. Борсолма.
Зөбәйер. Салауат, һиңә бер нимә әйтәйемме?
Салауат. Йә!
Зөбәйер. Ней, минең һенлем бар ҙа инде, Гөлбикә. Ул һине ныҡ оҡшата шикелле.
Салауат. Гөлбикәме? Ә ҡайҙан белдең?
Зөбәйер. Әллә, бер ҡайҙа барырға булһам, гел дә унда Салауат буламы, ти ҙә һорай. Башҡа бер кемде лә һорамай.
Салауат. Уға ана Хәким ғашиҡ булған, тиҙәр бит.
Аллағыуат. Ә мин Сәлим тип ишеттем.
Зөбәйер. Ҡыҙҙар былай килә.
Салауат. Аллағыуат, Зөбәйер, әйҙә, аҫҡараҡ төшөп ятайыҡ. Беҙҙе күреп ҡалып йә ҡурҡырҙар.
Аллағыуат. Беҙгә балапанды ашатырға кәрәк.
Салауат. Ярай, саҡ ҡына ҡарауыллайыҡ та барырбыҙ. Юл ыңғайы берәй йомран балаһын тотоп алайыҡ. Сысҡанға ғына туймай шикелле.
Зөбәйер. Йомран ҙур була, ашар микән?
Һөйләшә, һәйләшә сығып китәләр.