Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
Балапан.для инет.doc
Скачиваний:
0
Добавлен:
01.05.2025
Размер:
242.18 Кб
Скачать

Сәлим ҡыйыуһыҙ ғына ҡурайҙы алып өрөп ҡарай. Шунан бер моңло көй уйнап ебәрә.

Сәлим. Мин әле өйрәнәм генә.

Аллағыуат. Шәп, Сәлим! Беҙгә лә өйрәтерһең.

Салауат. Бына ниндәй һәләтле икәнһең. Ҡана, килтерегеҙ әле балапанды. Аллағыуат, Сәлим, Зөбәйер, Хәким, Шәриф! (Барыһы ла бергә йыйыла) Күрҙегеҙме, дуҫтарым, бына беҙҙең һунар бөркөтө лә, елдәй етеҙ толпарыбыҙ ҙа, хатта ҡурайсыбыҙ ҙа булды.

Аллағыуат. Үҙебеҙҙең шағирыбыҙ ҙа, көй сығарыусыбыҙ ҙа бар! (Көлөшәләр)

Салауат. Берәй айҙан бергәләп төлкө, ҡуянға һунарға ла сығырбыҙ! Ошолай татыу, берҙәм булһаҡ, бер кем дә беҙҙе ҡыйырһыта алмаҫ!

Бөркөт балаһы тауышлана.

Хәким. Ә һунарға... беҙҙе лә алаһығыҙмы?

Салауат. Әлбиттә. Бергәләп күңеллерәк булыр.

Сәлим. Тәүҙә ҡыҙҙарҙы рәнйетмәҫкә һүҙ бирһендәр.

Зөбәйер. Теге юлы һындырған яндарҙы яңынан эшләп бирһендәр...

Аллағыуат. Урлашмаһындар...

Салауат. Йә, егеттәр, етәр!

Хәким. Башҡа улайтмайбыҙ тип әйттек тә инде.

Шәриф. Егет һүҙе бер була. Беҙ ысын!

Салауат. Егеттәр, барыһын да ваҡыт күрһәтер. Беҙ бөтәбеҙ ҙә бер ауылдан да инде. Ниңә татыу ғына йәшәмәҫкә, шулаймы?

Сәлим. Дөрөҫ, Салауат!

Аллағыуат. Һин тиҙерәк һауыҡ, Салауат!

Зөбәйер. Талашмайыҡ шул.

Салауат. Һеҙ шулай татыу булһағыҙ мин дә тиҙерәк һауығырмын! Алда беҙҙе оло эштәр көтә! Бөркөт кеүек бейек үрҙәргә күтәрелеп, тыуған илдең гүзәллегенә бергәләп һоҡланырбыҙ әле.

Бөркөт балаһы ҡыуанып тауышлана. Күмәкләп Салауаттын “Тыуған илем” шиғырына яҙылған йырҙы йырлайҙар.

Минең тыуған ҡырҙарым,

Балдай татлы һыуҙарым,

Яландарым, урманым,

Күккә ашҡан Уралым,-

Минең изге төйәгем,

Һеҙҙе һөйә йөрәгем.

Күгәреп күккә үрелгән

Ҡарлы башын Уралдың,

Күҙҙең яуын алырҙай

Матурлығын ҡырҙарҙың

Мәңге маҡтар инем мин,

Мәңге данлар инем мин.

Шаршау.