Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
Балапан.для инет.doc
Скачиваний:
0
Добавлен:
01.05.2025
Размер:
242.18 Кб
Скачать

Салауат та, Аллағыуат та сыға.

7-се күренеш.

Салауат килеп инә. Ҡулында ҙур бысаҡ. Тирә-яҡҡа ҡарана.

Салауат. Бәй, Аллағыуат һаман килмәгәнсе? Әллә берәй хәл булғанмы?

(Түмәргә ултыра. Көтә. Бысағын ҡарай.) Елле бысаҡ! Һунар бысағы. Үткән йыл Һабантуйҙа көрәштә еңгән өсөн ҡартатайым бүләк иткәйне. Тылсымлы бысаҡ ул. Яуыз уйҙағы эштәрҙе эшләшмәй. Тик изгеләре өсөн, йә булмаһа берәй хайуандан һаҡланыу өсөн генә ҡуллан, тигәйне. Ниңә уҡ юнып, ян эшләү изге инде ул...

Ашығып, бик борсоулы ҡиәфәттә Аллағыуат инә.

Салауат. Аллағыуат? Ниңә ағарынғанһың?

Аллағыуат. (әрнеп) Их, ҡайҙа булды икән?

Салауат. Нимә?

Аллағыуат. Йәшел һаҙға тиклем барып ҡараным. Тауға ла мендем. Юҡ! Бер ерҙә лә! Кем генә урланы икән?

Салауат. (Хафаланып) Әллә... балапандымы?

Аллағыуат. (баш һелкә) Ыһ!

Салауат. Һин...һин... Яҡшылап ҡараныңмы?

Аллағыуат. Юҡ, юҡ бер ерҙә лә юҡ. Ситлеге-ние менән. Хатта ҡара япмаһын да алғандар. Балапаныбыҙ имен генә булһа ярар ине.

Салауат. Терелер! Улар ҙа шул һунар өсөн алғандыр.

Аллағыуат. Хәҙер нимә эшләйбеҙ?

Салауат. Балапанды эҙләйбеҙ. Табып... ҡотҡарабыҙ!

Аллағыуат. Нисек?

Салауат. Уйлашырға кәрәк. Тәүҙә ауылдағыларҙың кемеһенә һунар бөркөтө кәрәк икәнен асыҡлайыҡ.

Аллағыуат. Кемдән һорашабыҙ? Беҙҙен балапаныбыҙ барлығын бер кем дә белергә тейеш түгел тигәйнек бит. Бөтә уйлағандарыбыҙ юҡҡа сыға инде.

Салауат. Шулай шул. Ике баш берәүҙән яҡшыраҡ. Уйлашайыҡ.

Аллағыуат. Балапан тик беҙҙең ҡулдан ғына ашарға өйрәнде. Асығып үлеп ҡуймаһын. Йәһәтләйек!

Салауат. Эйе. Тиҙерәк булайыҡ. Былай итәбеҙ. Һин ауылға ҡайт та Зөбәйергә бар. Хәлде һөйлә. Йәһәт кенә икәүләп кире муйыллыҡҡа килегеҙ. Мин ошонда көтәм.

Аллағыуат. Ярай, Салауат!

Сыға. Салауат яңғыҙы.

8-се күренеш.

Салауат.(Һынған яндарҙы ҡарап) Быныһының тарамышы һәйбәт кенә.(Ҡырҡып ала) Их Балапан, Балапан! Һине барыбер табасаҡбыҙ. Тик һин генә бирешмә, йәме. Бирешмә! Ҡанаттарың нығынып, күҙҙәрең асылған булһа, моғайын, үҙең беҙҙе эҙләп табыр инең.(“Егеткә” тигән шиғрын һөйләй)

Бейектә оса ҡоҙғон ҡош,

Унан бейек осор ыласын бар.

Ыласындан да бейек оса торған

Ҡош батшаһы – ҡыйғыр бөркөт бар.

Шул бөркөттәй, егет, батыр бул,

Таянғанда таян дуҫтарға...

Табып ҡына алайыҡ әле. Йәннебеҙҙәй күреп һаҡларбыҙ.

Ҡыуаҡ артынан ботаҡ һынған тауыш ишетелә.

Салауат.(Шым ғына) Кемдер килә, буғай.(Икенсе ҡыуаҡ артына йәшенә).

Хәкимйән сыға. Ҡәнәғәт йөҙ. Килеп ҡыуаҡ ситен асып ҡарай.

Хәкимйән. Һа, яндарҙы алғандар. (Тирә-яҡҡа ҡарай) Беҙ һындырғанды барыбер белә алмай улар. Хәмиттең башы эшләй.(Тағы ла ҡыуаҡ ситенә килә.Ҡурай еләге ашай башлай). Шәп иттек үҙҙәрен! Инде әллә кем булып йөрөмәҫтәр. Еләк! Ҡурай еләге лә бешеп киткән икән. Шәриф ошонда киләм тине буғай.

Ҡурай еләген ашай башлай. Ҡыуаҡ артында ағас һына. Ҡапыл Хәмиткә 2-3 метр етәрәк ҡыуаҡ артынан айыу ҡалҡа. Үкерә. Хәмит ҡатып ҡала. Ипләп кенә артҡа шыла. Айыу ҙа яҡыная. Хәмит Айыуға ҡараған килеш эйелеп ботаҡ алырға иткән мәлдә икенсе ҡыуаҡ артынан Салауат һикереп килеп сыға ла айыуға ташлана. Уның һыртынан аҫтына инеп бысаҡ ҡаҙай. Айыу үкерә. Икеһе лә ҡолай. Хәким таш булып ҡатып тора ла, “Үлтерҙе! Айыу! Салауат!” тип һөрәнләп ауыл яғына сығып китә.

9-сы күренеш.

Сәхнә ҡараңғы. Ауыл яғынан йүгереп килгән кешеләр тауышы ишетелә. “Ҡайҙа?Ҡайҙа?”, “Йәһәтерәк булайыҡ. Ҡаны ағып бөтөп хәлһеҙләнмәһен!” “Мин Салауатты күтәрәм”, “Беҙ айыуҙың тиреһен тунай торабыҙ!” “Салауаттың бысағын аҙаҡ беҙгә алып килерһегеҙ!” Сәхнә яҡтырмай. Ундағы декорациялар үҙгәрә.

Ауыл өйөнөң эсе. Зөләйха ҡамырҙан бәрәмәстәр яһай. Мөйөштә мейестә ут яна. Шул саҡ борсоулы ҡиәфәттә Гөлбикә килеп инә.

Зөләйха. Гөлбикә? Ҡайттығыҙҙамы ни? Күрше ауылдағы Марусяларға барманығыҙмы ни?

Гөлбикә. Барманыҡ шул. Әсәйем ебәрмәне. Ярай ебәрмәгән. Йәйәүләп атларға бит. Ташморон яланы аша үтер кәрәк.

Зөләйха. Булһа ни? Гел шунан йөрөйбөҙ ҙә?

Гөлбикә. Бәй, ишетмәнеңме ни?

Зөләйха. Нимәне?

Гөлбикә. (ҡолағына яҡыныраҡ килеп) Салауатты?

Зөләйха. (Борсолоп) Салауатты? Әллә берәй хәл булғанмы?

Гөлбикә. Эй, әхирәткәйем! Һин ошо өйҙән сыға белмәнең инде.

Зөләйха. Әсәйем бер ергә лә ебәрмәй шул. Йә, әйт инде? Нимә булған Салауатҡа? Әллә берәйһе туҡмағанмы?

Гөлбикә. Һы, туҡмарһың Салауатты. Ул үҙе әллә кемдәрҙең кәрәген бирер. Һин ысынлап ишетмәнеңме?

Зөләйха. Юҡ шул.

Гөлбикә. Ниңә, эргә-тирәләге бар ауылдарҙа ла халыҡ геү килә. Бындай ҡыйыу йөрәкле бала быуатҡа бер тыуа, тиҙәр ҡарттар. Бөтә ырыуҙы шаҡ ҡатырҙы, ти атайым.

Зөләйха. Нимәгә?

Гөлбикә. (тантаналы тауыш менән) Белгең килһә, уны яландан минең атайым күтәреп алып ҡайтҡан!

Зөләйха. Күтәреп? Имгәнгәнме ни?

Гөлбикә. Һы, айыу һынлы айыу менән көрәшһен дә...

Зөләйха. Айыу? Ҡайҙа?

Гөлбикә. Һуң әйттем дә инде. Ташморон яланында.. Шуға әсәйем мине ебәрмәне.

Зөләйха. Салауат ныҡ имгәнгәнме?

Гөлбикә. Яурынының тиреһен һыҙырып алған, ти ул айыу. (Бергәләп бәрәмәс эшләй башлайҙар) .

Зөләйха. Уй ныҡ ауырталыр инде. Һин үҙен күрмәнеңме?

Гөлбикә. Күрҙе ти. Мине унда кем индерһен? Зөбәйер ағайымдан һорашҡайным, әле иҫенә килмәгән. Яраларын үләндәр һалып бәйләгәндәр, ти.

Зөләйха. (борсолоп) Үлмәҫ тә ул?

Гөлбикә. Юҡ, юҡ! Ҡартатаһы кеүек йөҙгә тиклем йәшәр әле ул.

Зөләйха. Шулай шул.(көлөшәләр).

Гөлбикә. Ҡара әле, Зөләйха, һиңә бер нимә күрһәтәм. Бер кемгә лә әйтмә, йәме.

Зөләйха. Нимә ул?

Гөлбикә. Зөбәйер ағайым белеп ҡалһа, кәрәгемде бирәсәк.

Зөләйха. Әйтмәйем. Йә, күрһәт инде?