Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
Балапан.для инет.doc
Скачиваний:
0
Добавлен:
01.05.2025
Размер:
242.18 Кб
Скачать

Шәриф тап бая Салауаттар ян йәшергән ҡыуаҡ араһынан бер таяҡты тарта, ул ян булып сыға.

Шәриф. Һы, әллә ян инде? Хәким, ҡара әле?!

Хәким. Килтер, килтер! ( Янды әйләндереп ҡарай) Кем ҡалдырып киткән икән?

Шәриф. Ҡайҙа, тағы ла юҡ микән? (Кире ҡыуаҡҡа бара) О-о-о, бында тағы ла ике ян, өҫтәүенә уҡтары ла бар!

Хәким. Килтер бында. (Бер уҡты әйләндереп ҡарай) Был тимерсе Сәлих яһаған башаҡ бит!

Шәриф. Зөбәйерҙеке инде улай булғас. Яндарын ҡарайыҡ әле? (Ҡарайҙар)

Хәким. (Тороп баҫа. Яндың керешен тартып ҡарай. Уҡты төҙәй.) Шә-әп! (Янда яҙыу күреп ҡала) Шәриф, кил әле. Бына был тамғаны күрәһеңме?

Шәриф. Эйе. Ә нимәне аңлата ул?

Хәким.(ҡапыл нимәнелер хәтерләгәндәй) Был яндар кемдеке, беләһеңме?

Шәриф. Кемдеке?

Хәким. ( зәһәр ҡыуанып) Салауаттарҙыҡы!

Шәриф. Ә ҡайҙан белдең?

Хәким. Бына ошондай тамғаны Салауаттың атаһы гел дә айғыр һыртына баҫа. Салауат та шуны һалған янына.

Шәриф. Йә ярай, әйҙә, итегеңде таҙала ла, шылайыҡ!

Хәким. (Итеген алып уҡ башағы менән табанын соҡой) Сыҡты! (Итеген кейә) Әллә... был уҡ-яндарҙы ла алып китәйекме?

Шәриф. Ҡурҡыта бит әле.

Хәким.Һы, тапҡанһың ҡурҡыр нимә.

Шәриф. Бөркөт балаһын йәшереүе еңел. Ә уҡ-һаҙаҡты атыш уйнағанда барыбер күрһәтергә кәрәк.

Хәким. Дөрөҫ! Иң яҡшыһы нимә, әйтәйемме? (Уҡты алып урталай һындыра) Бына! Күрҙеңме? Бер кем дә һеҙ һындырҙығыҙ, тип әйтә алмай.

Шәриф. Был тирәлә атайым айыу йөрөй ти. Йә айыу һындырған тиербеҙ.

Хәким. (Түмәр янына килеп) Ҡара, ҡара! Улар бында атышҡа өйрәнгәндәр. (Түмәр янындағы түбәтәйҙе күтәрә) Был кемдеке? (Хәкимгә күрһәтә)

Шәриф. Былмы? Был – Сәлимдекенә оҡшаған.

Хәким. Сәлим?! Вәт һатлыҡ йән! Салауаттар менән уҡ атышҡан! (Теүәтәйҙе ергә һалып тапай. Ныҡ асыуланып) Ҡана, килтер яндарҙы!

Шәриф килтерә. Хәким береһен алып урталай һындыра.

Хәким. Бына һеҙгә! Бына! (Шәриф тә бер янды һындыра. Шул саҡ бөркөт тауыш бирә. Ярһыған Хәким ситлеккә яҡын килеп) Әле һин дә яҡлашаһыңмы уларҙы? ( Хәмит ҡаршыһына Шәриф сыға)

Шәриф. Хәким, туҡта! Бөркөт балаһы беҙгә кәрәк бит! Теймә!

Хәким тыныслана төшә.

Хәким. (Ситлекте ала) Эйе, һин беҙгә кәрәкһең әле. Беҙ ҙә һунарҙа үҙебеҙҙе күрһәтербеҙ!

Шәриф. Ситлекте теге үҙебеҙҙең ҡыуышҡа йәшереп ҡуяйыҡ...

Ситлекте алып сығып китәләр.

6-сы күренеш.

Аллағыуат сыға. Ҡулында төргәк. Шәп килеп юлдағы ян һыныҡтарына абынып йығыла. Төргәге бер яҡҡа оса.

Аллағыуат. Аһ! Сысҡандарым ҡаса! ( Һикереп тора ла моҡсай яғына ашыға) Береһе ҡалған икән. Мыраубикәнең тыранғынан саҡ алып ҡалғайным икеһен дә. Ҡарап ҡына тормаһаң, уйната, уйната ла ашай ҙа ҡуя ул мәсекәй. Тәмлене ярата. Ярай, балапан, бер сысҡан етеп торор бөгөнгә. Юл уртаһына кем таяҡ ташлағандыр. Иртәнсәк юҡ ине. ( Таяҡты ала. Салауаттың билдәһен күрә) Был бит... был бит беҙҙең ян! ( Хафаланып тирәләп ҡарай) Бына минеке, бына Сәлимдеке...кем шулай ҡыланды икән? Их, юҡҡа ҡалдырып киттек әле шул яндарҙы?!

Салауат килеп инә.

Салауат. Аллағыуат? Нимә булды?

Аллағыуат. (Ян киҫәген биреп) Бына! Кемдер һындырып киткән.

Салауат. (Борсолоп) Эйе, ҡылғандар! Береһе лә ҡалмағанмы?

Аллағыуат. Өсөһөн дө һындырғандар.

Салауат. Ә уҡтары иҫәнме?

Аллағыуат. Әлләсе, ҡараманым. (Барып ҡарай) Уҡтары ята!

Салауат. Ярай әле ян-уҡтарҙы ғына һындырғандар. Уҡтың башаҡтары ҡәҙерле бит.

Аллағыуат. Шулай ҙа ул. Нисек һәйбәт итеп эшләгәйнек.

Салауат. Ҡайғырма, дуҫҡай! Яңыларын быларҙан да яҡшыраҡ итеп яһарбыҙ.

Аллағыуат. Ҡасан? Әле мин балапанды ашатырға китеп барам.

Салауат. Ҡасан, тиһеңме? Муйыллыҡ яҡын бит. Мин ауылға ҡайтып үткер бысаҡ килтерәм. Ә Һин бөркөттө ашатып кил дә мине ошонда көт, йәме.

Аллағыуат. Ярай. Килештек!