Добавил:
Upload Опубликованный материал нарушает ваши авторские права? Сообщите нам.
Вуз: Предмет: Файл:
ҠОҘА.docx
Скачиваний:
1
Добавлен:
01.05.2025
Размер:
33.18 Кб
Скачать

Мәҙинә сумкаһын ала. Шул ваҡыт Тимербәк килеп керә.

Т и м е р б ә к. О-о-о! Һаумы, Мәҙинә! Ни эшләп ишек төбөндә тораһың?

Н у р с и л ә. Ул ҡайтырға йыйынды инде.

М ә ҙ и н ә. Эйе! Ҡайтам! Ә һин ней?... (Һүҙен әйтеп бөтөрмәй, һораулы ҡараш ташлай).

Т и м е р б ә к (уның сумкаһын алып ултырта). Ҡайтмайһың!

Әйҙә ултыр!

Н у р с и л ә. Ҡайтам тигән кешене ниңә тотҡарлайһың?

Т и м е р б ә к. Ҡоҙағый! Мин уны ауылға алып ҡайтып китәм! Яңғыҙ ауыр миңә. Зарыҡтым!

Н ур с и л ә. Ә мин? Тағы яңғыҙ ҡаламмы? Мин барам! (Тимербәктең беләгенән тотоп тарта).

М ә ҙ и н ә. Ул миңә тәҡдим яһаны. Мин барам! (Ҡыйыуһыҙ ғына икенсе яҡ ҡулынан тарта).

Т и м е р б ә к. Ҡыҙҙар! Ҡулымды һурып сығараһығыҙ бит. Икегеҙҙе лә алам!

Н у р с и л ә. Өсәүләшеп нимә эшләйбеҙ?

Т и м е р б ә к. “Уф!”, - та тимәйбеҙ! Өйөм ҙур. Өс бүлмәле. Һәр беребеҙгә бер бүлмә. Берегеҙ мал ҡарар, берегеҙ ашарға бешерер.

М ә ҙ и н ә. Әйҙә Нурсилә! Беҙгә түшәк кәрәкме ни инде? Гөрләшеп бергә сәй эсербеҙ. Яныңда кеше булыуы ниндәй кинәнес!

Н у р с и л ә. Кеше аптыратып.

Т и м е р б ә к. Аптыраһындар! Мосолман ҡануны буйынса рөхсәт ителә торған эш!

Н у р с и л ә. Ярай һуң! Мин риза! Кешелә беҙҙең ни эшебеҙ бар, бергә йәшәүгә ни етә. Мин әйберҙәремде генә йыяйым да.

Ҡайҙандыр сумка сығарып әйберләрен йыя башлай. Шул саҡ ишектә ҡыңғырау тауышы ишетелә. Нурсилә сыға. Бер аҙҙан телеграмма тотоп килеп керә.

Н у р с и л ә. Телеграмма! (Уҡый). Киске поезд менән киләм! Ҡаршы алығыҙ! Ҡоҙағыҙ!

М ә ҙ и н ә. Ниндәй ҡоҙа тағы?

Т и м е р б ә к. Икенсе ҡоҙаңдыр. Нисә балаң бар һуң ҡоҙағый?

Н у р с и л ә. Бер улым ғына бар.

М ә ҙ и н ә. Шулай булғас ниндәй ҡоҙа тағы?

Т и м е р б ә к. Әллә ул да минең кеүек ике ҡатын алдымы икән?

Н у р с и л ә. Юҡты һөйләмә! Ниндәй ике ҡатын алһын ти ул!

Т и м е р б ә к. Һуң? Тағы ниндәй ҡоҙа һуң ул? Яңылышҡандарҙыр адресты.

Н у р с и л ә (Тимербәккә һынсыл ҡараш ташлап). Ә һин ниндәй адрес буйынса килдең?

Т и м е р б ә к. Мин точно адрес буйынса. (Кеҫәһенән ҡағыҙ сығара). Бына: Хоҙайбирҙин урамы, 81 – нсе йорт.

Н у р с и л ә. Ниндәй Хоҙайбирҙин урамы булһын? Беҙҙең урам бит Богданов урамы!

Т и м е р б ә к. Һуң? Хоҙайбирҙин урамы русса Богданов булмаймы ни?

М ә ҙ и н ә. Хоҙайбирҙин урамы – Хоҙайбирҙин урамы инде ул. Руссаға әйләнмәй.

Н у р с и л ә. Һы! Ялған ҡоҙа булып сыға түгелме һуң?

Т и м е р б ә к. Мин бит таксист урыҫ булғас аңламаҫ тип урыҫсаға әйләндереп әйттем. Ниндәй урам тигәс: “Богданов”- тинем. Был урыҫса белмәй тип әйтмәһен өсөн.

М ә ҙ и н ә. Тағы бер ҡоҙа! Был бит бик яҡшы, әхирәт! Икебеҙгә - икәү!

Н у р с и л ә. Миңә бүтән ҡоҙа кәрәкмәй! Ул ҡоҙа һиңә булһын! Кем белә, бәлки ул әбейе менән киләлер?

Т и м е р б ә к. Ни эшләйем һуң?

Н у р с и л ә. Мин бер ҡайҙа ла бармайым! Миңә ҡоҙаларҙы ҡаршы алырға кәрәк! Балаларым ҡайтып килһә ҡайҙа барып терәлер? Ояты ни тора! Ә Мәҙинә һин бар! Мине ҡунаҡҡа саҡырырһығыҙ!

Т и м е р б ә к. Нурсилә дөрөҫ әйтә, Мәҙинә. Әйҙә, киттек!

М ә ҙ и н ә. Бер ҡайҙа ла бармайым! Минең балаларым юҡмы ни?

Н у р с и л ә. Аһ! Кисә генә кем зарланып ултырған ине ошонда!

М ә ҙ и н ә. Кисә бит ул. Ҡыҙған саҡтар була инде. Киленем гел улай түгел ул. Улымды заводта сеймал юҡ тип, түләүһеҙ отпускаға ебәргәс кенә тауышланып алды.

Н у р с и л ә. Оло кешегә тыныслыҡ кәрәк, ейәндәреңдең иң шаян сағы.

М ә ҙ и н ә. Шул - шу! Ике бала бит, уларҙы ҡарашырға кәрәк. Минһеҙ нисек ҡарарҙар? Хәҙер үҫеп китәрләр, килен эшкә сығыр. Етеш торһаң тауыш сыҡмай ул. Бармайым!

Т и м е р б ә к. Әле генә ике кәләш ине, хәҙер берәү ҙә юҡ!

М ә ҙ и н ә. (Тимербәккә). Һиңә бит настоящий ҡоҙағыйҙарыңа барырға кәрәк. Хәҙер үк! Көтә торғандарҙыр!

Н у р с и л ә. Мәҙинә дөрөҫ әйтә, ҡоҙа... ней Тимербәк. Һин беҙҙе ғәфү ит! Беҙ яңғыҙлыҡтан ҡасып ҡотолорға теләп һиңә йәбешеп китә яҙҙыҡ.

Т и м е р б ә к. Нисек инде ул?

Н у р с и л ә. Ә һиңә рәхмәт, ҡоҙа! Беҙҙең яңғыҙҙарҙың һағышлы тормошонда байрам яһаның, йәм өҫтәнең. Юлың төшһә кер, беҙ бик шат булырбыҙ!

Т и м е р б ә к. Улай тиң инде, ә? Ярай, мин яңы ҡоҙаларға барып киләйем. Бәлки балалар ҙа килгәндер? Ғәфү итегеҙ мине! Ҡарт тиңтәкте!

М ә ҙ и н ә. Улай тимә! Һин беҙгә бик оҡшаның! Һау бул!

Т и м е р б ә к. Адресты яңылышып һеҙҙең менән осраштырған өсөн Хоҙайға рәхмәт! Әбейем үлгәс, беренсе мәртәбә күңелем асылып, йөрәгемә ял булып ҡалды. Рәхмәт һеҙгә, ҡыҙҙар! Һау булығыҙ! (Сыға).

Н у р с и л ә. Әйҙә, әхирәт! Түргә үт! Һөйләшеп ултырайыҡ. Икәүләшеп сәй эсеп алырбыҙ.

, Мәҙинә менән Нурсилә диванға үтеп ултыра. Нурсилә ундағы гармунды һыйпай.

М ә ҙ и н ә. Йә инде, әхирәт! Кейәүле булабыҙ тигәндә...