
- •1 Шаршаулы драма
- •Нурсилә сыға. Ул яңы күлдәк кейгән, яулығын сискән. Йөҙөнән нур балҡыта, теремекләнеп киткән. Ҡулында поднос менән ашамлыҡтар. Ашамлыҡтарҙы өҫтәлгә теҙә, сәй яһай.
- •Тимербәк керә.
- •Йырлап бейеп, арып туҡтайҙар. Барыһы ла урын табын ултыра. Кәйефтәре шәп.
- •Мәҙинә өндәшмәй. Нурсилә сыға.
- •Мәҙинә сумкаһын ала. Шул ваҡыт Тимербәк килеп керә.
- •Ҡайҙандыр сумка сығарып әйберләрен йыя башлай. Шул саҡ ишектә ҡыңғырау тауышы ишетелә. Нурсилә сыға. Бер аҙҙан телеграмма тотоп килеп керә.
- •Икәүләшеп ҡысҡырып көлөп ебәрәләр. Бер аҙҙан уларҙың көлөүө һағышлы ыңғырашыуға әйләнә. Йырлайҙар:
Мәҙинә өндәшмәй. Нурсилә сыға.
Н у р с и л ә. Бәлештәрем көйөп бөткән. Ниңә шымып ҡалдығыҙ? Эй, ҡоҙа, арып та киткәнһеңдер, булмаһа диванға ятып ял итеп ал. Балалар кәртечкәләрен ебәргән ине. (Стенканан һүрәт алып Тимербәккә күрһәтә). Бына минең улым, быныһы һинең ҡыҙыңдыр инде, минең киленем. Ҡоҙағыйға оҡшағандыр күрәһең.
Т и м е р б ә к (алып ҡарай). Шулайҙыр. Күҙлегем өйҙә ҡалған бит әле, яҡындан насар күрәм.
Н у р с и л ә. Кемгә оҡшаһа ла оҡшаһын, иҫән-һау булһындар.
М ә ҙ и н ә. Мин ҡайтайым әле, ҡараңғы ла төшә башланы. (Ҡуҙғала).
Т и м е р б ә к. Мәҙинә! Мин әйткәнде онотмағыҙ!
М ә ҙ и н ә. Ярай, һау булығыҙ! (Ашығып сығып китә).
Н у р с и л ә. Һау бул! (Тимербәккә). Нимә булды? Ниңә ашығып сығып китте ул?
Т и м е р б ә к (мут йылмайып). Ҡоҙағый! Һиңә бер үтенесем бар ине.
Н у р с и л ә. Ниндәй үтенес ул?
Т и м е р б ә к. Мәҙинә әхирәтеңде миңә димлә әле!
Н у р с и л ә (өҫтөн башын рәтләп). Мәҙинәне?.. Ә минең ҡайһы ерем кәм!..
Т и м е р б ә к. Кәм түгел дә..
Н у р с и л ә. Шулай булғас!..
Т и м е р б ә к. Һин бит “ҡоҙағый”.
Н у р с и л ә. “Ҡоҙағый” булһа ни булған?..
Т и м е р б ә к. Булмаған да.. Арып кителде... Берәй ҡунаҡханаға ғына барып йоҡлармындыр ахры...
Н у р с и л ә. Ниндәй ҡунаҡхана ти! Хәҙер урын һалам! Ошо диванға һалһам йәпһеҙ булмаҫмы икән?
Т и м е р б ә к. Бик йәпле булыр. Мин тартып керәйем әле. (Тәмәкеһен тотоп сығып китә).
Н у р с и л ә. Хәҙер! Өҫтәлде генә йыйыштырам да. (Өҫтәлдән ашамлыҡтарҙы алып сыға.)
Үт һүнә.
Икенсе күренеш.
Шул уҡ фатир. Залға Тимербәк керә. Ултырғыс башынан костюмын алып кейә, көҙгөгә ҡарап сәсен тарай. Бер аҙҙан Нурсилә сыға. Өҫтөнә тәненә һылашып торған салбар менән иҙеүе асыҡ кофта кейгән. Ҡоҙаһы алдында үҙен күрһәтергә тырышып борғалана-һырғалана.
Н у р с и л ә. Ҡоҙа! Ҡара әле! Миңә салбар килешәме?
Т и м е р б ә к (кинәйә менән). Шәп! Ҡыҙҙар кеүек булғанһың!
Н у р с и л ә. Кофтам дамы?
Т и м е р б ә к. Кофтаң да үҙең шикелле.
Н у р с и л ә. Нисек инде?
Т и м е р б ә к. Ҡоҙағый! Мин баҙарға барып әйләнәм. Бер килгәндә арлы-бирле, кәрәк-яраҡтар ҡараштырайым.
Н у р с и л ә. Ярай һуң. Ҡайтыуыңа аш өлгөртөрмөн.
Т и м е р б ә к. Ярай! (Эшләпәһен кейеп сығып китә).
Н у р с и л ә (арыған кеше кеүек диванға барып ултыра). Уф! Хәл бөттө! Шулай ҙа ҡоҙа килгәс донъялар яҡтырып киткәндәй булды. Йәм өҫтәлде. Тик нисек ҡаратырға был ҡоҙаны? Анау Мәҙинәһе лә йөрөй бит ваҡытһыҙ. Кәрәк саҡта килмәй ул! Суҡынған! Йәш, заманса күренәйем тип бынау нәмәләрҙе кейеп алдым.
Музыка ебәрә, йәштәрсә бейеп маташа. Янбаштарын һелкеткәләп ала. Ҡыланышы килбәтһеҙ. Ишектә ҡыңғырау тауышы.
Н у р с и л ә. Ишек асыҡ! Инегеҙ! (Үҙе бейеүен дауам итә, ишектә ҙур сумка күтәргән Мәҙинә күренә).
Н у р с и л ә. Мәҙинә! Шул саҡлы сумка күтәреп ҡайҙа китеп бараһың?
М ә ҙ и н ә. Килдем әле бына. Әхирәт! Һинең ҡоҙаң кисә миңә тәҡдим яһаны бит.
Н у р с и л ә. Нимә?.. Һин шуға ышандыңмы?..
М ә ҙ и н ә. Ул ысынлап яһаны.
Н у р с и л ә. Әллә һиңә генә яһаған тиһеңме ул тәҡдимде!... Миңә лә яһаны ул.
М ә ҙ и н ә (ҡаушап, аптырап ҡала). Һиңә лә... Ә миңә ул ысын күңелдән әйткәндәй тойолғайны.
Н у р с и л ә. Тойолған ғына инде ул!
М ә ҙ и н ә. Әле үҙе ҡайҙа һуң?
Н у р с и л ә. Тү-түт! Китте!
М ә ҙ и н ә. Ҡайҙа?
Н у р с и л ә. Ҡайҙа булһын? Ауылына!
М ә ҙ и н ә (лып итеп ултырғысҡа килеп ултыра). Һине ниңә алманы һуң әтеү?
Н у р с и л ә. Мин барманым. Ҡыуып ебәрҙем. Баш әйләндереп йөрөмә! - тинем.
М ә ҙ и н ә. Яҡшы иткәнһең! Әлдә кешегә һөйләнмәнем. Ояты ни тора. Әхирәт, һин дә һөйләнмә инде йәме!
Н у р с и л ә. Һөйләмәм! һөйләмәм! (Кухня яғына сыға).
М ә ҙ и н ә. Эй, Аллам! Ҡартайған да – тыртайған, тигәндәй, ҡартайған көнөмдә үҙем дә йөрөйөм бит әле шул ҡарттың һүҙенә ышанып. Бына һиңә - кейәү! Ә шулай ҙа күҙҙәре алдашҡан кеүек түгел ине. Шундай итеп ҡараны бит!... шундай итеп ҡараны!.. Бөтә тәнем зымбырлап рәхәт булып киткәйне. “Мәҙинәм-гөлкәйем”, - тип, ҡайһылай матур итеп йырланы. Әллә кисә үк яуап бирмәгәнгә үпкәләнеме икән? Ҡапылда ни әйтергә лә белмәнем шул. Балаларҙың үҙ тормошо, уларҙың һинең күңелеңдә эше юҡ. Фатир тулы кеше булһа ла, мин – яңғыҙ! Шунда Аллаға тапшырып китергә уйлағайным. Әлдә балаларға: “һеңелемә барып киләм”, - тип кенә әйткәйнем.
Үҙ уйҙарым менән япа-яңғыҙ,
Ҡалдым халыҡ тулы урамда.
Кемгә бушатайым серҙәремде,
Бар серҙәрем оса буранға...
Н у р с и л ә (сыға). Һин һаман да бындамы ни?
М ә ҙ и н ә (аптырап ҡарай). Ҡыуаһыңмы ни, әхирәт?
Н у р с и л ә. Бараһы ерем бар ине.
М ә ҙ и н ә. Ярай, әхирәт, китәм!